Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Шәмбе, 13 сентябрь

Һин ҡәҙерле кеше (Дан. 9:23).

Данилды үҫмер сағында туған яҡтарынан айырып, алыҫ Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда уға шунда уҡ күҙ һалғандар. Бөтәһе лә Данилдың «бер ниндәй кәмселекһеҙ, күркәм килеш-килбәтле» һәм мирзалар нәҫеленән булыуына иғтибар иткән (1 Сам. 16:7). Шуға күрә вавилондар уны батша һарайында юғары вазифа биләргә әҙерләй башлаған (Дан. 1:3, 4, 6). Йәһүә Данилды ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләгәне өсөн яратҡан. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Данилға 20 йәш самаһы булғанда, Йәһүә уны үҙенә тиҫтәләгән йылдар тоғро хеҙмәт иткән бөйөк хеҙмәтселәре Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған! (Баш. 5:32; 6:9, 10; Әйүп 42:16, 17; Йәз. 14:14). Йәһүә Данилды уның бөтә ғүмере дауамында яратҡан (Дан. 10:11, 19). w23.08 2 б., 1, 2 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йәкшәмбе, 14 сентябрь

Иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөн[өгөҙ] (Эфес. 3:18).

Һеҙ өй алырға йыйынһағыҙ, моғайын, буласаҡ өйөгөҙҙөң бөтә нескәлектәрен белергә теләрһегеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә шулай уҡ эш итһәк, яҡшы булыр. Әгәр һеҙ уны тик уҡып ҡына сыҡһағыҙ, «Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарын» ғына белә алырһығыҙ (Евр. 5:12). Ләкин, өй һатып алғандағы кеүек, Изге Яҙманың «эсенә» кереп, уның күп төрлө нескәлектәрен тикшерергә кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеүҙә яҡшы ысул — уның өлөштәре бер-береһе менән нисек бәйле икәнен күреү. Шулай уҡ ниндәй хәҡиҡәттәргә ышанғанығыҙҙы ғына түгел, уларға ни өсөн ышанғанығыҙҙы ла аңларға тырышығыҙ. Изге Яҙманы яҡшы аңлар өсөн уны тәрән өйрәнергә кәрәк. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен Алла Һүҙен ентекләп тикшерергә һәм хәҡиҡәттең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөргә дәртләндергән. Шулай итеп уларҙың иманы нығыр ине һәм улар ныҡ «нигеҙҙә» торор ине (Эфес. 3:14—19). Беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. w23.10 18 б., 1—3 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Дүшәмбе, 15 сентябрь

Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ (Яҡ. 5:10).

Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған күп кешеләрҙең миҫалдары бар. Уларҙың тормошон яҡшыраҡ белергә маҡсат ҡуйығыҙ. Мәҫәлән, Дауыттың миҫалын тикшерегеҙ. Үҫмер сағында Йәһүә уны Израилдең батшаһы итеп билдәләгән. Әммә батшалыҡты алғансы, уға күп йылдар көтөргә тура килгән. Симеон һәм Анна тиҫтәләгән йылдар дауамында Мәсихтең килеүен көткән һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам иткән (Лука 2:25, 36—38). Алланың тоғро хеҙмәтселәренең тормоштарын тикшергәндә, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Нимә ярҙамында был кеше сабыр булған? Был уға ниндәй файҙа килтергән? Мин унан нисек өлгө ала алам?» Шулай уҡ сабыр булмаған кешеләрҙең миҫалдарынан да күп һабаҡтар алып була (1 Сам. 13:8—14). Үҙегеҙҙән: «Ни өсөн ул түҙемлеген юғалтҡан? Был ниндәй эҙемтәләргә килтергән?» — тип һорағыҙ. w23.08 24 б., 15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу