21-се йыр
Шәфҡәтле кешеләр бәхетле!
1. Алла шәфҡәтлек ярата!
Шәфҡәтле кеше бәхетле.
Улар әйтә: «Йәһәвәбеҙ
Шәфҡәт, мәрхәмәт күрһәтә».
Ғайсаның йолом ҡорбаны
Беҙҙе үлемдән ҡотҡара.
Көсһөҙ беҙ, Ул быны белә,
Шуға мәрхәмәтле беҙгә.
2. Беҙ күрһәтһәк мәрхәмәтлек,
Алла бирәсәк тыныслыҡ.
Ғайса Йәһәвә янында,
Ул Аралашсы, Яҡлаусы.
Йыуаштар вәғәзләп ерҙә,
Мәрхәмәт менән бүлешә:
«Шатлыҡлы булығыҙ, әйҙә!
Батшалыҡ идара итә!»
3. Шәфҡәтлектә кем үҙгәрмәй,
Алла бүләкһеҙ ҡалдырмай,
Хөкөм иткәндә, Йәһәвә
Тырыш хеҙмәтен онотмай.
Шәфҡәтле тырыш булырға,
Был сифатты үҫтерергә.
Алла һәм Мәсих юлында
Шәфҡәтле булайыҡ, әйҙә!
(Лука 6:36; Рим. 12:8; Яҡ. 2:13-тө лә ҡара.)