Йома, 12 сентябрь
Был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара (1 Кәр. 7:31).
Беҙ һығылмалы булырға тейеш. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мине һығылмалы, юл ҡуйыусан, йомшаҡ тип һанайҙармы? Йәиһә мине ҡырыҫ, ҡаты бәғерле, үҙ һүҙле кеше итеп күрәләрме? Мин башҡаларҙы тыңлайыммы һәм урынлы булғанда уларҙың теләктәрен иҫәпкә аламмы?» Һығылмалылыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға күберәк оҡшаш булып китәбеҙ. Шулай уҡ һығылмалы булыу үҙгәргән шарттарға яраҡлаша белеүҙе аңлата. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, сәләмәтлегебеҙ менән бәйле етди ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Ә иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр тормошобоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндерә ала (Вәғ. 9:11). Ойошмала билдәләнеүҙәрҙең үҙгәреүе беҙҙең өсөн һынау булырға мөмкин. Яңы шарттарға яраҡлашып китергә беҙгә ошо дүрт аҙым ярҙам итер: 1) ысынбарлыҡты таныу, 2) алға ҡарау, 3) ыңғай ҡараш һаҡлау, 4) башҡалар хаҡында ҡайғыртыу. w23.07 21—22 бб., 7, 8 абз.
Шәмбе, 13 сентябрь
Һин ҡәҙерле кеше (Дан. 9:23).
Данилды үҫмер сағында туған яҡтарынан айырып, алыҫ Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда уға шунда уҡ күҙ һалғандар. Бөтәһе лә Данилдың «бер ниндәй кәмселекһеҙ, күркәм килеш-килбәтле» һәм мирзалар нәҫеленән булыуына иғтибар иткән (1 Сам. 16:7). Шуға күрә вавилондар уны батша һарайында юғары вазифа биләргә әҙерләй башлаған (Дан. 1:3, 4, 6). Йәһүә Данилды ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләгәне өсөн яратҡан. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Данилға 20 йәш самаһы булғанда, Йәһүә уны үҙенә тиҫтәләгән йылдар тоғро хеҙмәт иткән бөйөк хеҙмәтселәре Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған! (Баш. 5:32; 6:9, 10; Әйүп 42:16, 17; Йәз. 14:14). Йәһүә Данилды уның бөтә ғүмере дауамында яратҡан (Дан. 10:11, 19). w23.08 2 б., 1, 2 абз.
Йәкшәмбе, 14 сентябрь
Иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөн[өгөҙ] (Эфес. 3:18).
Һеҙ өй алырға йыйынһағыҙ, моғайын, буласаҡ өйөгөҙҙөң бөтә нескәлектәрен белергә теләрһегеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә шулай уҡ эш итһәк, яҡшы булыр. Әгәр һеҙ уны тик уҡып ҡына сыҡһағыҙ, «Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарын» ғына белә алырһығыҙ (Евр. 5:12). Ләкин, өй һатып алғандағы кеүек, Изге Яҙманың «эсенә» кереп, уның күп төрлө нескәлектәрен тикшерергә кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеүҙә яҡшы ысул — уның өлөштәре бер-береһе менән нисек бәйле икәнен күреү. Шулай уҡ ниндәй хәҡиҡәттәргә ышанғанығыҙҙы ғына түгел, уларға ни өсөн ышанғанығыҙҙы ла аңларға тырышығыҙ. Изге Яҙманы яҡшы аңлар өсөн уны тәрән өйрәнергә кәрәк. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен Алла Һүҙен ентекләп тикшерергә һәм хәҡиҡәттең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөргә дәртләндергән. Шулай итеп уларҙың иманы нығыр ине һәм улар ныҡ «нигеҙҙә» торор ине (Эфес. 3:14—19). Беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. w23.10 18 б., 1—3 абз.