Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы тел: Betsileo
  • Бөгөн

Йома, 24 октябрь

Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә (1 Пет. 4:8).

«Ысын йөрәктән» тип тәржемә ителгән һүҙ «тартыуҙы, киңәйтеүҙе» аңлата. Аяттың икенсе өлөшөндә әйтелгәнсә, ундай мөхәббәт ниндәй көскә эйә? Ул ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ҡаплай. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ мөхәббәтте ике ҡул менән «тотабыҙ» ҙа һуҙылмалы туҡыманы тартҡандай ныҡ итеп тартабыҙ. Беҙ уны бер йә ике түгел, ә «күп гонаһтарҙы» ҡаплар өсөн төрлө яҡтан тартҡыслайбыҙ. Туҡыма берәй тапты ҡаплай алған кеүек, мөхәббәт тә башҡаларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен ҡаплай ала. Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен ғәфү итергә еңел булмаһа ла, көслө мөхәббәт шулай эш итергә дәртләндерә (Эфес. 4:32). Әгәр беҙ башҡаларҙы ғәфү итә беләбеҙ икән, тимәк, мөхәббәтебеҙ һүрелмәгән, һәм беҙ Йәһүәне шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. w23.11 10—11 бб., 13—15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 25 октябрь

Шафан... батша алдында [ҡулъяҙманы] уҡый башланы (2 Йыл. 34:18).

Иосия 26 йәшендә ғибәҙәтхананы йүнәтергә тотонған. Йүнәтеү эштәре барышында «Муса аша бирелгән Ҡанун китабын» тапҡандар. Батша был Ҡанундың һүҙҙәрен ишеткәс, шунда уҡ яҙылғандарҙы үтәй башлаған (2 Йыл. 34:14, 19—21). Һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға теләйһеңме? Әгәр һин уны көн дә уҡыйһың икән, ниндәй уңыштарға өлгәштең? Һиңә ярҙам иткән аяттарҙы яҙып бараһыңмы? Иосияға 39 йәш самаһы булғанда ул хата яһаған, һәм был уны үлемгә килтергән. Ул Йәһүәнең ҡарашын белергә тырышмаған, ә үҙенсә эш итергә булған (2 Йыл. 35:20—25). Бында беҙҙең өсөн мөһим һабаҡ бар. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла һәм күпме йылдар хәҡиҡәттә булһаҡ та, Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәк. Бының өсөн Алланан даими рәүештә йүнәлеш һорарға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул саҡта беҙ етди хаталарҙан һаҡланырбыҙ һәм бәхетле булырбыҙ (Яҡ. 1:25). w23.09 12 б., 15, 16 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йәкшәмбе, 26 октябрь

Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә (Яҡ. 4:6).

Изге Яҙмала Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән күп ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Уларҙан күпкә өйрәнеп була. Улар «айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше» булған (1 Тим. 3:11). Бынан тыш, йәш ҡыҙҙар үҙ йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ҡатындарҙан өлгө ала ала. Йәш ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ йыйылышта өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы беләһегеҙме? Уларҙың күркәм сифаттарына иғтибар итегеҙ һәм уларҙы нисек сағылдырып булғаны тураһында уйланығыҙ. Баҫалҡы булыу рухи етлеккәнлекте күрһәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәш баҫалҡы булһа, уның Йәһүә һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәре яҡшы булыр. Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан ҡатын башлыҡ принцибына буйһона (1 Кәр. 11:3). Был принцип йыйылышта ла, ғаиләлә лә ҡулланыла. w23.12 18—19 бб., 3—5 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу