3-СӨ ДӘРЕС
Һорауҙарҙы оҫта ҡуллан
Матфей 16:13—16
МАҠСАТ Тыңлаусыларыңда ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн, иғтибарын ысҡындырмаҫ өсөн, улар менән әңгәмәләшер һәм төп фекерҙәрҙең мөһимлеген күрһәтер өсөн, әҙәпле һорауҙар бир.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Ҡыҙыҡһыныу уят һәм уны үҫтер. Тыңлаусыларыңды ҡыҙыҡтырыр йә уйланырға дәртләндерер өсөн, риторик һорауҙар бир.
Әңгәмәләш. Тыңлаусыларыңа фекер ағышын күҙәтергә ярҙам ит. Дөрөҫ һөҙөмтәгә килтергән һорауҙар бир.
Төп фекерҙәрҙең мөһимлеген күрһәт. Төп фекерҙе әйтер алдынан ҡыҙыҡтыра алған һорауҙар бир. Телмәр аҙағында йә мөһим фекерҙәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң ҡабатлау өсөн һорауҙар ҡуллан.