Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 июнь 2—7 бб.
  • Йәһүә кешеләрҙе теләп кисерә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә кешеләрҙе теләп кисерә
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ КИСЕРЕРГӘ ӘҘЕР
  • ЙӘҺҮӘ НИСЕК ҒӘФҮ ИТӘ?
  • ЙӘҺҮӘ КЕМДЕ КИСЕРӘ?
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ҺЕҘҘЕ КИСЕРГӘНЕНӘ ШИКЛӘНМӘГЕҘ
  • Алла мине кисерерме икән?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Йәһүә ғәфү итә белгән кешеләрҙе бүләкләй
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Йәһүәнең кисереүе һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Кисереү нимә ул?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 июнь 2—7 бб.

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә кешеләрҙе теләп кисерә

«Эй Йәһүә, һин игелекле һәм кисерергә әҙер, үҙеңә ялбарғандарҙың һәммәһенә һин тоғро мөхәббәтеңде мул итеп күрһәтәһең» (ЗӘБ. 86:5).

42-СЕ ЙЫР Алла хеҙмәтсеһенең доғаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Вәғәзсе 7:20-лә ниндәй хәҡиҡәт яҙылған?

СӨЛӘЙМӘН батша былай тип яҙған: «Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән һәм бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ» (Вәғ. 7:20). Был ысынлап та шулай. Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы (1 Яхъя 1:8). Шуға күрә беҙ Алланың һәм кешеләрҙең кисереүенә бик мохтаж.

2. Яҡын дуҫыбыҙ беҙҙе кисергәндә, беҙ нимә хис итәбеҙ?

2 Яҡын дуҫығыҙҙы рәнйеткәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Әлбиттә, беҙ ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ һәм дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн эскерһеҙ ғәфү үтенәбеҙ. Ә дуҫыбыҙ беҙҙе ғәфү итһә, беҙ тыныслыҡ һәм шатлыҡ тоябыҙ.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Беҙ Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә теләйбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта беҙ уны эштәребеҙ йә һүҙҙәребеҙ менән күңелһеҙләндерәбеҙ. Ни өсөн Хоҙайҙың беҙҙе кисерергә теләгәненә тулыһынса ышанырға була? Йәһүәнең кисереүе беҙҙекенән нимә менән айырылып тора һәм ул ниндәй кешеләрҙе кисерә?

ЙӘҺҮӘ КИСЕРЕРГӘ ӘҘЕР

4. Йәһүәнең кисерергә әҙер булғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

4 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙе теләп кисерә. Синай тауында Мусаға үҙенең данын күрһәткәндә, Алла фәрештә аша былай тигән: «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй, меңләгәндәргә тоғро мөхәббәтен күрһәтә, хаталарҙы, енәйәттәрҙе һәм гонаһтарҙы кисерә» (Сығ. 34:6, 7). Йәһүә игелекле һәм шәфҡәтле. Әгәр гонаһ ҡылыусы тәүбә итһә, Ул һәр ваҡыт теләп кисерә (Ниҡ. 9:17; Зәб. 86:15).

Апай-ҡәрҙәш янында Зәбур 103:13, 14-тәге «Ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә» тигән һүҙҙәр яҙылған. Уның янында тормошоноң төрлө ваҡиғаларын һүрәтләгән фотолар ҡуйылған.

Йәһүә ниндәй шарттар беҙгә тәьҫир иткәнен яҡшы белә. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Зәбур 103:13, 14 буйынса, беҙҙе яҡшы белеү Йәһүәне нимәгә дәртләндерә?

5 Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Йәһүә беҙҙең турала барыһын да белә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Алла ерҙә йәшәгән һәр кешенең бөтә үҙенсәлектәрен белә (Зәб. 139:15—17). Шуға күрә ул беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙән күскән етешһеҙлектәребеҙҙе лә күрә. Бынан тыш, тормошобоҙҙағы ваҡиғалар беҙгә нисек тәьҫир иткәне уға билдәле. Бының барыһы Йәһүәне беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булырға дәртләндерә (Зәб. 78:39; Зәбур 103:13, 14-теb уҡығыҙ).

6. Йәһүә беҙҙе кисерергә әҙер булғанын нисек күрһәткән?

6 Йәһүә кисерергә әҙер булғанын эштәре менән күрһәткән. Ул беҙҙең Әҙәм арҡаһында гонаһ менән үлем ҡоллоғона эләккәнебеҙҙе белә һәм был ҡоллоҡтан үҙ көсөбөҙ менән генә ҡотола алмағаныбыҙҙы аңлай (Рим. 5:12; Зәб. 49:7—9). Мәрхәмәтле булғанға ҡайғыртыусан Атабыҙ беҙҙе ҡотҡарырға булған. Нисек итеп? Яхъя 3:16-ла: «Алла... [беҙҙең хаҡҡа] Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе», — тип әйтелә (Матф. 20:28; Рим. 5:19). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Ғайса, ғазаптар кисереп, беҙҙең урынға үлгән (Евр. 2:9). Шуға күрә уға инанған һәр кем гонаһ һәм үлемдән ҡотола ала. Ҡәҙерле Улының яфаланыуын күреү Йәһүәнең күңелен ныҡ әрнеткән. Уның үлеме ғазаплы һәм хурлыҡлы булған. Әгәр Йәһүә беҙҙе ғәфү итергә теләмәһә, ул бер ваҡытта ла үҙенең Улына беҙҙең хаҡҡа үлергә рөхсәт итмәҫ ине.

7. Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар Йәһүәнең ихлас күңелдән кисергәнен күрһәтә?

7 Йәһүә кешеләрҙе ихлас күңелдән кисерә (Ефес. 4:32). Бының тураһында Изге Яҙмала күп миҫалдар яҙылған. Һеҙ кемде хәтерләйһегеҙ? Бәлки, был — Манассия батшалыр. Ул бик яуыз кеше булған һәм Йәһүәгә ҡаршы ҡот осҡос гонаһтар ҡылған. Ул ялған илаһтарға табынған һәм башҡаларҙы ла шулай эш итергә этәргән. Манассия үҙ улдарын мәжүси илаһтарға ҡорбанға килтергән. Ул хатта Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында һындар урынлаштырған. Изге Яҙмала: «Ул, Йәһүә күҙендә сикһеҙ дәрәжәлә яманлыҡ ҡылып, уның асыуын сығарҙы», — тип әйтелә (2 Йыл. 33:2—7). Шулай булһа ла, Манассия ысын күңелдән тәүбә иткәс, Йәһүә уны кисергән. Алла уны хатта «Иерусалимға ҡайтарып, батшалығын уның ҡулына кире» тапшырған (2 Йыл. 33:12, 13). Ә, бәлки, һеҙ Дауыт батшаны иҫегеҙгә төшөрәһегеҙҙер. Ул да Йәһүәгә ҡаршы етди гонаһтар ҡылған, улар араһында зина ҡылыу һәм кеше үлтереү. Шулай ҙа Дауыт, үҙ хатаһын танып, эскерһеҙ тәүбә иткәс, Йәһүә уны кисергән (2 Сам. 12:9, 10, 13, 14). Был миҫалдар Йәһүәнең кисерергә әҙер булғанына ышандыра. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең кисереүе кешеләрҙекенән нимә менән айырылып торғанын беләйек.

ЙӘҺҮӘ НИСЕК ҒӘФҮ ИТӘ?

8. Ни өсөн кисереүҙә Йәһүәгә тиң бер кем дә юҡ?

8 Йәһүә — «бөтә ерҙең Хөкөмдары» (Баш. 18:25). Хөкөмсөләр ҡанундарҙы яҡшы белергә тейеш. Һис шикһеҙ, быны Аллабыҙ тураһында ла әйтеп була, сөнки ул Хөкөмсө генә түгел, ә Ҡанун сығарыусы ла (Ишағ. 33:22). Бер кем дә яҡшылыҡ менән яманлыҡтың нормаларын Йәһүә кеүек яҡшы белмәй. Яҡшы хөкөмсө тағы нимә менән айырылып тора? Хөкөм ҡарары сығарыр алдынан, ул бөтә факттарҙы иҫәпкә ала. Был яҡтан бер хөкөмсө лә Йәһүәгә тиң була алмай.

9. Кешене ғәфү итергәме, юҡмы тигән ҡарар сығарғанда, Йәһүәгә нимә билдәле?

