АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЙӘЗӘКИЛ 42—45
Саф ғибәҙәт ҡылыу торғоҙолған!
Йәзәкилгә бирелгән ғибәҙәтхана тураһындағы күренеш әсирлектә булған тоғро йәһүдтәрҙе саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙоласағына ышандырған. Шул уҡ ваҡытта был күренеш Йәһүәнең саф ғибәҙәткә ҡағылышлы юғары нормаларын иҫкә төшөргән.
Руханиҙар халыҡты Йәһүәнең нормаларына өйрәтергә тейеш булған
44:23
Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең беҙгә «нәжес һәм таҙа нәмәләр араһындағы айырманы» аңлатҡанын күрһәткән бер нисә миҫал килтер (kr-TAT 110—117 бб.)
Халыҡ Йәһүә билдәләгән кешеләргә буйһонорға тейеш булған
45:16
Һин үҙ йыйылышыңдың өлкәндәренә нисек буйһона алаһың?