УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
Йәшәү бүләген ҡәҙерләгеҙ
1. Кем беҙгә йәшәү биргән?
ЙӘҺҮӘ — «тере Алла», ул беҙгә йәшәү биргән (Иремия 10:10). Йәһүә тураһында Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды» (Асылыш 4:11). Эйе, Йәһүә беҙҙе йәшәһендәр тип барлыҡҡа килтергән. Ғүмер — Алла биргән ҡиммәтле бүләк. (Зәбур 36:9-ҙы уҡығыҙa.)
2. Бәхетле булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
2 Йәһүә беҙгә йәшәү өсөн кәрәкле булған бар нәмәне лә, шул иҫәптән, ризыҡ та, һыу ҙа биргән (Ғәмәлдәр 17:28). Улай ғына ла түгел, ул беҙҙең тормоштан шатлыҡ табып, бәхетле йәшәүебеҙҙе теләй (Ғәмәлдәр 14:15—17). Ә бәхетле булыр өсөн, Алланың ҡанундарына буйһонорға кәрәк (Ишағыя 48:17, 18).
АЛЛА ЙӘШӘҮГӘ НИСЕК ҠАРАЙ
3. Ҡабил Һабилды үлтергәс, Йәһүә нимә эшләгән?
3 Изге Яҙманан белеүебеҙсә, Йәһүә өсөн беҙҙең ғүмер ҙә, башҡаларҙың ғүмере лә бик ҡиммәтле. Мәҫәлән, Әҙәм менән Һауаның улы Ҡабил үҙенең ҡустыһы Һабилға бик ныҡ асыуланғас, Йәһүә уны, ярһыуыңды тыя бел, тип киҫәткән. Әммә Ҡабил Алланы тыңламаған. Ул «Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе», тиелә Тәүратта (Башланмыш 4:3—8). Һабилды үлтергәне өсөн, Йәһүә уға яза биргән (Башланмыш 4:9—11). Бынан күренеүенсә, ярһыу һәм күрә алмау бик ҡурҡыныс, сөнки бындай хистәр арҡаһында кеше уҫал һәм аяуһыҙ булып китергә мөмкин. Ундай кешеләр мәңгелек тормошҡа эйә була алмай. (1 Яхъя 3:15-те уҡығыҙ.) Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, беҙгә бөтә кешеләрҙе лә яратырға өйрәнергә кәрәк (1 Яхъя 3:11, 12).
4. Йәһүәнең «кеше үлтермәгеҙ» тигән ҡанунынан беҙ нимә беләбеҙ?
4 Ошо ваҡиғанан меңләгән йыл үткәндән һуң, Йәһүә, Муса пәйғәмбәргә Ун ҡанун биреп, кеше ғүмерен ҡәҙерләүен күрһәткән. Шул ҡанундарҙың береһендә: «Кеше үлтермәгеҙ», — тип яҙылған (Ҡанун 5:17). Әгәр кемдер аңлы рәүештә берәйһен үлтерһә, уның үҙен үлтерергә тейеш булғандар.
5. Алла абортҡа нисек ҡарай?
5 Ә абортҡа Йәһүә нисек ҡарай? Хатта әле тыумаған баланың ғүмере лә Йәһүә өсөн ҡәҙерле. Йәһүә израилдәргә биргән ҡанунда, берәйһе ауырлы ҡатынға һуҡһа, һәм шул арҡала уның әле тыумаған балаһы үлһә, ғәйепле кеше үлтерелергә тейеш, тип әйтелгән булған (Сығыш 21:22, 23-тө уҡығыҙb; Зәбур 127:3). Бынан күренеүенсә, әле тыумаған баланы үлтереү — ауыр гонаһ (28-се ҡушымтаны ҡарағыҙ).
6, 7. Беҙ Йәһүәгә ғүмерҙе ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
6 Йәшәүҙе юғары баһалауыбыҙҙы нисек күрһәтергә? Беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайбыҙ, мәҫәлән, тәмәке тартмайбыҙ, наркотиктар һәм насвай ҡулланмайбыҙ. Ни өсөн? Сөнки быларҙың барыһы ла һаулыҡ өсөн зыянлы, хатта үлемгә килтерергә лә мөмкин.
7 Беҙҙең тәнебеҙ ҙә — Алла биргән бүләк. Шуға күрә һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға кәрәк, быны Йәһүә талап итә. Насар ғәҙәттәр беҙҙе Алла күҙендә нәжесләй (Римдарға 6:19; 12:1; 2 Коринфтарға 7:1). Йәһүә бүләк иткән ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләмәһәк, ул ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итмәйәсәк. Яман ғәҙәттәрҙе ташлау ауыр булырға ла мөмкин. Әммә, ғүмерҙе ҡәҙерләгәнгә күрә, уларҙан арыныу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалһаҡ, Йәһүә беҙгә, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.
8. Үҙебеҙҙең дә, башҡаларҙың да ғүмеренә зыян килтермәҫ өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
8 Юғарыла әйтелгәнсә, йәшәү — ҡиммәтле бүләк, шунлыҡтан беҙгә, үҙебеҙҙең дә, башҡаларҙың да ғүмеренә зыян килтермәҫ өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, машина, мотоцикл йә башҡа транспорт йөрөткәндә, беҙ һаҡ булырға тейеш. Беҙ шулай уҡ ҡанһыҙ һәм ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған спорт төрҙәрендә ҡатнашмайбыҙ (Зәбур 11:5). Бынан тыш, өйөбөҙҙә йәшәү хәүефһеҙ булһын өсөн, саралар күрергә кәрәк. Йәһүә израилдәргә биргән ҡанунда ошондай бойороҡ булған: «Яңы йорт төҙөгәндә, түбәнән бер кем дә йығылып төшмәһен өсөн һәм ҡан түгеүҙә ғәйебең булмаһын өсөн, һин унда ҡойма яһарға тейеш» (Ҡанун 22:8).
9. Беҙгә хайуандар менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәк?
9 Хайуандар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙ ҙә Йәһүә өсөн мөһим. Алла хайуандарҙы аҙыҡ-түлек йә кейем-һалым кәрәк ваҡытта ғына йәки улар кеше ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырған саҡта ғына үлтерергә рөхсәт итә (Башланмыш 3:21; 9:3; Сығыш 21:28). Шунлыҡтан хайуандар менән аяуһыҙ мөғәмәлә итергә йәки уларҙы ҡыҙыҡ өсөн генә үлтерергә ярамай (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:10).
ЙӘШӘҮҘЕ ИЗГЕ ТИП ҺАНАҒЫҘ
10. Ҡандың йәшәү символы икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
10 Йәһүә ҡанды изге тип һанай, сөнки ҡан — йәшәү символы. Ҡабил ҡустыһы Һабилды үлтергәс, Йәһүә уға былай тигән: «Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!» (Башланмыш 4:10). Һабилдың ҡаны уның йәшәүенең символы булған, һәм ҡанды түккәне өсөн Йәһүә Ҡабилды язаға тартҡан. Туфандан һуң Йәһүә ҡандың йәшәүҙе белдереүен йәнә күрһәткән. Нух һәм уның ғаиләһенә Алла былай тигән: «Элек бирелгән үҫемлектәр менән бергә, Мин һеҙгә бөтә хайуандарҙы аҙыҡ итеп бирәм; әммә йәне [ғүмере], йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ» (Башланмыш 1:29; 9:3, 4). Йәһүә итте ҡаны менән ашарға рөхсәт итмәгән, сөнки ҡан йәнде, йәғни йәшәүҙе белдергән.
11. Йәһүә Израиль халҡына ҡанға ҡағылышлы ниндәй әмер биргән?
11 Туфандан һуң 800 йөҙ йыл самаһы үткәс, Йәһүә үҙ халҡына бындай ҡанун биргән: «Әгәр берәй израиль кешеһе йә арағыҙҙа йәшәүсе сит ил кешеһе, һунарҙа саҡта ашарға яраҡлы берәй хайуан йә ҡош тотһа, уның ҡанын ағыҙып, ҡанды тупраҡ менән ҡаплаһын». Ул шулай уҡ: «Һеҙ бер ниндәй тере заттың ҡанын ашарға тейеш түгел», — тигән (Левиттар 17:13, 14). Тимәк Йәһүә һаман да үҙ халҡының ҡанды изге тип һанауын теләгән. Уларға ит ашау рөхсәт ителгән, әммә ҡан ашау тыйылған. Хайуанды ризыҡ өсөн үлтергәндә, уның ҡанын ергә түгергә кәрәк булған.
12. Мәсихселәр ҡанға нисек ҡарай?
12 Ғайсаның үлеменән һуң бер нисә йыл үткәс, илселәр һәм йыйылыш өлкәндәре, бер һорауҙы сисер өсөн, Иерусалимда йыйылған. Улар Израиль халҡына бирелгән ҡанундың ниндәй өлөшө мәсихселәргә лә ҡағыла икәнен хәл итергә тейеш булған. (Ғәмәлдәр 15:28, 29-ны уҡығыҙ; 21:25.) Йәһүә илселәр менән өлкәндәргә үҙенең ҡанды әле лә юғары баһалауын һәм уларҙың да уны изге тип һанарға тейеш икәнен аңларға ярҙам иткән. Беренсе мәсихселәргә ҡанды ашарға ла, эсергә лә ярамаған. Шулай уҡ улар ҡаны ағыҙылмаған хайуандың итен ашарға тейеш булмаған. Был әмерҙе боҙоу боттарға табыныу йә фәхешлек ҡылыуға тиң булған. Йәһүә бөгөн дә ҡанды изге тип һанай. Шуға күрә ысын мәсихселәр ҡанды ашамай һәм эсмәй.
13. Ни өсөн Алланың хеҙмәтселәре ҡан ебәрмәй?
13 Ә ҡан ебәреү тураһында нимә әйтеп була? Алла хеҙмәтселәре ҡан ебәреүҙән баш тарта. Йәһүә ҡанды ашарға һәм эсергә рөхсәт итмәй. Әйтәйек, табип һеҙгә иҫерткес эсемлектәр эсмәҫкә ҡушҡан, ти. Был тыйыу иҫерткес эсемлекте ҡан тамырығыҙға ебәрергә була тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Ҡанды ашарға һәм эсергә рөхсәт итмәгән ҡанун шул уҡ рәүешле ҡан ебәреүҙе лә тыя. (29-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
14, 15. Алла хеҙмәтселәре ғүмерҙе ҡәҙерләһә лә, уны Алла ҡанунын боҙоп һаҡлап ҡалырға тырышырмы? Аңлатығыҙ.
14 Ә табиптар, ҡан ебәрмәһәгеҙ, үләһегеҙ, тип әйтһә, нимә эшләргә? Алланың ҡан тураһындағы ҡанунын үтәргәме, юҡмы икәнен һәр беребеҙ үҙе хәл итергә тейеш. Алла хеҙмәтселәре булараҡ беҙ ул биргән бүләкте — ғүмерҙе тәрән хөрмәт итәбеҙ. Беҙ ҡан ебәреүгә ризалашмайбыҙ, әммә ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләп, дауалауҙың башҡа ысулдарын табырға тырышабыҙ.
15 Ғүмер Алла күҙендә бик ҡәҙерле, шуға күрә беҙ сәләмәтлегебеҙ тураһында ҡайғыртырға тырышабыҙ, әммә ҡан ебәреүгә ризалашмайбыҙ. Йәһүәгә тыңлаусан булыу, уға буйһонмайынса ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышыуға ҡарағанда, күпкә мөһимерәк. Ғайса: «Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, ул уны табыр», — тигән (Матфей 16:25). Беҙ Алланы яратҡанға, уға тыңлаусан булырға теләйбеҙ. Ул беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. Беҙ ҙә уның һымаҡ ғүмерҙе юғары баһалайбыҙ һәм изге тип һанайбыҙ (Еврейҙарға 11:6).
16. Ни өсөн Алланың хеҙмәтселәре уға тыңлаусан?
16 Алла хеҙмәтселәре ҡан тураһындағы ҡанунды үтәргә тәүәккәл. Улар ҡанды ашамай, эсмәй һәм дауаланыу өсөн ҡулланмайc. Әммә, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн, улар башҡа ысулдар ҡуллана. Улар Йәшәү биреүсе һәм ҡанды Барлыҡҡа килтереүсе беҙҙең өсөн иң яҡшыһын теләгәненә инана. Һеҙ ҙә шуға инанаһығыҙмы?
ҠАНДЫ ДӨРӨҪ ҠУЛЛАНЫУ
17. Израилдәргә ҡанды нисек итеп кенә ҡулланырға рөхсәт ителгән?
17 Муса аша бирелгән Ҡанунда Йәһүә израилдәргә былай тигән: «Тере заттың ғүмере ҡанда, һәм мин үҙем уны һеҙгә, үҙегеҙҙе йолоп алырға тип [йәғни кисереү һораһындар тип], ҡорбан килтереү урыны өсөн билдәләнем, сөнки, ғүмер ҡанда булғанға, ҡан йолоп ала» (Левиттар 17:11). Израилдәр гонаһ ҡылғанда, ҡорбан итеп берәй хайуанды килтерә алған. Һуйылған хайуандың ҡанын рухани ғибәҙәтханалағы ҡорбан килтереү урынына түккән. Шулай итеп улар Йәһүәнән гонаһтарын кисереүен үтенгән. Йәһүә ҡанды шулай ғына ҡулланырға рөхсәт иткән.
18. Ғайса ҡорбаны ярҙамында беҙҙең өсөн ниндәй мөмкинлек асылған?
18 Ғайса ергә килеп, гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, үҙ ғүмерен, йәғни ҡанын, биргән. Ул үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хайуандарҙы ҡорбанға килтереү тураһындағы ҡанунды ғәмәлдән сығарған (Матфей 20:28; Еврейҙарға 10:1). Ғайсаның ғүмере шул тиклем ҡиммәтле ҡорбан булған, Йәһүә хатта уны күктәге тормош өсөн терелткәндән һуң бөтә кешеләргә мәңге йәшәү мөмкинлеге бирә алған (Яхъя 3:16; Еврейҙарға 9:11, 12; 1 Петр 1:18, 19).
Йәшәү һәм ҡанды ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?
19. Берәйһенең һәләк булыуында ғәйепле булмаҫ өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш?
19 Беҙ Йәһүәгә иҫ киткес бүләк — йәшәү биргәне өсөн бик рәхмәтле! Һәм беҙ кешеләргә, әгәр улар Ғайсаға иман итһә, мәңге йәшәй аласаҡ, тип һөйләргә теләйбеҙ. Беҙ кешеләрҙе яратабыҙ, шуға күрә уларға мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен һөйләйбеҙ һәм бының өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә әҙер (Йәзәкил 3:17—21). Шул саҡ беҙ илсе Павел һымаҡ: «Әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем», — тип әйтә алырбыҙ (Ғәмәлдәр 20:26, 27). Башҡаларға Йәһүә хаҡында һәм уның ғүмерҙе ни тиклем ҡәҙерләүе тураһында һөйләп, беҙ йәшәү бүләгенә һәм ҡанға дөрөҫ ҡарашта булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.
a Зәбур 36:9: «Һиндә — йәшәү шишмәһе, һинең яҡтылығыңда беҙ яҡтылыҡ күрәбеҙ».
b Сығыш 21:22, 23: «Әгәр ир-аттар бер-береһе менән һуғышҡанда, уларҙың береһе ауырлы ҡатынға һуҡһа һәм ул ҡатын ваҡытынан алда бала тапһа, ләкин әсә менән бала иҫән ҡалһа, ғәйепле ир килтергән зыяны өсөн был ҡатындың ире талап иткәнде түләргә тейеш, һәм уны хөкөмсөләр ҡарары буйынса бирергә тейеш. Ләкин уларҙың береһе үлһә, йән өсөн йән бирелһен».
c Ҡан ебәреү хаҡында күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китаптың 77—79-сы биттәрен уҡығыҙ.