Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 1. Ғайса Мәсих кем ул?

      Ғайса — ул күктә йәшәгән ҡеүәтле фәрештә. Йәһүә Алла уны барыһынан алда барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә Изге Яҙмала ул «яратылғандарҙың беренсеһе» тип атала (Колосстарға 1:15, ЯДТ). Ғайса шулай уҡ Алланың «берҙән-бер Улы»a тип тә атала, сөнки уны ғына Алла үҙе барлыҡҡа килтергән (Яхъя 3:16). Ғайса, Атаһына бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә ярҙам итеп, уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30-ҙы уҡы.) Ғайсаны Йәһүә менән яҡын, йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Ул, Алла исеменән һөйләп, башҡаларға уның хәбәрҙәрен һәм күрһәтмәләрен еткерә, шуға күрә «Һүҙ» тип атала (Яхъя 1:14).

  • Ғайсаның үлеме беҙҙе нисек ҡотҡара ала?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 27-се дәрес. Ғайсаның кәүҙәһен бағананан төшөрәләр.

      27-СЕ ДӘРЕС

      Ғайсаның үлеме беҙҙе нисек ҡотҡара ала?

      Кешеләр гонаһ ҡыла, ғазап сигә һәм үлә, сөнки беренсе пар Әҙәм менән Һауа Аллаға буйһонмағанa. Әммә хәлебеҙ өмөтһөҙ түгел. Йәһүә үҙенең Улы Ғайса Мәсих аша кешелекте гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн саралар күргән. Изге Яҙма буйынса, Ғайса үҙ ғүмерен биреп йолом түләгән. Йолом — берәйһенең азат ителеүе өсөн түләнгән хаҡ. Ғайса, был хаҡты түләр өсөн, үҙенең камил ғүмерен биргән. (Матфей 20:28-ҙе уҡы.) Ул, үҙ теләге менән ерҙә мәңге йәшәү хоҡуғынан баш тартып, беҙгә Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды ҡайтарырға мөмкинлек биргән. Бынан тыш, был ҡорбан Йәһүәнең һәм Ғайсаның беҙҙе ни ҡәҙәр яратҡандарын күрһәтә. Ошо дәрес һиңә Ғайсаның ҡорбанын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер.

      1. Ғайсаның үлеме беҙгә бөгөн ниндәй файҙа килтерә?

      Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы, шуға күрә йыш ҡына эштәребеҙ менән Йәһүәне күңелһеҙләндерәбеҙ. Әммә ысын күңелдән үкенеп Йәһүәнән Ғайса Мәсих аша ғәфү үтенһәк, беҙ Алланың дуҫтары булып ҡала алырбыҙ. Беҙгә шулай уҡ хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫ өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк (1 Яхъя 2:1). Изге Яҙмала былай тиелә: «Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте» (1 Петр 3:18).

      2. Ғайсаның үлеме беҙгә киләсәктә ниндәй файҙа килтерер?

      Йәһүә Ғайсаны кешеләр өсөн үлергә ебәргән. Ғайса, үҙенә иман иткән «бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн», үҙенең камил кеше ғүмерен биргән (Яхъя 3:16). Бының ярҙамында Йәһүә Әҙәмдең тыңламаусанлығы килтергән бөтә зыянды тиҙҙән юҡ итәсәк. Тимәк, Ғайсаның ҡорбанына иман итһәк, беҙҙең ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү мөмкинлеге тыуа (Ишағыя 65:21—23).

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Ғайсаның үҙ ғүмерен ни өсөн биргәнен һәм был һиңә ниндәй файҙа килтергәнен ентекләберәк ҡарап сыҡ.

      3. Ғайсаның үлеме беҙҙе гонаһ менән үлемдән азат итә

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса ни өсөн үлгән?» (1-се өлөш) (2:01)

      • Аллаға буйһонмайынса Әҙәм ниндәй мөмкинлекте юғалтҡан?

      Римдарға 5:12-не уҡы һәм яуап бир:

      • Әҙәмдең гонаһы һинең тормошоңа нисек тәьҫир иткән?

      Яхъя 3:16-ны уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Ни өсөн Йәһүә үҙенең Улын ергә ебәргән?

      А. Рәсемдәрҙә: 1. Әҙәм Аллаға буйһонмағандан һуң. 2. Бер кешене ерләйҙәр. Рәсемдәрҙә: А. Әҙәм Аллаға буйһонмағандан һуң. Б. Ғайса Мәсих. Б. Рәсемдәрҙә: 1. Ғайса Мәсих. 2. Төрлө расанан һәм мәҙәниәттән булған төрлө йәштәге кешеләр.

      4. Ғайсаның үлеме бөтә кешеләргә лә файҙа килтерә ала

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса ни өсөн үлгән?» (2-се өлөш) (2:00)

      • Нисек бер кешенең үлеме бөтә кешеләрҙе ҡотҡара ала?

      1 Тимофейға 2:5, 6-ны уҡы һәм яуап бир:

      • Әҙәм камил кеше булған, уның гонаһы арҡаһында бөтә кешеләр гонаһ менән үлемде мираҫ итеп алған. Ғайса ла камил кеше булған. Ни өсөн ул тейешле йолом биргән тип әйтеп була?

      5. Йолом — Йәһүәнең һиңә биргән бүләге

      Йәһүәнең дуҫтары йоломдо үҙҙәренә бирелгән бүләк тип һанай. Миҫал өсөн Галаттарға 2:20-не уҡы һәм яуап бир:

      • Илсе Павел йоломдо үҙенә бирелгән бүләк итеп ҡабул иткәнен нисек күрһәткән?

      Әҙәм гонаһ ҡылғас, ул үҙе һәм уның бөтә тоҡомдары үлемгә хөкөм ителгән. Әммә Йәһүә үҙенең Улын ебәргән. Ғайса, үҙ ғүмерен биреп, беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеген асҡан.

      Ошо аяттарҙы уҡыған саҡта Йәһүәнең үҙ Улының ғазапланыуын күргәндә ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдына килтер. Яхъя 19:1—7, 16—18-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Йәһүә менән Ғайсаның һинең өсөн ниндәй ҡорбандарға барғанын белеү һиндә ниндәй хистәр тыуҙыра?

      КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Нисек бер кешенең үлеме бөтә кешеләрҙе ҡотҡара ала?»

      • Һин нисек яуап бирер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Ғайсаның үлеме нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә һәм беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеген бирә.

      Ҡабатлау

      • Ни өсөн Ғайса үлгән?

      • Ни өсөн Ғайсаның камил ғүмере тейешле йолом була алған?

      • Ғайсаның үлеме һиңә ниндәй файҙа килтерә ала?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Ни өсөн Ғайсаның камил ғүмере йолом тип атала?

      «Ғайсаның ҡорбаны нисек итеп „күптәрҙе йолоп“ ала?» (интернет-мәҡәлә)

      Ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәк?

      «Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?» (интернет-мәҡәлә)

      Йәһүә етди гонаһтарҙы ғәфү итә аламы?

      «Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 май)

      Ғайсаның ҡорбаны бер иргә холҡон үҙгәртергә ярҙам иткән.

      «Мин инде бүтән рәхимһеҙлек ҡоло түгел» (интернет-мәҡәлә)

      a Гонаһ — ул ниндәйҙер насарлыҡ ҡылыу ғына түгел. Был һүҙ шулай уҡ Әҙәм менән Һауанан күскән насарлыҡҡа тартылыуҙы ла аңлата.

  • Йәһүәгә һәм Ғайсаға рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 1. Аллаға һәм Мәсихкә рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була?

      Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайсаға иман иткән һәр кем мәңге йәшәй аласаҡ (Яхъя 3:16). Әммә иман итеү үҙ эсенә нимәне ала? Ғайсаға ышаныуҙан тыш, беҙгә шулай уҡ иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә кәрәк. Иманыбыҙ шулай уҡ ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙа сағылырға тейеш (Яҡуб 2:17). Беҙ иманыбыҙҙы эштәр һәм һүҙҙәр менән күрһәткәндә, беҙҙең Ғайса һәм уның Атаһы Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ нығый бара. (Яхъя 14:21-ҙе уҡы.)

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу