МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Буклет ярҙамында нисек һөйләшеү башларға?
2018 йылдың ғинуарынан башлап «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» эш дәфтәрендә һөйләшеү планы килтерелә. Һөҙөмтәлә беҙ, кешеләргә әҙәбиәт тәҡдим итергә генә түгел, ә улар менән һөйләшергә өйрәнәбеҙ. Вәғәзселәргә был алымды үҙләштерергә ярҙам итер өсөн, Изге Яҙманы ҡулланып ҡына һөйләшеүҙе нисек башлап булыуын күрһәтеүсе видеояҙмалар әҙерләнә. Был өйҙән-өйгә хеҙмәт иткәндә әҙәбиәтте, мәҫәлән, электрон форматта, бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Мәҫәлән, һөйләшеүҙе башлар өсөн берәй буклетты ҡулланып була. Буклеттың ниндәйен генә һайлаһаң да, түбәндәге схема буйынса эш итергә була.
Буклеттың беренсе битендәге һорауҙы бир һәм яуап варианттарын тәҡдим ит.
Икенсе биттәге аятты уҡып, Изге Яҙмалағы яуапты күрһәт. Ваҡыттың булыуына ҡарап, 2-се һәм 3-сө биттәге мәғлүмәтте һайлап уҡы һәм фекер алыш.
Хушлашыр алдынан кешенең иғтибарын һуңғы биттәге һорауға йүнәлт («Уйланығыҙ» тигән өҫтәмә исем аҫтында) һәм киләһе тапҡыр Изге Яҙмалағы яуапты күрһәтергә һөйләш.
Кеше менән ҡабат һөйләшкәндә Изге Яҙмалағы яуап буйынса фекер алыш һәм киләһе осрашыуҙа ҡараласаҡ һорауҙы билдәлә. Яҡшы һорауҙарҙы сайтыбыҙҙан йә буклеттың һуңғы битендә иҫкә алынған баҫманан табып була. Уңайы тура килгәндә «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр» тигән брошюраны йә «Өйрәтеү ҡоралдары»нан өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән башҡа баҫманы ҡуллан.