Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 июнь 7 б.
  • Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Интернетта һин кем менән дуҫлашаһың?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәрҙең тиҫкәре йоғонтоһо. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?
    Төрлө темалар
  • Үҙегеҙ хаҡында кәрәгенән артыҡ уйламағыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 июнь 7 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан

Ғайса таштарҙы икмәккә әйләндерергә ризалашмаған

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Һәр төрлө яйланма шикелле, социаль селтәрҙәр файҙа килтерә алһа ла, зыян килтерергә лә мөмкин. Ҡайһы бер мәсихселәр уларҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа була. Башҡа мәсихселәр социаль селтәрҙәрҙе туғандары һәм дуҫтары менән аралашыр өсөн ҡуллана. Нисек кенә булмаһын, Шайтан беҙҙең социаль селтәрҙәрҙе аҡылһыҙ ҡулланыуыбыҙҙы теләй, ә был беҙҙең абруйыбыҙға һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерер ине. Беҙ, Ғайса кеүек, Изге Яҙманың принциптарын ҡулланып, тоҙаҡтарҙы алдан күрә һәм уларҙы урап үтә алабыҙ (Лк 4:4, 8, 12).

НИНДӘЙ ТОҘАҠТАРҘАН ҺАҠЛАНЫРҒА КӘРӘК?

  • Сиктән тыш күп ваҡыт сарыф итеү. Социаль селтәрҙәрҙә сәғәттәр буйы ултырыу рухи эштәргә бағышлана алған ҡиммәтле ваҡытты урлай.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Еф 5:15, 16; Фп 1:10

  • Шикле материал ҡарау. Әҙәпһеҙ рәсемдәр ҡарау порнография менән мауығып китеүгә йә әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрергә мөмкин. Мөртәттәрҙең сайттарын һәм блогтарын уҡыу иманыбыҙға зыян килтерә ала.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Мт 5:28; Фп 4:8

  • Урынһыҙ комментарийҙар яҙыу йә урынһыҙ фото менән бүлешеү. Мәкерле йөрәк кешене социаль селтәрҙәрҙә урынһыҙ комментарийҙар яҙырға йә фото менән бүлешергә этәрергә мөмкин. Был берәй кемдең исеменә тап төшөрөргә йә рухи яҡтан абындырырға мөмкин.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Рм 14:13; Еф 4:29

«СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР АУҒА ӘЙЛӘНМӘҺЕН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ АҪТА КҮРҺӘТЕЛГӘН ТОҘАҠТАРҘАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫП БУЛА ИКӘНЕ ХАҠЫНДА УЙЛАН:

Социаль селтәрҙәрҙе ҡулланған ҡараҡ өй хужаһының ял итергә киткәнен белә
Эшкә алғанда эш биреүсе Интернетта һалынған әҙәпһеҙ фотоларыбыҙҙы күрә
Социаль селтәрҙәрҙә әҙәпһеҙ һөйләшеүҙәргә юлығыу
Төнө буйы интернетта ултырған кешегә иртән тороуы ауыр
    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу