Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Кесаҙна, 11 сентябрь

Мөхәббәтегеҙҙе... берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ (2 Кәр. 8:24).

Беҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып һәм улар менән ваҡыт үткәреп, уларға ҡарата яратыу күрһәтә алабыҙ (2 Кәр. 6:11—13). Йыйылышта беҙ мәҙәниәттәре һәм холоҡтары төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе осрата алабыҙ. Уларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар итеү бик мөһим. Шул саҡта уларға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә барыр. Башҡаларға Йәһүәнең күҙлегенән ҡарағанда уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Бөйөк афәт ваҡытында яратыу сағылдырыу айырыуса мөһим булыр. Бөйөк афәт башланғас, беҙҙе Йәһүә нисек яҡлар? Мидия-Фарсы ғәскәрҙәре боронғо Вавилонға һөжүм иткәс, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшенеп тор», — тигән (Ишағ. 26:20). Был һүҙҙәр беҙгә лә — бөйөк афәт алдынан йәшәгән кешеләргә ҡағыла. w23.07 6—7 бб.,14—16 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йома, 12 сентябрь

Был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара (1 Кәр. 7:31).

Беҙ һығылмалы булырға тейеш. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мине һығылмалы, юл ҡуйыусан, йомшаҡ тип һанайҙармы? Йәиһә мине ҡырыҫ, ҡаты бәғерле, үҙ һүҙле кеше итеп күрәләрме? Мин башҡаларҙы тыңлайыммы һәм урынлы булғанда уларҙың теләктәрен иҫәпкә аламмы?» Һығылмалылыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға күберәк оҡшаш булып китәбеҙ. Шулай уҡ һығылмалы булыу үҙгәргән шарттарға яраҡлаша белеүҙе аңлата. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, сәләмәтлегебеҙ менән бәйле етди ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Ә иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр тормошобоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндерә ала (Вәғ. 9:11). Ойошмала билдәләнеүҙәрҙең үҙгәреүе беҙҙең өсөн һынау булырға мөмкин. Яңы шарттарға яраҡлашып китергә беҙгә ошо дүрт аҙым ярҙам итер: 1) ысынбарлыҡты таныу, 2) алға ҡарау, 3) ыңғай ҡараш һаҡлау, 4) башҡалар хаҡында ҡайғыртыу. w23.07 21—22 бб., 7, 8 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 13 сентябрь

Һин ҡәҙерле кеше (Дан. 9:23).

Данилды үҫмер сағында туған яҡтарынан айырып, алыҫ Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда уға шунда уҡ күҙ һалғандар. Бөтәһе лә Данилдың «бер ниндәй кәмселекһеҙ, күркәм килеш-килбәтле» һәм мирзалар нәҫеленән булыуына иғтибар иткән (1 Сам. 16:7). Шуға күрә вавилондар уны батша һарайында юғары вазифа биләргә әҙерләй башлаған (Дан. 1:3, 4, 6). Йәһүә Данилды ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләгәне өсөн яратҡан. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Данилға 20 йәш самаһы булғанда, Йәһүә уны үҙенә тиҫтәләгән йылдар тоғро хеҙмәт иткән бөйөк хеҙмәтселәре Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған! (Баш. 5:32; 6:9, 10; Әйүп 42:16, 17; Йәз. 14:14). Йәһүә Данилды уның бөтә ғүмере дауамында яратҡан (Дан. 10:11, 19). w23.08 2 б., 1, 2 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу