Уҡыусыларҙың һорауҙары
Илсе Павел: «Алла... көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ», — тип яҙған (1 Кор. 10:13). Был һүҙҙәр, Йәһүә беҙҙең ниндәй һынауҙарға сыҙай алғаныбыҙҙы алдан уҡ белә һәм шуға ҡарап ҡайһы һынауҙарға юл ҡуйырға икәнен хәл итә, тигәнде аңлатамы?
Әгәр ысынлап та шулай булған булһа, беҙҙең өсөн был нимә аңлатыр ине. Улы үҙ-үҙенә ҡул һалған бер ағай-ҡәрҙәш бына нимә тип һораған: «Беҙ ҡатыным менән улыбыҙҙың үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеүен кисереп сыға аласағыбыҙҙы Йәһүә алдан уҡ белгәнме? Был хәл Алланың беҙ быға сыҙай аласаҡбыҙ тип уйлауы арҡаһында булдымы?» Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ниндәй һынауҙар менән осрашырға тейешлеген хәл итә, тип уйларға нигеҙ бармы?
Павелдың 1 Коринфтарға 10:13-тә яҙылған һүҙҙәрен тағы ла ентекләберәк ҡарап сығыу бындай һығымтаға килергә ярҙам итә: Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең ниндәй һынауҙарҙы кисереп сыға алыуыбыҙҙы билдәләмәй һәм уларҙың ҡайһыһына юл ҡуйырға икәнен хәл итмәй. Ни өсөн бындай һығымта яһап була? Әйҙәгеҙ, дүрт сәбәп ҡарап сығайыҡ.
Беренсенән, Йәһүә кешеләргә ихтыяр ирке бүләк иткән. Ул кешеләрҙең тормош юлын үҙҙәре һайлауын теләй (Ҡан. 30:19, 20; Еш. 24:15). Дөрөҫ юл һайлаһаҡ, беҙ Йәһүәнең аҙымдарыбыҙҙы йүнәлтәсәгенә өмөтләнә алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 16:9). Ләкин насар юлға баҫһаҡ, беҙгә ҡарарыбыҙҙың әсе емештәрен татырға тура киләсәк (Гал. 6:7). Әгәр Йәһүә ниндәй һынауҙарға юл ҡуйырға, ә ниндәйҙәренә юл ҡуймаҫҡа икәнен хәл иткән булһа, был ихтыяр иркебеҙҙең әһәмиәтен кәметмәҫ инеме ни?
Икенсенән, Йәһүә беҙҙе «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгеүҙән» һаҡламай (Вәғ. 9:11). Тейешһеҙ ваҡытта тейешһеҙ урынға эләкһәк, беҙҙең һәр беребеҙ бәхетһеҙлеккә, ә ҡайһы саҡ хатта ауыр эҙемтәләргә килтергән бәлә-ҡазаға осрай ала. Манараның ауыуы арҡаһында 18 кешенең һәләк булыуын иҫкә алып, Ғайса был хәлдең Алла ихтыяры буйынса булмағанын аңлатҡан (Лука 13:1—5). Бәлә-ҡазалар килгәндә кем иҫән ҡаласаҡ, ә кем һәләк буласаҡ икәнен Алла алдан уҡ хәл итә, тип уйлай дөрөҫ булыр инеме?
Өсөнсөнән, беҙҙең һәр беребеҙ бәхәсле һорауҙа ҡатнаша. Шайтан, Йәһүәнең хеҙмәтселәре һынауҙарға дусар булғанда тоғролоҡ һаҡламаясаҡ, тип раҫлай (Әйүп 1:9—11; 2:4; Асыл. 12:10). Әгәр Йәһүә, ниндәйҙер һынауҙарға көсөбөҙ етмәҫ, тип уйлап, беҙҙе был һынауҙарҙан һаҡлап торһа, Шайтандың, кешеләр Аллаға үҙ файҙаһын ҡайғыртып ҡына хеҙмәт итә, тигән ғәйепләүе тағы ла көсәйер ине.
Дүртенсенән, Йәһүә киләсәгебеҙҙе алдан күреү һәләте менән һәр ваҡытта ла ҡулланмай. Әгәр Алла ниндәй һынауҙар менән осрашасағыбыҙҙы алдан хәл иткән булһа, уға киләсәгебеҙ хаҡында барыһын да белергә кәрәк булыр ине. Ләкин бындай ҡараш Изге Яҙмаға ҡаршы килә. Әлбиттә, Йәһүә киләсәкте күрә ала (Ишағ. 46:10). Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, Алла үҙенең был һәләтен һайлап ҡына ҡуллана (Баш. 18:20, 21; 22:12). Ул ихтыяр иркебеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итә. Әллә азатлығыбыҙҙы ҡәҙерләгән һәм бөтә сифаттарын камил тигеҙлектә сағылдырған Алланан быны көтөргә кәрәк түгелме? (Ҡан. 32:4; 2 Кор. 3:17)
Улайһа, Павелдың «Алла... көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ» тигән һүҙҙәрен нисек аңларға? Бында Павел Алланың һынауҙарға тиклем түгел, ә һынауҙар ваҡытында нисек эш иткәнен тасуирлай. Был һүҙҙәр беҙҙе шуға ышандыра: ниндәй генә һынауға дусар булһаҡ та, Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙҙе нығытасаҡ (Зәб. 55:22). Павелдың һүҙҙәре ике төп хәҡиҡәткә нигеҙләнгән.
Беренсе хәҡиҡәт: беҙ «әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына» дусарбыҙ. Был донъяла бәлә-ҡазаларҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡасып булмай. Әммә, Йәһүәгә таянһаҡ, беҙ уларҙы кисереп сыға алабыҙ (1 Пет. 5:8, 9). 1 Коринфтарға 10:6—11-ҙә Павел израилдәрҙең сүлдә кисергән һынауҙары тураһында яҙған. Аллаға тоғро булғандар өсөн шул һынауҙарҙың береһе лә кисереп сыға алмаҫлыҡ ауыр булмаған. Әммә, Павел асыҡ итеп күрһәткәнсә, ҡайһы бер израилдәр Аллаға буйһонмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Аллаға таянмаған һәм насар теләктәргә бирелгән.
Икенсе хәҡиҡәт: «Алла... тоғро». Алланың үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә итеүе шуны асыҡлай: ул «үҙен яратыусыларға һәм әмерҙәрен үтәүселәргә» тоғро яратыу күрһәтә (Ҡан. 7:9). Өҫтәүенә, Алла халҡының тарихынан күренеүенсә, Йәһүә үҙ вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй (Еш. 23:14). Быны иҫтә тотоп, Алланы яратҡан һәм уға буйһонған кешеләр һынауҙар менән осрашҡан саҡтарында Алланың 1 Коринфтарға 10:13-тә яҙылған бындай вәғәҙәһенә тоғро ҡаласағына тулыһынса ышана ала: 1) ул һынауҙың кисереп сыҡҡыһыҙ булып китеүенә юл ҡуймаясаҡ; 2) ул «үтеү юлын да күрһәтәсәк».
Йәһүә «беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата»
Йәһүә үҙенә таяныусыларға һынауҙы үтеү юлын нисек күрһәтә? Әлбиттә, ул беҙҙе һынауҙарҙан ҡотолдора ала. Әммә Павелдың: «Алла... һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк», — тигәнен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Тимәк, күпселек осраҡта Йәһүә, беҙгә һынауҙы кисереп сығырға ярҙам итер өсөн, бөтә кәрәкле нәмә биреп һынауҙы үтеү юлын күрһәтә. Әйҙәгеҙ, Йәһүә беҙгә ярҙам итер өсөн ҡулланған бер нисә ысулды ҡарап сығайыҡ.
Ул «беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 Кор. 1:3, 4). Йәһүә, борсоулы уйҙарҙы һәм тойғоларҙы еңергә ярҙам итеп, беҙҙе йыуата. Бының өсөн ул үҙенең Һүҙен, изге рухын һәм ышаныслы хеҙмәтсе биргән рухи аҙыҡты ҡуллана (Матф. 24:45; Яхъя 14:16; Рим. 15:4).
Ул беҙҙе үҙенең изге рухы ярҙамында йүнәлтә (Яхъя 14:26). Беҙ һынауҙар менән осрашҡанда, изге рух беҙгә, Изге Яҙманан кәрәкле шиғырҙарҙы һәм принциптарҙы иҫкә төшөрөп, дөрөҫ эш итергә ярҙам итә.
Ул беҙгә ярҙамға фәрештәләрҙе ебәрә ала (Евр. 1:14).
Ул ҡәрҙәштәрҙе һүҙҙәре һәм эштәре менән беҙҙе нығытырға дәртләндерерә ала (Кол. 4:11).
Шулай итеп, күреүебеҙсә, Павелдың 1 Коринфтарға 10:13-тә яҙылған һүҙҙәре, Йәһүә ниндәй һынауҙарға юл ҡуйырға, ә ниндәйҙәренә юл ҡуймаҫҡа икәнен хәл итә, тигәнде аңлатмай. Әммә һынауҙар ваҡытында шуға һис тә шикләнмәҫкә була: Йәһүәгә тулыһынса таянһаҡ, ул беҙ сыҙай алмаҫлыҡ ауырлыҡтарға юл ҡуймаясаҡ, шулай уҡ, беҙгә һынауҙы кисереп сығырға ярҙам итер өсөн, уны үтеү юлын күрһәтәсәк. Был беҙҙе ни тиклем йыуата!