Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 ноябрь 20—25 бб.
  • Йәһүә доғаларыма яуап ҡайтарырмы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә доғаларыма яуап ҡайтарырмы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ ЙӘҺҮӘНӘН НИМӘ КӨТӘ АЛАБЫҘ?
  • ЙӘҺҮӘ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?
  • НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ САҠТА ҮТЕНЕСТӘРЕБЕҘҘЕ ЯҢЫНАН ҠАРАП СЫҒЫРҒА КӘРӘК?
  • Йәһүә нисек доғаларыбыҙға яуап бирә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Доғаларыбыҙҙы яҡшыртабыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 ноябрь 20—25 бб.

49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә доғаларыма яуап ҡайтарырмы?

«Һеҙ мине саҡырырһығыҙ, килеп, миңә доға ҡылырһығыҙ, һәм мин һеҙҙе тыңлармын» (ИРЕМ. 29:12).

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1, 2. Ни өсөн ҡайһы саҡта Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирмәй кеүек күренә?

«ЙӘҺҮӘЛӘ сикһеҙ шатлыҡ тап, һәм ул күңелеңдең теләктәрен үтәр» (Зәб. 37:4). Ниндәй матур вәғәҙә! Ләкин был нимә генә һораһаҡ та, шунда уҡ яуап алырбыҙ, тигәнде аңлатамы? Ни өсөн шундай һорау тыуырға мөмкин? Әйҙәгеҙ, киләһе осраҡтарҙы ҡарап сығайыҡ. Кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәш Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға теләй һәм был хаҡта доға ҡыла. Ләкин йылдар үтә, ә уны һаман да саҡырмайҙар. Йәш ағай-ҡәрҙәш йыйылышта күберәк ярҙам итергә теләй һәм Йәһүәнән етди ауырыуынан һауыҡтырыуын һорай. Ләкин уның сәләмәтлеге яҡшырмай. Атай-әсәй үҙ балаһы хаҡында доға ҡыла һәм уның хәҡиҡәттә ҡалыуын һорай. Ләкин уларҙың балаһы Йәһүәгә хеҙмәт итмәҫкә ҡарар итә.

2 Моғайын, һеҙ ҙә Йәһүәнән һорағанығыҙҙы алмағанһығыҙҙыр. Шуға күрә һеҙ, Йәһүә бөтә доғаларҙы тыңлай, ә минекен юҡ, тигән һығымтаға килгәнһегеҙҙер. Йәиһә һеҙ үҙегеҙҙе нимәнелер дөрөҫ эшләмәүҙә ғәйепләйһегеҙҙер. Джа́нисb исемле апай-ҡәрҙәш үҙен тап шулай хис иткән дә. Улар ире менән Вефилдә хеҙмәт итергә бик теләгән һәм был хаҡта доға ҡылған. Джанис былай ти: «Беҙҙе Вефилгә саҡырыуҙарына мин бер ҙә шикләнмәнем, хатта күҙ асып йомғансы беҙ унда булырбыҙ, тип уйланым». Ләкин айҙар, йылдар үткән, ә уларҙы саҡырмағандар. Джанис былай тип дауам итә: «Миңә бик күңелһеҙ булды. Мин нимә булғанын аңламай инем. Миңә Йәһүәне күңелһеҙләндерҙем кеүек тойола ине. Мин бит Вефиль хеҙмәте тураһында ныҡ теләп доға ҡылдым. Ни өсөн ул минең доғама яуап бирмәне икән?»

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Ваҡыт-ваҡыт Йәһүә доғаларыбыҙҙы ишетмәй тип уйлауыбыҙ бар. Алланың боронғо хеҙмәтселәренең дә шундай борсолоуҙары булған (Әйүп 30:20; Зәб. 22:2; Аб. 1:2). Ләкин шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең доғаларығыҙға яуап бирер (Зәб. 65:2). Быға ышанысыбыҙҙы нығытыр өсөн, әйҙәгеҙ, өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) Беҙ Йәһүәнән нимә көтә алабыҙ? 2) Йәһүә беҙҙән нимә көтә? 3) Ниндәй осраҡтарҙа үтенестәребеҙҙе яңынан ҡарап сығырға кәрәк булыр?

БЕҘ ЙӘҺҮӘНӘН НИМӘ КӨТӘ АЛАБЫҘ?

4. Иремия 29:12-лә әйтелгәнсә, Йәһүә беҙгә нимә вәғәҙә итә?

4 Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңларға вәғәҙә бирә. (Иремия 29:12-не уҡығыҙ.) Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бик ныҡ ярата. Шуға күрә ул уларҙың үтенестәренә һәр ваҡытта ла иғтибарлы (Зәб. 10:17; 37:28). Ләкин был, нимә генә һораһаҡ та, ул беҙгә бирәсәк, тигәнде аңлатмай. Моғайын, беҙ нимәнелер тик яңы донъяла ғына алырбыҙ.

5. Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңлағанда нимәне иҫәпкә ала? Аңлатығыҙ.

5 Йәһүә үтенестәребеҙҙең уның ниәте менән нисек бәйле икәнен иҫәпкә ала (Ишағ. 55:8, 9). Алла ерҙә тыңлаусан ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың шатланып йәшәүен теләгән. Ләкин Шайтан, улар Аллаһыҙ ҙа бәхетле була ала, тигән фекер йөрөтә (Баш. 3:1—5). Йәһүә Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлар өсөн кешеләргә үҙҙәренә идара итергә рөхсәт иткән. Күреүебеҙсә, «кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе» күп ғазаптар килтерә (Вәғ. 8:9). Йәһүә был ауырлыҡтарҙы бөгөн үк юҡ итмәйәсәк. Юғиһә, кемдер, кеше хөкүмәттәре уңышлы һәм кешеләр Аллаға мохтаж түгел, тип уйлар ине.

6. Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына һәм һәр ваҡыт ғәҙел эш иткәненә ни өсөн ышанырға кәрәк?

6 Йәһүә оҡшаш үтенестәргә бер төрлө итеп яуап бирмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, Езекия батша ныҡ ауырып киткәс, Йәһүәнән һауыҡтырыуын һораған, һәм Алла уның үтенесенә яуап биргән (2 Бат. 20:1—6). Ләкин илсе Павел Йәһүәнән уның тәненән «сәнскәкте» тартып алыуын һораһа ла (был сәнскәк, моғайын, һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡ булғандыр), Йәһүә уны был проблеманан арындырмаған (2 Кор. 12:7—9). Шулай уҡ Яҡуб һәм Петр менән нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Ирод уларҙың икеһен дә үлтерергә теләгән. Беҙ беләбеҙ, йыйылыш Петр өсөн ҡайнар доға ҡылған. Әлбиттә, ҡәрҙәштәр Яҡуб өсөн дә доға ҡылғандыр. Һөҙөмтәлә Петр тере ҡалған, ә бына Яҡубты язалап үлтергәндәр (Ғәм. 12:1—11). Беҙҙең: «Ни өсөн Йәһүә Петрҙы яҡлаған, ә Яҡубты юҡ?» — тип уйлауыбыҙ бар. Изге Яҙма быға яуап бирмәйc. Ләкин беҙ Йәһүәнең ғәҙелһеҙлек ҡылмағанын яҡшы беләбеҙ (Ҡан. 32:4). Беҙгә шулай уҡ Алланың илселәрҙең икеһен дә яратҡаны һәм хуплағаны билдәле (Асыл. 21:14). Йәһүә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙға беҙ теләгәнсә яуап бирмәй. Ләкин ул нисек кенә яуап бирһә лә, беҙ зарланмайбыҙ. Беҙ уның беҙҙе яратҡанына һәм һәр ваҡытта ла ғәҙел эш иткәненә ышанабыҙ (Әйүп 33:13).

7. Беҙ нимәнән һаҡланабыҙ һәм ни өсөн?

7 Беҙ үҙ хәлебеҙҙе башҡаларҙыҡы менән сағыштырмаҫҡа тырышабыҙ. Мәҫәлән, беҙ Йәһүәгә нимәлер тураһында ныҡлап доға ҡылабыҙ, ә доғабыҙ яуапһыҙ ҡалырға мөмкин. Һуңыраҡ кемдеңдер Йәһүәнән шуны уҡ һорағаны һәм Йәһүәнең уға яуап биргәне тураһында беләбеҙ. Анна исемле апай-ҡәрҙәш менән тап шулай булған да. Уның ире Мэ́тью рак менән ауырыған, һәм ул иренең шәбәйеүе тураһында һорап Йәһүәгә доға ҡылған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың йыйылышында ике оло йәштәге апай-ҡәрҙәш шундай уҡ ауырыуҙан интеккән. Анна ире өсөн дә, был ике апай-ҡәрҙәш өсөн дә доға ҡылған. Апай-ҡәрҙәштәр шәбәйгән, ә Мэтью, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлеп киткән. Тәүҙә Анна үҙ-үҙенә шундай һорауҙар биргән: уларға шәбәйергә Йәһүә ярҙам итте микән? Улай булғас, ни өсөн ул минең иремде һауыҡтырманы, мин бит уның өсөн дә доға ҡылдым? Әлбиттә, был апай-ҡәрҙәштәрҙең нисек шәбәйгәнен беҙ белмәйбеҙ. Ләкин Йәһүәнең бөтә ғазаптарыбыҙҙы юҡ итәсәгенә тулыһынса ышанабыҙ. Алла үҙ дуҫтарын терелтәсәк көндө түҙемһеҙлек менән көтә (Әйүп 14:15).

8. а) Ишағыя 43:2-лә әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙе нисек нығыта? б) Доға беҙгә һынауҙар ваҡытында нисек ярҙам итә ала? («Доға беҙгә сыҙарға ярҙам итә» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.)

8 Йәһүә һәр ваҡытта ла беҙҙе нығытып торасаҡ. Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙе теләмәй (Ишағ. 63:9). Шулай ҙа ул йылғаларға һәм утҡа оҡшаш бөтә һынауҙарҙы юлыбыҙҙан алып ҡуймай. (Ишағыя 43:2-не уҡығыҙ.) Ләкин беҙ ауырлыҡтар аша үткәндә, ул беҙҙең менән булырға вәғәҙә итә. Алла бер кемгә лә, бер нәмәгә лә үҙен беҙҙән айырырға рөхсәт итмәҫ. Йәһүә, беҙ сыҙам ҡалһын өсөн, үҙенең ҡеүәтле изге рухын бирә (Лука 11:13; Флп. 4:13). Тимәк, беҙ сыҙам һәм Аллаға тоғро ҡала алабыҙd.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?

9. Ни өсөн беҙгә Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышанырға кәрәк? (Яҡуб 1:6, 7).

9 Йәһүә беҙ уға ышанырбыҙ тип көтә (Евр. 11:6). Ҡайһы саҡта һынауҙар тауҙар кеүек үтә алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Һәм беҙ шул ваҡытта: «Бында хатта Йәһүә лә ярҙам итә алмай», — тип уйлайбыҙҙыр. Ләкин Изге Яҙма, Йәһүә менән бөтә нәмәне булдыра алабыҙ, тип ышандыра (Зәб. 18:29). Шуға күрә шикләнер урынына, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уның һеҙгә яуап ҡайтарасағына ышанығыҙ. (Яҡуб 1:6, 7-не уҡығыҙ.)

10. Үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итеү нимәне аңлата? Миҫал килтерегеҙ.

10 Йәһүә үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итеүебеҙҙе көтә. Мәҫәлән, ағай-ҡәрҙәш региональ конгресҡа барыр өсөн эштән һорап китергә теләй һәм был хаҡта Йәһүәнән ярҙам һорай. Йәһүә үҙ хеҙмәтсеһенең доғаһына нисек яуап бирер? Йәһүә ҡәрҙәшкә начальник менән һөйләшер өсөн ҡыйыулыҡ бирер, ләкин ҡәрҙәшебеҙ үҙе, начальнигына барып, уның менән һөйләшергә тейеш. Моғайын, уға шунда уҡ рөхсәт бирмәҫтәр һәм уға хатта бер нисә тапҡыр һорарға тура килер. Бәлки, ул хеҙмәттәшен үҙенең урынына эшләп торорға һорар йә уға башҡа көндө эшкә сығырға тура килер. Ә, бәлки, түләүһеҙ отпуск алырға кәрәк булыр.

11. Ни өсөн беҙгә доғаларҙа ныҡышмалы булырға кәрәк?

11 Йәһүә доғаларҙа ныҡышмалы булыуыбыҙҙы көтә (1 Фес. 5:17). Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ҡайһы бер доғаларыбыҙға беҙ шунда уҡ яуап алмаҫбыҙ (Лука 11:9). Шуға күрә бирешмәгеҙ. Ҡат-ҡат доға ҡылығыҙ (Лука 18:1—7). Шулай итеп һеҙ Йәһүәгә үтенесегеҙ бик мөһим икәнен күрһәтерһегеҙ. Йәһүә лә һеҙҙең уға өмөтләнгәнегеҙҙе күрер.

НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ САҠТА ҮТЕНЕСТӘРЕБЕҘҘЕ ЯҢЫНАН ҠАРАП СЫҒЫРҒА КӘРӘК?

12. а) Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорау бирә алабыҙ һәм ни өсөн? б) Доғаларыбыҙҙа Йәһүәгә ҡарата ихтирам сағыламы-юҡмы икәнен нисек белергә? («Доғаларымда Йәһүәгә ҡарата ихтирам сағыламы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

12 Әгәр доғаларыбыҙға яуап алмайбыҙ икән, үҙебеҙгә өс һорау биреп була. Беренсе: «Мин дөрөҫ нәмә тураһында һорайыммы?» Йыш ҡына, беҙгә нимә кәрәк икәнен яҡшыраҡ беләбеҙ, тип уйлайбыҙ. Ләкин Йәһүә күберәкте күрә. Моғайын, беҙҙең өсөн яҡшыраҡ ҡарар барҙыр. Ә ҡайһы саҡта үтенестәребеҙ Алланың ихтыярына бөтөнләй тура килмәй (1 Яхъя 5:14). Мәҫәлән, беренсе абзацта әйтеп кителгән атай-әсәйҙе иҫкә төшөрәйек. Улар Йәһүәнән, балалары хәҡиҡәттә ҡалһын, тип һорай. Әлбиттә, был үтенес урынлы. Ләкин Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Ул бөтә кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың да үҙҙәре һайлағанға күрә табыныуҙарын теләй (Ҡан. 10:12, 13; 30:19, 20). Шуға күрә ата-әсәләргә Йәһүәнән, балабыҙҙың йөрәгенә тәьҫир итергә ярҙам итсе, тип һорарға кәрәк. Шулай итеп улар улдарына йә ҡыҙҙарына Йәһүәне яратып китергә һәм уға дуҫ булырға ярҙам итә алыр (Ғиб. һүҙ. 22:6; Ефес. 6:4).

Доғаларымда Йәһүәгә ҡарата ихтирам сағыламы?

Йәһүә, ҡайғыртыусан Атай булараҡ, беҙҙең доғаларыбыҙға яуап бирергә теләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта ул Барлыҡҡа килтереүсе һәм ихтирамға лайыҡ (Асыл. 4:11). Һеҙ унан нимәлер һорағанда нисек тейешле хөрмәт күрһәтә алаһығыҙ?

  • Үтенестәрегеҙ Алланың ихтыярына ҡаршы килмәһен һәм эске ниәттәрегеҙ дөрөҫ булһын (1 Яхъя 5:14). Мәҫәлән, доғағыҙ эгоистик теләктәрегеҙгә һәм ихтыяждарығыҙға тупланмаһын. Яҡуб беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә Йәһүә ундай доғаларға яуап бирмәгәне тураһында әйткән (Яҡ. 4:3).

  • Талапсан булмағыҙ һәм Йәһүәгә доғағыҙға нисек яуап бирергә кәрәклеген әйтеп тормағыҙ (Матф. 4:7). Ул доғаларығыҙға нисек яуап бирергә кәрәк икәнен яҡшыраҡ белә. Ҡайһы саҡта ул доғаларығыҙға һеҙ көткәнсә яуап бирмәҫ (Ефес. 3:20).

  • Йәһүәгә көн һайын һеҙҙең хаҡҡа эшләгән эштәре өсөн рәхмәттәр әйтергә онотмағыҙ. Уға һеҙҙең рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе ишетеү бик күңелле! (Кол. 3:15; 1 Фес. 5:17, 18).

13. Еврейҙарға 4:16-ла әйтелгәнсә, Йәһүә беҙгә ҡасан ярҙам итер? Аңлатығыҙ.

13 Икенсе һорау ошондай: «Минең доғаларыма яуап бирергә Йәһүә күҙлегендә ваҡыт еттеме?» Моғайын, беҙ Йәһүәнең хәҙер үк яуап биреүен теләйбеҙҙер. Ләкин ул иң уңайлы ваҡыт ҡасан етәсәген яҡшыраҡ белә. (Еврейҙарға 4:16-ны уҡығыҙ.) Әгәр беҙ теләгәнебеҙҙе шунда уҡ алмаһаҡ, ул доғаға яуап «юҡ» тип уйлауыбыҙ бар. Ә Йәһүә, бәлки, «хәҙер түгел» тип әйтәлер. Мәҫәлән, һауығырға теләгән йәш ағай-ҡәрҙәште иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Әгәр Йәһүә уны мөғжизәле рәүештә һауыҡтырһа, Шайтан Йәһүәне ғәйепләр ине. Ул, был ҡәрҙәш Аллаға тик уны һауыҡтырғаны өсөн генә хеҙмәт итә, тип әйтер ине (Әйүп 1:9—11; 2:4). Йәһүә бит бөтә ауырыуҙарҙы юҡ итәсәк көндө инде билдәләп ҡуйған (Ишағ. 33:24; Асыл. 21:3, 4). Әлегә иһә беҙгә мөғжизәле рәүештә һауығыуҙы көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәш бирешмәҫ өсөн һәм ауырыуына ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итер өсөн, унан көс һәм йән тыныслығы һорай ала (Зәб. 29:11).

14. Джанис ҡәрҙәштең миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

14 Вефилдә хеҙмәт итергә теләп доға ҡылған Джанисты иҫкә алайыҡ. Йәһүәнең уның доғаларына яуап биргәнен ул тик биш йыл үткәс кенә аңлаған. Ул былай тип бүлешә: «Йәһүә шул йылдар дауамында мине өйрәткән һәм шымартҡан икән. Миңә уға күберәк таянырға һәм шәхси өйрәнеүемде яҡшыртырға кәрәк булған. Ә иң мөһиме, Йәһүәгә ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, шатлыҡлы булып ҡалырға өйрәндем». Һуңыраҡ уларҙы район хеҙмәтенә билдәләгәндәр. Үткән йылдарҙы иҫенә төшөрөп, Джанис былай ти: «Мин теләгәнсә булмаһа ла, Йәһүә доғаларыма яуап бирҙе. Уның яуабы ни тиклем ғәжәп булғанын мин яңы ғына аңланым. Уның миңә ҡарата сағылдырған яратыуы һәм игелеге өсөн бик рәхмәтлемен».

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ике апай-ҡәрҙәш Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә ғариза тултыра: уны бирер алдынан доға ҡыла; 2) ғариза яҙған апай-ҡәрҙәштәрҙең береһе Батшалыҡ залында бөтәһенә лә, шул иҫәптән ғариза яҙған икенсе апай-ҡәрҙәшкә лә мәктәпкә саҡырыу ҡағыҙын шатланып күрһәтә; 3) Мәктәпкә саҡырылмаған апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә доға ҡыла һәм хат яҙа; һуңыраҡ ул башҡа ерҙә вәғәзләй һәм теократик төҙөлөштә ҡатнаша.

Йәһүә доғағыҙға яуап бирмәй кеүек тойолһа, башҡа нәмә тураһында доға ҡылып ҡарағыҙ. (15-се абзацты ҡарағыҙ.)f

15. Ни өсөн ҡайһы саҡта Йәһүәгә доғаларыбыҙға нисек яуап бирергә кәрәк икәнен әйтеп тороу дөрөҫ булмаҫ ине? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Ә өсөнсө һорау ошондай булырға мөмкин: «Бәлки, миңә башҡа нәмә тураһында доға ҡылырға кәрәктер?» Әлбиттә, Йәһүәгә нимә теләгәнебеҙҙе аныҡ әйтергә кәрәк. Шулай ҙа доғаларыбыҙға нисек яуап бирергә кәрәк икәнен уға әйтеп тороу дөрөҫ булмаҫ. Шул саҡта Йәһүәнең беҙҙең өсөн нимә теләгәнен күреү еңелерәк булыр. Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға теләгән апай-ҡәрҙәштең миҫалына ҡайтайыҡ. Ул был мәктәптә уҡырға һәм ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итергә хыяллана. Шуға күрә ул был хаҡта доға ҡылыуын дауам итә ала. Һәм шул уҡ ваҡытта Йәһүәнән уға күберәк хеҙмәт итер өсөн мөмкинлектәр күрһәтеүен һорай ала (Ғәм. 16:9, 10). Һуңынан уға үҙ доғаһы буйынса эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, ул район күҙәтсеһенән яҡын тирәлә күберәк пионерҙар кәрәк булған йыйылыштар бармы-юҡмы икәне тураһында һорай ала йә, филиалға яҙып, вәғәзселәргә ҡайҙа ихтыяж бар икәнен белә алаe.

16. Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек?

16 Йәһүә доғаларыбыҙға яуап биргәндә яратыу һәм ғәҙеллек менән эш итә (Зәб. 4:3; Ишағ. 30:18). Ҡайһы саҡта Алла беҙ теләгәнсә яуап бирмәй, ләкин ул бер доғаны ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йәһүә беҙҙе ярата һәм бер ҡасан да ҡалдырмаҫ (Зәб. 9:10). Шуға күрә «һәр саҡ уға таянығыҙ» һәм күңелегеҙҙә булғандың барыһын һөйләгеҙ (Зәб. 62:8).

ДОҒА ТУРАҺЫНДА ӘЙТКӘНДӘ...

  • беҙ Йәһүәнән нимә көтә алабыҙ?

  • Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

  • ни өсөн ҡайһы саҡта үтенестәребеҙҙе яңынан ҡарап сығырға кәрәк?

43-СӨ ЙЫР Рәхмәт доғаһы

a Был мәҡәлә беҙҙе шуға ышандыра: Йәһүә доғаларыбыҙға яуап биргәндә һәр ваҡытта ла яратыу һәм ғәҙеллек менән эш итә.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c «Күҙәтеү манараһы» 2022 йылдың февраль айының сығарылышында «Йәһүәнең дөрөҫ эш итеүенә тулыһынса ышанаһығыҙмы?» тигән мәҡәләнең 3—6-сы абзацтарын ҡарағыҙ.

d Йәһүәнең беҙгә һынауҙарҙы йырып сығырға нисек ярҙам иткәне тураһында күберәк белер өсөн, jw.org сайтында «Доға беҙгә сыҙарға ярҙам итә» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

e Әгәр һеҙ башҡа филиалдың территорияһында хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» тигән китаптың (тат.) 10-сы бүлеген 6—9-сы абзацтарын ҡарағыҙ.

f ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ике апай-ҡәрҙәш доға ҡыла һәм Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә ғариза тултыра. Һуңыраҡ уларҙың береһен саҡыралар, ә икенсеһен юҡ. Саҡырылмаған ҡәрҙәш бойоҡмай, ул Йәһүәгә хеҙмәтен киңәйтеүе тураһында доға ҡыла. Вәғәзселәргә ҡайҙа ихтыяж булғаны тураһында белер өсөн филиалға хат яҙа.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу