Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 3 4—5 бб.
  • Һеҙҙең киләсәк ысынында нимәнән тора?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙҙең киләсәк ысынында нимәнән тора?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮПТӘР НИМӘГӘ ЫШАНА
  • БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?
  • Хәүефһеҙ киләсәк — һәр кемдең хыялы
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Изге Яҙмала реинкарнация хаҡында яҙылғанмы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Юғары белем һәм байлыҡ ышаныслы киләсәккә гарантия бирә аламы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 3 4—5 бб.
Фотоһүрәттәрҙә: 1) күрәҙәсе ҡатын, клиентҡа киләсәген әйтер өсөн, таро кәрте һала; 2) фэншуй компасы һәм фатирҙың планы төшөрөлгән ҡағыҙ бите; 3) бер ҡатын үлгән ата-бабаһының фотоһо алдына ризыҡ, сәскә һәм хуш еҫле нәмәләр ҡуйған һәм унан яҡлау һорай.

Һеҙҙең киләсәк ысынында нимәнән тора?

Күп кешеләр, киләсәк күҙгә күренмәгән көстәр ҡулында, тип һанай. Шуға күрә улар, үҙҙәренең фекеренсә, яҡшы киләсәккә ышаныстарын арттыра алған нәмәләр эшләргә тырыша.

КҮПТӘР НИМӘГӘ ЫШАНА

АСТРОЛОГИЯ. Ҡайһы бер кешеләр, киләсәктәрен үҙҙәре тыуған саҡта йондоҙҙарҙың нисек урынлашыуы билдәләй, тип иҫәпләй. Шуға күрә улар астрологик фараздар, йәғни гороскоптар уҡый йә тыңлай. Шулай итеп улар нимә зыяндан һаҡлай, ә нимә уңыш килтерә алғанын асыҡларға тырыша.

ФЭНШУЙ. Икенселәре, үҙеңдең әйләнә-тирәңде тәбиғәттең күҙгә күренмәҫ көстәре менән гармонияға килтерергә кәрәк, тип һанай. Гонконгта йәшәгән Ло Винa былай ти: «Бер фэншуй мастеры миңә магазинымда билдәле бер урынға махсус кристалл ҡуйырға кәңәш итте. Был һиңә күберәк аҡса эшләргә ярҙам итер, тине ул».

АТА-БАБАЛАРҒА ТАБЫНЫУ. Башҡалар, үлгән ата-бабаларҙың һәм төрлө илаһтарҙың күңелен күрергә кәрәк, шул саҡта уларҙың яҡлауын һәм ярҙамын алып була, тип ышана. Вьетнамда йәшәгән Ван былай ти: «Элек мин, ата-бабаларымды ололап, тормошомдо яҡшырта алам һәм киләсәктә үҙемде һәм ғаиләмде яҡлай алам, тип ышана инем».

РЕИНКАРНАЦИЯ. Күптәр, беҙҙең йәшәйеш — ул йәшәү, үлем һәм яңынан тыуыуҙың бөткөһөҙ циклы, тип уйлай. Уларҙың фекеренсә, тормоштарындағы бөтә яҡшы һәм насар нәмәләр — үткән тормошта эшләгәндең һөҙөмтәһе.

Әммә күптәр быларҙың барыһын хөрәфәт һәм юҡ-барға ышаныу тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта улар ҡулға ҡарап күрәҙәлек итергә, гороскоп уҡырға, спиритик сеанс таҡталары, таро кәрттәре һәм шуның кеүек башҡа нәмәләр ҡулланырға ҡаршы түгел. Улар бының барыһын үҙҙәренең киләсәген белергә өмөтләнеп эшләй.

БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?

Быларҙың барыһы яҡшы тормошҡа һәм тыныс киләсәккә гарантия бирәме?

Бына Вьетнамда йәшәгән Хаоның миҫалы. Бер ваҡыт ул астрология һәм фэншуйға мөрәжәғәт иткән, ата-бабаларының күңелен табырға тырышҡан. Был уға уңыш килтергәнме? Хао былай ти: «Минең бизнес юҡҡа сыҡты, бурысҡа баттым һәм ғаиләмдә проблемалар башланды. Һөҙөмтәлә эмоциональ яҡтан хәлһеҙләндем».

Тайвандән Цюмин шулай уҡ астрология, реинкарнация, һәм яҙмышҡа ышанған, фэншуй менән шөғөлләнгән һәм ата-бабаларына табынған. Быларҙың барыһын ентекләп тикшергәндән һуң, ул былай тигән: «Мин был тәғлимәттәр һәм йолаларҙың бер-береһенә ҡаршы килгәнен һәм башты бутағанын аңланым. Астрологик фараздарҙың йыш ҡына дөрөҫ булмағанын күрҙем. Ә реинкарнацияға килгәндә, элекке тормошоңдо иҫләмәгәс, нисек инде киләһе тормошта нимәнелер үҙгәртеп, уңышҡа ирешә алаһың?»

«Мин был тәғлимәттәр һәм йолаларҙың бер-береһенә ҡаршы килгәнен һәм башты бутағанын аңланым» (ЦЮМИН, ТАЙВАНЬ).

Хао, Цюмин һәм башҡа бик күптәр киләсәктең яҙмыштан, йондоҙҙарҙан, ата-бабалар һәм яңынан тыуыуҙан тормағанын аңлаған. Был, беҙ үҙебеҙҙең киләсәккә тәьҫир итә алмайбыҙ, тигәнде аңлатамы?

НИНДӘЙ ҺАЙЛАУ ЯҺАУЫБЫҘ МӨҺИМ

Үҙебеҙ менән булған нәмәләрҙең күбеһенә тәьҫир итә алмаһаҡ та, тормош тәжрибәһенән күренгәнсә, беҙҙең һайлау киләсәгебеҙгә йоғонто яһай. Ни өсөн эпидемия, мәҫәлән, COVID-19 ваҡытында беҙ ҡул йыуабыҙ һәм маска кейәбеҙ? Сөнки мөмкин булған тиклем үҙ ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ. Эйе, ниндәй һайлау яһауыбыҙ мөһим.

Әлбиттә, һөҙөмтәнең яҡшы булыуын теләһәк, дөрөҫ һайлау яһарға кәрәк. 2 000 йыл элек бер аҡыллы уҡытыусы быны: «Кеше ни сәсһә, шуны ура», — тип аңлатҡанb.

Күптәр, яҡшы киләсәкте юғары белем һәм байлыҡ гарантиялай, тип һанай. Шундай һайлау яһаған кешеләрҙең тормошо яҡшырғанмы?

a Ошо һәм киләһе мәҡәләләрҙә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b Был һүҙҙәр Инжил китабында Галаттарға 6:7-лә яҙылған. Шундай уҡ фекер күп кенә көнсығыш әйтемдәрендә лә осрай, мәҫәлән, «ҡауын сәсһәң, ҡауын алырһың; борсаҡ сәсһәң, борсаҡ алырһың».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу