28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт
Беҙгә кәңәш биргәндә...
«Кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя» (ҒИБ. ҺҮҘ. 13:10).
ТӨП ФЕКЕР
Кәңәште ҡабул итергә нимә ярҙам итер?
1. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм уларҙы тормошҡа ашырырға нимә ярҙам итер? (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10; 15:22).
БЕҘ бөтәбеҙ ҙә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм нимәлер эшләргә йыйынғанда уңышҡа өлгәшергә теләйбеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, был маҡсаттарға ирешер өсөн, беҙгә яҡшы кәңәштәр кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10; 15:22-не уҡығыҙ.)
2. Йәһүә беҙгә нимә вәғәҙә итә?
2 Иң яҡшы Кәңәшсе — күктәге зирәк Аллабыҙ Йәһүә. Ул бына ниндәй вәғәҙә бирә: «Өгөт-нәсихәтемде бирермен, күҙем һәр саҡ һиндә булыр» (Зәб. 31:8). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһына: ул яҡшы кәңәштәр биреп кенә ҡалмай, ә уларҙы ҡулланырға ла ярҙам итә.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Был мәҡәлә ярҙамында беҙ Изге Яҙмалағы принциптар өҫтөндә уйланырбыҙ һәм ошо дүрт һорауға яуап алырбыҙ: 1) Яҡшы кәңәштәрҙе ҡабул итергә миңә ниндәй сифаттар ярҙам итер? 2) Кем миңә яҡшы кәңәш бирә ала? 3) Кәңәштәрҙе ҡабул итергә әҙер булыуымды нисек күрһәтергә? 4) Ни өсөн башҡаларҙың минең өсөн ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорарға кәрәкмәй?
КӘҢӘШТЕ ҠАБУЛ ИТЕРГӘ НИНДӘЙ СИФАТТАР ЯРҘАМ ИТЕР?
4. Кәңәш беҙгә файҙа килтерһен өсөн, ниндәй сифаттар кәрәк?
4 Бирелгән кәңәштәрҙән файҙа алыр өсөн, беҙгә баҫалҡы һәм тыйнаҡ булырға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн белемебеҙ һәм тәжрибәбеҙ етмәй. Шул саҡта ярҙамға мохтаж булыуыбыҙҙы таныу мөһим. Әгәр баҫалҡы һәм тыйнаҡ булмаһаҡ, Йәһүә беҙгә ярҙам итә алмаясаҡ. Изге Яҙманан уҡығандарыбыҙ бушҡа ғына булыр (Миҡ. 6:8; 1 Пет. 5:5). Әммә беҙҙә был сифаттар булһа, Йәһүәнең кәңәштәрен иғтибар менән тыңлап, уларҙы шунда уҡ ҡулланырбыҙ.
5. Нимә арҡаһында Дауыт ғорурланып китә алған?
5 Дауыт батшаның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Ҡаҙаныштары арҡаһында ул ғорурланып китә алған. Батша булып киткәнсе ул танылған музыкант булған — уны хатта батша алдында арфала уйнарға саҡырғандар (1 Шам. 16:18, 19). Йәһүә, Дауытты батша итеп майлаған көндән алып, уға изге рухы менән ярҙам итеп торған (1 Шам. 16:11—13). Халыҡ уның дошмандарҙы еңеүе менән, шул иҫәптән Ғәлиәф әзмәүерҙе һәләк итеүе менән һоҡланған (1 Шам. 17:37, 50; 18:7). Дауыт ғорур кеше булһа, мин шундай уңыштарға өлгәшкәс, бер кемдең дә кәңәшенә мохтаж түгелмен, тип уйлай алыр ине. Ләкин Дауыт баҫалҡы булған.
6. Дауыттың кәңәштәрҙе ҡәҙерләгәне нимәнән күренә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
6 Дауыт, батша булып киткәс, аҡыллы кәңәш биреүселәр менән аралашып торған (1 Йыл. 27:32—34). Быға аптырайһы юҡ, сөнки Дауыттың тормошо яҡшы кәңәштәрҙе ҡәҙерләгәнен күрһәтә. Ул ир-аттарҙың кәңәшен генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, мәҫәлән, Әбиғиәнең дә кәңәшен тыңлаған. Әбиғиәнең ире Набал тупаҫ, игелекһеҙ һәм үҙен генә яратҡан кеше булған. Дауыт, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Әбиғиәнең кәңәшен ҡабул иткән. Был уны ҡот осҡос хаталарҙан яҡлап ҡалған (1 Шам. 25:2, 3, 21—25, 32—34).
Дауыт батша, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Әбиғиәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалған. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)
7. Беҙ Дауыттан нимәгә өйрәнәбеҙ? (Вәғәзсе 4:13). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
7 Шулай итеп беҙ Дауыттан нимәгә өйрәнәбеҙ? Бәлки, беҙ нимәнелер яҡшы беләбеҙҙер йә бер ни тиклем хакимлыҡҡа эйәбеҙҙер. Хатта шул саҡта ла, беҙ бөтә нәмәне беләбеҙ һәм бер кемдең дә кәңәшенә мохтаж түгелбеҙ, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ. Бынан тыш, кәңәш яҡшы булһа, уны кем биреүенә ҡарамаҫтан, ҡабул итергә әҙер булайыҡ. (Вәғәзсе 4:13-тө уҡығыҙ.) Шул саҡта беҙгә йә башҡаларға зыян килтергән етди хаталарҙы ҡылмаҫбыҙ.
Яҡшы кәңәште кем генә бирмәһен, уға ҡолаҡ һалыу мөһим. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)c
КЕМ МИҢӘ ЯҠШЫ КӘҢӘШ БИРӘ АЛА?
8. Ни өсөн Йонафан Дауытҡа яҡшы кәңәш бирә алған?
8 Бына тағы бер һабаҡ. Дауыт Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттә булған кешеләрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалған. Шулай уҡ уның ауырлыҡтарын аңлаған кешеләрҙән кәңәш ишетеү уның өсөн мөһим булған. Мәҫәлән, Дауыт Шаул менән татыулыҡ урынлаштырырға теләгәндә, ярҙам һорап уның улы Йонафанға мөрәжәғәт иткән. Ни өсөн Йонафан уға яҡшы кәңәш бирә алған? Ул Йәһүә менән яҡын дуҫ булған һәм Шаулды ла яҡшы белгән (1 Шам. 20:9—13).
9. Кем беҙгә яҡшы кәңәш бирә ала? Миҫал килтерегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20).
9 Беҙгә кәңәш кәрәк булһа, Йәһүә менән дуҫлығы ныҡ булған һәм һорауыбыҙҙы хәл итергә тәжрибәһе булған кеше менән кәңәшләшеү яҡшы булыр инеa. (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, бер ир ҡәрҙәш үҙенә пар килгән ҡатын эҙләй, ти. Уға кем яҡшы кәңәш бирә алыр? Кәңәше Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булһа, уға хатта никахта тормаған кеше лә яҡшы кәңәш бирә ала. Әммә был ир ҡәрҙәште яҡшы белгән һәм үҙҙәре лә никахта бәхетле булған пар уға, моғайын, тағы ла яҡшыраҡ кәңәш бирә алыр.
10. Артабан беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?
10 Шулай итеп, беҙгә ниндәй сифаттар кәрәклеге һәм кем менән кәңәшләшеү яҡшыраҡ булыуы тураһында ҡарап сыҡтыҡ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ни өсөн кәңәштәрҙе ҡабул итергә әҙер булырға кәрәклеген һәм башҡаларҙан беҙҙең өсөн ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорарғамы-юҡмы икәнен беләйек.
КӘҢӘШТӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕРГӘ ӘҘЕР БУЛЫУЫМДЫ НИСЕК КҮРҺӘТЕРГӘ?
11, 12. а) Беҙгә нимәнән һаҡ булырға кәрәк? б) Мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда Рихәбәм нисек эш иткән?
11 Ҡайһы саҡта кеше кәңәш һорай кеүек, ә ысынында ул инде ҡарар ҡабул иткән һәм башҡаларҙан үҙенең хаҡ булыуы хаҡында ғына ишетергә теләй. Ул үҙенең фекеренә ҡаршы килгән бер кәңәште лә ҡабул итмәй. Ундай кеше Рихәбәм батша эләккән хәлгә эләгә ала.
12 Сөләймән батша үлгәс, тәхеткә уның улы Рихәбәм ултырған. Сөләймән идара иткән саҡта кешеләр муллыҡта йәшәгән. Ләкин уларҙың һанауынса, батша уларҙы күп эшләргә мәжбүр иткән. Улар Рихәбәмгә килеп тормоштарын еңеләйтеүен һораған. Ул, уйлармын да, һуңыраҡ яуап бирермен, тигән. Тәүҙә ул атаһына хеҙмәт иткән аҡһаҡалдар менән кәңәшләшергә булған. Был аҙым дөрөҫ булған (1 Бат. 12:2—7). Ләкин Рихәбәм уларҙың кәңәшен кире ҡаҡҡан. Ни өсөн ул шулай эшләгән? Моғайын, ул инде ҡарар ҡабул иткәндер һәм аҡһаҡалдар уның менән ризалашыр тип өмөтләнгәндер. Ләкин ул теләгәнсә килеп сыҡмағас, ул үҙе менән бергә үҫкән дуҫтарына барған. Уларҙың кәңәше уның фекеренә тура килгән, шуға күңеленә ятышлы булған (1 Бат. 12:8—14). Рихәбәм халыҡҡа дуҫтары әйткән кәңәште еткергән. Һөҙөмтәлә был бүленешкә килтергән. Шул көндән алып, Рихәбәмдең тормошонда бик күп ауырлыҡтар булған (1 Бат. 12:16—19).
13. Башҡаларҙың кәңәшен ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы нисек аңларға?
13 Рихәбәмдең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? Кәңәш һорағас, беҙгә уны ҡабул итергә әҙер булырға кәрәк. Тимәк, беҙҙең алдан ҡабул иткән ҡарарыбыҙ булырға тейеш түгел. Башҡаларҙың кәңәшен ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы нисек аңларға? Үҙебеҙҙе тикшерер өсөн: «Һорап алған кәңәш минең көткәндәремә тура килмәһә, уны шунда уҡ кире ҡағаммы?» — тигән һорау биреп була.
14. Кәңәш алғанда беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ. (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
14 Әйҙәгеҙ, ошондай миҫал ҡарап сығайыҡ. Ир ҡәрҙәшебеҙгә аҡсалы эш тәҡдим иткәндәр, ти. Ҡарар ҡабул итер алдынан ул аҡһаҡал менән кәңәшләшә һәм был яңы эштең командировкалар менән бәйле булыуы тураһында әйтә. Аҡһаҡал уға Изге Яҙманан ғаиләһенең рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу — уның төп бурысы икәнен күрһәтә (Эфес. 6:4; 1 Тим. 5:8). Ир ҡәрҙәшебеҙ аҡһаҡалдың фекерҙәрен һанға һуҡмай һәм, үҙе көткәнде ишетергә теләп, башҡа ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшә башлай. Һеҙҙеңсә, был ир ҡәрҙәш кәңәш алырға әҙерме, әллә тик үҙенең хаҡ булыуына инанырға теләйме? Йөрәгебеҙҙең мәкерле булыуын бер ҡасан да онотмайыҡ (Йәр. 17:9). Ҡайһы саҡта беҙгә оҡшамаған кәңәш иң яҡшыһы булырға мөмкин.
Ысынында беҙ нимә эҙләйбеҙ? Кәңәштеме, әллә беҙ ишетергә теләгәнде әйткән кешенеме? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
НИ ӨСӨН БАШҠАЛАРҘЫҢ МИНЕҢ ӨСӨН ҠАРАР ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘРЕН ҺОРАРҒА КӘРӘКМӘЙ?
15. Беҙгә нимәнән һаҡ булырға кәрәк һәм ни өсөн?
15 Йәһүә һәр беребеҙҙең үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итеүен көтә. Бының өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы (Ғал. 6:4, 5). Аҡыллы кеше ҡарар ҡабул итер алдынан Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен тикшерә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшә. Беҙгә башҡаларҙың үҙебеҙ өсөн ҡарарҙар ҡабул итеүҙәрен һорарға ярамай. Был нисек мөмкин була ала? Ҡайһы берәүҙәр ҡәрҙәштән: «Минең урынымда булһаң, нисек эш итер инең?» — тип туранан-тура һорай. Ә кемдер анһатыраҡ эш итә: уйларға теләмәгәнгә ул башҡалар артынан ҡабатлай.
16. Боттарға ҡорбан ителгән ит тураһында әйткәндә, кәринттәр алдында ниндәй һорау торған һәм был һорауҙы кем хәл итергә тейеш булған? (1 Кәринттәргә 8:7; 10:25, 26).
16 Әйҙәгеҙ, б. э. I быуатында Кәринт ҡалаһында булған хәлде ҡарап сығайыҡ. Һәр мәсихсе алдында боттарға ҡорбан ителгән итте ашарға яраймы-юҡмы тигән һорау торған. Пауыл шул мәсихселәргә: «Берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ», — тип яҙған (1 Кәр. 8:4). Ҡайһы бер мәсихселәр шундай итте һатып алған һәм рәхәтләнеп ашаған. Ә ҡайһы берҙәренә быны эшләргә выждандары рөхсәт итмәгән. (1 Кәринттәргә 8:7; 10:25, 26-ны уҡығыҙ.) Һәр бер мәсихсе нисек эш итергә үҙе хәл иткән. Пауыл кәринттәрҙең башҡалар өсөн ҡарар ҡабул итеүҙәрен теләмәгән. Шулай уҡ уларҙың башҡалар артынан ҡабатлауҙарын да теләмәгән, сөнки «һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ» (Рим. 14:10—12).
17. Башҡалар артынан ҡабатлау нимәгә килтерергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
17 Беҙҙең менән дә шундай хәл була аламы? Эйе. Мәҫәлән, һәр мәсихсегә дауаланыуҙа ҡандың берәй фракцияһына ризалашырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәкb. Хатта был тема ҡатмарлы булһа ла, уға төшөнөү мөһим. Һаулығыбыҙға бәйле ҡарарҙар өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы (Рим. 14:4). Башҡалар артынан ҡабатлаһаҡ, бер ҡасан да зирәк булып китә алмаҫбыҙ. Беҙ Изге Яҙманан күрһәтмәләр эҙләп үҙебеҙ ҡарар ҡабул итһәк, аңыбыҙҙы күнектерәбеҙ һәм зирәклек туплайбыҙ (Евр. 5:14). Ләкин мәсихсе ентекләп тикшереүҙәр үткәргәндән һуң да Изге Яҙмалағы принциптарҙы үҙ осрағында нисек ҡулланырға икәнен аңламаһа, нимә эшләргә? Шул саҡта ул етлеккән ҡәрҙәштәрҙән ярҙам һорай ала.
Үҙебеҙ ентекләп тикшереүҙәр үткәргәс кенә, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеү аҡыллы булыр. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)
КӘҢӘШ ЭҘЛӘҮҘӘН ТУҠТАМАҒЫҘ
18. Йәһүә беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта?
18 Йәһүә һәр беребеҙгә ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген биргән. Шулай итеп ул беҙгә ышаныуын күрһәтә. Ул үҙенең Һүҙен, Изге Яҙманы, бүләк иткән. Шулай уҡ Аллабыҙ беҙгә Изге Яҙмалағы принциптарҙы яҡшы белгән аҡыллы дуҫтар биргән. Күреүебеҙсә, күктәге Атайыбыҙ беҙҙе ярата һәм беҙҙең хаҡта ҡайғырта (Ғиб. һүҙ. 3:21—23). Беҙ уға рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ?
19. Беҙ Йәһүәне нисек шатландыра алабыҙ?
19 Атай-әсәй, балаларының үҫеүен һәм уларҙың Алланың аҡыллы хеҙмәтселәре булып китеүен күреп, бик ҡыуана. Шуның кеүек, Йәһүә лә беҙҙең рухи үҫешебеҙҙе күреп бик шатлана. Беҙ башҡалар менән кәңәшләшкәндә һәм уны яратыуыбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ул бик һөйөнә.
127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
a Ҡайһы саҡта мәсихселәргә аҡсаға, медицинаға бәйле йә башҡа һорауҙар хаҡында белгән кеше менән, ул Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булмаһа ла, кәңәшләшеү аҡыллы булыр.
b «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 39-сы дәресендә 5-се пунктты һәм «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамканы ҡарағыҙ.
c РӘСЕМДӘ. Бер ир ҡәрҙәш икенсеһенә аҡһаҡалдар осрашыуында үҙен дөрөҫ тотмағаны тураһында әйтә һәм уға кәңәш бирә.