Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lffi 2 дәрес
  • Изге Яҙма өмөт бирә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙма өмөт бирә
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса тәүге дәрестәр
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Изге Яҙма өмөт бирә
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса тәүге дәрестәр
  • Яҡшы киләсәккә ысын өмөт
    Төрлө темалар
  • 2023 йыл: өмөтләнер өсөн сәбәптәр бармы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Төрлө темалар
  • 2024 йылда нимәгә өмөтләнергә? Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Төрлө темалар
Башҡаларын асырға
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса тәүге дәрестәр
lffi 2 дәрес
2-се дәрес. Ҡояш бойҙай баҫыуы өҫтөнән ҡалҡа.

2-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙма өмөт бирә

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Бөтә донъя буйынса кешеләр төрлө проблемалар арҡаһында борсола, интегә, ыҙалана. Һиңә был таныштыр. Бәлки, һин ауырыйһыңдыр йә ғәзиз кешеңде юғалтҡанға күңелең әрнейҙер. Һин: «Тормош ҡасан да булһа яҡшырырмы икән?» — тип уйланаһыңдыр. Изге Яҙмала был һорауға өмөт биреүсе яуап бар.

1. Изге Яҙма киләсәккә ниндәй өмөт бирә?

Изге Яҙмала ни өсөн бөгөн донъяла проблемалар шул тиклем күп икәнлеге аңлатыла. Улай ғына ла түгел, унда шулай уҡ Алланың уларҙы оҙаҡламай юҡ итәсәге хаҡында яҡшы хәбәр бар. Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр беҙҙең киләсәгебеҙ һәм өмөтөбөҙ булһын өсөн яҙылған. (Иремия 29:11, 12-не уҡы.) Был вәғәҙәләр беҙгә бөгөнгө проблемаларҙы йырып сығырға көс бирә, ыңғай уйҙа ҡалырға ярҙам итә һәм беҙҙе мәңге бәхетле буласағыбыҙға ышандыра.

2. Изге Яҙма киләсәкте нисек һүрәтләй?

Изге Яҙмала киләсәктә «үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» тиелә. (Асылыш 21:4-те уҡы.) Ярлылыҡ, ғәҙелһеҙлек, ауырыуҙар һәм үлем кеүек бәлә-ҡазалар бөгөн хәл ителмәҫлек булып күренһә лә, киләсәктә кешеләр улар арҡаһында бүтән инде интекмәҫ. Изге Яҙмала, кешеләр ожмахта тормошҡа мәңге кинәнеп йәшәй алыр, тип вәғәҙә ителә.

3. Изге Яҙма вәғәҙәләренә ышанысты булғанын нисек нығытып була?

Күп кешеләр яҡшыға өмөтләнә, ләкин өмөттәре тормошҡа ашырмы, юҡмы икәнен теүәл белмәй. Изге Яҙма биргән өмөт иһә башҡа, ул тулыһынса ышанысҡа лайыҡ. Быны һин «Изге Яҙманы өйрән[еп]» аңларһың (Ғәмәлдәр 17:11). Изге Яҙманы ентекләп тикшереп, һин унда яҙылған вәғәҙәләргә ни ҡәҙәр ышанып булғанын үҙең күрерһең.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Изге Яҙманың киләсәккә ҡағылышлы ҡайһы бер вәғәҙәләрен ҡарап сыҡ. Ул биргән өмөт бөгөн үк кешеләргә нисек ярҙам итә икәнен бел.

Рәсемдәрҙә: бөгөнгө кешеләр йәшәгән шарттар Изге Яҙмала вәғәҙә ителгән тормош менән сағыштырыла. Аҫтараҡ шундай уҡ сағыштырыуҙар күрһәтелгән.

4. Изге Яҙма камил шарттарҙа мәңге йәшәүҙе вәғәҙә итә

Аҫта Изге Яҙманан бер нисә вәғәҙә килтерелә. Уларҙың ҡайһылары йөрәгеңә айырыуса яҡын? Ни өсөн?

Һәр вәғәҙәгә килтерелгән аяттарҙы уҡы һәм ошо һорауҙар өҫтөндә уйлан:

  • Һин был аяттарҙа бирелгән өмөттө кәрәк тип табаһыңмы? Улар ғаиләңә һәм дуҫтарыңа өмөт бирә аламы?

Күҙ алдыңа килтер:

БЕР КЕМ ДӘ:

БӨТӘҺЕ ЛӘ:

  • Йән әрнеүе кисермәҫ, ҡартаймаҫ һәм үлмәҫ (Ишағыя 25:8).

  • Ғәзиз кешеләренең терелеүен, йәғни ерҙәге тормошҡа ҡайтыуын күрер (Яхъя 5:28, 29).

  • Ауырымаҫ, ғәрип булмаҫ (Ишағыя 33:24; 35:5, 6).

  • Яҡшы сәләмәтлеккә, йәшлек ҡеүәтенә кинәнер (Әйүп 33:25).

  • Ғәҙелһеҙлеккә юлыҡмаҫ (Ишағыя 32:16, 17).

  • Туйғансы ашар, уңайлы өйҙә йәшәр һәм эшенән ҡыуаныс табыр (Зәбур 72:16; Ишағыя 65:21, 22).

  • Һуғыштар арҡаһында зыян күрмәҫ (Зәбур 46:9).

  • Сикһеҙ тыныслыҡҡа рәхәтләнер (Зәбур 37:11).

  • Ауыр уйҙарҙан һәм ҡайғылы иҫтәлектәрҙән интекмәҫ (Ишағыя 65:17).

  • Иң яҡшы шарттарҙа мәңге йәшәр (Зәбур 37:29).

Ауырып ятҡан малай хәҙер һау-сәләмәт һәм әсәһен ҡосаҡлай. Ҡартайған ир кеше хәҙер инде йәш һәм йәшелсә тулы ҡул арбаһын этеп китеп бара. Аслыҡтан һәм мәжбүри эштән интеккән балалар хәҙер матур баҡсала рәхәтләнеп эшләй һәм туп тибеп уйнай. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән һәм депрессияла булған ҡатын хәҙер тура баҫып тора һәм йылмая.

5. Изге Яҙмалағы өмөт тормошто үҙгәртә ала

Был донъяла булған проблемалар күптәрҙең күңелен ҡыра йә хатта асыуландыра. Ҡайһы берәүҙәр донъяны үҙгәртергә маташа. Изге Яҙмалағы матур киләсәк тураһындағы вәғәҙә инде хәҙер кешеләргә нисек ярҙам итә икәнен бел. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан түбәндәге һорауҙарға яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Мин ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштем» (4:07)

Рәсемдәрҙә: «Мин ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштем» тигән видеояҙманан күренештәр. 1. Рафика бала сағында үҙе һымаҡ ҡара тәнле кешеләр менән бергә мамыҡ йыя. 2. Рафика, Йәһүә шаһиттарының конгресына беренсе тапҡыр килгәс, төрлө расанан булған кешеләрҙең бер-береһе менән татыу аралашҡанын күреп ҡыуана.
  • Рафика ниндәй ғәҙелһеҙлек арҡаһында борсолған?

  • Ул күргән ғәҙелһеҙлек проблемаһы сиселмәһә лә, Изге Яҙма уға нисек ярҙам иткән?

Изге Яҙмалағы киләсәккә ҡағылышлы вәғәҙәләргә ышанһаҡ, беҙ бойоғоуҙы еңербеҙ һәм проблемаларға ҡарамаҫтан бәхетле була алырбыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22 һәм Римдарға 12:12-не уҡы һәм яуап бир:

  • Һинеңсә, Изге Яҙмалағы вәғәҙәләргә ышанһаң, тормошоң яҡшы яҡҡа үҙгәрерме? Ни өсөн һин шулай уйлайһың?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр әкиәткә оҡшаш».

  • Был вәғәҙәләргә ышанып буламы, юҡмы икәнен ни өсөн үҙеңә тикшереү мөһим?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙмала киләсәккә ҡағылышлы күп вәғәҙәләр бар. Улар беҙгә өмөт бирә һәм тормошобоҙҙо инде хәҙер яҡшы яҡҡа үҙгәртә.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн кешеләр Алланың вәғәҙәләренә мохтаж?

  • Изге Яҙмала киләсәк тураһында нимә әйтелә?

  • Киләсәккә өмөт һиңә инде хәҙер нисек ярҙам итә ала?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Өмөт көсө тураһында күберәк бел.

«Өмөт. Ҡайҙа уны табып була?» («Уянығыҙ!», 2004 йыл, 22 апрель)

Киләсәккә өмөт хроник ауырыуҙарҙан интеккән кешеләргә нисек ярҙам итә алғанын бел.

«Хроник ауырыу менән ауырығанда Изге Яҙма ярҙам итә аламы?» (интернет-мәҡәлә)

Был музыкаль видеояҙманы ҡарағанда, үҙеңде ғаиләң менән киләсәктәге ожмахта күҙ алдыңа килтер.

«Яңы донъя күҙ алдымда» (3:37)

Изге Яҙма биргән өмөт тураһында белгәс, бер йәмәғәт активисының тормошо нисек үҙгәргәне хаҡында уҡы.

«Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 июль)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу