МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Йәһүә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә өйрәтте»
Күктәге Атайыбыҙ Йәһүәнең үрнәге атай-әсәйҙәргә балаларын тәрбиәләргә нисек ярҙам итә? Абилью һәм Ула Аморим ғаиләһе тураһындағы «Йәһүә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә өйрәтте» тигән видеояҙманы ҡара һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Абилью һәм Уланың бала сағы балаларын тәрбиәләүенә нисек тәьҫир иткән?
Бала саҡтарынан балаларының ниндәй яҡшы иҫтәлектәре ҡалған?
Абилью һәм Ула нисек Ҡанун 6:6, 7-ге һүҙҙәр буйынса эш итергә тырышҡан?
Ни өсөн улар балаларына ҡағиҙәләр ҡуйыу менән генә сикләнмәгән?
Улар балаларына үҙ тормош юлын һайларға нисек ярҙам иткән?
Улар, балалары тулы хеҙмәт һайлаһын өсөн, ниндәй ҡорбандарға барған? (bt-U 178 б., 19 абз.).