Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp22 № 1 8—9 бб.
  • 2 | Үс алмағыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 2 | Үс алмағыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан принцип:
  • Был нимәне аңлата?
  • Нисек ҡулланырға?
  • Нәфрәтте еңеп була!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • 7-се бүлеккә инеш һүҙ
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Йософ ағайҙарын кисерә
    Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
wp22 № 1 8—9 бб.
Ике асыулы кеше бер ағастың ике ботағында ҡапма-ҡаршы ултыра. Һәр береһе үҙе ултырған ботаҡты быса.

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

2 | Үс алмағыҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ... Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. ...Үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ... Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: „Үс алыу — минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы“» (РИМДАРҒА 12:17—19).

Был нимәне аңлата?

Беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, асыу килеүе тәбиғи. Ләкин Алла үҙебеҙ өсөн үс алыуыбыҙҙы теләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙе барыһын да үҙенең ҡулына тапшырырға дәртләндерә, сөнки ул тиҙҙән үҙе ғәҙеллек булдырасаҡ (Зәбур 37:7, 10).

Нисек ҡулланырға?

Үс алыу нәфрәт әйләнешен туҡтатмай. Ул утҡа кәрәсин һипкән кеүек була. Шуға күрә, һеҙҙе берәйһе рәнйетһә йә ниндәйҙер зыян килтерһә, үс алырға ашыҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм тыныс яуап ҡайтарырға тырышығыҙ. Ҡай саҡта ғәфү итеү күпкә хәйерлерәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11). Әлбиттә, ҡайһы берҙә проблемаға күҙ йомоп булмай. Мәҫәлән, әгәр һеҙгә ҡаршы енәйәт ҡылһалар, һеҙ, бәлки, полицияға йә башҡа хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә булырһығыҙ.

Үс алған кеше үҙенә үҙе зыян килтерә

Ә проблеманы тыныс ҡына хәл итеп булмай кеүек тойолһа? Йәки һеҙ мөмкин булғандың барыһын эшләп тә хәл яҡшыға үҙгәрмәһә? Шулай булһа ла, үс алмағыҙ. Үс алыу хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрергә мөмкин. Киреһенсә, нәфрәт әйләнешен туҡтатығыҙ. Аллаға ышанырға өйрәнегеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер» (Зәбур 37:3—5).

Тормошта булған осраҡ. АДРИАН

Үс алыу теләген еңгән

Адриан.

Үҫмер саҡта Адриан насар компанияға эләккән, мәрхәмәтһеҙ булып киткән һәм үҙен рәнйеткән һәр кемдән үс алған. Ул былай тип һөйләй: «Мин йыш ҡына атыштарҙа ҡатнаштым һәм бер нисә мәртәбә ҡанға батып урамда үлем хәлендә ятып ҡалдым».

16 йәшендә Адриан Изге Яҙма менән танышҡан. «Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта холҡомдо үҙгәртергә кәрәклеген аңланым», — ти ул. Уға нәфрәттән ҡотолорға һәм көс ҡулланыуға ынтылышын еңергә кәрәк булған. Бигерәк тә уны Римдарға 12:17—19-ҙағы үс алмау тураһындағы һүҙҙәр таң ҡалдырған. Ул былай ти: «Мин аңланым: ғәҙелһеҙлеккә нисек һәм ҡасан яуап бирергә икәнен Йәһүә үҙе хәл итә. Яйлап ҡына мин аяуһыҙ холҡомдо еңә алдым».

Бер көндө кисен Адрианға үҙе элек дошманлашҡан банданың егеттәре һөжүм иткән. Уларҙың башлығы уны этеп ебәргән дә: «Әйҙә, һуғышабыҙ!» — тип ҡысҡырған. Адриан былай ти: «Мин, ҡыҫҡа ғына доға ҡылып, Йәһүәнән ярҙам һораным. Үс алырға көслө теләк һиҙһәм дә, үҙемде ҡулда тотоп, тыныс ҡына китә алдым».

Адриан былай тип дауам итә: «Икенсе көндө мин тағы теге башлыҡты осраттым, тик ул үҙе генә ине. Эсемдә асыуым ҡайнай башланы, ләкин мин йәнә эстән генә Йәһүәгә доға ҡылып, үҙемде ҡулда тоторға көс һораным. Ғәжәпкә ҡаршы, ул егет яныма килеп: „Кисәге өсөн ғәфү ит. Минең дә һинең кеүек булғым килә. Мин Изге Яҙма өйрәнергә теләйем“, — тине. Үҙемде ҡулда тота алғаныма шул тиклем шатландым! Шуның арҡаһында ул егет тә Изге Яҙма өйрәнә башланы».

Адриандың биографияһын, jw.org сайтына инеп, 2016 йылғы «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 5-се һанында, 14—15-се биттәрҙә уҡып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу