АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | БАШЛАНМЫШ 6—8
«Бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне»
6:9, 13—16, 22
Нухҡа һәм уның ғаиләһенә заманса төҙөлөш ысулдары һәм электр ҡоралдары ҡулланмайынса карап төҙөр өсөн күпме көс түгергә кәрәк булғанын күҙ алдына ғына килтереп ҡара!
Карап ғәйәт ҙур булған. Уның оҙонлоғо — яҡынса 133 метр, киңлеге — 22 метр һәм бейеклеге 13 метр тирәһе булған.
Ағастарҙы киҫеп ауҙарырға, бүрәнәләрҙе юнып таҙартырға һәм тейешле бейеклеккә күтәрергә кәрәк булған.
Иҫ киткес ҙур ҡоролманы эстән дә, тыштан да ыҫмалаларға кәрәк булған.
Нухҡа һәм уның ғаиләһенә үҙҙәре өсөн һәм хайуандар өсөн йыл буйына етерлек аҙыҡ әҙерләргә кәрәк булған.
Карапты төҙөү, күрәһең, 40—50 йыл самаһы дауам иткән.
Йәһүә ҡушҡанды үтәүе ауыр булған саҡтарҙа Нух тураһындағы хәбәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?