4-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙманы уҡыр алдынан инеш һүҙ
Матфей 22:41—45
МАҠСАТ Изге Яҙманан берәй өҙөктө уҡыр алдынан тыңлаусыларыңды уны үҙләштерергә әҙерлә.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Изге Яҙмалағы өҙөктө нимә өсөн уҡығаныңды билдәлә. Изге Яҙманың аяттарына яһаған инеш һүҙең ниндәй фекергә иғтибар итергә теләгәнеңде күрһәтһен.
Изге Яҙманың ышаныслы сығанаҡ икәнен күрһәт. Иманлы кешеләр менән һөйләшкәндә Изге Яҙманы Алла Һүҙҙе тип ата. Шулай эшләп, һин шуны күрһәтерһең: Изге Яҙма — ул Алла зирәклегенең сығанағы.
Изге Яҙмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уят. Изге Яҙма яуап биргән һорау бир; Изге Яҙмалағы аятта хәл итеү юлы бирелгән проблеманы иҫкә ал йәки аят ярҙамында аңлатып булған берәй принципты килтер.