Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w24 май 2—7 бб.
  • Шәфҡәтле Хөкөмдарға ышанығыҙ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Шәфҡәтле Хөкөмдарға ышанығыҙ!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ НИМӘНЕ БЕЛМӘЙБЕҘ
  • БЕҘ НИМӘНЕ БЕЛӘБЕҘ
  • «ЕРҘЕҢ ХӨКӨМДАРЫ» ҺӘР ВАҠЫТТА ЛА ҒӘҘЕЛ ЭШ ИТӘ
  • Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренең һуңғы һүҙҙәре нимәгә өйрәтә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
w24 май 2—7 бб.

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

1-СЕ ЙЫР Йәһүәнең сифаттары

Шәфҡәтле Хөкөмдарға ышанығыҙ!

«Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?» (БАШ. 18:25).

ТӨП ФЕКЕР

Был мәҡәләлә беҙ тәҡүә булмағандарҙың терелеүе тураһында һөйләшербеҙ һәм Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ғәҙел икәнен яҡшыраҡ аңларбыҙ.

1. Йәһүә Ибраһимды нимәгә ышандырған?

ЙӘҺҮӘ фәрештә аша Ибраһимға Содом менән Аморраны юҡ итәсәге тураһында әйткән. Ибраһим аптырашта ҡалған. Был һөйләшеү уның хәтерендә ғүмергә уйылып ҡалған. Ул Алланан: «Яуыздар менән бергә тәҡүәлеләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? […] Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?» — тип һораған. Йәһүә үҙ дуҫын түҙемлек менән тыңлаған һәм тәҡүә кешеләрҙе бер ҡасан да юҡ итмәйәсәгенә ышандырған (Баш. 18:23—33). Был фекер беҙҙең бөтәбеҙҙе лә йыуата.

2. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең хөкөм иткәндә мәрхәмәтле булыуына һәм ғәҙел эш итеүенә ышана алабыҙ?

2 Беҙ ҙә ҡайһы саҡта Алланың ни өсөн теге йәки был хөкөм ҡарары ҡабул иткәнен белмәйбеҙ. Илсе Павел Йәһүә тураһында: «Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ!» — тигән (Рим. 11:33). Йәһүә мәрхәмәтле һәм ғәҙел, шуға күрә һәр ваҡытта ла дөрөҫ хөкөм итә. Беҙҙән айырмалы булараҡ, ул «һәр кемдең йөрәген белә» (1 Бат. 8:39; 1 Сам. 16:7; 1 Йыл. 28:9). Был уға ышаныр өсөн сәбәп түгелме ни?

3, 4. Беҙҙең ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Яхъя 5:28, 29).

3 Шулай ҙа беҙҙең Ибраһимдыҡы кеүек һорауҙар тыуырға мөмкин. «Йәһүә юҡ иткән кешеләрҙең терелергә өмөтө бармы? „Тәҡүә булмағандар... үленән“ терелгән саҡта Содом менән Аморрала йәшәгәндәрҙең ҡайһы берҙәре тереләсәкме?» (Ғәм. 24:15).

4 Әйҙәгеҙ, терелеү тураһында беҙгә инде нимә билдәле булғанын ҡарап сығайыҡ. Күптән түгел беҙ Яхъя китабында әйтеп кителгән ике төркөмдөң терелеүе ниндәй мәғәнә йөрөткәнен яҡшыраҡ аңлай башланыҡ. Уларҙың береһе — мәңгелек тормош алыр өсөн, ә икенселәре хөкөм ителер өсөн тереләсәкa. (Яхъя 5:28, 29-ҙы уҡығыҙ.) Был төҙәтелгән аңлатыу башҡа үҙгәрештәргә килтерҙе. Улар Йәһүәнең ғәҙел хөкөм ҡарарҙарына ҡағыла. Шул хаҡта ошо һәм киләһе мәҡәләлә һүҙ барыр. Тәүҙә беҙ нимәне белмәйбеҙ, ә һуңынан нимәне беләбеҙ икәнен ҡарап сығырбыҙ.

БЕҘ НИМӘНЕ БЕЛМӘЙБЕҘ

5. Элек баҫмаларыбыҙҙа Содом менән Аморра кешеләре тураһында нимә әйтелгән ине?

