13-СӨ БҮЛЕК
Ысын иман мәңгелек бәхеткә алып бара
ИЗГЕ Яҙмаларҙа: «Тәҡүә үҙ иманы менән йәшәр», — тип әйтелә (Римлыларға 1:17). Был иҫ киткес вәғәҙә һеҙгә лә ҡағыла. Нисек итеп?
Ерҙә үҙ йөкләмәһен үтәп сыҡҡас, Ғайса, Мәсих, Алла янына күккә күтәрелгән. Шәкерттәре күргәнсә, ул «күккә ашты һәм болот Уны уларҙың алдынан алып китте» (Илселәр 1:9). Унда Алла уны күктәге бик көслө Батша итеп билдәләгән. Яҡын киләсәктә Ғайса, «Кеше Улы», «үҙ данында һәм барлыҡ фәрештәләре менән килгәс, шөһрәтле тәхетенә ултырасаҡ. Шунда уның ҡаршыһына бар халыҡтарҙы йыясаҡтар, һәм ул, көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған кеүек, кешеләрҙе ике төркөмгә бүләсәк» (Маттай 25:31, 32). Был ҡасан буласаҡ?
Изге Яҙмаларҙа бөтә ер йөҙөндә буласаҡ тәртипһеҙлек осоро тураһында пәйғәмбәрлек бирелә. Был осор Мәсихтең тиҙҙән халыҡтарҙы хөкөм итәсәгенә билдә булып торасаҡ. Ғайса: «Халыҡ халыҡҡа ҡаршы, батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер; урыны-урыны менән көслө ер тетрәүҙәр булыр, аслыҡ һәм ауырыуҙар булыр, күктән ҡурҡыныс күренештәр... булыр», — тип әйтеп, был билдә үҙ эсенә нимәне аласағын аңлатҡан (Лука 21:7, 10, 11).
Мәсих тиҙҙән халыҡтарҙы хөкөм итергә киләсәк. Был бөгөнгө донъя хәленән күренә
Бөгөн беҙ Ғайсаның был һүҙҙәре нисек үтәлгәнен ап-асыҡ күреп торабыҙ. Тиҙҙән Ғайса яуыздарҙы һәләк итер өсөн киләсәк. Ахыр сиктә, хатта Шайтан да юҡ ителәсәк! Бөтә ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк. Кешеләр бер-береһе менән һәм хатта хайуандар менән дә татыу йәшәйәсәк. «Бүре ваҡыт-ваҡыт һарыҡ бәрәсе янында йәшәйәсәк, ҡаплан кәзә бәрәсе янында ятасаҡ. Быҙау, яллы йәш арыҫлан һәм һимертелгән хайуан бергә буласаҡтар, һәм бәләкәй малай уларҙы йөрөтәсәк... Зыян килтермәҫтәр һәм бер нәмәне лә емермәҫтәр» (Ишағия 11:6, 9). «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ». «Ул саҡта һуҡырҙарҙың күҙҙәре асыласаҡ һәм һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары асылып китәсәк» (Ишағия 33:24; 35:5). Хатта үлгән кешеләр ҙә терелтеләсәк. Йәһүә «уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк, һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу инде булмаясаҡ» (Ишағия 25:8; Асыш 21:4). Алланың ергә ҡарата башланғыс ниәте үтәләсәк. Ниндәй иҫ киткес өмөт!
Иманығыҙҙы нығытығыҙ
Алла ниндәй кешеләрҙе Ожмахтағы тормош менән бүләкләйәсәк? Иманлы кешеләрҙе — ысын иманға эйә булғандарҙы!
Ысын иман Алла Һүҙенән алынған теүәл белемдәргә нигеҙләнгәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Шуға күрә артабан да Алла һәм Ғайса тураһында күберәк белергә тырышығыҙ!
Ысын иманға эйә булған кешеләр Ожмахта мәңге йәшәйәсәк!
Ысын иман ғәҙел эштәр менән нығытыла. Алла Һүҙендә: «Иман эштәр менән күрһәтелмәһә, үле», — тип әйтелә (Яҡуп 2:26). Шундай яҡшы эштәр ҡылып, һеҙ Алланың көс, ғәҙеллек, аҡыллылыҡ һәм мөхәббәт кеүек һоҡландырғыс сифаттарын сағылдырырһығыҙ. Был сифаттарҙы үҫтереүҙән туҡтамағыҙ!
Ысын иманды нығытыу һеҙгә мул фатихалар килтерәсәк. Ысынлап та, ысын иман бөгөн дә, мәңгелек киләсәктә лә бәхетле тормош асҡысы булып тора!