Kim Steele/The Image Bank via Getty Images
Иҡтисади проблемалар. Алла Батшалығы уларҙы нисек хәл итер?
Бөтә донъя буйынса күп кеше осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй, һәм хәл көндән-көн ауырлаша бара.
Күптән түгел сыҡҡан глобаль отчетҡаa ярашлы, «эш хаҡының реаль кимәле шаҡтай кәмегән». Отчетта әйтелеүенсә, бер нәмә лә эшләнелмәһә, был «тигеҙһеҙлектең үҫеүенә» һәм «күп эшселәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең йәшәү кимәленең» түбәнәйеүенә килтерәсәк.
Хөкүмәттәр ошо иҡтисади көрсөктән сығыу юлын таба алырмы, йә булмаһа, хәлде яҡшырта алырмы?
Изге Яҙмала бер хөкүмәт тураһында әйтелә. Ул бөтә иҡтисади проблемаларҙы, шул иҫәптән тигеҙһеҙлек проблемаһын да хәл итә ала һәм быны мотлаҡ эшләйәсәк. Был ерҙәге эштәрҙе алып барыусы берҙән-бер хөкүмәт буласаҡ. Уны «Күк Аллаһы» урынлаштырасаҡ (Даниял 2:44). Ошо бөтә донъя хөкүмәте идара иткәндә бер кем дә онотолмаясаҡ һәм иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ (Зәбур 9:19). Алла Батшалығы үҙ граждандарына, бәхетле булһындар өсөн, барыһын да бирәсәк. Һәр кеше үҙ хеҙмәтенең емештәренә кинәнеп йәшәй аласаҡ (Ишағыя 65:21, 22).
a Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының 2022—2023 йылдар өсөн глобаль отчеты