Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 июль 20—25 бб.
  • Ҡәнәғәт булырға нисек өйрәнергә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡәнәғәт булырға нисек өйрәнергә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ
  • БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ВӘҒӘҘӘЛӘРЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ
  • ЙӘҺҮӘНӘН «ҠУРҠҠАНДАР МОХТАЖЛЫҠ КҮРМӘҪ»
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Дөрөҫлөктө ялғандан айыра белегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 июль 20—25 бб.

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

Ҡәнәғәт булырға нисек өйрәнергә?

«Мин һәр төрлө шарттарҙа ҡәнәғәт булырға өйрәндем» (ФЛП. 4:11).

ТӨП ФЕКЕР

Баҫалҡы, рәхмәтле булыу һәм Йәһүәнең вәғәҙәләре тураһында уйланыу ҡәнәғәт булырға нисек ярҙам итер?

1. Ҡәнәғәт булыу нимәне аңлата һәм нимәне аңлатмай?

ҺЕҘ үҙегеҙҙе бәхетле, тормошона ҡәнәғәт булған кеше тип атай алаһығыҙмы? Ундай кеше Йәһүәгә барыһы өсөн дә рәхмәтле, шуға күрә уның йөрәгендә шатлыҡ һәм тыныслыҡ. Ул булмаған нәмәләр арҡаһында борсолмай һәм асыуланмай. Шул уҡ ваҡытта ҡәнәғәт булыу маҡсатһыҙ йәшәү тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, Изге Яҙма мәсихселәрҙе Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә дәртләндерә (Рим. 12:1; 1 Тим. 3:1). Ләкин ҡәнәғәт кеше теләгән билдәләнеүҙе шунда уҡ алмаһа ла, шатлығын юғалтмай.

2. Ҡәнәғәтһеҙлек ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкин?

2 Ҡәнәғәтһеҙлек аяныс эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, ҡәнәғәтһеҙ кешеләр үҙҙәренә әллә ни кәрәк булмаған әйберҙәр һатып алыр өсөн көнө-төнө эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәсихселәр, ҡомһоҙлоҡҡа бирелеп, хатта урлай башлаған. Бәлки, улар былай тип уйлағандыр: «Мин быға лайыҡмын», «Миңә был хәҙер бик кәрәк» йә «Мин һуңыраҡ был аҡсаны ҡайтарырмын». Әммә урлашыуҙың һәр төрө лә Алланы бик көйөндөрә һәм хурлай (Ғиб. һүҙ. 30:9). Ә кемдер ойошмала теләгән билдәләнеүҙе алмағанға, шул тиклем бойоҡҡан, хатта Йәһүәне ҡалдырған (Ғал. 6:9). Нимә арҡаһында шулай килеп сыҡҡан һуң? Күрәһең, ул үҙендә булғаны менән ҡәнәғәт булмаған.

3. Филипиҙарға 4:11, 12-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

3 Илсе Пауыл: «Һәр төрлө шарттарҙа ҡәнәғәт булырға өйрәндем», — тип әйткән. (Филипиҙарға 4:11, 12-не уҡығыҙ.) Был һүҙҙәрҙе яҙғанда ул өйҙә һаҡ аҫтында булған. Хатта шундай шарттарҙа ла Пауыл шатлығын юғалтмаған. Ул «ҡәнәғәт булыуҙың серенә төшөнгән». Тимәк, беҙ ҙә һәр төрлө шарттарҙа ҡәнәғәт булып ҡала алабыҙ. Әммә был үҙенән-үҙе килеп сығыр тип көтөргә кәрәкмәй. Беҙгә ҡәнәғәт булырға өйрәнергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

4. Рәхмәтле булыу беҙгә бәхетле һәм ҡәнәғәт булырға нисек ярҙам итә? (1 Тисалуникаларға 5:18).

4 Рәхмәтле кеше, ғәҙәттә, бәхетле һәм ҡәнәғәт. (1 Тисалуникаларға 5:18-ҙе уҡығыҙ.) Мәҫәлән, беҙ булғанына шөкөр итһәк, бик ныҡ теләгән әйберҙәр тураһында артыҡ борсолмаҫбыҙ. Ойошмалағы үҙ йөкләмәләребеҙҙе ҡәҙерләһәк, тиҙерәк яңыһын алыу тураһында түгел, ә булғандарын нисек яҡшыраҡ итеп башҡарып булғаны тураһында уйларбыҙ. Эйе, Изге Яҙма беҙҙе Йәһүәгә доғала рәхмәт белдерергә дәртләндерә. Рәхмәтле булһаҡ, йөрәгебеҙҙә «кеше аҡылы етмәҫтәй Алла тыныслығы» булыр (Флп. 4:6, 7).

5. Исраилдар Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булырға тейеш булған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Исраилдар менән нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Улар, Мысырҙағы ризыҡты һағынып, бер туҡтауһыҙ зарланған (Һан. 11:4—6). Әлбиттә, сүлдә йәшәү еңел булмаған. Әммә исраилдарға ҡәнәғәт булырға нимә ярҙам итә алған? Уларға Йәһүәнең үҙҙәре өсөн эшләгән күп эштәре тураһында уйланырға кәрәк булған. Мысырҙа улар ҡол булғандар, уларҙы кәмһеткәндәр һәм улар менән аяуһыҙ мөғәмәлә иткәндәр. Ләкин Йәһүә, мысырҙарға ун яза ебәреп, үҙ халҡын ҡотҡарған. Исраилдар Мысырҙан сыҡҡан саҡта уларҙың алтын-көмөш әйберҙәрен, кейем-һалымдарын һорап алған (Сығ. 12:35, 36). Шулай уҡ Ҡыҙыл диңгеҙ янында улар тоҙаҡҡа эләккән кеүек күренгәндә, Йәһүә мөғжизә ҡылып диңгеҙҙең һыуын уртаға бүлгән. Ә сүлдә йөрөгән саҡта Алла уларға көн һайын манна биреп торған. Улай булғас, исраилдар ни өсөн зарланған һуң? Ризыҡтары етмәгәнгә түгел, ә рәхмәтһеҙ булғанға.

Исраилдарҙың ҡайһы берҙәре Мусаға, манна биҙҙерҙе, тип зарлана, ә башҡалары уны йыйыуын дауам итә һәм булған хәлде ситтән күҙәтә.

Ни өсөн исраилдар үҙ тормошона ҡәнәғәт булмаған? (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6. Рәхмәтле булырға нимә ярҙам итә?

6 Рәхмәтле булырға нимә ярҙам итә? Беренсенән, тормошоғоҙҙа булған яҡшы нәмәләр тураһында көн һайын уйланығыҙ. Көндәлек дәфтәренә ике-өс фатиханы яҙып ҡуйырға була (Йәрәм. ил. 3:22, 23). Икенсенән, рәхмәтегеҙҙе һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ менән белдерегеҙ. Ә иң мөһиме, Йәһүәгә рәхмәттәр әйтегеҙ (Зәб. 74:2). Өсөнсөнән, рәхмәтле кешеләр менән дуҫлашығыҙ, сөнки рәхмәт хисе йоғошло. Ә ҡәнәғәтһеҙ кешеләр менән дуҫлашһағыҙ, улар кеүек булырһығыҙ (Ҡан. 1:26—28; 2 Тим. 3:1, 2, 5). Рәхмәт хисе менән тулған йөрәктә ҡәнәғәтһеҙлеккә һәм зарланыуға урын ҡалмаҫ.

7. Ачиға шатлығын ҡайтарырға нимә ярҙам иткән?

7 Индонезияла йәшәгән А́чи ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай тип һөйләй: «COVID-19 пандемияһы ваҡытында мин үҙ шарттарымды башҡаларҙыҡы менән сағыштыра башланым. Һөҙөмтәлә мин шатлығымды юғалттым» (Ғал. 6:4). Ачиға үҙ ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Мин Йәһүәнең көн һайын биргән бүләктәренә иғтибар итә башланым. Шулай уҡ мин Йәһүәнең ойошмаһында булғанға күрә ниндәй фатихаларға эйә булғаным тураһында уйландым. Шунан һуң мин Йәһүәгә рәхмәттәр әйттем. Был миңә ысындан да бәхетле һәм ҡәнәғәт булып китергә ярҙам итте». Әгәр һеҙҙе лә шундай кире уйҙар баҫа башлаһа, Ачи кеүек эшләп ҡарағыҙ.

БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ

8. Ни өсөн Барух төшөнкөлөккә бирелгән?

8 Бер тапҡыр Йәрәмиәнең сәркәтибе Барух төшөнкөлөккә бирелгән. Уның йөкләмәһе еңел булмаған: Йәрәмиә менән бергә улар рәхмәтһеҙ халыҡҡа дәһшәтле хөкөм хәбәрен еткерергә тейеш булған. Ләкин Барух иғтибарын Алла ихтыярына түгел, ә үҙ теләктәренә туплай башлаған. Йәрәмиә аша Йәһүә уға: «Һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама!» — тигән (Йәр. 45:3—5). Алла уға: «Бөгөнгө шарттарға ҡәнәғәт бул», — тип әйткәндәй булған. Барух Йәһүәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалған һәм Йәһүә менән дуҫлығын һаҡлап ҡала алған.

9. 1 Кәринттәргә 4:6, 7-лә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

9 Ҡайһы саҡта мәсихсе, билдәле бер йөкләмәне үтәр өсөн, мин башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ тура киләм, тип уйларға мөмкин. Бәлки, ул бик һәләтле, эшсән йә бай тәжрибәгә эйәлер. Әммә ул алырға теләгән йөкләмәне башҡаларға бирһәләр, уға төшөнкөлөккә бирелмәҫкә нимә ярҙам итер? Ул илсе Пауылдың 1 Кәринттәргә 4:6, 7-лә (уҡығыҙ) яҙған һүҙҙәре тураһында уйлана ала. Беҙҙең бөтә һәләттәребеҙ һәм алған вазифаларыбыҙ — Йәһүәнең бүләктәре. Йәһүә уларҙы беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ булғанға түгел, ә мәрхәмәт, йәғни сикһеҙ игелек күрһәткәнгә бирә (Рим. 12:3, 6; Эфес. 2:8, 9).

«Ҡәрҙәштәргә төрлө йөкләмәләр тапшырылған» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) ир ҡәрҙәшебеҙ ойошмабыҙҙың биналарын хеҙмәтләндерә, ул торбаларҙағы баҫымды тикшерә; 2) ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ район конгресында ишара телендә интервью бирә; 3) ир ҡәрҙәшебеҙ йыйылыш осрашыуында сығыш яһай.

Беҙҙең бөтә һәләттәребеҙ һәм алған вазифаларыбыҙ — Йәһүәнең бүләктәре. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)b


10. Баҫалҡылыҡ үҫтерергә нимә ярҙам итә?

10 Ғайсаның өлгөһө тураһында уйланыу беҙгә баҫалҡылыҡ үҫтерергә ярҙам итер. Уның үлеме алдынан нимә булғанына иғтибар итәйек. Ул үҙенең Алла Улы булыуын һәм уға ҙур хакимлыҡ бирелеүен белһә лә, шәкерттәренең аяҡтарын йыуған. Яхъя былай тип яҙған: «Ғайса, Атаның барыһын да үҙенең ҡулына биргәнен һәм үҙенең Алланан килеп, Аллаға барғанын белеп, өҫтәл артынан торҙо... Шунан ул тасҡа һыу һалып алды ла шәкерттәренең аяҡтарын йыуҙы» (Яхъя 13:3—5). Ғайса, мин шәкерттәремдең аяҡтарын түгел, ә улар минең аяғымды йыуырға тейеш, тип уйлай алған. Әммә ерҙә хеҙмәт иткәндә ул бер ҡасан да тормошона зарланмаған һәм, мин — Алла Улы, шуға ҙур йортҡа, күп аҡсаға һәм уңайлы шарттарға лайыҡмын, тип һанамаған (Лука 9:58). Баҫалҡы булғанға, Ғайса һәр ваҡыт ҡәнәғәт булған. Шулай итеп ул беҙгә камил үрнәк ҡалдырған (Яхъя 13:15).

11. Баҫалҡы булыу Деннисҡа бәхетле һәм ҡәнәғәт булып ҡалырға нисек ярҙам итә?

11 Нидерландта йәшәгән Де́ннис ҡәрҙәшебеҙ баҫалҡы булыуҙа Ғайсанан өлгө алырға тырыша. Әммә был уға еңел бирелмәй. Ул былай тип бүлешә: «Йыйылышта мин теләгән йөкләмәне башҡаларға бирһәләр, ҡайһы саҡта ғорурлыҡ һәм ҡәнәғәтһеҙлек тоям. Шундай саҡтарҙа мин баҫалҡылыҡ тураһында уҡыйым. JW Library® ҡушымтаһында «баҫалҡылыҡ» тигән тег яһаным һәм унда кәрәкле аяттарҙы яҙып ҡуйҙым. Шуға мин кәрәк саҡта уларҙы асып уҡый алам. Шулай уҡ телефоныма баҫалҡылыҡ тураһындағы бер нисә телмәрҙе күсереп алдым һәм йыш ҡына уларҙы тыңлайымa. Эштәрем үҙемде түгел, ә Йәһүәне данларға тейеш икәнен аңлайым. Үҙеңде сиктән тыш юғары баһаларға кәрәкмәй, сөнки Йәһүәнең бөйөк эштәренә индергән өлөшөбөҙ бәләкәй генә бит». Йыйылышта ҡәнәғәтһеҙлек тойһағыҙ, һеҙгә күберәк йөкләмә түгел, ә күберәк баҫалҡылыҡ кәрәктер. Был сифат һеҙгә Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытырға һәм бәхетле, ҡәнәғәт булырға ярҙам итер (Яҡ. 4:6, 8).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ВӘҒӘҘӘЛӘРЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ

12. Йәһүәнең ниндәй вәғәҙәләре беҙгә бәхетле һәм ҡәнәғәт булырға ярҙам итә? (Ишағыя 65:21—25).

12 Беҙгә бәхетле һәм ҡәнәғәт булырға тағы нимә ярҙам итә? Йәһүә вәғәҙә иткән иҫ киткес киләсәк тураһында уйланыу. Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабынан күренеүенсә, Алла тормошобоҙҙоң бик ауыр булыуын аңлай һәм шуға бөтә ауырлыҡтарҙы юҡ итергә вәғәҙә итә. (Ишағыя 65:21—25-те уҡығыҙ.) Һәр беребеҙҙең уңайлы һәм матур өйө, яратҡан эше һәм күп төрлө тәмле, файҙалы ризығы буласаҡ. Беҙ бер ҡасан да беҙҙең менән йә балаларыбыҙ менән берәй насар хәл булып ҡуйыр тип ҡурҡмаҫбыҙ (Ишағ. 32:17, 18; Йәз. 34:25). Йәһүә вәғәҙә иткәндәренең барыһын да үтәйәсәк. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ.

13. Киләсәккә өмөтөбөҙ тураһында уйланыу ауырлыҡтарҙы йырып сығырға нисек ярҙам итә?

13 Айырыуса бөгөн Йәһүәнең вәғәҙәләре тураһында йыш уйланыу мөһим. Беҙ бит «ахырызаман» ваҡытында йәшәйбеҙ, һәм тормош бик ауыр (2 Тим. 3:1). Йәһүә, беҙгә зирәклек һәм көс биреп, көн һайын нығытып тора (Зәб. 144:14). Шулай уҡ яңы донъяға өмөтөбөҙ ауырлыҡтар менән көрәшергә ярҙам итә. Бәлки, һеҙ ғаиләгеҙҙе тәьмин итер өсөн бик күп эшләйһегеҙҙер, ә аҡсағыҙ иң кәрәкле нәмәләргә саҡ-саҡ етәлер. Улай булғас, беҙгә йәшәр өсөн көн һайын көрәш алып барырға тура килерме? Юҡ! Йәһүә беҙгә кәрәкле нәмәләрҙең бөтәһен дә бирергә, ә ожмахта тағы ла күберәкте бирергә вәғәҙә итә (Зәб. 9:19; 71:12—14). Бәлки, һеҙ көн һайын ауыртыуҙан, депрессиянан йә башҡа ҡаты ауырыуҙан интегәһегеҙҙер. Бының барыһы ла мәңге ғазапланырбыҙ һәм сәләмәт булыуҙың нимә икәнен бер ҡасан да белмәҫбеҙ тигәнде аңлатамы? Юҡ. Алланың яңы донъяһында ауырыуҙар һәм үлем булмаясаҡ (Асыл. 21:3, 4). Был өмөт беҙгә шарттарыбыҙ арҡаһында ҡаты бәғерле булып китмәҫкә, ә бөгөн үк бәхетле булырға ярҙам итә. Хатта беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр ҙә, яҡындарыбыҙ үлһә лә йә башҡа бәләләргә дусар булһаҡ та, барыбер шатлыҡ һәм йән тыныслығы һаҡлап ҡала алабыҙ. Онотмайыҡ, ғазаптарыбыҙ «үтеп китә торған еңелсә» генә, ә яңы донъяла Йәһүә беҙҙе уларҙан тулыһынса азат итәсәк (2 Кәр. 4:17, 18).

14. Өмөтөбөҙҙө нисек нығытырға?

14 Күреүебеҙсә, өмөт ярҙамында беҙ ҡәнәғәт һәм бәхетле була алабыҙ. Тимәк, өмөтөбөҙҙө нығытырға кәрәк. Насар күргән кешегә күҙлек йыраҡтағы нәмәне күрергә ярҙам итә. Шуның кеүек, киләсәктәге ожмахты яҡшы күрер өсөн, үҙебеҙҙе унда итеп күҙ алдына килтерергә кәрәк. Әгәр һеҙ ғаиләмде нисек тәьмин итермен тип өҙлөкһөҙ борсолһағыҙ, аҡса, бурыстар, ярлылыҡ булмаған ожмахты күҙ алдына килтерегеҙ. Теләгән билдәләнеүҙе алмағанға күрә күңелһеҙләнһәгеҙ, мең йыл үткәс, киләсәктә камиллыҡҡа кинәнеп йәшәүегеҙ тураһында уйланығыҙ (1 Тим. 6:19). Ул ваҡытта һеҙ был хаҡта борсолорһоғоҙмо? Кемдер: «Ауырлыҡтар менән башым шул тиклем ҡатҡан, башҡа нәмә тураһында уйланырға көсөм юҡ», — тип әйтер. Эйе, киләсәктәге фатихалар тураһында уйланыу еңел түгел. Ләкин быға өйрәнегеҙ, ваҡыт үтеү менән был һеҙгә еңелерәк бирелер.

15. Кристанан һеҙ нимәгә өйрәнәһегеҙ?

15 Юғарыла телгә алынған Деннистың ҡатыны Кри́ста менән танышайыҡ. Ул былай тип һөйләй: «Ауырыуым арҡаһында мускулдарым көсһөҙләнә. Мин инвалид креслоһында ғына йөрөйөм, ә күпселек ваҡытымды ятып үткәрәм. Тәнем һәр ваҡыт һыҙлай. Күптән түгел мине дауалаған табип, хәлең яҡшырмаясаҡ, тине. Мин шунда уҡ: „Юҡ, яҡшырасаҡ! Әлбиттә, яҡшырасаҡ! Ул киләсәк тураһында белмәй, ә мин беләм“, — тип уйлап ҡуйҙым. Күҙҙәрем өмөтөмә төбәлгән, һәм был миңә йән тыныслығы бирә. Был донъяла күп ғазапланһам да, яңы донъяла мине бөтмәҫ шатлыҡ көткәнен мин яҡшы беләм!»

ЙӘҺҮӘНӘН «ҠУРҠҠАНДАР МОХТАЖЛЫҠ КҮРМӘҪ»

16. Дауыт Йәһүә тураһында «унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан?

16 Тормош менән ҡәнәғәт булыу ауырлыҡтарҙың булмаясағын аңлатмай. Дауыт батшаның миҫалын иҫкә төшөрәйек. Уның кәм тигәндә өс улы үлгән, уны нахаҡҡа ғәйепләгәндәр, уға хыянат иткәндәр, шулай уҡ ул күп йылдар Шаулдан ҡасып йөрөгән. Шул ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул Йәһүә тураһында: «Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ», — тигән (Зәб. 33:10, 11). Беҙҙең тормошобоҙ бөтөнләй мәшәҡәтһеҙ булыр тип көтмәйбеҙ. Ләкин Йәһүә беҙгә кәрәкле нәмәләрҙе биреп торасағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Зәб. 144:16). Алла беҙгә һәр төрлө һынауҙы йырып сығырға, шул уҡ ваҡытта тыныс һәм шатлыҡлы булып ҡалырға ярҙам итәсәк.

17. Ни өсөн беҙгә ҡәнәғәт булырға өйрәнергә кәрәк?

17 Йәһүә беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 130:1, 2). Шуға күрә ул беҙгә ҡәнәғәт булыуҙың серен асҡан. Әйҙәгеҙ, ошо мәҡәләләге кәңәштәрҙе ҡулланайыҡ: рәхмәтле, баҫалҡы булайыҡ һәм үҙ өмөтөбөҙ хаҡында уйланайыҡ. Шул саҡта беҙ: «Мин... ҡәнәғәт булырға өйрәндем», — тип әйтә алырбыҙ (Флп. 4:11).

КИЛӘҺЕ КӘҢӘШТӘР ҺЕҘГӘ ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА НИСЕК ЯРҘАМ ИТЕР?

  • Рәхмәтле булығыҙ

  • Баҫалҡы булығыҙ

  • Йәһүәнең вәғәҙәләре тураһында уйланығыҙ

118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»

a Мәҫәлән, jw.org. сайтында «Йәһүә баҫалҡылар тураһында ҡайғырта» (тат.) һәм «„Ғорурлыҡ һәләкәткә килтерә“» (тат.) тигән видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ.

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ир ҡәрҙәшебеҙ ойошмабыҙҙың биналарын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша; ишара телен өйрәнгән ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ район конгресында интервью бирә; ир ҡәрҙәшебеҙ асыҡ телмәр менән сығыш яһай.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу