Кесаҙна, 23 октябрь
Һеҙ... тамыр йәйгән һәм нығынған [булығыҙ] (Эфес. 3:17).
Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙманың өҫтөн-мөҫтөн белемдәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ. Беҙ «Алла тәрәнлектәрен дә» аңларға теләйбеҙ һәм изге рух ярҙамында быны эшләй алабыҙ (1 Кәр. 2:9, 10). Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡ булған теманы йә һорауҙы һайлап, уны тәрәнерәк ҡарап сыға алаһығыҙ. Шундай өйрәнеү һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер. Мәҫәлән, Алланың боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә яратыуын нисек сағылдырғанын тикшерегеҙ һәм был уның һеҙҙе лә яратҡанын нисек иҫбатлағанын күрегеҙ. Йә боронғо израилдәрҙең ғибәҙәт ҡылыуын бөгөнгө көндәрҙә мәсихселәрҙең табыныуы менән сағыштырығыҙ һәм оҡшаш яҡтарын табығыҙ. Шулай уҡ Ғайсаның тормошонда һәм хеҙмәтендә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була. Ундай тикшереүҙе үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡуллана алаһығыҙ. Изге Яҙманы төрлө яҡтан тикшереү «Алла тураһында белем» табырға ярҙам итер һәм иманығыҙҙы нығытыр (Ғиб. һүҙ. 2:4, 5). w23.10 18—19 бб., 3—5 абз.
Йома, 24 октябрь
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә (1 Пет. 4:8).
«Ысын йөрәктән» тип тәржемә ителгән һүҙ «тартыуҙы, киңәйтеүҙе» аңлата. Аяттың икенсе өлөшөндә әйтелгәнсә, ундай мөхәббәт ниндәй көскә эйә? Ул ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ҡаплай. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ мөхәббәтте ике ҡул менән «тотабыҙ» ҙа һуҙылмалы туҡыманы тартҡандай ныҡ итеп тартабыҙ. Беҙ уны бер йә ике түгел, ә «күп гонаһтарҙы» ҡаплар өсөн төрлө яҡтан тартҡыслайбыҙ. Туҡыма берәй тапты ҡаплай алған кеүек, мөхәббәт тә башҡаларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен ҡаплай ала. Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен ғәфү итергә еңел булмаһа ла, көслө мөхәббәт шулай эш итергә дәртләндерә (Эфес. 4:32). Әгәр беҙ башҡаларҙы ғәфү итә беләбеҙ икән, тимәк, мөхәббәтебеҙ һүрелмәгән, һәм беҙ Йәһүәне шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. w23.11 10—11 бб., 13—15 абз.
Шәмбе, 25 октябрь
Шафан... батша алдында [ҡулъяҙманы] уҡый башланы (2 Йыл. 34:18).
Иосия 26 йәшендә ғибәҙәтхананы йүнәтергә тотонған. Йүнәтеү эштәре барышында «Муса аша бирелгән Ҡанун китабын» тапҡандар. Батша был Ҡанундың һүҙҙәрен ишеткәс, шунда уҡ яҙылғандарҙы үтәй башлаған (2 Йыл. 34:14, 19—21). Һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға теләйһеңме? Әгәр һин уны көн дә уҡыйһың икән, ниндәй уңыштарға өлгәштең? Һиңә ярҙам иткән аяттарҙы яҙып бараһыңмы? Иосияға 39 йәш самаһы булғанда ул хата яһаған, һәм был уны үлемгә килтергән. Ул Йәһүәнең ҡарашын белергә тырышмаған, ә үҙенсә эш итергә булған (2 Йыл. 35:20—25). Бында беҙҙең өсөн мөһим һабаҡ бар. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла һәм күпме йылдар хәҡиҡәттә булһаҡ та, Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәк. Бының өсөн Алланан даими рәүештә йүнәлеш һорарға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул саҡта беҙ етди хаталарҙан һаҡланырбыҙ һәм бәхетле булырбыҙ (Яҡ. 1:25). w23.09 12 б., 15, 16 абз.