9 Йәһүә берәй хөкөм эшен тикшергәндә, судьяларҙан айырмалы булараҡ, был эшкә ҡағылышлы бөтә факттарҙы белә (Баш. 18:20, 21; Зәб. 90:8). Алла барыһын күрә һәм ишетә. Ул кешенең эш итеүенә уның нәҫеле, тәрбиәһе, шарттары, шулай уҡ эмоциональ һәм психик һаулығы тәьҫир иткәнен яҡшы аңлай. Бынан тыш, Йәһүә кешенең йөрәген күрә. Ул кешенең этәргес ниәттәрен һәм теләктәрен тулыһынса аңлай. Йәһүәнән бер нәмәне лә йәшереп булмай (Евр. 4:13). Тимәк, кешене кисерергәме, юҡмы тигән ҡарар сығарғанда, Йәһүә бөтә факттарҙы иҫәпкә ала.

Бөйөк тауҙар янында Ҡанун 32:4-тәге «Ул — Ҡая, уның эштәре камил» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Йәһүә ғәҙел, һәм уның ҡарарына бер нәмә лә тәьҫир итә алмай. Уға ришүәт биреп булмай. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Йәһүәнең бөтә ҡарарҙары ла ғәҙел икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Ҡанун 32:4).

10 Йәһүә — иң юғары Хөкөмсө һәм уның ҡарарҙары һәр ваҡыт ғәҙел. Уның ҡарарына бер нәмә лә тәьҫир итә алмай. Ул кешенең тышҡы ҡиәфәтенә, байлығына, дәрәжәһенә һәм һәләттәренә ҡарамай (1 Сам. 16:7; Яҡ. 2:1—4). Йәһүәгә баҫым яһап йә ришүәт биреп булмай (2 Йыл. 19:7). Ул бер ваҡытта ла хистәргә бирелеп ҡарар ҡабул итмәй (Сығ. 34:7). Һис шикһеҙ, Йәһүә — иң яҡшы Хөкөмсө, сөнки ул барыһын күрә һәм белә. (Ҡанун 32:4-теc уҡығыҙ.)

11. Йәһүәнең кисереүе кешеләрҙекенән нимә менән айырылып тора?

11 Йәһүәнең кисереүе кешеләрҙекенән бик ныҡ айырылып тора. Был Еврей Яҙмаларынан асыҡ күренә. Изге Яҙма буйынса белешмәләрҙең береһендә былай тип әйтелә: «Ҡайһы саҡта Еврей Яҙмаларында тик Аллаға ғына ҡағылған „кисереү“ һүҙе ҡулланыла. Был һүҙ кешеләр бер-береһен кисергәндә ҡулланылмай. Уларҙың ғәфү итеүе Алланыҡынан ныҡ айырылып тора». Тик Йәһүәнең генә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыны тулыһынса кисерергә хоҡуғы бар. Йәһүәнең кисереүе нимәне аңлата?

12, 13. а) Йәһүәнән кисереү алған кеше нимә хис итә? б) Йәһүәнең кисереүе ни тиклем бөйөк?

12 Йәһүәнең беҙҙе кисергәнен аңлау йән тыныслығы һәм таҙа выждан бирә. Шундай хистәрҙе беҙ Йәһүәнән кисереү алғанда ғына тоя алабыҙ (Ғәм. 3:19, 20). Ғәфү итеп, Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы тулыһынса юя һәм яңынан үҙенең дуҫтары булып китергә рөхсәт итә.

13 Әгәр Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисергән икән, тимәк, ул бер ҡасан да улар өсөн беҙҙе хөкөм итмәҫ һәм яза бирмәҫ (Ишағ. 43:25; Ирем. 31:34). Изге Яҙмала: «Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә», — тип әйтелә (Зәб. 103:12)d. Йәһүәнең миһырбанлығы тураһында уйланғанда, күңелебеҙ рәхмәт һәм шатлыҡ хисе менән тула (Зәб. 130:4). Әммә кем уның кисереүенә өмөтләнә ала?

ЙӘҺҮӘ КЕМДЕ КИСЕРӘ?

14. Йәһүәнең кисереүе тураһында беҙ нимә белдек?

14 Күреүебеҙсә, кешене кисергәндә, Йәһүә гонаһтың етдилегенә ҡарамай. Бынан тыш, беҙ шуны белдек: Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсе, Ҡанун сығарыусы һәм Хөкөмсө булараҡ, ҡарар ҡабул иткәндә, үҙенең сикһеҙ белемдәрен ҡуллана. Әммә кешене кисерергәме, юҡмы икәнен хәл иткәндә, Йәһүә нимәне иҫәпкә ала?

15. Кешене кисерергәме, юҡмы тигән ҡарар сығарғанда, Йәһүә нимәгә иғтибар итә? (Лука 12:47, 48).

15 Беренсенән, Йәһүә шуға иғтибар итә: кеше үҙенең дөрөҫ эш итмәгәнен белгәнме, әллә юҡмы. Ғайса был хаҡта Лука 12:47, 48-ҙә (уҡығыҙ) асыҡ итеп әйткән. Әгәр кемдер аңлы рәүештә Йәһүәнең ҡанундарын боҙа икән, ул етди гонаһ ҡыла. Сөнки ундай кеше Аллаға ҡаршы сыҡҡанын тулыһынса аңлай. Йәһүә уны, бәлки, кисермәҫ (Марк 3:29; Яхъя 9:41). Эйе, ҡайһы саҡта беҙ, белә тороп, Йәһүәгә оҡшамағанды эшләйбеҙ. Шул саҡта кисерелеүгә өмөтөбөҙ бармы? Эйе, бар. Хәҙер беҙ Йәһүә иҫәпкә алған икенсе яҡты ҡарап сығырбыҙ.

Ағай-ҡәрҙәш янында Ишағыя 55:7-нән алынған «Ул... ихластан кисерер» тигән һүҙҙәр яҙылған. Артҡы планда был ағай-ҡәрҙәш бойоғоп ултыра, алғы планда ул инде бәхетле һәм алға ышаныс менән ҡарай.

Әгәр беҙ ысын күңелдән тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе һис шикһеҙ кисерәсәк. (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Тәүбә итеү нимә ул һәм ни өсөн унһыҙ Йәһүәнең кисереүен алып булмай?

16 Икенсенән, Алла гонаһ ҡылыусының ни тиклем эскерһеҙ тәүбә иткәненә ҡарай. Әммә тәүбә итеү нимәне аңлата? Был ҡараштарҙы, фекер йөрөтөүҙе һәм маҡсаттарҙы үҙгәртеүҙе аңлата. Тәүбә иткән кеше ҡылынған насар эштәре тураһында йә эшләмәгән яҡшы эштәре тураһында тәрән үкенес тоя. Уны хаталары ғына түгел, ә хаталарға килтергән насар рухи хәле лә борсой. Иҫебеҙгә төшөрәйек: Манассия ла, Дауыт та ауыр гонаһтар ҡылған. Әммә Йәһүә уларҙы кисергән, сөнки улар бөтә күңелдән тәүбә иткән (1 Бат. 14:8). Тимәк, беҙҙе ғәфү итер өсөн, Йәһүә тәүбә итеүебеҙҙе күрергә тейеш. Әммә ҡылған гонаһтарыбыҙға үкенеү генә әҙ. Йәһүә беҙҙән тейешле эштәр көтәe. Һәм был Йәһүә иҫәпкә алған тағы бер яҡ.

17. Тормошобоҙҙа нимәне үҙгәртергә кәрәк һәм был элек ҡылған хаталарыбыҙға кире ҡайтмаҫҡа нисек ярҙам итер? (Ишағыя 55:7).

17 Өсөнсөнән, Йәһүә өсөн кешенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе бик мөһим: гонаһ ҡылған кеше, яуыз эштәрен ҡалдырып, дөрөҫ юлға баҫырға тейеш. (Ишағыя 55:7-неf уҡығыҙ.) Кешегә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға өйрәнергә кәрәк (Рим. 12:2; Ефес. 4:23). Алла нәфрәт иткән уйҙарҙан һәм эштәрҙән арыныр өсөн ул бар көсөн һалырға тейеш (Кол. 3:7—10). Әлбиттә, кеше Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итергә тейеш. Шул саҡта ғына Йәһүә уны кисерә һәм гонаһтарҙан таҙарта ала. Әгәр беҙ тормошобоҙҙо үҙгәртер өсөн барыһын эшләһәк, Йәһүә беҙҙе ошо йолом нигеҙендә мотлаҡ кисерәсәк (1 Яхъя 1:7).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҺЕҘҘЕ КИСЕРГӘНЕНӘ ШИКЛӘНМӘГЕҘ

18. Йәһүәнең кисереүе тураһында беҙ нимә белдек?

18 Әйҙәгеҙ, был мәҡәләлә нимә ҡарап сыҡҡаныбыҙҙы ҡыҫҡаса ғына иҫебеҙгә төшөрөп китәйек. Йәһүә ихлас күңелдән кисерә һәм был яҡтан уға бөтә йыһанда тиң бер кем юҡ. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Беренсенән, ул һәр ваҡыт теләп ғәфү итә. Икенсенән, ул беҙҙең турала барыһын да белә. Шуға күрә тәүбә итеүебеҙ эскерһеҙме, юҡмы икәнен ул билдәләй ала. Өсөнсөнән, Йәһүә, беҙҙе кисереп, гонаһыбыҙ булмағандай яңы тормош башларға мөмкинлек бирә. Был беҙгә уның хуплауына шикләнмәҫкә һәм саф выждан менән йәшәргә ярҙам итә.

19. Камилһыҙлығыбыҙ арҡаһында гонаһтарҙан арынып булмаһа ла, ни өсөн был бойоғор өсөн сәбәп түгел?

19 Беҙ әлегә камил түгел, шуға күрә гонаһтарҙан тулыһынса арына алмайбыҙ. Әммә беҙҙе «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) яҙылған һүҙҙәр нығыта ала. Унда былай тип әйтелгән: «Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең етешһеҙлектәренә мәрхәмәтле, шуға күрә уларға камилһыҙлыҡтары арҡаһында ҡылған гонаһтарына бер туҡтауһыҙ ғазапланырға кәрәкмәй (Зәб 103:8—14; 130:3). Алла юлынан йөрөр өсөн һалған эскерһеҙ тырышлыҡтары уларға шатлыҡ килтерергә тейеш (Фп 4:4—6; 1Ях 3:19—22)» («Раскаяние» тигән мәҡәлә, 7-се абзац). Был һүҙҙәр күңелде йылыта!

20. Киләһе мәҡәлә нимә ҡаралыр?

20 Беҙ ҡылған гонаһтарыбыҙҙа эскерһеҙ тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе теләп кисерә, һәм беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле. Беҙ унан нисек үрнәк ала алабыҙ? Йәһүәнең һәм кешеләрҙең ғәфү итеүе нимә менән оҡшаш һәм нимә менән айырылып тора? Ни өсөн беҙгә бының тураһында белергә кәрәк? Был һорауҙарға яуаптар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

ЙӘҺҮӘНЕҢ КИСЕРГӘНЕ ТУРАҺЫНДА ҺЕҘ...

  • Зәбур 103:13, 14-тән нимә белдегеҙ?

  • Ҡанун 32:4-тән нимә белдегеҙ?

  • Ишағыя 55:7-нән нимә белдегеҙ?

45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым

a Тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыларҙы Йәһүә кисерергә әҙер. Шулай ҙа ҡайһы саҡта, мин уның ғәфү итеүенә лайыҡ түгел, тип уйлауыбыҙ ихтимал. Ҡылған гонаһтарыбыҙға эскерһеҙ тәүбә итһәк, Алла беҙҙе теләп кисерә. Ни өсөн беҙ быға шикләнергә тейеш түгел? Яуап был мәҡәләлә бирелер.

b Зәбур 103: 13, 14: «Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. 14 Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».

c Ҡанун 32:4: «Ул — Ҡая, уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай. Ул тәҡүә һәм намыҫлы».

d «Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китаптың (урыҫ) 26-сы бүлегендә 9-сы абзацты ҡарағыҙ.

e АҢЛАТМА. Тәүбә иткән кеше фекер йөрөтөүен үҙгәртә, хаталарына һәм яҡшы эштәр эшләмәгәненә тәрән үкенә, шулай уҡ насар тәртибенән арына.

f Ишағыя 55:7: «Яуыз кеше — үҙ юлын, уҫал кеше үҙ уйҙарын ҡалдырһын. Ул Йәһүәгә ҡайтһын, һәм Алла уға мәрхәмәт күрһәтер, Аллабыҙға кире килһен, сөнки ул уны ихластан кисерер».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу