Шаршамбы, 10 сентябрь
Мин үҙ белдегем [«теләгем», ЯДТ] менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем (1 Кәр. 9:17).
Һеҙ доғаларығыҙҙың ысын күңелдән булмауын һәм хеҙмәтегеҙ бер төрлө булып китеүен тояһығыҙмы? Был Йәһүәнең һеҙгә изге рух бирмәгәнен аңлатмай. Беҙ камил түгел, шуға күрә хистәребеҙ йыш һәм тиҙ үҙгәрә. Дәртегеҙ һүрелә башлаһа, илсе Павелдың өлгөһө тураһында уйланығыҙ. Ул һәр нәмәлә Ғайсанан үрнәк алырға тырышһа ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләге һәр ваҡыт көслө булмаясағын белгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Павел, теләге булмаһа ла, хеҙмәтен башҡарырға әҙер булған. Шулай уҡ һеҙ ҙә ҡарарҙар ҡабул иткәндә камил булмаған хистәргә бирелмәгеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, дөрөҫ булғанды эшләргә тырышығыҙ. Ваҡыт үтеү менән яҡшы эштәр яҡшы хистәр тыуҙырыр (1 Кәр. 9:16). w24.03 11—12 бб., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 11 сентябрь
Мөхәббәтегеҙҙе... берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ (2 Кәр. 8:24).
Беҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып һәм улар менән ваҡыт үткәреп, уларға ҡарата яратыу күрһәтә алабыҙ (2 Кәр. 6:11—13). Йыйылышта беҙ мәҙәниәттәре һәм холоҡтары төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе осрата алабыҙ. Уларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар итеү бик мөһим. Шул саҡта уларға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә барыр. Башҡаларға Йәһүәнең күҙлегенән ҡарағанда уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Бөйөк афәт ваҡытында яратыу сағылдырыу айырыуса мөһим булыр. Бөйөк афәт башланғас, беҙҙе Йәһүә нисек яҡлар? Мидия-Фарсы ғәскәрҙәре боронғо Вавилонға һөжүм иткәс, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшенеп тор», — тигән (Ишағ. 26:20). Был һүҙҙәр беҙгә лә — бөйөк афәт алдынан йәшәгән кешеләргә ҡағыла. w23.07 6—7 бб.,14—16 абз.
Йома, 12 сентябрь
Был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара (1 Кәр. 7:31).
Беҙ һығылмалы булырға тейеш. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мине һығылмалы, юл ҡуйыусан, йомшаҡ тип һанайҙармы? Йәиһә мине ҡырыҫ, ҡаты бәғерле, үҙ һүҙле кеше итеп күрәләрме? Мин башҡаларҙы тыңлайыммы һәм урынлы булғанда уларҙың теләктәрен иҫәпкә аламмы?» Һығылмалылыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға күберәк оҡшаш булып китәбеҙ. Шулай уҡ һығылмалы булыу үҙгәргән шарттарға яраҡлаша белеүҙе аңлата. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, сәләмәтлегебеҙ менән бәйле етди ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Ә иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр тормошобоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндерә ала (Вәғ. 9:11). Ойошмала билдәләнеүҙәрҙең үҙгәреүе беҙҙең өсөн һынау булырға мөмкин. Яңы шарттарға яраҡлашып китергә беҙгә ошо дүрт аҙым ярҙам итер: 1) ысынбарлыҡты таныу, 2) алға ҡарау, 3) ыңғай ҡараш һаҡлау, 4) башҡалар хаҡында ҡайғыртыу. w23.07 21—22 бб., 7, 8 абз.