Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 57 дәрес
  • Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йыйылыш нисек ойошторолған?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә нисек ярҙам күрһәтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Өлкәндәр нисек йыйылышҡа хеҙмәт итә?
    Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 57 дәрес
57-се дәрес. Батшалыҡ залында йәш ағай-ҡәрҙәш ике өлкәнгә етди гонаһ ҡылғаны тураһында һөйләп ултыра.

57-СЕ ДӘРЕС

Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Йәһүәне нисек кенә ныҡ яратһаң да һәм уны нисек кенә көйәләндермәҫкә тырышһаң да, ваҡыт-ваҡыт һин барыбер хаталанырһың. Әммә ҡайһы бер гонаһтар башҡа гонаһтарға ҡарағанда етдиерәк (1 Коринфтарға 6:9, 10). Әгәр ауыр гонаһ ҡылһаң, шуны иҫтә тот: Йәһүә һинән ситләшмәй, ул һине ярата. Ул һине кисерергә һәм һиңә ярҙам итергә әҙер.

1. Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

Йәһүәне яратҡан кешеләр, ауыр гонаһ ҡылғанын аңлағас, бик ныҡ үкенә. Әммә уларҙы Йәһүәнең үҙ халҡына әйткән бындай һүҙҙәре йыуата: «Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер» (Ишағыя 1:18). Ысын күңелдән тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе тулыһынса кисерә. Тәүбә итеү нимәнән күренә? Тәүбә иткән кеше гонаһ ҡылғанына бик ныҡ үкенә, насар эш ҡылыуҙан туҡтай һәм, Йәһүәгә ялбарып, ғәфү итеүен һорай. Ул шулай уҡ гонаһҡа килтергән уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арына һәм Йәһүәнең саф нормалары буйынса йәшәр өсөн бар көсөн һала. (Ишағыя 55:6, 7-не уҡы.)

2. Йәһүә өлкәндәр аша нисек ярҙам итә?

Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙгә, Йәһүә ҡушҡанса, йыйылыш өлкәндәренән ярҙам һорарға кәрәк. (Яҡуб 5:14, 15-те уҡы.) Өлкәндәр Йәһүәне һәм уның һарыҡтарын ярата. Улар беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яңынан торғоҙорға ярҙам итер өсөн яҡшы өйрәтелгән (Галаттарға 6:1).

Ауыр гонаһ ҡылһаҡ, өлкәндәр беҙгә нисек ярҙам итер? Изге Яҙма ярҙамында ике йә өс өлкән беҙгә ҡылған эшебеҙ Алла ҡарашында ни өсөн дөрөҫ түгел икәнен аңлатыр. Улар шулай уҡ беҙҙе рухландырыр һәм, бүтән гонаһ ҡылмаҫҡа ярҙам итер өсөн, кәрәкле кәңәштәр бирер. Әгәр етди гонаһ ҡылған кеше тәүбә итмәй икән, өлкәндәр, башҡа ҡәрҙәштәрҙе зыянлы йоғонтонан һаҡлар өсөн, уны йыйылыштан сығара. Әгәр етди гонаһ ҡылған кеше тәүбә итмәй икән, өлкәндәр, башҡа ҡәрҙәштәрҙе зыянлы йоғонтонан һаҡлар өсөн, уны йыйылыштан сығара.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәнең ауыр гонаһ ҡылған хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәне тураһында күберәк бел. Шул саҡта һин уның ярҙамын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрһең.

3. Гонаһты таныу рухи яҡтан һауығырға ярҙам итә

Беҙ ҡылған һәр ҡайһы гонаһ Йәһүәнең күңелен әрнетә. Шуға күрә үҙ гонаһыбыҙҙы иң тәүҙә уға асыҡтан-асыҡ һөйләп бирергә кәрәк. Зәбур 32:1—5-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн гонаһыбыҙҙы йәшереп йөрөгәнсе, уны Йәһүә алдында таныу яҡшыраҡ?

Гонаһтарыбыҙҙы Йәһүә алдында таныуҙан тыш, өлкәндәрҙән дә ярҙам эҙләһәк, беҙгә күпкә еңелерәк булыр. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

ВИДЕОЯҘМА: «Йәһүә үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй» (3:01)

  • Өлкәндәр был ҡәрҙәшкә Йәһүәгә ҡайтырға нисек ярҙам иткән?

Беҙгә, бер нәмәне лә йәшермәйенсә, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирергә кәрәк, сөнки улар беҙгә ярҙам итер өсөн ҡуйылған. Яҡуб 5:16-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн, бер нәмәне лә йәшермәйенсә һөйләп бирһәк, өлкәндәргә беҙгә ярҙам итеү еңелерәк булыр?

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ағай-ҡәрҙәш, битен ҡулдары менән ҡаплап, ҡайғыға батып ултыра; 2) ағай-ҡәрҙәш Йәһүәгә доға ҡыла; 3) ағай-ҡәрҙәш телефондан өлкән менән һөйләшә; 4) ағай-ҡәрҙәш өс өлкән менән осраша; 5) ағай-ҡәрҙәш, выжданы саф икәнен тойоп, йылмая.

Йәһүә алдында гонаһыңды танып, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бир һәм ярҙамды ҡабул ит

4. Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә

Әгәр ауыр гонаһ ҡылған кеше Йәһүә нормалары буйынса йәшәргә теләмәһә, ул йыйылышта ҡала алмай. Уны йыйылыштан сығаралар, һәм беҙ уның менән аралашмайбыҙ. 1 Коринфтарға 5:6, 11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Әҙ генә әсетке лә бөтә ҡамырҙы әсетә. Был миҫалдан күренеүенсә, тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусы менән аралашыу йыйылышҡа ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?

Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә. Өлкәндәр, унан был йәһәттән өлгө алып, йыйылыштан сығарылғандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Күптәр йыйылышҡа кире ҡайтҡан, сөнки был төҙәтеү сараһы әрнеү килтерһә лә, ул уларға уйланырға һәм ҡылған гонаһтарының етдилеген аңларға ярҙам иткән (Зәбур 141:5).

Йәһүәнең гонаһ ҡылыусыларға ҡарата мөғәмәләһе уның аҡыллы, мәрхәмәтле булғанын һәм яратыу менән эш иткәнен нисек күрһәтә?

5. Тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерә

Кеше тәүбә иткәндә Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Лука 15:1—7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Был миҫал Йәһүә тураһында нимә аса?

Йәзәкил 33:11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

  • Кешенең ысын күңелдән тәүбә итәме-юҡмы икәнен нисек белергә?

Көтөүсе һарығының йәрәхәтләнгән тояғын наҙлы итеп бәйләп ултыра.

Йәһүә — игелекле көтөүсе. Ул үҙ һарыҡтары хаҡында наҙлап ҡайғырта

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирһәм, улар мине йыйылыштан сығарыр, тип ҡурҡам».

  • Шулай уйлаған кешегә һин нимә әйтер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Етди гонаһ ҡылһаҡ, әммә, ысын күңелдән тәүбә итеп, хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышһаҡ, Йәһүә беҙҙе кисерер.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә алдында гонаһыбыҙҙы таныу беҙҙең өсөн файҙалы?

  • Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

  • Етди гонаһ ҡылһаҡ, ни өсөн өлкәндәрҙән ярҙам һорау мөһим?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Бер ир Йәһүәнең Ишағыя 1:18-ҙә һүрәтләнгән мәрхәмәтен нисек татыған?

«Йәһүәнең мәрхәмәтле булыуында бер ҡасан да шикләнмә» (5:02)

Өлкәндәр етди гонаһ ҡылған кешегә нисек ярҙам итергә тырыша?

«Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?» («Күҙәтеү манараһы», 2024 йыл, август)

Тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыға ҡарата нисек яратыу һәм мәрхәмәт күрһәтелгәне тураһында бел.

«Йыйылыштан сығарылған мәсихселәргә нисек ярҙам күрһәтелә?» («Күҙәтеү манараһы», 2024 йыл, август)

«Мин Йәһүәгә кире ҡайтырға булдым» тигән биографияны уҡып, бер ирҙе йыйылышҡа ҡайтырға нимә дәртләндергәнен бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 апрель)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу