TheCrimsonMonkey/E+ via Getty Images
Экология проблемалары. Алла Батшалығы уларҙы нисек хәл итер?
«Климат менән бәйле етди проблемалар кешеләр, ҡалалар һәм экосистема өсөн күп ауырлыҡтар тыуҙыра. Көслө дауылдар климаттың үҙгәреүе арҡаһында тағы ла көслөрәк, һәләкәтлерәк булып китә һәм бөтә донъя буйлап йорттарҙы һәм көнкүреште емерә. Океандағы тереклектең тәбиғи йәшәү мөхите йылынғандан-йылына бара. Шул сәбәптән океан тереклектәренең күп кенә төрҙәренә бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай» (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль сәркәтибе урынбаҫары һәм БМО-ның Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһының башҡарма директоры Ингер Андерсен, 2023 йылдың 25 июле).
Хөкүмәттәр ошо глобаль мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн берләшә алырмы? Улар был проблемаларҙы ҡабатланмаҫлыҡ итеп хәл итә алырмы?
Изге Яҙмала Ер шарындағы экология менән бәйле бөтә проблемаларҙы хәл итә алған һәм хәл итәсәк хөкүмәт хаҡында әйтелә. Унда, «Күк Аллаһы... батшалыҡ», йәғни ер өҫтөнән идара итәсәк һәм ерҙәге барлыҡ проблемаларҙы хәл итәсәк хөкүмәт урынлаштырасаҡ, тиелә (Даниял 2:44). Был хөкүмәт идара иткәндә, кешеләр бер-береһенә лә, ергә лә «яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ» (Ишағыя 11:9)