34-СЕ БҮЛЕК
Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
ҺИН беләһеңдер, кешеләр ҡартая, ауырый һәм үлә. Хатта балалар ҙа үлә. Үлемдән йә үлгән кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәкме? ~ Кеше үлһә, уның менән нимә була икәнен беләһеңме? ~
Бөгөнгө көндә үлгәндәрҙең береһе лә йәшәүгә кире ҡайтмай һәм был һорауға яуап бирә алмай. Әммә Бөйөк Остаз Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта, ундай кеше булған. Уның тураһында уҡып, беҙ кеше үлгәс, уның менән нимә була икәнен белербеҙ. Лазарь исемле был кеше Ғайсаның дуҫы булған һәм Иерусалим янындағы Вифания исемле бәләкәй генә бер ауылда йәшәгән. Уның Марфа һәм Мәрйәм исемле апалы-һеңлеле ике бер туғаны булған. Әйҙә, был ғаиләлә ниндәй хәл булғанын беләйек.
Бер көндө Лазарь ҡаты ауырып китә. Ғайса ул ваҡытта унан йыраҡ була. Шуға күрә Марфа менән Мәрйәм Ғайсаға, Лазарь ауырый, тигән хәбәр ебәрә. Улар, Ғайса килер ҙә Лазарҙы һауыҡтырыр, тип өмөтләнә. Ғайса табип булмаған. Әммә уның, төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырыр өсөн, Алла биргән көсө булған (Матфей 15:30, 31).
Лазарҙың хәле насарайғандан-насарая бара, һәм ул Ғайса килгәнсе үлә. Ләкин Ғайса шәкерттәренә: «Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам», — ти. Шәкерттәре уны аңламай. Шуға күрә Ғайса уларға: «Лазарь үлгән», — тип асыҡтан-асыҡ әйтә. Ғайсаның һүҙҙәренән беҙ үлем тураһында нимә аңлайбыҙ? ~ Эйе, үлемде тәрән йоҡо менән сағыштырып була. Был йоҡо шул тиклем ҡаты, хатта кеше төштәр ҙә күрмәй.
Ғайса Марфа һәм Мәрйәм янына бара. Унда инде дуҫтары һәм туғандары йыйылған. Улар Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға килгән. Ғайса килә икәнен ишеткәс, Марфа уның ҡаршыһына йүгерә. Тиҙҙән Мәрйәм дә килә. Ул бик ҡайғыра, үкһеп илай һәм Ғайсаны күреү менән уның аяғына йығыла. Мәрйәм артынан килгән дуҫтары ла илай.
Бөйөк Остаз: «Һеҙ Лазарҙы ҡайҙа ерләнегеҙ?» — тип һорай. Шунда кешеләр Ғайсаны Лазарь ятҡан мәмерйә янына алып килә. Ғайса йыйылған кешеләрҙең хәсрәтләнеп илағанын күрә һәм үҙе лә көйөнөп илай. Ул яҡын кешеңде юғалтыу ни тиклем күп хәсрәт килтергәнен белә.
Мәмерйә ауыҙы таш менән ҡапланған. Ғайса: «Ташты ситкә шылдырығыҙ!» — тип әйтә. Әммә быны эшләргә кәрәкме? ~ Марфаға был бер ҙә оҡшамай. Ул: «Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде», — ти.
Әммә Ғайса уға: «Мин һиңә: „Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең“, — тимәгәйнемме ни?» — тип әйтә. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, Марфа Алланы данлаясаҡ ваҡиғаны күрергә тейеш. Ғайса нимә эшләргә йыйына һуң? Мәмерйәне асалар, һәм Ғайса ҡысҡырып Йәһүәгә доға ҡыла. Шунан һуң Ғайса көслө тауыш менән: «Лазарь, сыҡ!» — ти. Лазарь ысынлап та сығырмы? Был мөмкинме һуң? ~
Һин йоҡлаған кешене уята алаһыңмы? ~ Әлбиттә, һин көслө тауыш менән саҡырһаң, ул уяныр. Әммә үлем йоҡоһона талған кешене уятып буламы? ~ Юҡ. Һин нисек кенә ҡысҡырһаң да, үлгән кеше һине ишетмәҫ. Һин дә, мин дә, ерҙә йәшәгән бер кем дә үлгән кешене уята алмай.
Ғайса Лазарь өсөн нимә эшләгән?
Әммә Ғайса быны булдыра алған. Уның Алланан бирелгән көсө булған. Ғайса Лазарҙы саҡырғас, таң ҡалырлыҡ ваҡиға була. Дүрт көн буйы үле ятҡан кеше мәмерйәнән килеп сыға! Ул яңынан йәшәүгә ҡайтарыла! Ул ҡабат һулай ала, йөрөй ала, һөйләшә ала! Эйе, Ғайса Лазарҙы үленән терелтә (Яхъя 11:1—44).
Ә хәҙер бына нимә тураһында уйлап ҡара: Лазарь үлгәс, уның менән нимә булған? Уның ниндәйҙер бер өлөшө — йәне йә рухы — тәненән айырылып ҡайҙалыр йәшәүен дауам иткәнме? Бәлки, Лазарҙың йәне күккә киткәндер? Ә, бәлки, ул дүрт көн буйы Алла һәм изге фәрештәләр янында булғандыр? ~
Юҡ. Иҫеңә төшөр, Ғайса, Лазарь йоҡлай, тигән. Ә кеше йоҡлағанда берәй нәмә беләме? Йоҡлаған саҡта тирә-яҡта нимә булғанын һиҙмәйһең, шулай бит? ~ Йоҡлап торғас, һин сәғәткә ҡарамайынса күпме йоҡлағаныңды теүәл генә әйтә лә алмайһың.
Үлгәндәр менән дә шундай уҡ хәл. Улар бер нәмә лә белмәй. Улар бер нәмә лә һиҙмәй. Һәм бер нәмә лә эшләй ҙә алмай. Бына ниндәй хәлдә булған Лазарь. Үлем тәрән йоҡоға оҡшаш. Изге Яҙмала: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйтелә (Вәғәзсе 9:5, 10).
Үлгәндән һуң Лазарь ниндәй хәлдә булған?
Үҙең уйлап ҡара: әгәр Лазарь дүрт көн буйы күктә булһа, ул был турала һөйләмәҫ инеме ни? ~ Ә Ғайса уны шундай иҫ киткес яҡшы урындан ергә кире ҡайтарыр инеме? ~ Әлбиттә, юҡ!
Ләкин күп кеше, беҙҙең йәнебеҙ бар, һәм ул тән үлгәндән һуң йәшәүен дауам итә, тип әйтә. Улар раҫлауынса, Лазарҙың йәне, тәне үлгәндән һуң, имеш, ҡайҙалыр йәшәүен дауам иткән. Әммә Изге Яҙма быға өйрәтмәй. Изге Яҙмала, Алла Әҙәмде «тере йән» итеп барлыҡҡа килтергән, тиелә. Тимәк, Әҙәм үҙе тере йән булған. Изге Яҙмала шулай уҡ, гонаһ ҡылғас, Әҙәм үлгән, тип әйтелә. Ул «үле йән» булып киткән һәм яңынан үҙе барлыҡҡа килтерелгән тупраҡҡа әйләнгән. Изге Яҙмала шулай уҡ, Әҙәмдең бөтә тоҡомдарына ла гонаһ менән үлем күскән, тип аңлатыла (Башланмыш 2:7, ЯДТ; 3:17—19; Һандар 6:6; Римдарға 5:12).
Эйе, шуныһы ап-асыҡ: беҙҙең тәнебеҙҙән айырыла алырҙай йәнебеҙ юҡ. Һәр кеше — үҙе йән. Ә бөтә кешегә лә беренсе кешенән — Әҙәмдән — гонаһ күскәнгә күрә, Изге Яҙмала: «Гонаһ ҡылып йөрөгән йән үлер», — тиелә (Йәзәкил 18:4).
Ни өсөн үлеләрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй?
Ҡайһы бер кеше үлеләрҙән ҡурҡа. Улар зыяратҡа яҡын барырға ла ҡурҡа. Сөнки улар, үлгәндәрҙең тәндән айырым йәшәгән йәне бар, һәм шул йән тере кешеләргә зыян килтерә ала, тип уйлай. Әммә нисек итеп үлеләр тере кешеләргә зыян килтерә алһын? ~ Әлбиттә, бер нисек тә.
Ҡайһы берәүҙәр, хатта үлеләр рухтар булып кешеләр янына килеп йөрөй, тип ышана, шуға күрә уларға ризыҡ ҡуя. Ундай кешеләр ысынында Алла өйрәткәндәргә ышанмай. Әгәр беҙ Алла әйткәндәргә ышанһаҡ, үлеләрҙән ҡурҡмаясаҡбыҙ. Шулай уҡ йәшәү өсөн Аллаға ысынлап та рәхмәтле булһаҡ, беҙ ул хуплағанды эшләйәсәкбеҙ.
Бәлки, һин шуны белергә теләйһеңдер: үлгән балаларҙы Алла терелтерме? Ул быны эшләргә теләйме? Был турала һин киләһе бүлектән белерһең.
Үлгән кешеләр ниндәй хәлдә икәне хаҡында һәм кеше — ул үҙе йән икәне тураһында ошо шиғырҙарҙа ла әйтелә: Зәбур 115:17; 146:3, 4 һәм Иремия 2:34.