Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • rk 12 бүлек 28—29 бб.
  • Ысын иманға эйә булғанығыҙҙы күрһәтегеҙ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ысын иманға эйә булғанығыҙҙы күрһәтегеҙ!
  • Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нимә ул ысын иман?
    Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Иман. Көс биргән сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
rk 12 бүлек 28—29 бб.

12-СЕ БҮЛЕК

Ысын иманға эйә булғанығыҙҙы күрһәтегеҙ!

АЛЛА үҙ хеҙмәтселәрен уларҙың имандары һыналасаҡ тип киҫәтә. Уның Һүҙендә: «Уяу булығыҙ. Һеҙҙең дошманығыҙ, Иблис, үкереүсе арыҫлан кеүек, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй», — тип әйтелә (1 Петер 5:8). Нисек Шайтан һеҙҙең иманығыҙҙы емерә ала?

Бер кеше Изге Яҙмаларҙы өйрәнә, ә икенсеһе ҡаршылаша

Һеҙ шундай ҡаршылыҡ менән осрашҡанығыҙ бармы?

Шайтан Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүегеҙҙе туҡтатыр өсөн, төрлө кешеләр һәм хатта яҡындарығыҙ аша һеҙгә баҫым яһай ала. Быны белеп, Ғайса: «Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр», — тип алдан әйткән (Маттай 10:36). Ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ яҡшы ниәт менән эш итһәләр ҙә, улар Изге Яҙмаларҙағы иҫ киткес хәҡиҡәттәр тураһында бөтөнләй белмәҫкә мөмкин йәки уларҙы башҡа кешеләрҙең фекере ҡурҡыта ала. Әммә Изге Яҙмаларҙа: «Кешенән ҡурҡыу — тоҙаҡ ҡорор; ә Раббыға таяныусы хәүефһеҙ булыр», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25). Әгәр һеҙ кешеләрҙең күңелен табыр өсөн Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүегеҙҙе туҡтатһағыҙ, был Аллаға оҡшармы? Әлбиттә, юҡ! Икенсе яҡтан, беҙ ысын иман буйынса эш иткәндә, Алла беҙгә ярҙам итә. «Беҙ иһә һәләкәткә барыусы сигенеүселәрҙән түгел, ә йәндәрен һаҡлар өсөн иманға эйә булған кешеләрҙән» (Еврейҙарға 10:39).

Брошюра башында килтерелгән Дүмәстең миҫалын иҫкә төшөрәйек. Тәүҙә Дүмәстең ҡатыны уның иманынан мыҫҡыллап көлгән, ләкин һуңыраҡ ул Алла Һүҙен өйрәнеүҙә уға ҡушылған. Шуның шикелле, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, дөрөҫ булғанды эшләүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, һеҙ ҙә дуҫтарығыҙға һәм яҡындарығыҙға тәьҫир итә алырһығыҙ. Күп осраҡта, ғаилә ағзалары ысын иман тотҡан туғанының «саф тәртибен һәм тәрән хөрмәтен» күреп, «һүҙһеҙ яулап» алыналар (1 Петер 3:1, 2).

Шайтан шулай уҡ кешеләрҙе уларҙың Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүгә ваҡыттары юҡ тип ышандырырға тырыша. Әгәр тормош мәшәҡәттәре — шәхси ауырлыҡтарығыҙ һәм аҡса хаҡында борсолоу — йөрәгегеҙҙә «[Алла] һүҙен баҫып» китһә һәм шуның арҡаһында иманығыҙ «һөҙөмтәһеҙ» ҡалһа, Шайтан бик шат булыр ине (Марк 4:19). Ундай һай фекер йөрөтөүҙән һаҡланығыҙ! Изге Яҙмаларҙа: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы, һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихты белеү — ана шул мәңгелек тормоштор», — тип әйтелә (Яхъя 17:3). Эйе, Ожмахта мәңге йәшәр өсөн, Алла һәм Ғайса, Мәсих, тураһында күберәк белем алырға кәрәк.

Бер кеше доға ҡыла

Ярҙам һорап Аллаға доға ҡылығыҙ

Мысырҙа батша ғаиләһенең ағзаһы булған Муса тураһында уйланып алығыҙ. Ул байлыҡҡа, дан ҡаҙаныуға һәм хакимлыҡҡа ынтылып йәшәй алыр ине. Әммә ул «гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуҙы түгел, ә Алла халҡы менән бергә ғазап сигеүҙе» һайлаған. Ни өсөн? Ул «күҙгә күренмәй торған Алланы күреп торғандай ныҡ ҡалған» (Еврейҙарға 11:24, 25, 27). Эйе, Муса Аллаға ныҡ ышанған. Ул Алланың ихтыярын үҙенең эгоистик ынтылыштарынан өҫтөнөрәк ҡуйған, һәм Алла уны мул итеп фатихалаған. Әгәр һеҙ Мусаның үрнәгенә эйәрһәгеҙ, Алла һеҙҙе лә фатихалаясаҡ.

Шайтан һеҙҙе үҙ ҡорбаны итер өсөн, төрлөсә тырышып ҡарай. Әммә уға бирешмәгеҙ. Алла Һүҙе беҙҙе: «Иблискә ҡаршы тороғоҙ, һәм ул һеҙҙән ҡасасаҡ», — тип дәртләндерә (Яҡуп 4:7). Нисек беҙ Шайтанға ҡаршы тора алабыҙ?

Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүегеҙҙе дауам итегеҙ. Алла Һүҙен көн һайын уҡығыҙ. Ундағы тәғлимәттәрҙе тикшерегеҙ һәм кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ «Алла биргән хәрби кейемдәрҙе алырһығыҙ», ә был һеҙгә Шайтандың һөжүмдәренә ҡаршы торорға ярҙам итәсәк (Эфестарға 6:13).

Ысын иманға эйә булған кешеләр менән аралашығыҙ. Изге Яҙмаларҙы уҡыған, өйрәнгән һәм уның кәңәштәрен ҡулланған кешеләрҙе эҙләгеҙ. Ундай кешеләр бер-береһен «мөхәббәт һәм игелекле эштәргә дәртләндерер өсөн» бер-береһен «рухландырып торалар». Улар һеҙгә иманығыҙҙы үҫтерергә ярҙам итәсәктәр (Еврейҙарға 10:24, 25).

Төрлө йәштәге дуҫтар рәхәтләнеп аралаша

Ысын иманға эйә булған кешеләр менән аралашығыҙ

Йәһүәгә яҡынлашығыҙ. Ярҙам һорап Аллаға доға ҡылығыҙ һәм уға ышанығыҙ. Алла һеҙгә ярҙам итергә теләй икәнен бер ҡасан да онотмағыҙ. «Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе уға [Аллаға] йөкләтегеҙ, сөнки ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петер 5:6, 7). «Ләкин Алла тоғро, һәм ул һеҙҙең ҡаршы тора алмаҫлыҡ вәсүәсәгә дусар булыуығыҙҙы рөхсәт итмәйәсәк, әммә вәсүәсәгә дусар булғанда ныҡ ҡалыр өсөн, һеҙгә ҡотолоу юлын да күрһәтәсәк» (1 Көринттәргә 10:13).

Кеше һынауҙар менән осрашһа, Аллаға хеҙмәт итмәйәсәк тип әйтеп, Шайтан Алланы мыҫҡыл итә. Әммә һеҙҙең Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатларға мөмкинлегегеҙ бар! «Зирәк бул, — тип әйтә Алла, — һәм минең йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин ғәйепләүселәремә тейешле яуапты бирә алырмын» (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Эйе, ысын иманға эйә булғанығыҙҙы күрһәтергә тәүәккәл булығыҙ!

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Нисек Шайтан һеҙҙең иманығыҙҙы емерергә тырыша?

  • Муса ысын иманға эйә булғанын нисек күрһәткән?

  • Иманығыҙ һыналғанда, тоғро булып ҡалыр өсөн һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу