9-СЫ ДӘРЕС
Күргәҙмә әсбаптар
Башланмыш 15:5
МАҠСАТ Тыңлаусыларың мөһим фекерҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырһын өсөн, күргәҙмә әсбаптар ҡуллан.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Материалды аңларға ярҙам иткән әсбаптар һайла. Рәсемдәр, диаграммалар, карталар, ваҡыт һыҙыҡтары һәм башҡа күргәҙмә әсбаптар ярҙамында нескәлектәргә түгел, ә мөһим фекерҙәргә баҫым яһа. Тыңлаусыларың күргәҙмә әсбапты ғына түгел, ә һин аңлатырға теләгән фекерҙе лә хәтерҙә ҡалдырһын.
Күргәҙмә әсбап яҡшы күренһен.