Шишәмбе, 28 октябрь
Алла [һеҙҙе] ...ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).
Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итһәк тә, беҙ, башҡа кешеләр кеүек, ауырлыҡтар кисерәбеҙ һәм ауырыйбыҙ. Бынан тыш, Алла халҡын нәфрәт иткән кешеләрҙең ҡаршы килеүҙәре һәм эҙәрләүҙәре менән осрашабыҙ. Йәһүә беҙҙе ундай ауырлыҡтарҙан яҡлап тормаһа ла, беҙгә ярҙам итергә әҙер (Ишағ. 41:10). Уның ярҙамы менән беҙ шатлыҡлы булып ҡалабыҙ, яҡшы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ һәм хатта иң ауыр осраҡтарҙа уға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Йәһүә беҙгә үҙенең «именлеген», йәғни тыныслығын, бирергә вәғәҙә итә (Флп. 4:6, 7). Ундай тыныслыҡҡа Йәһүәнең яҡын дуҫтары ғына эйә. Ул «һәр аҡылдан юғарыраҡ», йәғни беҙ күҙ алдына килтерә алған нәмәләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Һеҙҙең берәй ҡасан ҡайнар доға ҡылғандан һуң иҫ киткес тыныслыҡ тойғанығыҙ булдымы? Был — тап Йәһүә биргән «Алла именлеге». w24.01 20 б., 2 абз.; 21 б., 4 абз.
Шаршамбы, 29 октябрь
Йәнем Йәһүәне маҡтаһын, бөтөн барлығым уның изге исемен данлаһын (Зәб. 103:1).
Йәһүәне яратҡандар уны бөтә йөрәктән маҡтарға теләй. Дауыт батша өсөн Йәһүәнең исемен маҡтау Алланың үҙен маҡтауға тиң булған. Алланың исеме уның абруйы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә был исемде ишеткәндә, беҙ шунда уҡ Алланың иҫ киткес сифаттарын һәм ғәжәйеп эштәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Дауыт күктәге Алланың исемен юғары баһалаған һәм бөтә йөрәктән уны маҡтарға теләгән. Был яҡтан шулай уҡ левиттар ҙа үрнәк ҡалдырған. Улар Алланың исеме маҡтап бөтөргөһөҙ булыуын баҫалҡылыҡ менән таныған (Ниҡ. 9:5). Һис шикһеҙ, шундай маҡтау Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә. w24.02 9 б., 6 абз.
Кесаҙна, 30 октябрь
Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ (Флп. 3:16).
Әгәр маҡсатҡа өлгәшә алмаһағыҙ ҙа, Йәһүә һеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамаҫ (2 Кәр. 8:12). Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ. Изге Яҙмала: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ», — тип әйтелә (Евр. 6:10). Тимәк, һеҙгә лә мәсихсе булараҡ нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерҙегеҙ, уның тураһында башҡаларға һөйләнегеҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Үткәндә ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшкән кеүек, бөгөн дә шулай уҡ эш итергә тырышығыҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшә алырһығыҙ. Рухи маҡсаттарға ынтылғанда, Йәһүәнең һеҙгә нисек ярҙам иткәнен һәм һеҙҙе фатихалағанын күрергә тырышығыҙ. Был һеҙгә шатлыҡ килтерер (2 Кәр. 4:7). Әгәр бирешмәһәгеҙ, Йәһүә һеҙгә тағы ла күберәк фатихалар яуҙырыр (Ғал. 6:9). w23.05 31 б., 16—18 абз.