Шәмбе, 25 октябрь
Шафан... батша алдында [ҡулъяҙманы] уҡый башланы (2 Йыл. 34:18).
Иосия 26 йәшендә ғибәҙәтхананы йүнәтергә тотонған. Йүнәтеү эштәре барышында «Муса аша бирелгән Ҡанун китабын» тапҡандар. Батша был Ҡанундың һүҙҙәрен ишеткәс, шунда уҡ яҙылғандарҙы үтәй башлаған (2 Йыл. 34:14, 19—21). Һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға теләйһеңме? Әгәр һин уны көн дә уҡыйһың икән, ниндәй уңыштарға өлгәштең? Һиңә ярҙам иткән аяттарҙы яҙып бараһыңмы? Иосияға 39 йәш самаһы булғанда ул хата яһаған, һәм был уны үлемгә килтергән. Ул Йәһүәнең ҡарашын белергә тырышмаған, ә үҙенсә эш итергә булған (2 Йыл. 35:20—25). Бында беҙҙең өсөн мөһим һабаҡ бар. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла һәм күпме йылдар хәҡиҡәттә булһаҡ та, Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәк. Бының өсөн Алланан даими рәүештә йүнәлеш һорарға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул саҡта беҙ етди хаталарҙан һаҡланырбыҙ һәм бәхетле булырбыҙ (Яҡ. 1:25). w23.09 12 б., 15, 16 абз.
Йәкшәмбе, 26 октябрь
Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә (Яҡ. 4:6).
Изге Яҙмала Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән күп ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Уларҙан күпкә өйрәнеп була. Улар «айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше» булған (1 Тим. 3:11). Бынан тыш, йәш ҡыҙҙар үҙ йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ҡатындарҙан өлгө ала ала. Йәш ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ йыйылышта өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы беләһегеҙме? Уларҙың күркәм сифаттарына иғтибар итегеҙ һәм уларҙы нисек сағылдырып булғаны тураһында уйланығыҙ. Баҫалҡы булыу рухи етлеккәнлекте күрһәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәш баҫалҡы булһа, уның Йәһүә һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәре яҡшы булыр. Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан ҡатын башлыҡ принцибына буйһона (1 Кәр. 11:3). Был принцип йыйылышта ла, ғаиләлә лә ҡулланыла. w23.12 18—19 бб., 3—5 абз.
Дүшәмбе, 27 октябрь
Ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш (Эфес. 5:28).
Йәһүә ир кешенән ҡатынын яратыуын һәм уның матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуын көтә. Ул шулай уҡ ҡатынына яҡын дуҫ булырға һәм уға Йәһүә менән ныҡлы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итергә тейеш. Йәш ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә һәм ышаныслы булырға кәрәк. Өйләнгәс, һеҙҙең балағыҙ тыуыуы ихтимал. Яҡшы атай булыр өсөн, Йәһүәнән өйрән (Эфес. 6:4). Йәһүә үҙенең улы Ғайсаға уны яратҡаны һәм хуплағаны хаҡында әйтергә оялмаған (Матф. 3:17). Һин дә, атай булып китһәң, балаларыңа уларҙы яратҡаныңды әйтергә онотма. Уларҙы бәләкәй игелекле эштәре өсөн дә маҡта. Йәһүәнән өлгө алған атайҙар үҙ балаларына рухи яҡтан етлеккән булып үҫергә ярҙам итә. Һин яҡшы атай булырға бөгөн үк өйрәнә алаһың. Үҙ ғаиләң һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр хаҡында хәстәрлек күр. Уларҙы яратҡаныңа һәм ҡәҙерләгәнеңә ышандырырға өйрән (Яхъя 15:9). w23.12 28—29 бб., 17, 18 абз.