Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ишек төбөндә өйрәнеү башлайбыҙ
Ни өсөн был мөһим? Шәкерттәр әҙерләр өсөн, беҙ Алла Һүҙенә өйрәтә белергә тейеш (Мат. 28:19, 20). Һәр беребеҙ башҡаларҙы хәҡиҡәткә уңышлы өйрәтә ала. Беҙ быны, мәҫәлән, Изге Яҙмалар буйынса фекер алышыр өсөн шәхси пландарыбыҙ ярҙамында эшләй алабыҙ. Урынлы булһа, ундай пландарҙы беренсе килеүҙә үк ҡулланырға мөмкин.
Ошо айҙа былай эшләп ҡара:
Изге Яҙмалар өйрәнеүен үткәрергә теләгем булһын, тип доға ҡыл. Шулай уҡ Йәһәвәнән, өйрәнеү башларға һәм хәҡиҡәткә оҫта өйрәтә белергә ярҙам ит, тип һора (Флп. 2:13).
Шәхси өйрәнеү йәки ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында инеш һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлап, уны иҫеңдә ҡалдыр. Һөҙөмтәлә һин инанғанлыҡ менән һөйләй һәм ишек төбөндә өйрәнеү башлай алырһың.