Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es25
  • Июнь

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Июнь
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Йәкшәмбе, 1 июнь
  • Дүшәмбе, 2 июнь
  • Шишәмбе, 3 июнь
  • Шаршамбы, 4 июнь
  • Кесаҙна, 5 июнь
  • Йома, 6 июнь
  • Шәмбе, 7 июнь
  • Йәкшәмбе, 8 июнь
  • Дүшәмбе, 9 июнь
  • Шишәмбе, 10 июнь
  • Шаршамбы, 11 июнь
  • Кесаҙна, 12 июнь
  • Йома, 13 июнь
  • Шәмбе, 14 июнь
  • Йәкшәмбе, 15 июнь
  • Дүшәмбе, 16 июнь
  • Шишәмбе, 17 июнь
  • Шаршамбы, 18 июнь
  • Кесаҙна, 19 июнь
  • Йома, 20 июнь
  • Шәмбе, 21 июнь
  • Йәкшәмбе, 22 июнь
  • Дүшәмбе, 23 июнь
  • Шишәмбе, 24 июнь
  • Шаршамбы, 25 июнь
  • Кесаҙна, 26 июнь
  • Йома, 27 июнь
  • Шәмбе, 28 июнь
  • Йәкшәмбе, 29 июнь
  • Дүшәмбе, 30 июнь
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
es25

Июнь

Йәкшәмбе, 1 июнь

Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ (Илс. 14:22).

Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе, шарттарға яраҡлашҡандары өсөн, Йәһүә мул итеп фатихалаған. Уларҙы йыш эҙәрләгәндәр. Ҡайһы саҡта был көтөлмәгәндә булған. Варнава менән Павел Листрала вәғәзләгән саҡта нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Тәүҙә ундағы кешеләр уларҙы йылы итеп ҡаршы алған. Әммә һуңыраҡ уларҙың ҡайһы берҙәре, дошмандарҙың йоғонтоһона бирелеп, Павелды таш бәргесләп, үлем хәлендә ҡала ситенә сығарып ташлаған (Илс. 14:19). Варнава менән Павел вәғәзләүен башҡа урында дауам иткән. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? Улар «байтаҡ кешене шәкерт» иткән. Шулай уҡ үҙҙәренең һүҙҙәре һәм үрнәге менән ҡәрҙәштәрен нығытҡан (Илс. 14:21, 22). Варнава менән Павелдың көтөлмәгән ауырлыҡтарға бирешмәүе күптәргә файҙа килтергән. Әгәр беҙ ҙә Йәһүәнең эшен башҡарғанда бирешмәһәк, мул фатихалар урырбыҙ. w23.04 16—17 бб., 13, 14 абз.

Дүшәмбе, 2 июнь

Эй Йәһүә, доғамды тыңла, ярҙам һорап ялбарыуыма иғтибарлы бул. Ҡайғы-хәсрәтле көнөмдә һине саҡырырмын, һәм һин миңә яуап бирерһең (Зәб. 86:6, 7).

Дауыт батшаның тормош юлында күп дошмандары булған, һәм ул Йәһүәгә ярҙам һорап йыш доға ҡылған. Дауыт Йәһүәнең уның доғаларын ишеткәненә һәм уларға яуап биргәненә бер ҙә шикләнмәгән. Һеҙ ҙә быға инана алаһығыҙ. Изге Яҙманың миҫалдарынан күренеүенсә, Йәһүә беҙгә сыҙам ҡалыр өсөн көс һәм зирәклек бирә. Ул беҙгә ҡәрҙәштәр аша, хатта уға табынмаған кешеләр аша ла ярҙам итә ала. Эйе, Йәһүә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙға беҙ теләгәнсә яуап бирмәй. Әммә ул уларға мотлаҡ яуап бирәсәк. Ул беҙгә тап кәрәк ваҡытта иң кәрәклеһен бирәсәк. Шуға күрә иман сағылдырып доға ҡылыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Уның һеҙҙең хаҡта бөгөн дә ҡайғыртасағына, яңы донъяла ла бөтә теләктәрегеҙҙе ҡәнәғәтләндерәсәгенә шикләнмәгеҙ (Зәб. 145:16). w23.05 8 б., 4 абз.; 13 б., 17, 18 абз.

Шишәмбе, 3 июнь

Миңә ҡылған бар яҡшылығы өсөн Йәһүәгә нимә ҡайтарайым? (Зәб. 116:12).

Маҡсатҡа ирешеү ниндәй файҙа килтергәненә иғтибарығыҙҙы туплағыҙ. Һеҙгә маҡсатығыҙға өлгәшеү ниндәй файҙа килтерә ала? Әгәр ул Изге Яҙманы уҡыу һәм доға ҡылыу менән бәйле булһа, Йәһүә менән дуҫлығығыҙ ни тиклем нығынып китәсәге хаҡында уйланығыҙ (Зәб. 145:18, 19). Әгәр маҡсатығыҙ мәсихселәргә хас булған берәй сифат үҫтереү булһа, башҡалар менән мөнәсәбәттәрегеҙ ни тиклем яҡшырғаны тураһында уйланығыҙ (Кол. 3:14). Маҡсатҡа ирешеү ниндәй файҙа килтергәнен яҙып ҡуйырға һәм уны ваҡыт-ваҡыт ҡарап алырға була. Һеҙҙе рухи маҡсаттарға дәртләндергән ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрегеҙ (Ғиб. һүҙ. 13:20). Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡайһы саҡта маҡсатҡа ынтылырға теләк юҡ. Ләкин был уға ынтыла алмайбыҙ тигәнде аңлатамы? Юҡ. Теләгебеҙ булмағанда алға барыр өсөн башҡа сара һайлай алабыҙ. Әлбиттә, был еңел түгел, сөнки эске тәртип талап ителә. Ләкин маҡсатығыҙға өлгәшеп, һеҙ шатлыҡ кисерерһегеҙ. w23.05 27—28 бб., 5—8 абз.

Шаршамбы, 4 июнь

Кеше ни сәсһә, шуны ура (Ғал. 6:7).

Ҡарарҙарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойһаҡ, беҙ гонаһтарыбыҙҙы танырбыҙ, хаталарыбыҙҙы төҙәтербеҙ һәм бүтән уларҙы ҡабатламаҫбыҙ. Был беҙгә ярыш юлынан тайпылмаҫҡа ярҙам итер. Хата ҡылһағыҙ һәм бер нәмәне лә үҙгәртеп булмаһа, килеп сыҡҡан хәл менән ризалашығыҙ. Килеп сыҡҡан хәлдә үҙегеҙҙе аҡлар өсөн йә башҡаларҙы ғәйепләр өсөн ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Бының урынына хатағыҙҙы танығыҙ һәм әлеге шарттарҙа көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләгеҙ. Ҡылған хатағыҙ өсөн ғәйеп хисе борсоһа, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм унан кисереү һорағыҙ (Зәб. 25:11; 51:3, 4). Үҙегеҙ рәнйеткән кешенән ғәфү үтенегеҙ. Кәрәк булһа, йыйылыш аҡһаҡалдарына мөрәжәғәт итегеҙ (Яҡ. 5:14, 15). Үҙ хаталарығыҙҙан һабаҡ алығыҙ һәм уларҙы инде бүтән ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Һис шикһеҙ, шул саҡта Йәһүә һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер һәм кәрәкле ярҙам бирер (Зәб. 103:8—13). w23.08 28—29 бб., 8, 9 абз.

Кесаҙна, 5 июнь

Йәһүәш Йода́й рухани уны өйрәткән ваҡыт дауамында Йәһүә күҙендә дөрөҫ булғанды ҡылды (2 Бат. 12:2).

Йодай Йәһүәш батшаға яҡшы кеше булып үҫергә ярҙам иткән. Шуға күрә Йәһүәш йәш саҡта Йәһүәне һөйөндөрөргә теләгән. Әммә Йәһүәш, Йодай үлгәс, мөртәт булып киткән түрәләрҙе тыңлай башлаған (2 Йыл. 24:4, 17, 18). Был Йәһүәне бик ныҡ рәнйеткән. «Йәһүә, уларҙы үҙенә ҡайтарыр өсөн, улар янына пәйғәмбәрҙәр ебәреп» торған. Әммә халыҡ ҡолаҡ һалмаған. Улар хатта Йодайҙың улы Зәкәриәне лә тыңламаған. Зәкәриә Йәһүәнең пәйғәмбәре һәм руханийы ғына түгел, шулай уҡ Йәһүәштең ике туғаны булған, әммә батша Зәкәрияне үлтерергә бойороҡ биргән (2 Йыл. 22:11; 24:19—22). Йәһүәш батша Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтмәгән. Йәһүә алдан уҡ: «Мине һанға һуҡмағандарҙы түбәнһетермен», — тип әйткән бит (1 Сам. 2:30). Һуңыраҡ сүриәлеләрҙең бәләкәй генә ғәскәре, Йәһүәштең «ғәйәт ҙур... ғәскәрен» тар-мар итеп, батшаны «ҡаты яраланған хәлдә ҡалдырып» киткән (2 Йыл. 24:24, 25). Йәһүәштең хеҙмәтселәре уға ҡаршы килешеү төҙөгән һәм Зәкәриәне үлтергәне өсөн уның үҙен үлтергән. w23.06 18—19 бб., 16, 17 абз.

Йома, 6 июнь

Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер... яҡтылыҡһығыҙ (Эфес. 5:8).

Илсе Павел Ефес ҡалаһында, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп һәм шәкерттәр әҙерләп, күп кенә ваҡыт үткәргән (Илс. 19:1, 8—10; 20:20, 21). Ул имандаштарын бик ныҡ яратҡан һәм уларҙың Йәһүәгә тоғро ҡалыуҙарын теләгән. Ефестағы кешеләр ҡасандыр ялған дини ҡарашта булған һәм төрлө хөрәфәттәргә ышанған. Улар аҙғынлыҡҡа ныҡ бирелгән булған. Театр тамашалары һәм дини байрамдар ваҡытында йыш ҡына әҙәпһеҙ һүҙҙәр яңғыраған (Эфес. 5:3). Ефестарҙың күптәре «намыҫтарын юғалт[ҡан]». Был һүҙбәйләнеш һүҙмә-һүҙ «ауыртыу тоймаған» тигәнде аңлата (Эфес. 4:17—19). Улар Йәһүәнең яҡшылыҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡарашын белмәгән. Шуға күрә выждандары уларҙы ғазапламаған. Бына ни өсөн Павел улар тураһында: «Уларҙың... аңдары томаланған. ...Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән», — тип яҙған. Әммә ҡайһы бер ефестар ҡараңғылыҡта ҡалырға теләмәгән. w24.03 20 б., 2, 4 абз.; 21 б., 5, 6 абз.

Шәмбе, 7 июнь

Йәһүәгә өмөтләнгәндәргә иһә яңынан көс инер... Улар... хәлһеҙләнмәҫ (Ишағ. 40:31).

Хөкөмсө булараҡ, Гедеонға үҙ йөкләмәһен үтәр өсөн күп көс кәрәк булған. Төнгө һуғыштан һуң мәдйәндәр ҡасып киткәс, Гедеон уларҙы ҡыуа төшкән. Ул уларҙы Йәзрәил үҙәненән алып Иорданға тиклем ҡыуып барған (Хөк. 7:22). Был Гедеонды туҡтатҡанмы? Юҡ! Ул үҙе лә, уның 300 һуғышсыһы ла ныҡ арыған булһа ла, улар йылға аша үтеп мәдйәндәрҙе ҡыуып барыуын дауам иткән. Ә ҡыуып еткәс, тар-мар иткән (Хөк. 8:4—12). Гедеон Йәһүәнең уға көс бирәсәгенә ышанған, һәм Йәһүә уны ҡалдырмаған (Хөк. 6:14, 34). Гедеон һәм уның һуғышсылары мәдйән батшаларын ҡыуып барғанда, тегеләре дөйәләрҙә булған, ә израилдәр йәйәү йүгергән (Хөк. 8:12, 21). Шулай ҙа Йәһүәнең ярҙамы менән улар дошмандарын ҡыуып етеп тар-мар иткән. Бөгөн аҡһаҡалдар Йәһүәнең уларға кәрәкле ваҡытта көс бирәсәгенә ышана ала, сөнки Йәһүә «бер ҡасан да арымай һәм талмай» (Ишағ. 40:28, 29). w23.06 6 б., 14 абз.; 7 б., 16 абз.

Йәкшәмбе, 8 июнь

[Йәһүә] һине ҡалдырмаҫ һәм ташламаҫ (Ҡан. 31:6).

Ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, беҙҙең дә йөрәгебеҙ ныҡ була ала. Шуға күрә Йәһүәгә ҡарата ышаныс үҫтерегеҙ. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең күрһәтмәләре хөкөмсө Варакка еңеү яуларға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Израилдәрҙең ҡалҡандары ла, һөңгөләре лә булмаған. Шулай ҙа Йәһүә Варакка яҡшы ҡоралланған ҡынаандарға ҡаршы һуғышырға ҡушҡан (Хөк. 5:8). Пәйғәмбәр ҡатын Девора Варакка, үҙәнлеккә төшөп, ҡынаандарҙың ғәскәр башлығы Сисараға һәм уның 900 хәрби арбаларына ҡаршы сығырға ҡушҡан. Израилдәргә үҙәнлектә хәрби арбаларға ҡаршы һуғышыу еңел булмаясағын белһә лә, Варак буйһонған. Уның һуғышсылары Табур тауынан төшкән саҡта Йәһүә көслө ямғыр яуҙырған. Сисараның хәрби арбалары батҡаҡҡа батҡан, һәм Алла Варакка еңеү бүләк иткән (Хөк. 4:1—7, 10, 13—16). Әгәр Йәһүәгә һәм үҙенең вәкилдәре аша биргән күрһәтмәләргә ышанһаҡ, Йәһүә беҙгә лә еңеү бүләк итәсәк. w23.07 19 б., 17, 18 абз.

Дүшәмбе, 9 июнь

Аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор (Матф. 24:13).

Сабыр булыу ҡотолоуыбыҙға бәйле. Боронғо ваҡытта йәшәгән Алланың тоғро хеҙмәтселәре уның үҙ вәғәҙәләрен үтәгәнен түҙемлек менән көткән. Беҙгә лә шулай уҡ эш итергә кәрәк (Евр. 6:11, 12). Изге Яҙма мәсихселәрҙе игенсенән өлгө алырға саҡыра (Яҡ. 5:7, 8). Игенсе тырышып орлоҡ сәсә һәм уға һыу һибә. Ләкин орлоҡтоң ҡасан шытасағын ул белмәй, шуға күрә ул уңыш йыйып аласағына бер ҙә шикләнмәй һәм сабырлыҡ менән көтә. Беҙ ҙә, Мәсихтең «ҡайһы көндә килерен белмәһәк» тә, уның йөкләмәһен тырышып үтәйбеҙ (Матф. 24:42). Йәһүәнең ул вәғәҙә иткән нәмәләрҙе үҙ ваҡытында үтәйәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ һәм был ваҡытты сабырлыҡ менән көтәбеҙ. Әгәр түҙемлегебеҙ бөтһә, беҙгә көтөү ауыр булыр һәм Йәһүәнән йыраҡлаша башларбыҙ. Йәиһә беҙ ләззәтле тормош алып барырға теләрбеҙ. Ләкин сабыр булһаҡ, аҙаҡҡа тиклем ныҡ ҡалырбыҙ һәм ҡотолорбоҙ (Миҡ. 7:7). w23.08 22 б., 7 абз.

Шишәмбе, 10 июнь

Аяҡ бармаҡтары яртылаш тимерҙән, яртылаш балсыҡтан [булған] (Дан. 2:42).

Данил 2:41—43-тәге пәйғәмбәрлекте Данил һәм Асылыш китаптарының башҡа пәйғәмбәрлектәре менән сағыштырһаҡ, шундай һығымтаға киләбеҙ: табандар хәҙерге ваҡытта идара иткән иң ҡеүәтле Англия-Америка державаһын символлаштыра. Был держава тураһында Данил «был батшалыҡ яртылаш ҡаты, яртылаш ыуалыусан буласаҡ» тип әйткән. Ни өсөн ул «яртылаш ыуалыусан»? Сөнки балсыҡ менән сағыштырылған ябай кешеләр был державаның тимер кеүек ҡаты көсөн кәметә. Данилдың был һынды нисек һүрәтләүенән беҙ бер нисә мөһим хәҡиҡәтте беләбеҙ. Беренсенән, Англия-Америка бөтә донъя державаһы ҙур көскә эйә һәм үҙ көсөн бер нисә тапҡыр күрһәткән. Мәҫәлән, ул бөтә донъя һуғыштарының икеһендә лә еңеү яулауҙа ҙур роль уйнаған. Ләкин был державаны үҙ граждандары көсһөҙләндерә. Улар хөкүмәткә ҡаршы сыға һәм үҙ-ара дошманлаша. Һәм был хәл үҙгәрәсәк тип, бер ҡайҙа ла әйтелмәй. Икенсенән, Алла Батшалығы кешелек хөкүмәттәрен юҡ иткәндә, тап был держава идара итәсәк. w23.08 10—11 бб., 12, 13 абз.

Шаршамбы, 11 июнь

Ҡайғылы сағымда мин Йәһүәгә ялбарҙым, ярҙам һорап, Аллама ауаз һалдым. Ул үҙенең ғибәҙәтханаһынан тауышымды ишетте (Зәб. 18:6).

Ҡайһы саҡта Дауыттың өҫтөнә ябырылған ауырлыҡтар уны хафаға һалған (Зәб. 18:4, 5). Ләкин Йәһүәнең наҙлы яратыуы уны рухландырған. Алла үҙенең йонсоған дуҫын «үләнле көтөүлектә» ял иттергән һәм «һыулы тыныс урындарға алып» барған. Был Дауытҡа көс йыйырға һәм хеҙмәтен дауам итергә мөмкинлек биргән (Зәб. 18:28—32, 23:2). Беҙҙең дә тормошобоҙҙа беҙҙе ҡаҡшатҡан шарттар була. Ләкин Йәһүә беҙгә «юҡҡа» сығырға бирмәй (Йәрәм. ил. 3:22; Кол. 1:11). Дауыттың ғүмере йыш ҡына ҡыл өҫтөндә булған. Уға көслө дошмандары һөжүм иткән. Әммә Йәһүәнең яратыуы арҡаһында ул үҙен яҡлаулы тойған. Дауыт һәр осраҡта Йәһүәнең уның янында булыуын белгән, һәм был уны борсолоуҙарынан яҡлаған. Ул: «[Йәһүә] бөтә ҡурҡыуҙарымдан арындырҙы», — тип йырлаған (Зәб. 34:4). Дауыттың ҡурҡырға етди сәбәптәре булһа ла, Йәһүәнең көслө мөхәббәте уларҙы юҡҡа сығарған. w24.01 30 б., 15—17 абз.

Кесаҙна, 12 июнь

Гонаһ ҡылыусылар һине аҙҙырмаҡсы булһа, бирешмә (Ғиб. һүҙ. 1:10).

Йәһүәш ниндәй насар өлгө ҡалдырған? Йодай үлгәндән һуң Йәһүәш Йәһүәне яратмаған һәм уға насар йоғонто яһаған түрәләр менән аралаша башлаған (2 Йыл. 24:17, 18). Уларҙан йыраҡ торор урынына, Йәһүәш уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалған. Уның ике туған ағаһы Зәкәриә уға кәңәш биргәс, ул уны үлтерергә бойорған (2 Йыл. 24:20, 21; Матф. 23:35). Ниндәй аҡылһыҙ һәм ҡот осҡос эш ҡылған Йәһүәш! Уның тормошо матур башланған, әммә һөҙөмтәлә ул мөртәт һәм кеше үлтереүсе булып киткән. Ахырҙа ул хеҙмәтселәренең ҡулынан үлгән (2 Йыл. 24:22—25). Йәһүәш Йәһүәне һәм уны яратҡан кешеләрҙе тыңлаған булһа, уның тормошо бөтөнләй икенсе булыр ине. w23.09 9 б., 6 абз.

Йома, 13 июнь

Ҡурҡма (Лука 5:10).

Ғайса илсе Петрҙың Аллаға тоғро ҡала аласағын белгән. Шуға ул шәкертенә йылы итеп: «Ҡурҡма», — тигән. Мәсихтең һүҙҙәрендә ныҡлы ышаныс һиҙелгән, һәм был һүҙҙәр Петрҙың тормошон үҙгәрткән. Һуңыраҡ ул ҡустыһы Андрей менән, балыҡ тотоу эшен ҡалдырып, Мәсих артынан эйәргән. Бының өсөн Йәһүә уларҙы мул итеп фатихалаған (Марк 1:16—18). Петр, Ғайса артынан эйәреп, күп ғәжәйеп ваҡиғаларға шаһит булған. Уның күҙ алдында Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, ендәрҙе ҡыуып сығарған һәм хатта үлгәндәрҙе терелткән (Матф. 8:14—17; Марк 5:37, 41, 42). Шулай уҡ Петр Ғайсаны Батша «даны балҡышында» күргән. Был күренеште ул ғүмер буйы иҫендә тотҡан (Марк 9:1—8; 2 Пет. 1:16—18). Эйе, Петр Ғайсаның шәкерте булып китмәһә, бер ҡасан да был мөғжизәләрҙе күрмәҫ ине. Ул ҡурҡыуҙарына һәм тойғоларына үҙен был фатихаларҙан мәхрүм итергә бирмәгәне өсөн бик шат булғандыр. w23.09 21 б., 4, 5 абз.

Шәмбе, 14 июнь

«Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем», — тип яуап бирҙе уға Ғайса (Матф. 18:22).

Илсе Петр үҙенең беренсе хатында, «ысын йөрәктән» булған яратыу бер нисә генә түгел, ә «күп гонаһтарҙы» кисерергә ярҙам итә, тип яҙған (1 Пет. 4:8). Петр, моғайын, Ғайсаның күп йылдар элек уны кисерергә өйрәткәнен иҫенә төшөргәндер. Ул ваҡытта Петр, күрәһең, ҡәрҙәшен ете тапҡыр кисереү уның яғынан бик яҡшы була, тип уйлағандыр. Ләкин Ғайса уға, шул иҫәптән беҙгә лә, «ете тапҡыр түгел, ә 77 тапҡыр», йәғни һанап тормайынса кисерергә кәрәк, тип әйткән (Матф. 18:21). Был һеҙгә ауыр булып күренһә, бойоҡмағыҙ. Беҙ камил түгел, һәм ҡайһы саҡта кемделер ғәфү итеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа күңелде әрнеткән хистәрҙән арыныр өсөн һәм татыулыҡ урынлаштырыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләү бик мөһим. w23.09 29 б., 12 абз.

Йәкшәмбе, 15 июнь

Йәһүәгә ялбарҙым, һәм ул яуап бирҙе (Юныс 2:2).

Балыҡтың эсендә булғанда Юныс пәйғәмбәр Алланың уның тәүбә итеүен күргәненә һәм үтенестәренә мотлаҡ яуап бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән һәм уға ярҙам итәсәгенә ышанған. Юныс ҡотолоп ҡалғас, Йәһүә биргән яңы йөкләмәне үтәргә әҙер булған (Юныс 2:10—3:4). Борсолоуҙар арҡаһында доға ҡылыуы ауыр йә өйрәнергә хәл булмаҫҡа ла мөмкин. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы? Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙең хәлегеҙҙе тулыһынса аңлай. Шуға күрә доғағыҙ бик ябай булһа ла, Йәһүә һеҙгә кәрәклеһен бирә (Эфес. 3:20). Физик йә эмоциональ әрнеүҙәр арҡаһында уҡыуы, өйрәнеүе ауыр булһа, Изге Яҙманың йәиһә беҙҙең әҙәбиәттәребеҙҙең аудиояҙмаларын тыңлап ҡарағыҙ. Шулай уҡ jw.org сайтыбыҙҙағы берәй йырҙы тыңлағыҙ йә видеояҙманы ҡарағыҙ. Йәһүәгә доға ҡылһағыҙ, ә шунан ойошмабыҙ тәҡдим иткән рухи аҙыҡ менән туҡланһағыҙ, һеҙ уға һеҙҙе көслө итергә мөмкинлек бирәһегеҙ. w23.10 13 б., 6 абз.; 14 б., 9 абз.

Дүшәмбе, 16 июнь

Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә (Евр. 9:8).

Изге сатырҙың һәм һуңыраҡ Иерусалимда төҙөлгән ғибәҙәтханаларҙың планировкаһы бер төрлө булған. Эсендә Изге урын Иң изге урындан шаршау менән бүленгән булған (Евр. 9:2—5; Сығ. 26:31—33). Изге урында алтын шәмдәл, хуш еҫле сайыр яндыра торған урын һәм Аллаға бағышланған икмәк өҫтәле булған. Унда үҙ хеҙмәттәрен башҡарыр өсөн тик «майланған руханиҙар» ғына инә алған (Һан. 3:3, 7, 10). Иң изге урында Йәһүәнең булыуын символлаштырған алтын килешеү һандығы торған (Сығ. 25:21, 22). Шаршау артына тик баш руханиға ғына керергә рөхсәт ителгән. Ул унда йылына бер мәртәбә генә — йолоу көнөндә генә кергән (Лев. 16:2, 17). Баш рухани үҙе өсөн дә, халыҡтың ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән хайуандың ҡанын алып ингән. Ваҡыт үтеү менән Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә сатырҙың был бүлмәләре нимә символлаштырғанын аңлатҡан (Евр. 9:6, 7). w23.10 27 б., 12 абз.

Шишәмбе, 17 июнь

Бер-берегеҙҙе яратығыҙ! (Яхъя 15:17).

Алла Һүҙе бер-беребеҙҙе яратырға күп тапҡыр дәртләндерә (Яхъя 15:12; Рим. 13:8; 1 Тис. 4:9; 1 Пет. 1:22; 1 Яхъя 4:11). Ләкин мөхәббәт йөрәк эсендә һәм уны бер кем дә күрә алмай. Улай булғас, ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтергә? Беҙ уны һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән сағылдыра алабыҙ. Бына бер нисә ысул. «Бер-берегеҙгә дөрөҫөн һөйләгеҙ» (Зәк. 8:16). «Бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ» (Марк 9:50). «Бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ» (Рим. 12:10). «Бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ» (Рим. 15:7). «Бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Кол. 3:13). «Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ» (Ғал. 6:2). «Бер-берегеҙҙе... тынысландырығыҙ» (1 Тис. 4:18). «Бер-берегеҙгә... ышаныс өҫтәгеҙ» (1 Тис. 5:11). «Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ» (Яҡ. 5:16). w23.11 9 б., 7, 8 абз.

Шаршамбы, 18 июнь

Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ (Рим. 12:12).

Беҙ көн һайын ныҡлы иман талап иткән ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Улар аралашыу, күңел асыу, белем алыу, никахҡа инеү, балалар тәрбиәләү һәм эш һайлау менән бәйле булырға мөмкин. Үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә кәрәк: «Ҡарарҙарым был донъяға әҙ ваҡыт ҡалғанына һәм оҙаҡламай яңы донъяның киләсәгенә ышанғанымды күрһәтәме? Йә мин мәңгелек тормошҡа ышанмаған донъяуи кешеләр һымаҡ эш итәмме?» (Матф. 6:19, 20; Лука 12:16—21). Яңы донъяның яҡын булыуына ныҡ ышанһаҡ, беҙ иң аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Беҙгә эҙәрләүҙәр, хроник ауырыуҙар йәиһә төшөнкөлөккә килтергән шарттар менән осрашҡанда ла көслө иман кәрәк. Бәлки, тәүҙә беҙ һынауҙа ныҡ ҡалырбыҙ. Әммә ул оҙаҡҡа һуҙылһа, ә йыш ҡына тап шулай була ла, сыҙам ҡалыр өсөн һәм Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итер өсөн көслө иман кәрәк (1 Пет. 1:6, 7). w23.04 26—27 бб., 4, 5 абз.

Кесаҙна, 19 июнь

Гел доға ҡылығыҙ (1 Тис. 5:17).

Йәһүә үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итеүебеҙҙе көтә. Мәҫәлән, ағай-ҡәрҙәш региональ конгресҡа барыр өсөн эштән һорап китергә теләй һәм был хаҡта Йәһүәнән ярҙам һорай. Йәһүә үҙ хеҙмәтсеһенең доғаһына нисек яуап бирер? Йәһүә ҡәрҙәшкә начальник менән һөйләшер өсөн ҡыйыулыҡ бирер, ләкин ҡәрҙәшебеҙ үҙе, начальнигына барып, уның менән һөйләшергә тейеш. Моғайын, уға шунда уҡ рөхсәт бирмәҫтәр һәм уға хатта бер нисә тапҡыр һорарға тура килер. Бәлки, ул хеҙмәттәшен үҙенең урынына эшләп торорға һорар йә уға башҡа көндө эшкә сығырға тура килер. Ә, бәлки, түләүһеҙ отпуск алырға кәрәк булыр. Йәһүә доғаларҙа ныҡышмалы булыуыбыҙҙы көтә. Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ҡайһы бер доғаларыбыҙға беҙ шунда уҡ яуап алмаҫбыҙ (Лука 11:9). Шуға күрә бирешмәгеҙ. Ҡат-ҡат доға ҡылығыҙ (Лука 18:1—7). Шулай итеп һеҙ Йәһүәгә үтенесегеҙ бик мөһим икәнен күрһәтерһегеҙ. Йәһүә лә һеҙҙең уға өмөтләнгәнегеҙҙе күрер. w23.11 22—23 бб., 10, 11 абз.

Йома, 20 июнь

Өмөт иһә алдамай (Рим. 5:5).

Йәһүә үҙ дуҫы Ибраһимға уның тоҡомо аша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар фатиха аласаҡ тип вәғәҙә иткән (Баш. 15:5; 22:18). Иманы көслө булғанға, Ибраһим Йәһүәнең вәғәҙәһе үтәләсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Ләкин ваҡыт үткән, Ибраһимға — инде 100 йәш, уның ҡатыны Сараға 90 йәш булған, ә вәғәҙә ителгән бала һаман да юҡ (Баш. 21:1—7). Шулай ҙа Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ибраһим «күп халыҡтарҙың атаһы» буласағына ныҡ ышанған (Рим. 4:18). Белеүебеҙсә, Ибраһимдың өмөтө тормошҡа ашҡан — күп йылдар үткәс, уның улы Исхаҡ тыуған. Ибраһимдың өмөтө нимәгә нигеҙләнгән булған? Ибраһим Йәһүәне бик яҡшы белгән, шуға күрә Алланың үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә ныҡ ышанған (Рим. 4:21). Йәһүә Ибраһимды иманы өсөн хуплаған һәм уны тәҡүә тип һанаған (Яҡ. 2:23). w23.12 8 б., 1, 2 абз.

Шәмбе, 21 июнь

Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр (Лука 16:10).

Ышаныслы ир ҡәрҙәш бөтә вазифаларын тырышып үтәй. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның миҫалына иғтибар итәйек. Ул бөтә эштәрен еренә еткереп һәм яуаплылыҡ менән башҡарған. Ауыр булһа ла, Ғайса Йәһүәнең бөтә йөкләмәләрен үтәгән. Ул кешеләрҙе, айырыуса үҙенең шәкерттәрен яратҡан һәм улар өсөн үҙ ғүмерен биргән (Яхъя 13:1). Ғайсанан өлгө ал. Һиңә тапшырылған һәр эште күңелеңде һалып башҡар. Ә уны нисек эшләргә икәнен белмәһәң, тәжрибәле ағайҙарҙан ярҙам һорарға оялма. Ҡайһы бер кешеләр уларҙан талап ителгәнде генә эшләй. Уларға оҡшаш булма (Рим. 12:11). Һәр эшеңде «кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек» эшлә һәм уны аҙағына тиклем еткер (Кол. 3:23). Әлбиттә, һин камил түгел, шуға күрә тыйнаҡ бул һәм үҙ хаталарыңды таный бел (Ғиб. һүҙ. 11:2). w23.12 26 б., 8 абз.

Йәкшәмбе, 22 июнь

Йәһүәне үҙ таянысы иткән кеше фатихалы (Йәр. 17:7).

Һыуға сумдырылып Йәһүәнең ғаиләһендә булыу шундай шатлыҡлы! Алланың дуҫы булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Беҙ Дауыт батшаның хистәрен уртаҡлашабыҙ. Ул Йәһүәгә: «Ишек алдарыңда йәшәү өсөн үҙең һайлаған һәм үҙеңә яҡынайтҡан кеше бәхетле», — тигән (Зәб. 65:4). Йәһүә кемде үҙ ишек алдарына саҡыра? Ул үҙенә яҡынлашҡандарға яҡынлаша (Яҡ. 4:8). Йәһүәгә бағышланғас һәм һыуға сумдырылғас, һеҙ Йәһүәнең «өҫтөгөҙгә фатихалар» яуҙырасағына ышана алаһығыҙ (Мал. 3:10; Йәр. 17:8). Һыуға сумдырылыу — Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең башы ғына. Беҙ бағышланыу анты буйынса йәшәргә һәм, ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, Аллаға тоғро булып ҡалырға тейеш (Вәғ. 5:4, 5). Ғайсаның шәкерттәре булып киткәс, беҙгә мөмкин тиклем яҡшыраҡ уның өлгөһөнә эйәрергә һәм уның әмерҙәрен үтәргә кәрәк (Матф. 28:19, 20; 1 Пет. 2:21). w24.03 8 б., 1—3 абз.

Дүшәмбе, 23 июнь

Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр (Баш. 2:24).

Әгәр һеҙгә бергә ваҡыт үткәрергә оҡшамаһа, нимә эшләргә? Усаҡты миҫал итеп алайыҡ. Ул ҡапыл дөрләп янып китмәй. Тәүҙә ваҡ тап һалалар, ә һуңынан ғына эре утын ташлайҙар. Шуның шикелле, һеҙ ҙә көн һайын әҙ генә булһа ла бергә ваҡыт үткәрергә тырышығыҙ. Икегеҙгә лә оҡшаған эш менән шөғөлләнегеҙ (Яҡ. 3:18). Бәләкәй генә осҡон мөхәббәтегеҙгә дөрләп янып китергә ярҙам итер. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеү усаҡ өсөн кислород кеүек. Кислород булмаһа, усаҡ тиҙ генә һүнә. Шуның шикелле, ғаиләлә ихтирам булмаһа, мөхәббәт тиҙ генә һыуынырға мөмкин. Һәм, киреһенсә, ир менән ҡатындың бер-береһен ихтирам итеүе мөхәббәт ялҡынын тағы ла көсәйтеп ебәрә ала. Әммә шуны онотмағыҙ: тормош иптәшемә хөрмәт күрһәтәм, тип уйлауығыҙ түгел, ә уның был хөрмәтте тойоуы мөһимерәк. w23.05 22 б., 9 абз.; 24 б., 14, 15 абз.

Шишәмбе, 24 июнь

Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең (Зәб. 94:19).

Изге Яҙмала Алланың тоғро хеҙмәтселәренең һүҙҙәре яҙылған. Дошмандары уларҙы эҙәрләгәндә, улар ҡурҡыуға төшкән һәм ҡалтыраған, тип әйтелә (Зәб. 18:4; 55:1, 5). Ҡайһы саҡта ниндәйҙер ваҡиғалар арҡаһында беҙҙең дә ҡотобоҙ оса. Беҙ ҙә ғаиләлә, мәктәптә, эштә ҡаршылыҡтар менән йәиһә хөкүмәт яғынан эҙәрләүҙәр менән осрашабыҙ. Йә булмаһа, беҙҙең етди ауырып китеүебеҙ бар. Шундай ваҡыттарҙа беҙ үҙебеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалған сабый кеүек тоябыҙ. Йәһүә шул саҡтарҙа нисек эш итә? Ул беҙҙе йыуата һәм тынысландыра. Шуға күрә Йәһүә менән ваҡыт үткәрегеҙ. Уға йыш доға ҡылығыҙ һәм уның Һүҙен уҡығыҙ (Зәб. 77:1, 12—14). Әгәр һеҙҙең шундай ғәҙәтегеҙ булһа, стресс кисергәндә һеҙ иң тәүҙә ярҙам һорап уға доға ҡылырһығыҙ. Йәһүәгә бөтә борсолоуҙарығыҙ һәм ҡурҡыуҙарығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Ә шунан һуң уның Изге Яҙма аша һеҙгә нимә әйткәнен тыңлағыҙ. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙе уның ҡосағында кеүек тойорһоғоҙ (Зәб. 119:28). w24.01 24—25 бб., 14—16 абз.

Шаршамбы, 25 июнь

Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла... һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра (Флп. 2:13).

Рухи маҡсатҡа өлгәшер өсөн көслө теләк, йәғни этәргес көс кәрәк. Кешенең теләге булһа, ул үҙ маҡсатына өлгәшер өсөн бар көсөн һала. Маҡсатыбыҙға өлгәшергә нығыраҡ теләгән һайын, уға өлгәшә алыуыбыҙҙың ихтималлығы ла үҫә бара. Маҡсатҡа ирешеү теләген үҫтерергә нимә ярҙам итер? Маҡсатҡа ирешергә күберәк теләгегеҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ. Йәһүә үҙенең изге рухы аша һеҙгә маҡсатҡа ирешеү теләген бирергә һәләтле. Ҡайһы саҡта беҙ маҡсатты уның дөрөҫ икәнен аңлағанға ғына ҡуябыҙ. Әлбиттә, был маҡтауға лайыҡ. Әммә ундай маҡсатҡа ирешер өсөн этәргес теләк булмаһа, нимә эшләргә? Йәһүәнең һеҙҙең өсөн ҡылған эштәре тураһында уйланығыҙ (Зәб. 143:5). Илсе Павел үҙенә күрһәтелгән йомарт игелек тураһында уйланған һәм был уны Йәһүәгә тырышып хеҙмәт итергә дәртләндергән (1 Кәр. 15:9, 10; 1 Тим. 1:12—14). Йәһүәнең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында ни тиклем күберәк уйланһағыҙ, маҡсатҡа өлгәшеү теләге лә шул тиклем көслөрәк булыр (Зәб. 116:12). w23.05 27 б., 3—5 абз.

Кесаҙна, 26 июнь

Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ (Зәб. 113:1).

Беҙ күктәге Атабыҙҙың исемен маҡтап, уны шатландырабыҙ (Зәб. 119:108). Ләкин Аллаһы Тәғәлә кешеләр кеүек башҡаларҙың маҡтауына һәм хуплауына мохтажмы? Юҡ. Йәһүәнең исемен данлап, беҙ үҙебеҙгә ҡағылған ялғанды кире ҡағабыҙ. Шайтан, бер кеше лә Йәһүәнең изге исемен яҡлап тормаясаҡ, кәрәк булһа, ул Алланан ваз кисәсәк, ти (Әйүп 1:9—11; 2:4). Ләкин Әйүп, Йәһүәгә тоғро ҡалып, Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлаған. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеп, уның исемен яҡлайбыҙ һәм уны шатландырабыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Был — һәр беребеҙ өсөн ҙур хөрмәт! w24.02 9 б., 3—5 абз.

Йома, 27 июнь

Пәйғәмбәрҙәренә иман итегеҙ, һәм уңышлы булырһығыҙ (2 Йыл. 20:20).

Муса һәм Ешуа көндәре үткәс, Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итер өсөн хөкөмсөләрҙе һайлаған. Ә һуңыраҡ, батшалар ваҡытында, Йәһүә пәйғәмбәрҙәр аша күрһәтмәләр биргән. Тоғро булған батшалар пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған. Мәҫәлән, Натан пәйғәмбәр Дауыт батшаны төҙәткәндә, батша үҙен кесе итеп тотҡан һәм уның кәңәшен ҡабул иткән (2 Сам. 12:7, 13; 1 Йыл. 17:3, 4). Иосафат батша Йәһәзиил пәйғәмбәр биргән күрһәтмәләр буйынса эш иткән һәм Йәһүҙә халҡын Алланың пәйғәмбәрҙәренә ышанырға дәртләндергән (2 Йыл. 20:14, 15). Бәләгә эләккәс, Езекия батша Ишағыя пәйғәмбәрҙән ярҙам һораған (Ишағ. 37:1—6). Батшалар Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш иткәндә, ул үҙ халҡын фатихалаған һәм яҡлаған (2 Йыл. 20:29, 30; 32:22). Күреүебеҙсә, Йәһүә пәйғәмбәрҙәре аша үҙ халҡына күрһәтмәләр биреп торған. w24.02 21 б., 8 абз.

Шәмбе, 28 июнь

Ундайҙар менән бергә булмағыҙ (Эфес. 5:7).

Шайтан беҙҙең Йәһүәне яратмаған кешеләр менән аралашыуыбыҙҙы теләй. Шул саҡта беҙгә Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүе ауырыраҡ булыр ине. Ләкин беҙгә тағы ла һағыраҡ булырға кәрәк, сөнки кешеләр бөгөн йөҙгә-йөҙ генә түгел, ә социаль селтәрҙәр аша ла аралаша. Был донъя беҙгә әхлаҡһыҙлыҡҡа үҙ ҡарашын тағырға тырыша. Әммә беҙҙе алдап булмай (Эфес. 4:19, 20). Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим: «Мин эштә, мәктәптә йә башҡа ерҙә Йәһүәнең нормаларын хөрмәт итмәгән кешеләр менән кәрәкмәгән аралашыуҙан ҡасаммы? Ҡайһы берәүҙәр шул арҡала мине фанатик тип һанаһа ла, мин Изге Яҙманың ҡарашын яҡлайыммы?» Беҙгә хатта йыйылышта ла дуҫтарҙы һайлағанда һаҡ булырға кәрәк. Тап шуның тураһында Павел 2 Тимәтигә 2:20—22-лә яҙған. Беҙ рухилығыбыҙҙы көсһөҙләндергән ҡәрҙәштәр менән түгел, ә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә ярҙам иткән ҡәрҙәштәр менән дуҫлашырға теләйбеҙ. w24.03 22—23 бб., 11, 12 абз.

Йәкшәмбе, 29 июнь

Раббы ғәйәт шәфҡәтле [«наҙлы», ЯДТ] (Яҡ. 5:11).

Йәһүә тураһында уйлағанда һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Беҙ Алланы күрмәһәк тә, Изге Яҙманан уның тураһында күпте белә алабыҙ. Мәҫәлән, унда «Йәһүә Алла — беҙҙең ҡояшыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ», шулай уҡ «яндырып юҡ итә торған ут» тип әйтелә (Зәб. 84:11; Евр. 12:29). Йәзәкил пәйғәмбәр күренештә Алланың «сапфир ташынан» яһалған тәхеттә ултырыуын, «уны бар яҡтан балҡыш солғап» алыуын һәм «шул балҡыш ямғырлы көндә болоттарҙа хасил булған йәйғорға оҡшаш» булыуын күргән (Йәз. 1:26—28). Йәһүәне күрмәгәнгә уның яратыуына ышаныуы ауыр булырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен Йәһүәнең мөхәббәтенә лайыҡ түгел тип уйлай, сөнки улар бер кемдең дә яратыуын тоймаған. Йәһүә шундай хистәрҙе яҡшы аңлай һәм ундай хистәрҙең беҙгә нисек тәьҫир иткәнен яҡшы белә. Ләкин Йәһүә беҙҙең үҙе менән яҡын дуҫтар булыуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә Изге Яҙма аша ул үҙенең ни тиклем игелекле һәм наҙлы булыуын аса. Йәһүәне иң яҡшы һүрәтләгән һүҙ — мөхәббәт (1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең яратыуы бөтә эштәрендә сағыла. Уның мөхәббәте шул тиклем мул, ул уны хатта үҙен яратмағандарға ла күрһәтә (Матф. 5:44, 45). w24.01 26 б., 1—3 абз.

Дүшәмбе, 30 июнь

Ул уларға болот бағанаһынан һөйләне (Зәб. 99:7).

Йәһүә израилдәрҙе Мысырҙан сығарыр өсөн Мусаны һайлаған. Улар Мусаның уның исеменән эш итеүен күрһен өсөн, Йәһүә уларға билдә биргән. Мәҫәлән, көндөҙ улар — болот бағанаһын, ә төндә ут бағанаһын күргән (Сығ. 13:21). Муса, шул бағана артынан барып, халыҡты Ҡыҙыл диңгеҙ янына алып килгән. Ләкин халыҡ, тоҙаҡҡа эләктек, тип уйлап, паникаға бирелгән, сөнки алда — диңгеҙ, ә артта уларҙы Мысыр ғәскәре ҡыуып килгән. Бында хата булмаған. Йәһүә Мусаның халыҡты тап шунда алып килеүен теләгән (Сығ. 14:2). Ә шунан һуң Алла израилдәрҙе мөғжизәле рәүештә ҡотҡарған (Сығ. 14:26—28). Муса Йәһүәнең үҙ халҡын 40 йыл дауамында болот бағанаһы ярҙамында сүл аша алып барғанына бер ҙә шикләнмәгән (Сығ. 33:7, 9, 10). Йәһүә Муса менән шул болот бағанаһы эсенән һөйләшкән, ә тегеһе Йәһүәнең күрһәтмәләрен халыҡҡа еткергән. Израилдәр Йәһүәнең Муса аша күрһәтмәләр биргәнен асыҡ күргән. w24.02 21 б., 4, 5 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу