Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • we 14—19 бб.
  • Артабан нисек йәшәргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Артабан нисек йәшәргә?
  • Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Күңелде нисек бушатырға?
  • Ғәйеп тойғоһон нисек еңергә
  • Асыу хисен нисек еңергә
  • Алланан бирелгән ярҙам
  • Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
    Йәштәрҙең һорауҙары
  • Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Яҡын кешең үлгәндә
    Уянығыҙ! 2018
Башҡаларын асырға
Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
we 14—19 бб.

Артабан нисек йәшәргә?

«МИҢӘ, хистәргә бирелмәйенсә, нисек кенә булһа ла үҙемде ҡулда тоторға кәрәк ине», — тип һөйләй Майк исемле бер ир кеше, атаһының үлемен иҫенә төшөрөп. Майк ҡайғыһын белгертмәүҙе үҙеңде ирҙәрсә тотоу тип һанаған. Әммә һуңыраҡ ул үҙенең яңылышҡанын аңлаған. Шуға күрә, дуҫының олатаһы үлгәс, ул үҙен нисек тоторға кәрәклеген белгән. Ул былай ти: «Бер-ике йыл элек мин уның иңбашынан ҡаҡҡылап алыр инем дә, егет булғас, егет бул, ебеп торма, тип әйтер инем. Ә хәҙер мин уның ҡулына ҡағылдым да: „Илағың килһә — ила, еңелерәк булып китер. Кит тиһәң, китермен. Ҡал тиһәң, ҡалырмын. Тик тойғоларыңды йәшермә“, — тинем».

Мэри-Энн исемле бер ҡатын да, ире үлгәс, ҡайғыһын күрһәтмәҫкә тырышҡан. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин бөтөн көсөмдө һалып башҡаларға яҡшы үрнәк булырға тырыштым, шуға күрә хистәремә ирек бирмәнем. Әммә ахыр сиктә барыһына таяныс булырға тырышыу үҙемә генә зыян килтергәнен аңланым. Хәлемә төшөнгәс, мин үҙ-үҙемә: „Илағың килһә — ила. Көслө булып ҡыланма. Күңелеңде бушат“, — тинем».

Шулай итеп, Майк та, Мэри-Энн да, ҡайғыңды эскә бикләмә, тигән кәңәш бирәләр. Һәм улар хаҡлы. Ни өсөн? Сөнки ҡайғығыҙҙы тышҡа сығарһағыҙ, һеҙгә еңелерәк булыр. Тойғоларығыҙҙы тышҡа сығарып, һеҙ эстә йыйылған көсөргәнеште кәметәһегеҙ. Хис-тойғоно тәбиғи итеп сағылдырыу, шулай уҡ үҙ-үҙеңде аңлау һәм был мәсьәләлә хәбәрҙар булыу һеҙгә тойғоларығыҙҙы яйға һалырға ярҙам итер.

Әлбиттә, һәр кем ҡайғыһын үҙенсә белдерә. Яҡыны ҡапыл үлеп киткәнме йәки оҙаҡ ауырып ятҡандан һуң үлгәнме — былар ҙа кешегә тәьҫир итергә мөмкин. Әммә бер нәмә шикһеҙ: хистәрҙе тыйыу физик һәм эмоциональ яҡтан зыян килтерә ала. Күңелегеҙҙе бушатыу күпкә файҙалыраҡ. Быны нисек эшләргә? Изге Яҙмала бер нисә файҙалы кәңәш бар.

Күңелде нисек бушатырға?

Берәйһе менән һөйләшеп алыу күңелгә еңеллек килтерергә мөмкин. Боронғо заманда ун балаһын юғалтҡан һәм башҡа күп ауырлыҡтар кисергән Әйүп пәйғәмбәр былай тигән: «Йәнем йәшәүҙән биҙҙе. Күңелемдәге аһ-зарыма ирек ҡуяйым. Йән әрнеүҙәремде асып һалайым!» (Әйүп 1:2, 18, 19; 10:1) Әйүптең үҙ ҡайғыһын тыйырлыҡ хәле ҡалмаған. Уға тойғоларына ирек биреп «һөйләргә» кәрәк булған. Башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина ла үҙенең «Тормош шау сәскәлә» исемле китабында шундай уҡ фекер белдергән: «Илаһындар, һөйләһендәр. Ҡайғыны эскә бикләргә ярамай. Юғиһә ул тимергә төшкән тут шикелле күңелде эстән емерә башлай».

Эйе, кеше хәленә кереп, сабырлыҡ менән тыңлай белгән «ысын дуҫҡа» күңелде бушатыу бер аҙ еңеллек килтерергә мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Кисерештәрҙе һәм тойғоларҙы һөйләп биреү һеҙгә үҙ-үҙегеҙҙе аңларға һәм бирешмәҫкә ярҙам итә ала. Ә тыңлаусығыҙ үҙе лә юғалтыу кисереп, шул ҡайғынан аяҡҡа баҫҡан булһа, унан файҙалы кәңәштәр ишетеп була. Балаһы үлгән бер ҡатын шундай уҡ юғалтыу кисергән башҡа ҡатын менән һөйләшеүҙең ни өсөн файҙалы булғанын былай тип аңлата: «Башҡа кешенең бала юғалтыу ҡайғыһын кисереп, бөгөлөп төшмәйенсә, һау-сәләмәт ҡалыуын һәм әлегә тиклем йәшәп, тормошон яңынан яйға һалыуын белеү миңә көс өҫтәне».

Ҡайғырған кешеләр башҡаларҙан йыуаныс ала

Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан күренеүенсә, хис-тойғоно ҡағыҙ битенә төшөрөү күңел әрнеүен баҫа

Әгәр һеҙгә үҙ хистәрегеҙ тураһында һөйләргә уңайһыҙ булһа, нимә эшләргә? Йонафан менән Саул үлгәс, Дауыт тәрән кисерештәр менән тулы ҡайғылы йыр яҙған. Был йырҙа ул үҙенең бөтә ҡайғыһын сағылдырған. Ахыр сиктә уның йыры Алла Һүҙенә индерелгән (2 Ишмуил 1:17—27; 2 Йылъяҙма 35:25). Бөгөн дә ҡайһы бер кешеләргә хис-тойғоларын ҡағыҙ битенә төшөрөү еңелерәк. Бер тол ҡатын үҙ кисерештәрен яҙып барған, ә бер нисә көндән һуң яҙғандарын яңынан уҡыған. Уның әйтеүенсә, был уға бик ныҡ ярҙам иткән.

Хис-тойғоларығыҙҙы берәйһенә һөйләп йәки ҡағыҙға яҙып тышҡа сығарыу кисерештәрҙең киҫкенлеген кәметергә һәм аңлашылмаусанлыҡтарҙы асыҡларға ярҙам итә ала. Балаһы үлгән бер әсә былай тип аңлата: «Беҙ ирем менән, балаларын юғалтҡандан һуң ҡайһы бер парҙар айырылыша, тип ишеткәйнек. Беҙ иһә бергә ҡалырға теләнек. Шуға күрә, бер-беребеҙгә асыу тойғоһо уянғанда йәки бер-беребеҙҙе ғәйепләү теләге тыуғанда, беҙ шунда уҡ асыҡтан-асыҡ һөйләшә инек. Минеңсә, был беҙҙе ысындан да яҡынайтты». Шулай итеп, хистәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, һеҙ һәр кешенең бер үк ҡайғыны үҙенсә кисергәнен аңларһығыҙ.

Күҙ йәштәре — күңел бушатыуҙың тағы бер ысулы. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «илау ваҡыты бар» (Вәғәзсе 3:1, 4). Һәм, һис шикһеҙ, ғәзиз кешебеҙҙең үлеүе — тап шундай ваҡыт. Күҙ йәштәре түгеү ҡайғынан айныуҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора.

Бер ҡыҙ, әсәһе үлгәндән һуң әхирәтенең үҙенә был ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам иткәнен иҫенә төшөрөп, былай ти: «Әхирәтем һәр ваҡыт янымда булды. Ул минең менән иланы, минең менән һөйләште. Мин хистәремде асыҡтан-асыҡ күрһәтә ала инем, ә был минең өсөн шул тиклем мөһим булды. Мин күҙ йәштәремде күрһәтергә тартынмай инем». (Римдарға 12:15-те ҡарағыҙ.) Һеҙгә лә күҙ йәштәрегеҙҙән оялырға кәрәкмәй. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Аллаға тоғро булған күп ирҙәр һәм ҡатындар, шул иҫәптән Ғайса пәйғәмбәр ҙә, кешеләр алдында ҡайғырып иларға оялмаған (Башланмыш 50:3; 2 Ишмуил 1:11, 12; Яхъя 11:33, 35).

Ҡайғырған кешеләр башҡаларҙан йыуаныс ала

Бөтә халыҡ кешеләре лә йыуатыуҙы юғары баһалай

Ҡайһы саҡта хистәр көтмәгәндә үҙгәрә ала. Мәҫәлән, һис юҡтан күҙ йәштәре аға башларға мөмкин. Бер тол ҡатын магазинда, бигерәк тә ғәҙәтенсә ире яратҡан аҙыҡты алырға үрелгәндә (магазинға ул йыш ҡына ире менән йөрөгән), үҙенең илап ебәрә алғанын абайлаған. Үҙегеҙгә ҡарата сиктән тыш талапсан булмағыҙ. Күҙ йәштәрен тыйырға кәрәк, тип уйламағыҙ. Күҙ йәштәре ҡайғырыуҙың тәбиғи һәм зарури бер сағылышы икәнен онотмағыҙ.

Ғәйеп тойғоһон нисек еңергә

Алдараҡ әйтелгәнсә, яҡын кешеһен юғалтҡандан һуң ҡайһы берәүҙәрҙе ғәйеп тойғоһо солғап алырға мөмкин. Быны белеү Аллаға тоғро булған Яҡуптың ауыр кисерештәрен аңларға ярҙам итә. Уны, улың Йософто «йыртҡыс» таланы, тип ышандырғандар. Яҡуп Йософто ағаларының хәлен белешергә үҙе ебәргән булған. Шуға ла, моғайын, Яҡупты ошондайыраҡ ауыр уйҙар яфалағандыр: нишләп мин уның үҙен генә ебәрҙем икән? Ниңә генә уға йыртҡыстар күп йөрөгән ергә барырға ҡуштым икән? (Башланмыш 37:33—35)

Бәлки, һеҙ, яҡыным минең нимәнелер ҡарап еткермәүем арҡаһында үлде, тип уйлайһығыҙҙыр. Ғәйеп тойғоһо — нигеҙлеме ул, нигеҙһеҙме — ғәзиз кешебеҙҙе юғалтҡанда ғәҙәти күренеш. Быны аңлау үҙе үк йыуата. Бындай тойғоларҙы баҫырға кәрәкмәй. Киреһенсә, улар тураһында берәйһенә һөйләһәгеҙ, еңелерәк булып ҡалыр.

Кешене ни тиклем ныҡ яратһаҡ та, беҙ уның һәр аҙымын күҙәтеп тора алмайбыҙ, шулай уҡ уны «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеүҙән ҡурсалай алмайбыҙ (Вәғәзсе 9:11). Бынан тыш, ниәттәрегеҙ, һис шикһеҙ, яҡшы булған. Мәҫәлән, табипҡа һуң мөрәжәғәт иткән булһағыҙ, был, әлбиттә, һеҙ яҡынығыҙҙың ауырыуын йәки үлеүен теләгәнһегеҙ, тигәнде аңлатмай! Улай булғас, уның үлеүенә һеҙ ғәйеплеме? Һис тә юҡ!

Бер әсә, ҡыҙы аварияға эләгеп үлгәс, үҙенең ғәйеп тойғоһон еңә алған. Ул былай тип һөйләй: «Мин ҡыҙымды ебәргәнемә үҙемде ғәйепле тойҙом. Ләкин ваҡыт уҙыу менән бындай уйҙар аҡылһыҙ икәнен аңланым. Уны атаһы менән бер эште бөтөрөп ҡайтырға ебәреүемдә бер насарлыҡ та юҡ. Эш бары тик шул ҡот осҡос аварияла ғына».

Әммә һеҙ, мин уға күп нәмәне әйтергә һәм эшләргә өлгөрмәнем, тип үкенәһегеҙҙер. Был дөрөҫ, ләкин кем үҙенең камил ата, камил әсә йәки камил бала булыуы менән маҡтана ала? Изге Яҙма былай тип иҫкә төшөрә: «Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше — камил» (Яҡуб 3:2; Римдарға 5:12). Шуға күрә үҙегеҙҙең камил түгел икәнегеҙҙе танығыҙ. «Их, әгәр...» тигән уйҙар бер нәмәне лә үҙгәртмәйәсәк, ә ҡайғының һүрелеүен генә тотҡарлаясаҡ.

Әгәр һеҙҙең үҙегеҙҙе ғәйепләр өсөн ысынлап та етди сәбәптәрегеҙ бар икән, тынысланыр өсөн иң көслө дәлил — Алла кисереүе. Изге Яҙма беҙҙе былай тип ышандыра: «Эй Йәһүә, ҡарашыңды гонаһтарға төбәһәң, һинең алдыңда, эй Йәһүә, кем тора алһын? Әммә һиндә — ярлыҡау» (Мәҙхиә 130:3, 4). Әлбиттә, үткәндәрҙе кире ҡайтарып үҙгәртеү мөмкин түгел. Әммә һеҙ Алланан ялбарып ярлыҡау һорай алаһығыҙ. Ә инде Алла, кисереп, үткәндәрҙе оноторға вәғәҙә итә икән, һеҙ ҙә үҙегеҙҙе кисерергә тейеш түгелме?! (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13; 1 Яхъя 1:9)

Асыу хисен нисек еңергә

Һеҙҙә шулай уҡ табиптарға, шәфҡәт туташтарына, дуҫтарығыҙға йәки хатта мәрхүм булған яҡынығыҙға ҡарата асыу тойғоһо тыуырға мөмкин. Ғәзиз кешебеҙҙе юғалтҡанда асыу хисе тойоу — ғәҙәти күренештәрҙең береһе. Бәлки, асыуланыу — йән ғазабының һөҙөмтәһе генәлер. Бер яҙыусы былай тигән: «Асыу хисе буйынса эш итеү түгел, ә уны тойғанығыҙҙы таныу ғына уның һәләкәтле эҙемтәләренән ҡасырға ярҙам итәсәк».

Асыу тойғоһо тураһында башҡаларға һөйләү ҙә файҙалы. Быны нисек эшләргә? Әлбиттә, бар булған асыуҙы башҡа кешеләргә төшөрөргә кәрәкмәй. Изге Яҙма, оҙаҡ асыуланып йөрөү ҡурҡыныс, тип киҫәтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:29, 30). Ләкин кеше хәлен аңлай белгән дуҫ менән хистәрегеҙ тураһында һөйләшеп алыу йыуаныс килтерә ала. Ҡайһы бер кешеләргә асыу тойғоһонан арынырға физик күнегеүҙәр яһау ярҙам итә. (Ефестарға 4:25, 26-ны ла ҡарағыҙ.)

Хистәр тураһында асыҡ һәм намыҫлы итеп һөйләргә кәрәк булһа ла, һаҡ булыу мөһим. Асыу хисе тураһында һөйләү менән уны башҡаларға төшөрөү араһында ҙур айырма бар. Асыу һәм үкенес хистәре тойғанығыҙ өсөн башҡа кешеләрҙе ғәйепләмәгеҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы белдергәндә, үҙегеҙҙе дошмандарса тотмағыҙ, аҡыллылыҡ күрһәтегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:21). Ә хәҙер ҡайғыны кисереп сығыр өсөн иң яҡшы ярҙамды ҡайҙан табып була икәнен ҡарап сығайыҡ.

Алланан бирелгән ярҙам

Изге Яҙма беҙҙе: «Йәһүә күңеле яралы булғандарға яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара», — тип ышандыра (Мәҙхиә 34:18). Эйе, юғалтыуҙы кисереп сығырға барыһынан да бигерәк Алла менән мөнәсәбәттәр ярҙам итә ала. Нисек итеп? Өҫтә килтерелгән бөтә файҙалы кәңәштәр Изге Яҙмаға, йәғни Алланың Һүҙенә нигеҙләнгән йәки унда яҙылғандарға тура килә. Был кәңәштәрҙе ҡулланһағыҙ, һеҙ ҡайғыны кисереп сыға алырһығыҙ.

Доғаның ҙур көскә эйә булыуы тураһында ла онотмағыҙ. Изге Яҙмала: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер», — тип әйтелә (Мәҙхиә 55:22). Иғтибарлы дуҫ менән һөйләшеп алыу еңеллек килтерә ала икән, «һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға» күңел бушатыу бигерәк тә ярҙам итәсәк (2 Коринфтарға 1:3).

Эйе, доға ҡылыу үҙенән-үҙе лә хәлебеҙҙе яҡшырта ала, ләкин эш бынан ғына тормай. «Доғаларҙы Тыңлаусы» үҙенә эскерһеҙ мөрәжәғәт иткән хеҙмәтселәренә изге рух бирергә вәғәҙә итә (Мәҙхиә 65:2; Лука 11:13). Алланың изге рухы, йәғни уның эш итеүсе көсө, беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә ала, ә был ҡөҙрәт беҙгә артабан йәшәргә ярҙам итәсәк (2 Коринфтарға 4:7). Алланың үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә тормош юлында осраған теләһә ниндәй һынауҙарҙа сыҙамлы булырға ярҙам итеүен онотмағыҙ.

Ҡыҙы үлгән бер ҡатын доға ҡылыу үҙенә һәм иренә нисек ярҙам иткәнен былай тип иҫенә төшөрә: «Әгәр төн уртаһында ҡайғыға сыҙарлыҡ хәл ҡалмаһа, беҙ ирем менән бергә ҡысҡырып доға ҡыла инек. Ҡыҙыбыҙ үлгәс, беренсе тапҡыр унан башҡа нимәлер эшләгәндә, мәҫәлән, тәү тапҡыр унһыҙ йыйылышҡа йәки конгресҡа барғанда, беҙ көс һорап доға ҡыла торғайныҡ. Ҡай саҡ иртәнсәк уянып, нимә булғанын иҫкә төшөрһәк, түҙгеһеҙ итеп күңел әрней башлай ине, шундай саҡтарҙа беҙ ярҙам һорап Йәһүәгә доға ҡыла инек. Бер үҙемә генә өйгә инеү үтә ауыр ине, һәм бының үҙ сәбәбе бар ине. Шуға күрә, өйгә яңғыҙ ҡайтҡан һайын, мин Йәһүәгә, тыныслыҡ һаҡларға ярҙам ит, тип ҡыҫҡа ғына доға ҡыла инем». Был ҡатын нигеҙле һәм ныҡлы ышаныс менән, хәлем доға ҡылыу арҡаһында үҙгәрҙе, ти. Һеҙ ҙә, ялбарып доға ҡылғандан һуң, «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе» һаҡлағанын күрерһегеҙ (Филиптарға 4:6, 7; Римдарға 12:12).

Алла биргән ярҙам хәлде төптән үҙгәртә. Илсе Паул: «Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ», — тигән. Эйе, Алланың ярҙамы, күңел әрнеүен юҡ итмәһә лә, хәлде еңеләйтә. Был, әлбиттә, һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ һәм яҡынығыҙҙы оноторһоғоҙ, тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа һеҙ ҡайғынан аяҡҡа баҫа алаһығыҙ. Ә ҡайғығыҙҙы еңеп сығып, һеҙ яҡындарын юғалтҡан башҡа кешеләрҙе аңлай һәм уларҙың хәленә инә алырһығыҙ (2 Коринфтарға 1:4).

Уйланыр өсөн һорауҙар

  • Ни өсөн ҡайғырыуҙы йәшерергә кәрәкмәй?

  • Күңелде нисек бушатырға?

  • Изге Яҙманың ниндәй өҙөктәре ғәйеп һәм асыу тойғоларын еңергә ярҙам итә ала?

  • Алла менән мөнәсәбәттәр ҡайғыны кисереп сығырға нисек ярҙам итә ала?

  • Ҡайғынан аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе әйтеп бирегеҙ.

Файҙалы кәңәштәр

Дуҫтарығыҙға таянығыҙ. Башҡалар ярҙам тәҡдим иткәндә, баш тартмағыҙ, һеҙ әлеге ваҡытта ысынлап та ярҙамға мохтаж. Бәлки, кәрәкле һүҙҙәр табыуы ауыр булғанға, улар ярҙам күрһәтеп үҙ хистәрен сағылдыралыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24).

Сәләмәтлек тураһында ҡайғыртығыҙ. Ауыр кисерештәр һеҙҙе тамам хәлдән тайҙырырға мөмкин. Айырыуса хәҙер һеҙгә етерлек ял итергә, физик күнегеүҙәр яһарға һәм дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Шулай уҡ ваҡыт-ваҡыт табипҡа барып тикшерелеп тороу яҡшы булыр.

Етди ҡарарҙар ҡабул итеүҙе кисектереп тороғоҙ. Мөмкин булһа, айыҡ фекер йөрөтә башлағансы, өйҙө һатырғамы-юҡмы, икенсе эшкә күсергәме-юҡмы һәм башҡа шундай мөһим һорауҙарҙы хәл итмәй тороғоҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5). Бер тол ҡатын, ирем үлгәндән һуң бер нисә көн үтеүгә уның күп кенә әйберҙәрен таратып бөтөрҙөм, тип иҫенә төшөрә. Ләкин һуңыраҡ ул шул әйберҙәр менән бергә үҙенең яҡты иҫтәлектәрен дә биреп ебәргәнен аңлаған.

Үҙ-үҙегеҙгә ҡарата сабыр булығыҙ. Йыш ҡына бындай ҡайғы кеше көткәндәгенән оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Һәр йыл ғәзиз кешегеҙҙең үлгән көнө яҡынлашҡан һайын ауыр кисерештәр яңырырға мөмкин. Яратҡан фотоһүрәттәр, йырҙар һәм хатта еҫтәр ҙә күҙ йәштәренә сәбәп була ала. Бер фәнни китапта ҡайғы барышы былай аңлатыла: «Ҡайғы кисереүсе кешенең хистәре киҫкен үҙгәреп торорға мөмкин: йә ул мәрхүмде телгә лә алырға теләмәй, йә аңлы рәүештә хәтирәләренә сума». Йәһүәнең баһалап бөтөргөһөҙ вәғәҙәләрен иҫтә тотоғоҙ (Филиптарға 4:8, 9).

Башҡаларға талапсан булмағыҙ. Әйләнә-тирәгеҙҙәге кешеләргә түҙемлек күрһәтегеҙ. Улар үҙҙәрен уңайһыҙ тойғанын иҫәпкә алығыҙ. Ҡайһы берҙә, кәрәкле һүҙҙәр таба алмайынса, улар урынһыҙ берәй нәмә әйтеп ҡуйырға мөмкин (Колосстарға 3:12, 13).

Ҡайғыны дарыуҙар йәки иҫерткес эсемлектәр менән баҫыуҙан ҡасығыҙ. Дарыуҙар йәки иҫерткес эсемлектәр килтергән еңеллек ваҡытлыса ғына. Дарыуҙарҙы табип күҙәтеүендә генә ҡабул итергә кәрәк. Шулай ҙа һаҡ булығыҙ, күп дарыуҙарға әүәҫләнеп китергә мөмкин. Бынан тыш, улар ҡайғы барышын тотҡарлай ала. Патология өлкәһендәге бер белгес былай тип киҫәтә: «Ҡайғыны кисереп сығырға, бөтөн әрнеүҙе үҙең аша үткәрергә һәм ахыр сиктә уны үҙ-үҙеңә аңлатып бирергә кәрәк. Әгәр дарыуҙар менән аңыңды томалап был процесты ҡапыл тотҡарлаһаң, ул оҙаҡҡа һуҙылырға йәки яңылыш йүнәлеш алырға мөмкин». Йәһүәнең бөйөк ниәттәре тураһында уйланыу ғына ысын еңеллек бирә ала (Мәҙхиә 1:2; 119:97).

Күнегелгән көн тәртибенә ҡайтығыҙ. Тәүҙә эшкә һәм магазинға барыу йәки башҡа эштәрҙе башҡарыу ауырға тура килер, һәм, бәлки, һеҙгә үҙегеҙҙе мәжбүр итергә кәрәк булыр. Ләкин күнегелгән көн тәртибенә ҡайтыу һеҙгә файҙа ғына килтерәсәк. Рухи эштәр менән мәшғүл булығыҙ. (1 Коринфтарға 15:58 менән сағыштырығыҙ.)

Күңел әрнеүе баҫыла башлаһа, ҡурҡмағыҙ. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡайһы бер кешеләр әрнеүҙәре кәмей башлауҙан ҡурҡа, сөнки үлгән кешегә ҡарата яратыуҙары һүрелә тип һанай. Ләкин был һис тә улай түгел. Әрнеүҙән арынып, беҙ ҡәҙерле иҫтәлектәребеҙгә юл асабыҙ, ә был иҫтәлектәр һәр ваҡыт беҙҙең менән ҡаласаҡ (Вәғәзсе 3:1, 4).

Сиктән тыш борсолмағыҙ. Бәлки, һеҙ: «Хәҙер нисек йәшәрмен инде?» — тип хафаланаһығыҙҙыр. Изге Яҙма иртәгәһе көн хаҡында ҡайғырмаҫҡа кәңәш итә. «Иғтибарымды бер генә көнгә туплау миңә ысынлап та ярҙам итә», — тип һөйләй бер тол ҡатын. Ғайса пәйғәмбәр үҙ шәкерттәренә: «Иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр», — тигән (Матфей 6:25—34).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу