УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә донъяла инфляцияның үҫеүе. Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Донъя экономикаһы тағы ла ҡурҡыныс аҫтында, — тип хәбәр итте Бөтә донъя банкы президенты 2022 йылдың июнь айы өсөн отчетында. — Ул юғары инфляция һәм яй үҫеш менән бер үк ваҡытта осрашты».
«Яғыулыҡҡа һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тиҙ үҫте, шуға күрә халыҡтың яҡлауға мохтаж ҡатламдары ныҡ интегә», — тип әйтелә Бөтә донъя валюта фонды докладында.
Изге Яҙма ни өсөн етди иҡтисади ауырлыҡтар менән осрашабыҙ, уларҙы нисек еңергә һәм нисек ул ауырлыҡтар мәңгегә юҡ ителәсәк икәнен аңларға ярҙам итә.
«Ахырызаманда» хаҡтарҙың үҫеүе
Беҙ йәшәгән ваҡыт Изге Яҙмала «ахырызаман» тип атала (2 Тимәтигә 3:1).
Ғайса Мәсихтең һүҙҙәре буйынса, был ваҡыттың бер билдәһе — «ҡурҡыныс ваҡиғалар» (Лука 21:11). Инфляцияның үҫеүе ысынлап та ҡурҡыу тыуҙыра. Кешеләр киләсәк тураһында һәм ғаиләләрен нисек тәьмин итеү тураһында борсола.
Асылыш китабында, һуңғы көндәрҙә хаҡтарҙың үҫеүе күҙәтеләсәк, тип әйтелә. Унда былай тип яҙылған: «...уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: „Бер үлсәм бойҙай өсөн — бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә — бер көнлөк эш хаҡы“» (Асылыш 6:6).
Әгәр һеҙ һуңғы көндәр һәм Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлек тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, «1914 йылдан башлап донъя ныҡ үҙгәргән» тигән видеоны ҡарағыҙ һәм «Дүрт һыбайлы. Сер асылды» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.
Бөтә иҡтисади проблемаларҙың сиселеше
«Улар, өйҙәр һалып, шунда йәшәр, баҡсалар үҫтереп, емешен ашарҙар. Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ, улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ» (Ишағыя 65:21, 22).
«Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16, ЯДТ).
«Әйтер Раббы: „Инде сара күрермен, йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә үҙҙәре теләгән именлекте бирермен“» (Зәбур 11:6 [12:5, ЯДТ]).a
Тиҙҙән Алла иҡтисади тигеҙһеҙлекте юҡ итәсәк — бер илдә генә түгел, бөтә донъяла. Уның быны нисек эшләйәсәге тураһында «Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?» тигән мәҡәләлә һөйләнелә.
Әммә Изге Яҙма бөгөн үк хаҡтарҙың күтәрелеүе менән бәйле проблемаларҙы еңергә ярҙам итә. Нисек итеп? Унда аҡсаны нисек аҡыллы тотоноп булғаны тураһында файҙалы кәңәштәр бар (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:4, 5; Вәғәзсе 7:12). Был турала күберәк белер өсөн, «Йәшәү сараларығыҙҙы яҡлағыҙ» (тат.) һәм «Нисек әҙ аҡсаға йәшәргә өйрәнергә?» тигән мәҡәләләрҙе уҡығыҙ.
a Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18, ЯДТ).