134-СЕ ЙЫР
Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк
(Зәбур 127:3—5)
1. Балалар оло бүләк ул,
Уларҙы тәрбиәләү — ҙур шатлыҡ.
Әммә шуны һеҙ онотмағыҙ:
Был — бик етди яуаплылыҡ.
Атай-әсәй булыу бәхет ул,
Улдар, ҡыҙҙар — бүләк Йәһүәнән.
Тәрбиәләү серен белә ул,
Кәңәштәре файҙалы гелән.
ҠУШЫМТА
Бик ҡиммәтле мираҫ алдығыҙ,
Кеше ғүм(е)ре һеҙҙең ҡулда.
Балағыҙҙы өгөтләһәгеҙ,
Ул гел йөрөр дөрөҫ юлда.
2. Алланың бар һүҙҙәре лә
Булырға тейеш һеҙҙең йөрәктә.
Балағыҙҙы һәр көн өндәгеҙ
Алла Һүҙен ҡәҙерләргә.
Быға өйрәтегеҙ өйҙә лә,
Ял иткәндә, юлда барған саҡта.
Шул ваҡытта, йылдар уҙғас та,
Юлдаш булыр зирәклек уға.
ҠУШЫМТА
Бик ҡиммәтле мираҫ алдығыҙ,
Кеше ғүм(е)ре һеҙҙең ҡулда.
Балағыҙҙы өгөтләһәгеҙ,
Ул гел йөрөр дөрөҫ юлда.
(Ҡан. 6:6, 7; Ефес. 6:4; 1 Тим. 4:16-ны ла ҡара.)