Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 июль 14—19 бб.
  • Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙән яңы һабаҡтар алығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙән яңы һабаҡтар алығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ — БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮСЕ
  • НИ ӨСӨН АЛЛА ҒАЗАПТАРҒА ЮЛ ҠУЯ?
  • БЕҘ ҺУҢҒЫ КӨНДӘРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ИҪКӘ ТӨШӨРӨҮҘӘРЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Дөрөҫлөктө ялғандан айыра белегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Мөхәббәт һеҙҙе артабан да вәғәзләргә дәртләндерһен!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 июль 14—19 бб.

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

97-СЕ ЙЫР Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙән яңы һабаҡтар алығыҙ

«Яҙғандарымдың барыһын белһәгеҙ ҙә һәм үҙегеҙҙә булған хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, быларҙы һәр ваҡыт иҫегеҙгә төшөрөп торорға йыйынам» (2 ПЕТ. 1:12).

ТӨП ФЕКЕР

Күп йылдар элек белгән төп хәҡиҡәттәрҙән нисек яңы һабаҡтар табырға?

1. Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр тормошобоҙҙо нисек үҙгәртте?

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ төп хәҡиҡәттәр беҙҙең тормошобоҙҙо үҙгәртте. Мәҫәлән, Алланың исеме Йәһүә икәнен белгәс, беҙ уның менән дуҫлыҡ үҫтерә башланыҡ (Ишағ. 42:8). Шулай уҡ ғәзиз яҡындарыбыҙҙың бүтән ғазап сикмәгәнен аңлау беҙҙең өсөн йыуаныс булып тора (Вәғ. 9:10). Ә ерҙең ожмахҡа әйләнәсәген аңлағас, киләсәк тураһында бүтән борсолмайбыҙ. Беҙҙең 70 йә 80 йыл ғына түгел, ә мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар (Зәб. 36:29; 89:10).

2. 2 Петер 1:12, 13-тән күренеүенсә, ни өсөн хатта рухи яҡтан етлеккән мәсихселәргә лә Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр тураһында уйланыу файҙалы?

2 Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр ваҡыт үтеү менән беҙҙең өсөн ғәҙәти нәмә булып китергә мөмкин. Әммә шулай булмаһын өсөн, бына нимә тураһында уйланып алайыҡ. Илсе Петер үҙенең икенсе хатын хәҡиҡәттә инде ныҡ торған мәсихселәргә яҙған. (2 Петер 1:12, 13-тө уҡығыҙ.) Петер уларҙың етди ҡурҡыныстар менән осрашасағын, мәҫәлән, ялған өйрәтеүселәрҙең һәм йыйылыштағы башҡа хәйләкәр кешеләрҙең уларҙың иманын ҡаҡшатырға тырышасағын белгән (2 Пет. 2:1—3). Ҡәрҙәштәр шундай насар йоғонтоға ҡаршы тора алһын өсөн, Петер уларҙы нығытырға теләгән. Шуға улар инде белгән хәҡиҡәттәрҙе иҫтәренә төшөргән. Бының тураһында уйланыу мәсихселәргә ахырға тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам иткән.

3. Ни өсөн бөтә мәсихселәргә лә Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр тураһында уйланырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

3 Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр менән инде күп йылдар таныш булыу уларҙан яңы һабаҡтар алып булмай тигәнде аңлатмай. Миҫал килтерәйек. Бер төрлө ризыҡты тәжрибәле ашнаҡсыға һәм яңы ғына эшләй башлаған ашнаҡсыға бирһәк, нимә була? Тәжрибәле ашнаҡсы, әлбиттә, һәр ризыҡтың тәмен белә һәм тәмле итеп аш әҙерләй ала. Йәһүәнең хеҙмәтселәре тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Уға күптән хеҙмәт иткәндәр һәм әле генә Изге Яҙманы өйрәнә башлағандар Алла Һүҙендәге төп хәҡиҡәттәргә төрлөсә ҡарарға мөмкин. Моғайын, һыуға сумдырылғандан һуң шарттарығыҙ йә ойошмалағы йөкләмәләрегеҙ үҙгәргәндер. Әгәр һеҙ әлеге шарттарығыҙҙа күптән белгән төп хәҡиҡәттәр тураһында уйланһағыҙ, үҙегеҙ өсөн яңы файҙалы һабаҡтар табырһығыҙ. Әйҙәгеҙ, шундай өс хәҡиҡәтте ҡарап сығайыҡ һәм улар етлеккән мәсихселәргә ниндәй файҙа килтерә алғанын беләйек.

ЙӘҺҮӘ — БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮСЕ

4. Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе икәнен белеү тормошобоҙҙо нисек үҙгәртте?

4 Изге Яҙмала: «Бөтә нәмәнең төҙөүсеһе — Алла», — тип әйтелә (Евр. 3:4). Сикһеҙ ҡөҙрәтле һәм зирәк Барлыҡҡа килтереүсебеҙ ерҙе һәм ундағы бөтә тереклекте барлыҡҡа килтергән. Беҙҙе лә барлыҡҡа килтергәнгә, ул беҙҙең турала барыһын белә. Ә иң мөһиме, ул беҙҙе ярата һәм беҙҙе нисек бәхетле итергә икәнен белә. Изге Яҙмалағы был ябай ғына хәҡиҡәт тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртте һәм мәғәнәле итте.

5. Беҙгә баҫалҡы булырға нимә ярҙам итер? (Ишағыя 45:9—12).

5 Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе булыуын иҫтә тотоу баҫалҡы булып ҡалырға ярҙам итә. Мәҫәлән, Әйүп иғтибарын үҙенә генә туплағанда һәм үҙен Алланан тәҡүәлерәк тип һанағанда, Йәһүә уға бер нисә һорау биргән (Әйүп 38:1—4). Был Әйүпкә Йәһүәнең ҡөҙрәтле Барлыҡҡа килтереүсе булыуын һәм һәр ваҡытта ла дөрөҫ эш итеүен иҫенә төшөргән. Бер кем дә үҙен Алланан аҡыллыраҡ тип һанарға тейеш түгел. Ишағыя пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре бына нисек быны иҫбатлай: «Көршәксегә балсыҡ: „Һин нимә яһайһың?“ — тип әйтерме?». (Ишағыя 45:9—12-не уҡығыҙ.)

6. Айырыуса ҡасан Йәһүәнең зирәклеге һәм бөйөклөгө тураһында уйланыу мөһим? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

6 Күп йылдар тәжрибә йыйған мәсихсе, Йәһүәгә һәм уның Һүҙенә ышаныр урынына, күберәк үҙ фекеренә таяна башларға мөмкин (Әйүп 37:23, 24). Йәһүәнең сағыштырғыһыҙ зирәклеге һәм бөйөклөгө тураһында тәрән уйланыу уға нисек тәьҫир итер? (Ишағ. 40:22; 55:8, 9). Изге Яҙмалағы был хәҡиҡәт уға баҫалҡы булып ҡалырға ярҙам итер. Фекерҙәребеҙ Йәһүәнең зирәклеге алдында бер ни тормай икәнен таныһаҡ, уларҙы сиктән тыш мөһим тип һанамаҫбыҙ.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) аҡһаҡалдар осрашыуында бер ир ҡәрҙәш нимәлер тәҡдим итә, әммә башҡалары уның менән ризалашып бармай; 2) һуңыраҡ шул уҡ аҡһаҡал йондоҙло күккә ҡарап уйлана.

Беҙҙең фекерҙәребеҙ иң дөрөҫө тип һанамаҫҡа нимә ярҙам итер? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)d


7. Рахела ҡәрҙәшкә ойошманан алған яңы күрһәтмәләрҙе ҡабул итергә нимә ярҙам иткән?

7 Словенияла йәшәгән Рахе́ланың осрағын ҡарап сығайыҡ. Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе булыуы тураһында уйланыу уға ойошмалағы үҙгәрештәргә дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. Ул былай тип һөйләй: «Ҡайһы саҡта миңә ҡәрҙәштәрҙең ҡарарҙары менән ризалашыу еңел түгел. Мәҫәлән, 2023 йылда сыҡҡан Етәксе кәңәшмәнең 8-се мөрәжәғәтенә иғтибар иткем килә. Әлбиттә, мин уны ҡараным. Әммә йыйылышта һаҡаллы ҡәрҙәште сәхнәлә күргәс, шаҡ ҡаттым. Шуға күрә мин, Йәһүәгә был үҙгәрешкә өйрәнеп китергә ярҙам ит, тип доға ҡылдым». Рахела шуны аңлаған: Йәһүә, күктең һәм ерҙең Барлыҡҡа килтереүсеһе булараҡ, үҙ ойошмаһын нисек һәм ҡайһы яҡҡа йүнәлтергә кәрәклеген яҡшы белә. Һеҙгә лә яңы аңлауҙы йә яңы күрһәтмәләрҙе ҡабул итеүе ауыр булһа, Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең бөйөк зирәклеге һәм көсө тураһында уйланығыҙ (Рим. 11:33—36).

НИ ӨСӨН АЛЛА ҒАЗАПТАРҒА ЮЛ ҠУЯ?

8. Ғазаптарҙың сәбәбен белеү беҙгә нисек ярҙам итә?

8 Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя? Ҡайһы берәүҙәр был һорауға яуап тапмағанға, Аллаға асыулана йә уның барлығына ышанысын юғалта (Ғиб. һүҙ. 19:3). Әммә, белеүебеҙсә, кешеләр Алла уларға яза биргәнгә түгел, ә мираҫ итеп алған гонаһ арҡаһында ғазап сигә. Шулай уҡ Йәһүә түҙемле булғанға, был яуыз донъяны һаман да юҡ итмәй. Бының ярҙамында миллионлаған кеше уның дуҫы булып китә һәм ғазаптарҙың юҡ ителеүен үҙ күҙҙәре менән күрә ала (2 Пет. 3:9, 15). Был хәҡиҡәттәр беҙҙе йыуата һәм Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра.

9. Айырыуса ниндәй осраҡтарҙа ғазаптарҙың сәбәбен иҫтә тотоу мөһим?

9 Беҙгә Йәһүәнең бөтә проблемаларыбыҙҙы юҡ итәсәк ваҡытты сабырлыҡ менән көтөргә кәрәк. Әммә берәй ғәзиз кешебеҙ үлеп китһә, яҡын туғандарыбыҙ йә беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, ни өсөн Йәһүә быға юл ҡуя икән, тип аптырауыбыҙ бар (Аб. 1:2, 3). Шундай хистәр тыуған саҡта ғазаптарҙың сәбәбен иҫтә тотоу мөһим (Зәб. 33:20)a. Шулай уҡ Йәһүә вәғәҙә иткән киләсәк тураһында ла уйланырға кәрәк. Ул беҙҙе киләсәктә ғазаптарҙың бер ҡасан да булмаясағына ышандыра.

10. Энн ҡыҙ ҡәрҙәшкә ҡайғыһын кисерергә нимә ярҙам итә?

10 Ғазаптарҙың сәбәбен белеү беҙгә хатта иң ҡурҡыныс бәлә-ҡазаларҙы кисереп сығырға ярҙам итә. Һинд океанындағы Майо́тта утрауында йәшәгән Энн ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ бына нимә тип һөйләй: «Бер нисә йыл элек минең әсәйем үлеп китте. Ул ваҡытта миңә бик ауыр булды. Ләкин уның үлеүендә Йәһүәнең ғәйебе юҡ икәнен мин һәр ваҡыт иҫемә төшөрөп торҙом. Киреһенсә, ул бер кемдең дә ғазап сигеүен теләмәй. Ул үлгән яҡындарыбыҙҙы терелтергә вәғәҙә итә. Ошо хәҡиҡәттәр тураһында уйланыу йөрәгемә иҫ киткес тыныслыҡ бирә».

11. Ғазаптарҙың сәбәбен белеү нисек беҙҙе вәғәзләргә дәртләндерә?

11 Ғазаптарҙың сәбәбен белеү беҙҙе вәғәзләргә дәртләндерә. Илсе Петер үҙ хатында Йәһүәнең сабырлығы тәүбә иткәндәргә ҡотолоу килтерәсәге тураһында аңлатҡан. Ә артабан ул мәсихселәрҙән нимә көтөлгәне тураһында яҙған: «Үҙегеҙҙең ниндәй кешеләр булырға тейешлегегеҙ тураһында уйлағыҙ. Тәртибегеҙ — изге булырға, эштәрегеҙ Аллаға бирелгәнлегегеҙҙе күрһәтергә тейеш» (2 Пет. 3:11). Ундай эштәрҙең береһе — вәғәзләү. Күктәге Атайыбыҙ кеүек, беҙ ҙә кешеләрҙе яратабыҙ һәм уларҙың яңы донъяла йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Йәһүә, сабырлыҡ күрһәтеп, кешеләргә уның хеҙмәтсеһе булып китергә мөмкинлек бирә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: һеҙ Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ һәм, ахыр килгәнсе, мөмкин тиклем күберәк кешегә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итәһегеҙ! (1 Кәр. 3:9).

БЕҘ ҺУҢҒЫ КӨНДӘРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ

12. «Ахрызаман» тураһындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеше беҙҙе нимәгә инандыра?

12 Изге Яҙмала «ахрызаман» ваҡытында кешеләрҙең ниндәй булыуы теүәл һүрәтләнә (2 Тим. 3:1—5). Тирә-яҡҡа ҡараһаҡ, был пәйғәмбәрлектең үтәлеүен асыҡ күрәбеҙ. Бөгөн кешеләр насарайғандан-насарая бара. Был Алла Һүҙенә ышанып булғанына тағы ла нығыраҡ инандыра (2 Тим. 3:13—15).

13. Үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар биреү яҡшы булыр ине? (Лука 12:15—21).

13 Һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе иҫтә тотһаҡ, иң мөһим нәмәләргә иғтибарыбыҙҙы туплау еңелерәк булыр. Ғайса Лука 12:15—21-ҙә (уҡығыҙ) яҙылған ғибрәтле хикәйәһендә тап ошоға иғтибар иткән. Ни өсөн бында бай кеше «аҡылһыҙ» тип атала? Уның байлығы күп булғанға түгел, ә ваҡытын кәрәк булмаған нәмәләргә сарыф иткәнгә. Ул «Алла алдында бай булырға» тырышмаған, ә байлыҡты үҙе өсөн йыйған. Эйе, уға йәшәргә бик аҙ ҡалған, шуға ҙур пландар төҙөү аҡылһыҙ булған. Алла уға: «Ошо төндә һинең ғүмереңде өҙөрҙәр», — тигән. Был хикәйә беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы? Был яуыз донъя оҙаҡламай юҡ ителәсәк. Шуға үҙебеҙгә ошондай һорауҙар биреү яҡшы булыр ине: «Минең маҡсаттарым ниндәй? Мин иғтибарымды ысынлап та мөһим нәмәләргә туплайыммы? Балаларымды нимәгә дәртләндерәм һәм уларға ниндәй маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итәм? Минең ваҡытым, көсөм, аҡсам нимәгә китә: күктә байлыҡ йыйыр өсөнмө, әллә рәхәтләнеп йәшәр өсөнмө?»

14. Һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙ тураһында уйланыу ни өсөн файҙалы?

14 Һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе аңлау беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала. Ми́ки ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ менән тап шулай булған да. Ул былай тип һөйләй: «Мин хайуандарҙы яратам. Шуға мәктәпте тамамлағандан һуң университетҡа — зоология факультетына инергә теләнем. Әммә минең шулай уҡ даими пионер булып хеҙмәт итергә һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә маҡсатым бар ине. Рухи яҡтан етлеккән дуҫтарым, башым менән карьераға сумһам, рухи маҡсаттарға ирешә алырмынмы тигән һорау өҫтөндә уйланырға дәртләндерҙе. Улар был донъяның оҙаҡламай юҡ ителәсәген иҫемә төшөрҙө. Дуҫтарым шулай уҡ яңы донъяла төрлө хайуандар тураһында күпте белергә етерлек ваҡытым буласағы хаҡында ла әйтте. Шуға мин юғары белем алмаҫҡа булдым, ә бының урынына ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үттем. Шунан һуң мин даими пионер булып хеҙмәт итергә мөмкинлек биргән эш таба алдым. Һөҙөмтәлә мин вәғәзселәргә ҙур ихтыяж булған илгә — Эквадорға күсендем». Хәҙер улар ире менән был илдә район хеҙмәтендә ҡатнаша.

15. Һөйөнөслө хәбәрҙе шунда уҡ ҡабул итмәһәләр, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәй? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе шунда уҡ ҡабул итмәһә, бойоғорға кәрәкмәй. Улар үҙгәрергә мөмкин. Ғайсаның ҡустыһы Яҡуп тураһында уйланып алайыҡ. Ул Ғайса менән бергә үҫкән, уның мөғжизәләр ҡылғанын һәм пәйғәмбәрлектәрҙең Ғайсала нисек үтәлгәнен дә күргән. Өҫтәүенә, Ғайсаға тиң бер ниндәй ҙә уҡытыусы юҡ икәненә иғтибар иткән. Шулай булһа ла, ул шунда уҡ уның шәкерте булып китмәгән, ә Ғайса үленән терелгәс кенә уның артынан эйәргән. Ә аҙаҡтан ул ашҡынып торған мәсихсе булған!b (Яхъя 7:5; Ғал. 2:9). Шуға күрә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәргә әлегә битараф булған туғандарығыҙ бер ваҡытта ла үҙгәрмәҫ тип уйламағыҙ. Шулай уҡ элек һеҙҙе тыңларға теләмәгән кешеләргә барыуҙан туҡтамағыҙ. Был һуңғы көндәрҙә вәғәз эше элеккегә ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Бөгөн кешеләргә әйткән һүҙҙәребеҙ киләсәктә уларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала ала. Бөйөк афәт башланған саҡта һүҙҙәребеҙҙе иҫкә төшөрһәләр, уларҙың, бәлки, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге булырc.

Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ шәхси өйрәнеү үткәрә һәм Йәһүә шаһиты булмаған апаһына шылтыратырға була. Тегеһе бәләкәй ҡыҙы менән магазинға ризыҡ һатып алырға килгән.

Туғандарыбыҙ әлегә һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итмәһә лә, беҙгә бирешмәҫкә нимә ярҙам итер? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)e


ЙӘҺҮӘНЕҢ ИҪКӘ ТӨШӨРӨҮҘӘРЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

16. Ни өсөн бөтәбеҙгә лә Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе ҡабатлау файҙалы? («Өйрәтер өсөн яҡшы ҡоралдар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

16 Йәһүәнең ойошмаһы беҙгә күп төрлө рухи ризыҡ әҙерләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүә шаһиты булмағандарға тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, йыйылышта яңғыраған асыҡ телмәрҙәр, jw.org сайтындағы ҡайһы бер мәҡәләләр һәм видеояҙмалар, шулай уҡ таратыр өсөн баҫмалар. Был материалдарҙа ҡаралған хәҡиҡәттәр беҙгә таныш булһа ла, уларҙы яңынан ҡарап сығыу бик файҙалы. Улар беҙгә Йәһүәне нығыраҡ яратырға, уның Һүҙенә тағы ла күберәк ышанырға һәм өйрәтеү һәләтебеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итә (Зәб. 18:8).

Өйрәтер өсөн яҡшы ҡоралдар

Ҡайһы бер мәҡәләләр, видеояҙмалар һәм телмәрҙәр Изге Яҙманы күптән түгел генә өйрәнә башлағандар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡаларға ярҙам итер өсөн был материалдарҙы нисек ҡулланып булғаны хаҡында уйланығыҙ. Үҙегеҙҙән былай тип һорап була:

  • «Телмәр һөйләүсе тыңлаусыны инандырыр өсөн ниндәй дәлилдәр ҡуллана?»

  • «Башҡаларҙы өйрәткәндә ниндәй миҫалды ҡуллана алам?»

  • «Кемгә был тема ҡыҙыҡ булыр ине һәм ҡасан беҙ уны ҡарап сыға алыр инек?»

17. Ниндәй осраҡтарҙа Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр тураһында уйланыу мөһим?

17 Беҙ Изге Яҙмалағы һәр яңы аңлатыуға шатланабыҙ. Ләкин беҙҙе Йәһүәгә яҡынлаштырған беренсе төп хәҡиҡәттәрҙе лә ҡәҙерләйбеҙ. Ойошманан күрһәтмәләр алғанда беҙҙең фекеребеҙ яҡшыраҡ тип уйлаһаҡ, был ойошма менән бөйөк һәм зирәк Барлыҡҡа килтереүсе етәкселек иткәнен иҫкә төшөрөп тороу мөһим. Яҡын туғандарыбыҙ йә үҙебеҙ берәй һынау аша үткәндә, түҙемле булырға һәм Йәһүәнең ғазаптарға ни өсөн юл ҡуйғаны тураһында уйланырға кәрәк. Ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм аҡсабыҙҙы нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында ҡарар иткәндә, һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе онотмайыҡ һәм иң мөһим нәмәләр менән мәшғүл булайыҡ. Әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәнең иҫкә төшөрөүҙәрен ҡәҙерләйек, улар бит беҙҙе зирәк итә һәм Аллабыҙға тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итә.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ОШО ТӨП ХӘҠИҠӘТТӘРҘӘН НИНДӘЙ ҒӘМӘЛИ ҺАБАҠТАР ТАБЫП БУЛА?

  • Йәһүә — Барлыҡҡа килтереүсе

  • Алланың ғазаптарға юл ҡуйыуына сәбәптәре бар

  • Беҙ «ахрызаман» ваҡытында йәшәйбеҙ

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

a «Күҙәтеү манараһы» 2007 йылдың 1 февраль сығарылышында 12—16-сы биттәрҙә «Тиҙҙән бар ғазаптар юҡ буласаҡ!» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

b «Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ» тигән брошюрала 8-се дәресте ҡарағыҙ.

c «Күҙәтеү манараһы» 2024 йылдың май айының сығарылышында 8—13-сө биттәрҙә «Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Осрашыуҙа бер ир ҡәрҙәш үҙ фекере менән бүлешә, әммә башҡалары уның менән ризалашмай. Һуңыраҡ ҡәрҙәшебеҙ, йондоҙло күккә ҡарап, Барлыҡҡа килтереүсенең зирәклеге һәм бөйөклөгө тураһында уйлана. Йәһүәнең ихтыяры уның теләгенән күпкә мөһимерәк икәнен ул аңлай.

e ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ шәхси өйрәнеү ваҡытында һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе иҫбатлаған дәлилдәрҙе тикшерә. Ул, Йәһүә шаһиты булмаған апаһына шылтыратып, уҡығандары хаҡында һөйләй.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу