4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр
ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Изге Яҙма тотош... файҙалы» (2 ТИМОФЕЙҒА 3:16).
Был нимәне аңлата?
Изге Яҙма медицина китабы булмаһа ла, унда ғәмәли һәм файҙалы кәңәштәр бар. Ундағы кәңәштәр психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, ундай кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.
Был нисек ярҙам итә ала?
«Табип һау кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк» (МАТФАЙ 9:12).
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ ҡайһы берҙә медицина ярҙамына мохтаж булырға мөмкин. Күптәр ышаныслы сығанаҡтарҙан психик ауырыуҙары тураһында күберәк белгәс һәм табиптарға мөрәжәғәт иткәс, үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ хис итә башлаған.
«Тән күнекмәһенең ярҙамы [бар]» (1 ТИМОФЕЙҒА 4:8).
Физик һаулыҡты нығытыу психик һаулыҡты ла нығытырға ярҙам итә ала. Шуға күрә физик күнегеүҙәр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Файҙалы ризыҡ менән туҡланығыҙ һәм йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ.
«Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 17:22).
Изге Яҙманан дәртләндергес өҙөктәр уҡыу һәм ирешә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйыу үҙеңде бәхетле тойорға ярҙам итә. Иғтибарыбыҙҙы ыңғай нәмәләргә туплау һәм киләсәктә барыһының да яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ышаныу ҙа психик ауырыу менән көрәшергә көс бирер.
«Тыйнаҡтарға зирәклек хас» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 11:2)
Бәлки, һеҙгә теләгәнегеҙҙең барыһын эшләргә көс етмәйҙер. Шуға күрә башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итергә оялмағыҙ. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ, моғайын, һеҙгә ярҙам итергә теләй, әммә ярҙамды нисек күрһәтергә икәнен белмәй. Шуға күрә уларға үҙегеҙҙең нимәгә мохтаж булғанығыҙҙы әйтегеҙ. Ләкин уларҙан күпте көтмәгеҙ һәм уларҙың һәр ҡайһы ярҙамы өсөн рәхмәтле булығыҙ.
Изге Яҙмалағы кәңәштәр ҡайһы берәүҙәргә нисек ярҙам иткән?
«Мин үҙем менән нимәлер булғанын һиҙә инем. Шуға күрә табипҡа барып күренергә булдым. Ул миңә нимә арҡаһында үҙемде шулай хис иткәнемде аңлатып бирҙе. Шунда мин үҙем менән нимә булғанын аңланым һәм, һаулығымды яҡшыртыр өсөн, ниндәй дауалау ысулдарын ҡулланырға кәрәклеген белдем» (Никольa, биполяр боҙолош менән ауырыған ҡатын).
«Беҙ ҡатыным менән иртә һайын бергәләп Изге Яҙманы уҡыйбыҙ. Был башымды ыңғай фекерҙәр менән тултырырға ярҙам итә. Үҙемде айырыуса ауыр хис иткән көндәрҙә уҡыған аяттарҙың ҡайһы берҙәре бойоҡҡан күңелемде йылытып ебәрә» (Питер, депрессия менән ауырыған ир).
«Мин башҡаларға үҙ ауырыуым тураһында һөйләргә ояла инем. Әммә бер яҡын дуҫым мине иғтибар менән тыңланы һәм хәлемде аңларға тырышты. Уның менән һөйләшеп алғас, миңә яҡшы булып ҡалды. Ул миңә яңғыҙ түгел икәнемде аңларға ярҙам итте» (Чи Ю, туҡланыу тәртибенең боҙолоуынан интеккән ҡатын).
«Изге Яҙма ярҙамында мин эштең дә, ялдың да үҙ урыны булырға тейешлеген аңланым. Ундағы аҡыллы кәңәштәр миңә ауырыуым менән көрәшергә ярҙам итә» (Тимоти, обсессив-компульсив боҙолош менән ауырыған ир).
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.