Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w21 февраль 14—19 бб.
  • Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРГӘ НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?
  • АҒАЙ-ҠӘРҘӘШ АПАЙ-ҠӘРҘӘШКӘ БАШМЫ?
  • ҒАИЛӘ БАШЛЫҠТАРЫ ҺӘМ ӨЛКӘНДӘР НИНДӘЙ ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ?
  • МӘСИХТЕ ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ БАШЫ ИТЕП ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
  • «Һәр ирҙең Башы — Мәсих»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Мин ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдыраммы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәнең йыйылышында һәр кем хөрмәткә лайыҡ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
w21 февраль 14—19 бб.

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?

«Мәсих имандаштар берҙәмлегенең [«йыйылыштың», ЯДТ] Башы... Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы» (ЕФЕС. 5:23).

137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Ни өсөн рухи ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ғаиләһендә булыу беҙгә бик ҙур шатлыҡ килтерә! Ни өсөн рухи ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрә? Сәбәптәрҙең береһе — беҙ Йәһүә урынлаштырған баш булыу принцибын ҡулланыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Был принципты яҡшыраҡ аңлаған һайын, беҙҙең берҙәмлек бәйләнештәре нығый бара.

2. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап бирелер?

2 Был мәҡәләлә беҙ баш булыу принцибының йыйылышта нисек ҡулланылғанын ҡарап сығырбыҙ. Беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: апай-ҡәрҙәштәр йыйылышта ниндәй роль үтәй? Һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Ғаилә башлығы үҙенең ҡатыны һәм балалары өҫтөнән хакимлыҡҡа эйә булған кеүек, өлкәндәр ҙә ҡәрҙәштәр өҫтөнән шундай уҡ хакимлыҡҡа эйәме? Әйҙәгеҙ, тәүҙә апай-ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға кәрәклеген беләйек.

БЕҘ АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРГӘ НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

3. Апай-ҡәрҙәштәрҙең тырышлыҡтарын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә беҙгә нимә ярҙам итер?

3 Беҙ үҙ ғаиләләре хаҡында ҡайғыртҡан, вәғәздә ҡатнашҡан һәм имандаштарына ярҙам иткән апай-ҡәрҙәштәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Әгәр Йәһүәнең һәм Ғайса Мәсихтең апай-ҡәрҙәштәргә нисек ҡарағаны тураһында уйланһаҡ, беҙ уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ. Шулай уҡ илсе Павелдың миҫалы ла беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала.

4. Йәһүәнең ҡатындарҙы ирҙәрҙән түбәнерәк тип һанамағаны Изге Яҙманан нисек күренә?

4 Изге Яҙма буйынса, Йәһүә ҡатындарҙы ла, ирҙәрҙе лә бик ярата. Беренсе быуатта Йәһүә ирҙәргә лә, ҡатындарға ла изге рух һәм мөғжизәләр ҡылыу һәләте биргән. Мәҫәлән, рух менән майланған ҡатындар мөғжизәле рәүештә төрлө телдәрҙә һөйләшкән (Ғәм. 2:1—4, 15—18). Мәсих менән бергә идара итәсәк майланғандар араһында ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа бар (Гал. 3:26—29). Йәһүә ерҙә мәңге йәшәү өмөтөн ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәргә лә биргән (Асыл. 7:9, 10, 13—15). Бынан тыш, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү вазифаһы ирҙәргә лә, ҡатындарға ла тапшырылған (Матф. 28:19, 20). Ғәмәлдәр китабында әйтелгәнсә, Прискилла үҙенең ире Акила менән Аполлос исемле уҡымышлы кешегә хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңларға ярҙам иткән (Ғәм. 18:24—26).

5. Лука 10:38, 39, 42 буйынса, Ғайса ҡатын-ҡыҙҙарға нисек ҡараған?

5 Ғайса ҡатындарҙы хөрмәт иткән. Ғайса көндәрендә фарисейҙар ҡатындарға кәмһетеп ҡараған һәм хатта башҡалар алдында улар менән һөйләшмәгән. Улар бер ҡасан да ҡатындар менән Яҙмалар нигеҙендә фекер алышмаған. Ғайса иһә бөтөнләй башҡа ҡарашта торған. Ул ирҙәргә лә, ҡатындарға ла мөһим хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡанb. (Лука 10:38, 39, 42-не уҡығыҙ.) Бынан тыш, Ғайса ҡатындарға үҙе менән вәғәз сәйәхәттәренә барырға рөхсәт иткән (Лука 8:1—3). Шулай уҡ, үҙенең терелеүе хаҡындағы хәбәрҙе илселәргә ҡатындар аша еткереп, ул уларға хөрмәт күрһәткән.

6. Илсе Павел ҡатындарҙы хөрмәт иткәнен нисек күрһәткән?

6 Илсе Павел ҡатындарҙы хөрмәт иткән. Мәҫәлән, ул Тимофейға ҡатындарҙы хөрмәт итергә кәрәклеге тураһында яҙған. Павел Тимофейға былай тигән: «Үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күр» (1 Тим. 5:1, 2). Павел Тимофейға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн күп тырышлыҡ һалған. Әммә ул шуны таныған: Яҙмалар менән танышырға Тимофейға әсәһе һәм өләсәһе ярҙам иткән (2 Тим. 1:5; 3:14, 15). Римдарға яҙған хатында Павел ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәрҙе исемдәрен әйтеп сәләмләгән. Павел шул апай-ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәттә башҡарған эштәре тураһында әйтеп кенә китмәгән, ул шулай уҡ уларҙы бының өсөн маҡтаған (Рим. 16:1—4, 6, 12; Флп. 4:3).

7. Беҙ хәҙер ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

7 Үткән абзацтарҙан күренеүенсә, Изге Яҙма буйынса, апай-ҡәрҙәштәр ағай-ҡәрҙәштәрҙән кәм түгел. Яратыу һәм йомартлыҡ сағылдырған апай-ҡәрҙәштәребеҙ — йыйылыш өсөн ҙур фатиха. Һәм өлкәндәр шуны белә: апай-ҡәрҙәштәргә таянып була, сөнки улар йыйылыштың берҙәмлегенә һәм тыныслығына ҙур өлөш индерә. Әммә беҙгә бер нисә һорауға яуап алырға кәрәк. Мәҫәлән, ни өсөн Йәһүә ҡайһы бер осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәштәргә баштарын ҡапларға ҡуша? Өлкән һәм хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаларын ағай-ҡәрҙәштәр генә үтәгәне, һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тигәнде аңлатамы?

АҒАЙ-ҠӘРҘӘШ АПАЙ-ҠӘРҘӘШКӘ БАШМЫ?

Күктә тәхеттә ултырған Ғайсаның өҫтөндә Йәһүәнең даны сағыла. Уның аҫтында осрашыу, ғаилә өйрәнеүе һәм апай-ҡәрҙәштең шәхси өйрәнеүе һүрәтләнгән. Был рәсемдәр 8, 11—14-се абзацтарҙа ҡарала.

8. Ефестарға 5:23-тө иҫәпкә алһаҡ, һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Аңлатығыҙ.

8 Ағай-ҡәрҙәш йыйылыштағы бөтә апай-ҡәрҙәштәргә баш, тип әйтеп буламы? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, юҡ. Сөнки апай-ҡәрҙәштәрҙең башы — Ғайса Мәсих. (Ефестарға 5:23-тө уҡығыҙ.) Ғаиләлә ирҙең ҡатыны өҫтөнән хакимлығы бар, әммә һыуға сумдырылған ир бала әсәһенең башы түгел (Ефес. 6:1, 2). Йыйылышта өлкәндәргә ҡәрҙәштәр өҫтөнән бирелгән хакимлыҡ сикле (1 Фес. 5:12; Евр. 13:17). Ә ата-әсәһенән айырым йәшәгән апай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Улар ата-әсәһен һәм өлкәндәрҙе хөрмәт итә, әммә ағай-ҡәрҙәштәр осрағындағы кеүек, уларҙың бер генә башы бар — Ғайса Мәсих.

Апай-ҡәрҙәш бер үҙе Изге Яҙманы өйрәнә.

Никахта тормаған һәм ата-әсәһе менән йәшәмәгән мәсихсенең башы — Ғайса Мәсих (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

9. Ни өсөн апай-ҡәрҙәштәргә ҡайһы бер осраҡтарҙа баштарын ҡапларға кәрәк?

9 Йыйылышта Йәһүә етәкселекте ирҙәргә биргән. Ҡатындарҙың иһә ундай хакимлығы юҡ (1 Тим. 2:12). Ни өсөн? Ә ни өсөн Йәһүә Ғайса Мәсихте ағай-ҡәрҙәштәр өҫтөнән баш итеп ҡуйған? Сөнки Йәһүә йыйылышта тәртип булыуын теләй. Әгәр апай-ҡәрҙәшкә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ағай-ҡәрҙәштәр башҡарған эш тапшырылһа, ул үҙенең башын ҡапларға тейеш (1 Кор. 11:4—7)c. Йәһүә, апай-ҡәрҙәштәрҙән быны талап итеп, уларҙы кәмһетергә теләмәй. Киреһенсә, уларға баш булыу принцибына хөрмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бындай һорауға яуап алайыҡ: ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр ниндәй хакимлыҡҡа эйә?

Ниндәй осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәшкә башын ҡапларға кәрәк?

Апай-ҡәрҙәш вәғәз осршыуын үткәрә. Ул башын яулыҡ менән ҡаплаған.

Был өс һорау апай-ҡәрҙәшкә башын ҡапларға кәрәкме, юҡмы икәнен хәл итергә ярҙам итер:

  1. 1. Миңә һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш алдында ҡысҡырып доға ҡылырға йә Изге Яҙмаға нигеҙләнеп өйрәтергә тура килерме? (1 Кор. 11:4, 5).

  2. 2. Эргәлә һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш булмаһа ла, мин үтәргә йыйынған вазифа, ғәҙәттә, һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәштәргә биреләме? (1 Тим. 2:11, 12; Евр. 13:17).

  3. 3. Башҡалар менән бергә ҡысҡырып доға ҡылғанымды йә берәйһе менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәнемде ирем күрерме йә ишетерме? (1 Кор. 11:3).

Әгәр апай-ҡәрҙәш һорауҙарҙың береһенә булһа ла «эйе» тип яуап бирһә, тимәк, уға башын ҡапларға кәрәк. Әгәр ул бөтә һорауҙарға ла «юҡ» тип яуаплаһа, тимәк, уға башын ҡапларға кәрәкмәйe.

ҒАИЛӘ БАШЛЫҠТАРЫ ҺӘМ ӨЛКӘНДӘР НИНДӘЙ ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ?

10. Ни өсөн өлкәндең йыйылышта ҡағиҙәләр урынлаштырырға теләге тыуырға мөмкин?

10 Йәһүә һәм Ғайса Мәсих үҙ «һарыҡтарын» өлкәндәргә ышанып тапшырған. Әлбиттә, өлкәндәр Ғайсаны һәм һарыҡтарҙы бик ярата (Яхъя 21:15—17). Яҡшы ниәттәрҙән сығып, ҡайһы бер өлкәндәр ҡәрҙәштәргә атай һымаҡ булырға тырыша. Улар былайыраҡ фекер йөрөтә ала: әгәр ағай-ҡәрҙәш үҙ ғаиләһен яҡлар өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра ала икән, тимәк, өлкән дә Йәһүәнең һарыҡтарын яҡлар өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра ала. Бынан тыш, ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, өлкәндән үҙҙәре өсөн ҡарар ҡабул итеүен һорап, уларҙы ундай фекер йөрөтөргә этәрә. Әммә өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары бер үк хакимлыҡҡа эйеме?

Өлкән осрашыуҙа телмәр менән сығыш яһай.

Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең рухи һәм эмоциональ ихтыяждары хаҡында ҡайғырта. Улар Йәһүә алдында йыйылыштың әхлаҡи яҡтан таҙа булыуы өсөн яуаплы (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Ғаилә башлыҡтарының һәм өлкәндәрҙең ролдәре араһында ниндәй оҡшаш яҡтар бар?

11 Үҙенең бер хатында илсе Павел, ғаилә башлыҡтарының һәм өлкәндәрҙең ролдәре араһында оҡшаш яҡтар бар, тип әйткән (1 Тим. 3:4, 5). Мәҫәлән, Йәһүә ҡатындың һәм балаларҙың ғаилә башлығына, ә йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең өлкәндәргә буйһоноуын теләй (Кол. 3:20). Ул ғаилә башлыҡтарынан да, өлкәндәрҙән дә, үҙҙәренә ышанып тапшырылған кешеләрҙең рухи һаулығын һәм эмоциональ ихтыяждарын хәстәрләрҙәр, тип көтә. Өлкәндәр ҙә, ғаилә башлыҡтары ла бәләгә эләккәндәргә ярҙам итә (Яҡ. 2:15—17). Бынан тыш, Йәһүә был ағай-ҡәрҙәштәрҙең башҡаларға уның нормаларын тоторға ярҙам итеүен теләй һәм уларға Изге Яҙмала яҙылғандар буйынса ғына эш итергә ҡуша (1 Кор. 4:6).

Ағай-ҡәрҙәш ғаилә өйрәнеүен үткәрә.

Ир кеше ғаиләлә ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы. Ғаиләһен яратҡан ир, ҡарарҙар ҡабул итер алдынан, ҡатыны менән кәңәшләшә (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

12, 13. Римдарға 7:2 буйынса, ғаилә башлығының хакимлығы өлкәндәрҙең хакимлығынан нимә менән айырылып тора?

12 Әммә өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары араһында ҙур айырмалар ҙа бар. Мәҫәлән, Йәһүә өлкәндәрҙе йыйылышта хөкөмсөләр булараҡ эш итергә билдәләгән, һәм уларҙың тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙы йыйылыштан сығарырға хоҡуғы бар (1 Кор. 5:11—13).

13 Икенсе яҡтан, Йәһүә ғаилә башлыҡтарына өлкәндәрҙә булмаған хакимлыҡ биргән. Мәҫәлән, ғаилә башлығы үҙ ғаиләһендә ҡағиҙәләр урынлаштырырға һәм уларҙың үтәлешен күҙәтергә хоҡуҡлы. (Римдарға 7:2-не уҡығыҙ.) Әйтәйек, атай кеше балаларының кискеһен өйгә нисәлә ҡайтырға тейешлеген билдәләй ала. Һәм әгәр улар тыңламаһалар, ул уларға яза бирергә мөмкин (Ефес. 6:1). Әлбиттә, ҡағиҙәләр урынлаштырыр алдынан, ғаиләһен яратҡан ир тәүҙә ҡатыны менән кәңәшләшер, сөнки ул уның менән бер тән (Матф. 19:6)d.

МӘСИХТЕ ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ БАШЫ ИТЕП ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

Күктә тәхеттә ултырған Ғайсаның өҫтөндә Йәһүәнең даны сағыла.

Йәһүәгә буйһонған Ғайса Мәсих йыйылыштарға күрһәтмәләр бирә (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. а) Марк 10:45 буйынса, ни өсөн Ғайсаның йыйылыш башы итеп билдәләнгәне бик тә урынлы? б) Етәксе кәңәшмәгә ниндәй вазифалар тапшырылған? («Етәксе кәңәшмәнең вазифалары» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

14 Ғайсаның ҡорбаны ярҙамында Йәһүә йыйылыштағы һәр кешенең һәм Ғайсаға иман итәсәк һәр ҡайһы кешенең ғүмерен йолоп алған (Марк 10:45-те уҡығыҙ; Ғәм. 20:28; 1 Кор. 15:21, 22). Шуға күрә уның Ғайсаны йыйылыштың башы итеп билдәләгәне бик тә урынлы. Ғайса был ролгә бик яҡшы тап килә, сөнки ул беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен йолом итеп биргән. Йыйылыштың башы булараҡ, ул айырым мәсихселәр, ғаиләләр һәм бөтә йыйылыш өсөн ҡағиҙәләр урынлаштырырға һәм уларҙың үтәлешен күҙәтергә хоҡуҡлы (Гал. 6:2). Әммә Ғайса ҡағиҙәләр урынлаштырып ҡына ултырмай, ул һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй һәм рухи яҡтан туҡландыра (Ефес. 5:29).

Етәксе кәңәшмәнең вазифалары

Етәксе кәңәшмәнең ағзалары бергә йыйылып осрашыу үткәрә.

Етәксе кәңәшмәнең ағзалары башҡа мәсихселәрҙең иманы өҫтөнән хакимлыҡ итмәй (2 Кор. 1:24). Улар йыйылыштың башы итеп Ғайса Мәсихте таный һәм Ғайсаның «һеҙ бер-берегеҙгә туған» тигән һүҙҙәре менән тулыһынса риза (Матф. 23:8). Етәксе кәңәшмә ҡәрҙәштәрҙе бик ярата һәм уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөнән килгәнен барыһын эшләй. Ғайса Мәсихтең етәкселеге аҫтында эш иткән Етәксе кәңәшмә бөтә донъя буйынса Йәһүә халҡының эшмәкәрлеген ойошторор өсөн күрһәтмәләр бирә. Улар филиал комитеттарының ағзаларын һәм район күҙәтеүселәрен билдәләй (Ефес. 4:7—13). Район күҙәтеүселәре, үҙ сиратында, йыйылыштарҙа өлкәндәрҙе билдәләй (Ғәм. 14:23; Тит. 1:5). Етәксе кәңәшмә шулай уҡ рухи аҙыҡ таратыу һәм Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтеү вазифаларына бик етди ҡарай. Ул быны хаттар, күрһәтмәләр, баҫтырылған баҫмалар, телевидениебыҙҙағы программалар, төрлө мәктәптәр, йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша эшләй (Ғәм. 15:22—35). Тәбиғәт афәттәре йә башҡа берәй фажиғәле осраҡ булғанда, Етәксе кәңәшмә, яратыуҙан сығып, зыян күргәндәргә шунда уҡ ярҙам ойоштораf.

15, 16. Марлиҙың һәм Бенджаминдың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

15 Хакимлыҡҡа эйә булған ир-аттарҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, апай-ҡәрҙәштәр Мәсихте хөрмәт иткәнен күрһәтә. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Марлиҙың һүҙҙәре менән күп апай-ҡәрҙәштәр ризалашыр. Ул былай ти: «Йәһүә үҙемә ғаиләлә һәм йыйылышта тапшырған вазифаларҙы бик ҡәҙерләйем. Әлбиттә, баш булыу принцибына буйһонор өсөн миңә һәр ваҡыт тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әммә ирем һәм өлкәндәр мине хөрмәт иткәнгә һәм башҡарған эштәрем өсөн рәхмәтле булғанға, миңә уларға буйһоноуы еңелерәк».

16 Баш булыу принцибын яҡшы аңлаған ағай-ҡәрҙәштәр апай-ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итә һәм ҡәҙерләй. Англияла йәшәгән Бенджамин исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «Мин йыйылыш осрашыуҙарында апай-ҡәрҙәштәрҙең комментарийҙарынан, шулай уҡ вәғәздә һәм өйрәнеүҙәрҙә ҡулланған эффектив ысулдарынан күп нәмәгә өйрәнәм. Мин уларҙың бөтә эштәрен бик ҡәҙерләйем».

17. Ни өсөн беҙ баш булыу принцибына хөрмәт менән ҡарарға тейеш?

17 Әгәр һәр беребеҙ — ағай-ҡәрҙәштәр, апай-ҡәрҙәштәр, ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр — баш булыу принцибын аңлаһа һәм уның буйынса эш итһә, йыйылышта тыныслыҡ хөкөм һөрөр. Ә иң мөһиме, был ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүәгә дан килтерер (Зәб. 150:6).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Беҙ апай-ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға тейеш?

  • Йыйылышта һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә башмы? Аңлатығыҙ.

  • Өлкәндәрҙең хакимлығы ғаилә башлыҡтарының хакимлығынан нимә менән айырылып тора?

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

a Апай-ҡәрҙәштәрҙең йыйылышта роле ниндәй? Һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары бер үк хакимлыҡҡа эйәме? Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмала был һорауҙарға ниндәй яуап бирелгәнен ҡарап сығырбыҙ.

b 2020 йылдың сентябрь айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһында» «Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ» тигән мәҡәләлә 6-сы абзацты ҡарағыҙ.

c «Ниндәй осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәшкә башын ҡапларға кәрәк?» тигән рамканы ҡарағыҙ.

d Ғаилә ниндәй йыйылышта хеҙмәт итерен кем ҡарар итергә тейеш? Был һорауға яуап 2020 йылдың август айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһында» «Йәһүәнең йыйылышында һәр кем хөрмәткә лайыҡ» тигән мәҡәләлә 17—19-сы абзацтарҙа ҡарала.

e Өҫтәмә мәғлүмәт табыр өсөн «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китаптың 209—212-се биттәрен ҡарағыҙ.

f Етәксе кәңәшмәнең башҡа вазифалары тураһында белер өсөн 2013 йыл 15 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 20—25-се биттәрен ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу