Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы тел: Betsileo
  • Бөгөн

Дүшәмбе, 27 октябрь

Ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш (Эфес. 5:28).

Йәһүә ир кешенән ҡатынын яратыуын һәм уның матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуын көтә. Ул шулай уҡ ҡатынына яҡын дуҫ булырға һәм уға Йәһүә менән ныҡлы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итергә тейеш. Йәш ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә һәм ышаныслы булырға кәрәк. Өйләнгәс, һеҙҙең балағыҙ тыуыуы ихтимал. Яҡшы атай булыр өсөн, Йәһүәнән өйрән (Эфес. 6:4). Йәһүә үҙенең улы Ғайсаға уны яратҡаны һәм хуплағаны хаҡында әйтергә оялмаған (Матф. 3:17). Һин дә, атай булып китһәң, балаларыңа уларҙы яратҡаныңды әйтергә онотма. Уларҙы бәләкәй игелекле эштәре өсөн дә маҡта. Йәһүәнән өлгө алған атайҙар үҙ балаларына рухи яҡтан етлеккән булып үҫергә ярҙам итә. Һин яҡшы атай булырға бөгөн үк өйрәнә алаһың. Үҙ ғаиләң һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр хаҡында хәстәрлек күр. Уларҙы яратҡаныңа һәм ҡәҙерләгәнеңә ышандырырға өйрән (Яхъя 15:9). w23.12 28—29 бб., 17, 18 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шишәмбе, 28 октябрь

Алла [һеҙҙе] ...ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).

Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итһәк тә, беҙ, башҡа кешеләр кеүек, ауырлыҡтар кисерәбеҙ һәм ауырыйбыҙ. Бынан тыш, Алла халҡын нәфрәт иткән кешеләрҙең ҡаршы килеүҙәре һәм эҙәрләүҙәре менән осрашабыҙ. Йәһүә беҙҙе ундай ауырлыҡтарҙан яҡлап тормаһа ла, беҙгә ярҙам итергә әҙер (Ишағ. 41:10). Уның ярҙамы менән беҙ шатлыҡлы булып ҡалабыҙ, яҡшы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ һәм хатта иң ауыр осраҡтарҙа уға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Йәһүә беҙгә үҙенең «именлеген», йәғни тыныслығын, бирергә вәғәҙә итә (Флп. 4:6, 7). Ундай тыныслыҡҡа Йәһүәнең яҡын дуҫтары ғына эйә. Ул «һәр аҡылдан юғарыраҡ», йәғни беҙ күҙ алдына килтерә алған нәмәләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Һеҙҙең берәй ҡасан ҡайнар доға ҡылғандан һуң иҫ киткес тыныслыҡ тойғанығыҙ булдымы? Был — тап Йәһүә биргән «Алла именлеге». w24.01 20 б., 2 абз.; 21 б., 4 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шаршамбы, 29 октябрь

Йәнем Йәһүәне маҡтаһын, бөтөн барлығым уның изге исемен данлаһын (Зәб. 103:1).

Йәһүәне яратҡандар уны бөтә йөрәктән маҡтарға теләй. Дауыт батша өсөн Йәһүәнең исемен маҡтау Алланың үҙен маҡтауға тиң булған. Алланың исеме уның абруйы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә был исемде ишеткәндә, беҙ шунда уҡ Алланың иҫ киткес сифаттарын һәм ғәжәйеп эштәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Дауыт күктәге Алланың исемен юғары баһалаған һәм бөтә йөрәктән уны маҡтарға теләгән. Был яҡтан шулай уҡ левиттар ҙа үрнәк ҡалдырған. Улар Алланың исеме маҡтап бөтөргөһөҙ булыуын баҫалҡылыҡ менән таныған (Ниҡ. 9:5). Һис шикһеҙ, шундай маҡтау Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә. w24.02 9 б., 6 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу