AspctStyle/stock.adobe.com
Ғайса һуғыштарҙы туҡтатыр
Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса бөтә тормошо менән кешеләрҙе яратҡанын күрһәткән. Ул хатта кешеләр өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (Матфай 20:28; Яхъя 15:13). Хәҙер Ғайса күктәге хөкүмәттең — Алла Батшалығының Батшаһы. Тиҙҙән ул кешеләрҙе яратҡанын тағы бер тапҡыр иҫбатлар: үҙ хакимлығынан файҙаланып, ул «ерҙең һәр тарафында» һуғыштарҙы туҡтатыр (Зәбур 45:10).
Изге Яҙмаға ярашлы, Ғайса бына нимә эшләр:
«Ярҙам һорап саҡырған фәҡирҙе, таянысы булмаған ярлыны ҡотҡарыр. Юҡсыл менән хәйерсене ҡыҙғаныр, мохтаждарға ярҙам итер. Уларҙы йәбер-золомдан йолоп алыр» (Зәбур 71:12—14).
Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа инде башҡарған һәм киләсәктә башҡарасаҡ эштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? Мәҫәлән, ул вәғәзләгән «Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәр» хаҡында күберәк белеп (Лука 4:43). «Нимә ул Алла Батшалығы?» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ.