149-сы йыр
Йолом өсөн Аллаға рәхмәтлебеҙ
Тәхетең алдында
торабыҙ, Йәһүә.
Беҙ йәшәй алһын өсөн,
Улыңды биргәнһең.
Бөйөк яратыу күрһәттең
беҙгә, Алла.
Бик ҡиммәтле ҡорбан биреп
беҙҙе ҡотҡарҙың
(ҠУШЫМТА)
Үлем ҡоллоғонан беҙҙе
азат итте Мәсих ҡаны.
Беҙ рәхмәтле
һиңә, Аллабыҙ, был бүләк өсөн.
Ғүмерен бирергә
әҙер булған Улың,
Йолом хаҡын түләргә
камил ҡаны менән.
Өмөтһөҙ йәшәгән инек
ул килгәнсе.
Үлемдән ҡотҡарҙы беҙҙе
һәм өмөт бирҙе.
(ҠУШЫМТА)
Үлем ҡоллоғонан беҙҙе
азат итте Мәсих ҡаны.
Беҙ рәхмәтле
һиңә, Аллабыҙ, был бүләк өсөн.
(Евр. 9:13, 14; 1 Пет. 1:18, 19-ҙы ла ҡара.)