5 Элек баҫмаларыбыҙҙа, Йәһүә юҡ иткән тәҡүә булмаған кешеләр, мәҫәлән, Содом менән Аморрала йәшәгәндәр терелмәйәсәк, тип әйтелгәйне. Әммә күп доға ҡылғандан һуң һәм ентекле тикшереүҙәр үткәргәндән һуң улай тип әйтергә нигеҙ юҡ икәнен аңланыҡ. Ни өсөн беҙ шундай һығымтаға килдек?

6. а) Йәһүәнең тәҡүә булмаған кешеләрҙе юҡ иткәне хаҡында башҡа миҫалдарҙы ла килтерегеҙ. б) Йәһүә уларҙы мәңгегә юҡ иткән тип әйтә алабыҙмы?

6 Изге Яҙмала Йәһүәнең тәҡүә булмаған кешеләрҙе юҡ иткәне хаҡында башҡа осраҡтар ҙа яҙылған. Мәҫәлән, ул Туфан ваҡытында Нухтың ғаиләһенән башҡа бөтәһен дә һәләк иткән. Шулай уҡ Йәһүә израилдәргә Вәғәҙә ителгән ерҙә йәшәгән ете халыҡты тар-мар итергә ҡушҡан. Ә һуңыраҡ Алла, күктән фәрештәһен ебәреп, бер төн эсендә 185 000 Ассирия һуғышсыһын ҡырып һалған (Баш. 7:23; Ҡан. 7:1—3; Ишағ. 37:36, 37). Изге Яҙмала, был кешеләр мәңгелеккә юҡ ителгән һәм уларҙың терелеүгә өмөттәре юҡ, тип асыҡтан-асыҡ әйтеләме? Юҡ. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ?

7. Туфанда һәм Ҡынаанда үлгән кешеләр тураһында беҙ нимәне белмәйбеҙ? (Рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Ул кешеләр юҡ ителгән булһа ла, беҙ Йәһүәнең айырым һәр береһенә ниндәй хөкөм сығарғанын белмәйбеҙ. Шулай уҡ уларҙың Йәһүә тураһында белем алырға һәм тәүбә итергә мөмкинлеге булғанмы-юҡмы икәнен белмәйбеҙ. Эйе, Изге Яҙмала «тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нух» тураһында әйтелә (2 Пет. 2:5). Әммә унда, ул кәмә төҙөгәндә һәр бер кешегә айырым вәғәзләгән, тип әйтелмәй. Шулай уҡ беҙ Ҡынаанда йәшәгәндәрҙең барыһының да Йәһүә тураһында белем алырға һәм үҙ юлдарын үҙгәртергә мөмкинлеге булғанмы-юҡмы икәнен дә белмәйбеҙ.

Нух ғаиләһе менән кәмә төҙөй. Әлегә кәмәнең каркасы ғына әҙер. Артҡы планда урман араһында ултырған ауыл күренә.

Нух ғаиләһе менән ғәйәт ҙур кәмә төҙөй. Ул Туфан алдынан бөтә ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙе киҫәтер өсөн махсус рәүештә вәғәзләгәнме-юҡмы икәнен беҙ белмәйбеҙ (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Содом менән Аморрала йәшәүселәр тураһында беҙ нимәне белмәйбеҙ?

8 Содом менән Аморрала йәшәүселәр тураһында нимә әйтеп була? Лут улар араһында йәшәһә лә, ул уларҙың барыһына ла вәғәзләгәнме? Был билдәле түгел. Ысынында был ҡалала йәшәүселәр бик аҙғын кеше булған. Әммә уларҙың бөтәһе лә яҡшылыҡ менән яманлыҡтың нимә икәнен белгәнме? Ниндәй кешеләр араһында үҫкәндәрен иҫәпкә алһаҡ, моғайын, юҡтыр. Содом ирҙәренең Лутҡа килгән ҡунаҡтарҙы көсләргә теләүҙәрен иҫкә төшөрәйек. Тәүратта: «Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре — Луттың йортон уратып алды», — тип әйтелә (Баш. 19:4; 2 Пет. 2:7). Ибраһимдың Йәһүә менән һөйләшеүенән күренеүенсә, был ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе тәҡүә булмаған (Баш. 18:32). Тимәк, улар үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәҙел яза алған. Ләкин был «тәҡүә булмағандар» терелгәндә уларҙың береһе лә терелмәйәсәк тигәнде аңлатамы? Алланың ни тиклем мәрхәмәтле булыуын белә тороп, беҙ шундай һығымта яһай алмайбыҙ.

9. Сөләймән тураһында беҙ нимәне белмәйбеҙ?

9 Изге Яҙмала шулай уҡ тәҡүә булған, ләкин һуңыраҡ Йәһүәнең ҡанундарын боҙа башлаған кешеләр тураһында әйтелә. Мәҫәлән, Сөләймән батша. Ул Йәһүәнең кем икәнен һәм уға нисек хеҙмәт итергә кәрәк икәнен яҡшы белгән. Алла уны фатихалаған. Шулай ҙа Сөләймән һуңыраҡ ялған илаһтарға табына башлаған. Уның гонаһтары Алланың асыуын ҡабартҡан, һәм бының эҙемтәләрен израилдәр күп быуаттар дауамында татыған (1 Бат. 11:5—9; 2 Бат. 23:13). Изге Яҙмала, Сөләймән, «вафат булып, ата-бабаларына ҡушылды», тип әйтелә (1 Бат. 11:43). Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре, мәҫәлән, Дауыт батша тураһында ла шул уҡ һүҙҙәр әйтелгән. (1 Бат. 2:10 менән сағыштырығыҙ.) Ләкин был һүҙҙәр Сөләймән терелтелә тигәнде аңлатамы? Изге Яҙма быға аныҡ яуап бирмәй. Ә «үлгән кеше гонаһтан азат ителде» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? (Рим. 6:7). Был һүҙҙәр бөтә үлгән кешеләр тереләсәк һәм үлгән кеше үҙ үлеме менән яңынан йәшәү хоҡуғына эйә була ала тигәнде аңлатмай. Терелеү — ҡайғыртыусан Атабыҙҙың бүләге. Йәһүә был бүләкте кемгә теләй, шуға бирә. Шулай итеп ул уларға мәңге йәшәргә мөмкинлек аса (Әйүп 14:13, 14; Яхъя 6:44). Сөләймән был бүләкте алырмы? Йәһүә быны белә, ә беҙ юҡ. Ләкин беҙ Алланың ғәҙел эш итәсәген яҡшы беләбеҙ.

БЕҘ НИМӘНЕ БЕЛӘБЕҘ

10. Кешеләрҙе хөкөм иткәндә Йәһүә нимә хис итә? (Йәзәкил 33:11). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Йәзәкил 33:11-ҙе уҡығыҙ. Был аятта Йәһүәнең кешеләрҙе хөкөм иткәндә нимә хис иткәне яҙылған. Илсе Петр, Алла тарафынан рухландырылып, Йәзәкил әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлаған һәм Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй» тип яҙған (2 Пет. 3:9). Был һүҙҙәр беҙҙе бик йыуата. Йәһүә етди сәбәбе булмай тороп бер кемде лә мәңгегә юҡ итмәй. Беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Ул шәфҡәтлеккә бай һәм был сифатын мөмкинлек булғанда гел сағылдыра.

Ир ҡәрҙәш ожмахта терелгәндәрҙе өйрәтә. Таҡтала Данил китабының 2-се бүлегендә әйтеп кителгән ҙур һын һүрәтләнгән. Ҡәрҙәш таҡтаға ҡулы менән күрһәтә.

Тәҡүә булмағандар терелгәс, төрлө халыҡтан булған кешеләрҙең Йәһүә тураһында белем алырға мөмкинлектәре буласаҡ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Кем терелмәйәсәк һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

11 Терелмәйәсәк кешеләр тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Изге Яҙмала туранан-тура бер нисә кеше тураһында ғына әйтеләb. Ғайса, Йәһүҙә Искариот терелмәйәсәк, тип асыҡ аңлатҡан (Марк 14:21; шулай уҡ Яхъя 17:12-не ҡарағыҙc). Йәһүҙә белә тороп Йәһүәгә һәм уның Улына ҡаршы сыҡҡан. (Марк 3:29-ҙы һәм был аятҡа «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) комментарийҙы ҡарағыҙ.) Бынан тыш, Ғайса, уға ҡаршы булған ҡайһы бер дини етәкселәрҙең терелеүгә өмөтө юҡ, тигән (Матф. 23:33). Илсе Павел, тәүбә итмәгән мөртәттәр терелмәйәсәк, тип яҙған (Евр. 6:4—8; 10:29).

12. Йәһүәнең шәфҡәтле булыуы тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.

12 Йәһүәнең шәфҡәтлеге тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Ул «бер кемдең дә һәләк булыуын» теләмәгәнен нисек күрһәткән? Әйҙәгеҙ, Алланың ҡайһы бер кешеләргә шәфҡәтлек сағылдырғанын ҡарап сығайыҡ. Уларҙың береһе — Дауыт батша. Ул бер нисә ауыр гонаһ ҡылыуҙа, шул иҫәптән хыянат итеүҙә һәм кеше үлтереүҙә, ғәйепле булған. Ләкин Дауыт тәүбә иткән, шуға күрә Йәһүә уны шәфҡәтлек менән кисергән (2 Сам. 12:1—13). Манасыя батша ғүмеренең ҙур өлөшөн яуызлыҡ ҡылып үткәргән. Ләкин Йәһүә хатта шундай кешенең дә тәүбә итеүен иҫәпкә алған һәм гонаһтарын кисергән (2 Йыл. 33:9—16). Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә мөмкинлек булғанда һәр ваҡыт шәфҡәтлек күрһәтә. Ул шундай кешеләрҙе терелтәсәк, сөнки улар ауыр гонаһ ҡылғандарын таныған һәм тәүбә иткән.

13. а) Ни өсөн Йәһүә Нинәбә халҡына ҡарата шәфҡәтле булған? б) Ғайса һуңыраҡ Нинәбә халҡы тураһында нимә әйткән?

13 Йәһүә шулай уҡ Нинәбә халҡына ҡарата ла шәфҡәтле булған. Алла Юнысҡа: «Уның [Нинәбә ҡалаһының] яуызлығы миңә тиклем иреште», — тигән. Ләкин улар тәүбә иткәс, Йәһүә игелек менән уларҙы ғәфү иткән. Алла Юнысҡа ҡарағанда күпкә шәфҡәтлерәк булып сыҡҡан. Ул асыуланған пәйғәмбәргә, Нинәбә халҡы «яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра» белмәй, тигән (Юныс 1:1, 2; 3:10; 4:9—11). Һуңыраҡ Ғайса, Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ғәҙел булыуын күрһәтер өсөн, ошо осраҡты миҫал итеп килтергән. Ғайса әйтеүенсә, «Хөкөм көнөндә» тәүбә иткән Нинәбә халҡы тереләсәк (Матф. 12:41).

14. Нинәбә халҡы «хөкөм ителеү өсөн» терелгәс, уларҙы нимә көтә?

14 Нинәбә халҡы терелгәс, ниндәй хөкөмгә дусар булыр? Ғайса, киләсәктә «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» кешеләр булыр, тип өйрәткән (Яхъя 5:29). Ул үҙенең Меңйыллыҡ идара итеү ваҡыты тураһында әйткән. Ул саҡта «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәм. 24:15). Тәҡүә булмағандар «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк». Йәһүә һәм Ғайса уларҙы күҙәтер һәм белгәндәрен ҡулланамы-юҡмы икәненә иғтибар итер. Нинәбә халҡынан булған берәй кеше терелһә, әммә Йәһүәгә табынырға теләмәһә, ул үлем язаһына хөкөм ителер (Ишағ. 65:20). Ләкин Аллаға табыныуҙа беҙгә ҡушылғандар мәңге йәшәргә мөмкинлек алыр! (Дан. 12:2).

15. а) Ни өсөн беҙ Содом менән Аморрала йәшәүселәрҙең береһе лә терелмәйәсәк тип әйтергә тейеш түгел? б) Йәһүҙә 7-лә әйтелгән һүҙҙәрҙе нисек аңлап була? («Йәһүҙә нимәне күҙ уңында тотҡан?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Ғайса әйтеүенсә, «хөкөм көнөндә» Содом менән Аморрала йәшәгәндәргә, уны кире ҡаҡҡан кешеләргә ҡарағанда, күпкә еңелерәк буласаҡ (Матф. 10:14, 15; 11:23, 24; Лука 10:12). Ғайса нимә әйтергә теләгән? Ул, күрәһең, Содом менән Аморрала йәшәгәндәрҙең терелмәйәсәге тураһында әйтергә теләмәгән. Шулай уҡ ул был һүҙҙәрҙе уның көндәрендә йәшәгән кешеләрҙең үҙҙәрен ни тиклем насар тотҡандарын күрһәтер өсөн дә әйтмәгән. Ғайса, күрәһең, Содом менән Аморрала йәшәгәндәрҙең терелеүен күҙ уңында тотҡан. Ни өсөн беҙ шулай тип уйлайбыҙ? Ғайса бит, «хөкөм көнөндә» Нинәбә халҡы тереләсәк тип, тура мәғәнәлә әйткән. Шуға күрә Содом менән Аморрала йәшәгәндәр тураһында ла ул тура мәғәнәлә әйткән. Был ике осраҡта ла, Ғайса «хөкөм көнө» тип әйтеп, бер үк ваҡытты күҙ уңында тотҡан. Нинәбә халҡы кеүек, Содом менән Аморрала йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен бик насар тотҡан. Ләкин уларҙан айырмалы булараҡ, Нинәбә халҡының тәүбә итергә мөмкинлеге булған. Шулай уҡ Ғайсаның «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» кешеләр тураһында әйткәнен иҫкә төшөрәйек. Улар кемдәр? Улар — «яуызлыҡ эшләгәндәр» (Яхъя 5:29). Шуға күрә Содом менән Аморрала йәшәүселәрҙең өмөтө бар кеүек күренә. Моғайын, уларҙың ҡайһы берҙәре булһа ла тереләсәк. Беҙ уларҙы Йәһүә һәм Ғайса Мәсих тураһындағы хәҡиҡәттәргә өйрәтә алырбыҙ.

Йәһүҙә нимәне күҙ уңында тотҡан?

Ғайсаның үлеменән һуң бер нисә тиҫтә йыл үткәс, уның ҡустыһы Йәһүҙә «Содом, Гоморра һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар... мәңгелек ут язаһын алған», тип яҙған (Йәһ. 7). Йәһүҙә нимәне күҙ уңында тотҡан? Уның һүҙҙәре Ғайсаның һүҙҙәренә ҡаршы килә тип әйтеп буламы? (Лука 10:12). Юҡ. Ғайса, Содом менән Аморрала үлгән кешеләрҙең бөтәһе лә терелә, тип әйтмәгән. Ғайсаның һүҙҙәре, уларҙың ҡайһы берҙәренең өмөтө бар тигәнде күрһәтә. Күрәһең, унда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә түгел, ә ҡалалар мәңгелеккә юҡ ителгән, һәм был әхлаҡһыҙ тәртиптән киҫәтеү булған. Йәһүҙәнең һүҙҙәре Иремия пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренә тап килә. Иремия Эдом менән Вавилон тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, улар Содом менән Аморра ҡалалары кеүек мәңгегә юҡ ителер, бер ҡасан да торғоҙолмаҫ һәм унда бер кем дә йәшәмәҫ, тигән (Ирем. 49:17, 18; 50:35, 39, 40). Шулай ҙа Йәһүҙәнең һәм илсе Петрҙың һүҙҙәренән күренеүенсә, Алла юҡ иткәндәрҙең ҡайһы берҙәре терелмәйәсәк (2 Пет. 2:6).

16. Йәһүәнең терелтеүгә ҡағылышлы ҡарары тураһында беҙ нимә беләбеҙ? (Иремия 17:10).

16 Иремия 17:10-ды уҡығыҙ. Был аят беҙгә белгәндәребеҙгә һөҙөмтә яһарға ярҙам итә: Йәһүә һәр ваҡытта ла кешенең «йөрәген тикшереп, йәшерен уйҙарын һынап тора». Кемде терелтергә тигән ҡарар сығарғанда, ул «һәр кемгә уның юлына» ҡарап бирер. Кәрәк саҡта Йәһүә ҡәтғи эш итә, ә мөмкинлек булғанда гел шәфҡәтлек сағылдыра. Шуға күрә Изге Яҙмала туранан-тура әйтелмәһә, ниндәйҙер кеше тураһында, ул терелмәй, тип әйтә алмайбыҙ.

«ЕРҘЕҢ ХӨКӨМДАРЫ» ҺӘР ВАҠЫТТА ЛА ҒӘҘЕЛ ЭШ ИТӘ

17. Үлгән кешеләрҙе ниндәй киләсәк көтә?

17 Шайтан, Әҙәм, Һауа Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән. Шул ваҡыттан алып инде миллиардлаған кеше үлгән. Үлем — аяуһыҙ «дошман», ул күп кешенең ғүмерен өҙгән (1 Кор. 15:26). Ундай кешеләрҙе ниндәй киләсәк көтә? Ғайсаның 144 000 майланған шәкерте күктә үлемһеҙ тормошҡа тереләсәк (Асыл. 14:1). Ә Йәһүәгә тоғро булған бихисап күп ирҙәр һәм ҡатындар ерҙә тереләсәк. Был Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында, «тәҡүә кешеләр» терелгәндә булыр. Һуңғы һынауҙы үтеп улар «тәҡүә» булып ҡалһа, ерҙә мәңге йәшәр (Дан. 12:13; Евр. 12:1). Шулай уҡ Меңйыллыҡ идара ваҡытында «тәҡүә булмағандар ҙа» тереләсәк. Улар бер ҡасан да Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән, хатта ҡайһы берҙәре яуызлыҡ ҡылған. Уларға үҙгәрергә һәм Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китергә мөмкинлек биреләсәк (Лука 23:42, 43). Ләкин ҡайһы берәүҙәр — Йәһүәгә белә тороп ҡаршы барғандар — терелмәйәсәк, сөнки Йәһүә шундай ҡарар ҡабул иткән (Лука 12:4, 5).

18, 19. а) Ни өсөн беҙ Йәһүәнең терелгәндәрҙе ғәҙел хөкөм итәсәгенә ышана алабыҙ? (Ишағыя 55:8, 9). б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

18 Беҙ Йәһүәнең хөкөм иткәндә һәр ваҡытта ла ғәҙел эш итәсәгенә ышана алабыҙмы? Эйе. Ибраһим да «ерҙең Хөкөмдары» Йәһүәнең камил, зирәк, шәфҡәтле булыуына ышанған. Йәһүә үҙ Улын өйрәткән һәм бөтә хөкөмдө уға тапшырған (Яхъя 5:22). Кешеләрҙең йөрәктәре Йәһүәнең һәм Ғайсаның ус төбөндә кеүек (Матф. 9:4). Шуға күрә Йәһүә менән Ғайса һәр кешене ғәҙел хөкөм итәсәк.

19 Әйҙәгеҙ, һәр ваҡытта ла Йәһүәгә ышанайыҡ һәм уның ҡарарҙарының дөрөҫлөгөнә бер ҙә шикләнмәйек! Унан айырмалы булараҡ, беҙ хөкөмсөнөң роленә тура килмәйбеҙ. (Ишағыя 55:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Шуға күрә бөтә хөкөмдө уның ҡулына һәм уның кеүек шәфҡәтле, ғәҙел булған Улының ҡулына тапшырайыҡ (Ишағ. 11:3, 4). Ә Йәһүәнең һәм Ғайсаның бөйөк афәт ваҡытында кешеләрҙе нисек хөкөм итәсәге тураһында нимә әйтеп була? Беҙ быға ҡағылышлы нимәне беләбеҙ, ә нимәне белмәйбеҙ? Был һорауҙарға яуаптар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Тәҡүә булмағандарҙың терелеүе тураһында беҙ нимә белмәйбеҙ?

  • Тәҡүә булмағандарҙың терелеүе тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

  • Ни өсөн Йәһүәнең терелгәндәрҙе хөкөм иткәндә ғәҙел эш итәсәгенә ышана алабыҙ?

57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ

a «Күҙәтеү манараһының» 2022 йылдың сентябрь сығарылышында 14—19-сы биттәрҙе ҡарағыҙ.

b Әҙәм, Һауа һәм Ҡабил терелмәйәсәк. Был хаҡта күберәк мәғлүмәтте «Күҙәтеү манараһының» 2013 йылдың 1 ғинуар сығарылышында 12-се биттә төшөрмәлә табып була.

c Яхъя 17:12-лә Йәһүҙә «һәләк булырға тейешлеһе» тип аталған. Был үлемдән ҡайтыу юҡ тигәнде аңлата. Ул терелмәйәсәк.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу