УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Ни өсөн сәйәсәт йәмғиәттә бүленештәр тыуҙыра? Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Бөтә донъя буйынса сәйәси һорауҙар кешеләр араһында бүленештәр тыуҙыра. 2022 йылда Пью тикшеренеү үҙәге 19 илдә үткәргән һорау алыу буйынса, халыҡтың 65 проценты үҙ илендә төрлө сәйәси партиялар яҡлылар араһындағы фекер айырмалыҡтарын көслө йәки бик көслө тип баһалай.
Һеҙ йәшәгән ерҙә лә шундай уҡ хәл күҙәтеләме? Ни өсөн был проблема шул тиклем актуаль һәм уны хәл итеп буламы? Изге Яҙмала был турала нимә әйтелә?
Проблеманың тамыры нимәлә?
Изге Яҙмала, беҙ йәшәгән көндәрҙә, йәғни ахырызаман ваҡытында, кешеләргә берҙәмлектә йәшәргә ҡамасаулаған һыҙаттар хас булыр, тип яҙылған булған.
«Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. Үҙҙәрен генә яратҡан... кеше менән һыйыша алмаған... кешеләр артыр» (2 Тимофейға 3:1—3).
Күп кешеләрҙең тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, хөкүмәттәр уңышҡа ирешә алмай. Ҡараштары ҡапма-ҡаршы булған кешеләргә бергәләп проблемаларҙы хәл итеүе бик ауыр, хатта мөмкин түгел! Был Изге Яҙмала яҙылған боронғо бер хәҡиҡәтте раҫлай:
«Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтерә» (Вәғәзсе 8:9).
Шулай ҙа Изге Яҙмала, был проблеманың хәл ителеше бар, тип әйтелә. Кешелектең бөтә проблемаларын бер хөкүмәттең хакимы ғына юҡ итә ала.
Ышаныслы етәксе
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса Мәсих кенә бөтә проблемаларҙы юҡ итә ала. Уның бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм берҙәмлек урынлаштырыр өсөн хакимлығы ла, көсө лә, теләге лә бар.
«Уның көндәрендә тәҡүәләр гөрләп сәскә атыр... бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ хөкөм һөрөр» (Зәбур 72:7).
«Бөтә халыҡтар уға хеҙмәт итер» (Зәбур 72:11).
Ғайса Мәсих — иң яҡшы етәксе, сөнки ул кешеләрҙе бик ныҡ ярата һәм бөтә кешеләргә, бигерәк тә ғәҙелһеҙлеккә дусар булғандарға, ярҙам итергә бик теләй.
«Ярҙам һорап ялбарған ярлыны, меҫкен кешене һәм ярҙамсыһы булмаған һәр кемде ул ҡотҡарыр. Ябай һәм ярлы кешене ул ҡыҙғаныр, ярлыларҙың йәндәрен ҡотҡарыр. Ул уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:12—14).
Ғайса — күктәге хөкүмәттең, йәғни Алла Батшалығының, башлығы. Был Батшалыҡтың һеҙгә ниндәй файҙа килтерәсәге хаҡында һәм һеҙ нисек уның яҡлы була алыуығыҙ тураһында белегеҙ.
«Алла Батшалығы нимә ул?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
«Алла Батшалығы — коррупцияһыҙ хөкүмәт» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ.