Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es25
  • Июль

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Июль
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Шишәмбе, 1 июль
  • Шаршамбы, 2 июль
  • Кесаҙна, 3 июль
  • Йома, 4 июль
  • Шәмбе, 5 июль
  • Йәкшәмбе, 6 июль
  • Дүшәмбе, 7 июль
  • Шишәмбе, 8 июль
  • Шаршамбы, 9 июль
  • Кесаҙна, 10 июль
  • Йома, 11 июль
  • Шәмбе, 12 июль
  • Йәкшәмбе, 13 июль
  • Дүшәмбе, 14 июль
  • Шишәмбе, 15 июль
  • Шаршамбы, 16 июль
  • Кесаҙна, 17 июль
  • Йома, 18 июль
  • Шәмбе, 19 июль
  • Йәкшәмбе, 20 июль
  • Дүшәмбе, 21 июль
  • Шишәмбе, 22 июль
  • Шаршамбы, 23 июль
  • Кесаҙна, 24 июль
  • Йома, 25 июль
  • Шәмбе, 26 июль
  • Йәкшәмбе, 27 июль
  • Дүшәмбе, 28 июль
  • Шишәмбе, 29 июль
  • Шаршамбы, 30 июль
  • Кесаҙна, 31 июль
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
es25

Июль

Шишәмбе, 1 июль

Ғайса яҡшылыҡ ҡылып... кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө (Илс. 10:38).

Ғайсаның әйткән һүҙҙәрендә, ҡылған эштәрендә, шул иҫәптән мөғжизәләрендә Атаһының хистәре һәм фекерҙәре камил рәүештә сағылған (Яхъя 14:9). Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ғайса һәм уның Атаһы беҙҙе бик ныҡ ярата. Ғайса Атаһы биргән көстө кешеләрҙең ғазаптарын еңеләйтер өсөн ҡулланған, шулай итеп уларҙы ни тиклем ныҡ итеп яратҡанын күрһәткән. Бер тапҡыр ике һуҡыр кеше унан үтенеп ярҙам һораған (Матф. 20:30—34). Иғтибар итегеҙ, Ғайса уларҙы йәлләгән һәм һауыҡтырған. Бында «йәлләп» тип тәржемә ителгән грек телендәге ҡылым күңел түренән сыҡҡан ныҡ ҡыҙғаныуҙы аңлата. Тап шундай ҡыҙғаныу Ғайсаны ас кешеләрҙе туҡландырырға һәм махаулыларҙы һауыҡтырырға дәртләндергән (Матф. 15:32; Марк 1:41). Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: «шәфҡәткә мул» Йәһүә һәм уның Улы беҙҙе бик ныҡ ярата, һәм беҙҙең яфа сигеүебеҙ уларҙы әрнетә (Лука 1:78; 1 Пет. 5:7). Улар кешелекте бөтә бәләләрҙән һәм ҡайғыларҙан азат итергә бик теләй! w23.04 3 б., 4, 5 абз.

Шаршамбы, 2 июль

Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара (Зәб. 97:10).

Донъяның тәьҫирен кәметер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Бының өсөн Изге Яҙманы уҡып һәм өйрәнеп, уйыбыҙҙы яҡшы фекерҙәр менән тултырырға кәрәк. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм вәғәзләү уйыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итер. Ә Йәһүә «көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл [ҡуймаҫмын]» тип вәғәҙә итә (1 Кәр. 10:12, 13). Был һуңғы ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалыр өсөн, элеккегә ҡарағанда күберәк доға ҡылырға кәрәк. Йәһүә беҙҙең уға күңел3дәребеҙҙе бушатыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 62:8). Йәһүәне данлағыҙ һәм уға бөтә эштәре өсөн рәхмәттәр әйтегеҙ. Унан вәғәз эшендә ҡыйыулыҡ һорағыҙ. Һынауҙар менән осрашҡанда һәм ҡотҡоға бирелгәндә, унан ярҙам һорағыҙ. Бер кемгә лә, бер нәмәгә лә Йәһүәгә өҙлөкһөҙ доға ҡылырға ҡамасауларға юл ҡуймағыҙ. w23.05 7 б., 17, 18 абз.

Кесаҙна, 3 июль

Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе... дәртләндерәйек (Евр. 10:24, 25).

Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөйбөҙ? Беренсенән, Йәһүәне данлар өсөн (Зәб. 26:12; 111:1). Икенсенән, был ауыр ваҡыттарҙа бер-беребеҙҙе рухландырыр өсөн (1 Тис. 5:11). Ҡул күтәреп комментарий биргәндә, беҙ ошо ике маҡсатҡа ла өлгәшәбеҙ, тип әйтеп була. Шулай ҙа беҙгә комментарий бирергә нимәлер ҡамасауларға мөмкин. Мәҫәлән, кемдер яуап бирергә ҡурҡа, ә кемдер комментарий бирергә бик ярата, әммә ул ҡул күтәргәндә уны һорамайҙар. Был ауырлыҡтарҙы нисек еңергә? Илсе Павел мәсихселәрҙе «бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ» тип дәртләндергән. Иманыбыҙҙы сағылдырған ябай ғына һүҙҙәребеҙ ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерә алғанын аңлаһаҡ, беҙ йышыраҡ ҡул күтәрербеҙ. Ә беҙҙе һирәк һораһалар, беҙ башҡаларҙың комментарий бирергә мөмкинлектәре булғанына шатланырбыҙ (1 Пет. 3:8). w23.04 20 б., 1—3 абз.

Йома, 4 июль

Иерусалимға барһын һәм... Йәһүәнең... йортон яңынан торғоҙһон (Езра 1:3).

Батшанан фарман сыға! Вавилонда 70 йыл самаһы әсирлектә булған йәһүдтәр туған иленә — Израилгә ҡайта алған (Езра 1:2—4). Был тик Йәһүә ярҙамы менән генә мөмкин булған. Сөнки Вавилон, ғәҙәттә, әсирлектә булған кешеләрҙе азат итмәгән (Ишағ. 14:4, 17). Әммә Вавилон империяһы тар-мар ителгәс, яңы идарасы йәһүдтәргә китергә рөхсәт иткән. Уларҙың һәр береһенә, айырыуса ғаилә башлыҡтарына, Вавилондан китергәме-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Ундай ҡарарҙы ҡабул итеү еңел булмаған. Күптәр оло йәштә булғанға күрә был оҙон һәм ҡурҡыныс юлға сығырға баҙнат итмәгәндер. Йәһүдтәрҙең күбеһе Вавилонда тыуған, шуға күрә улар был ерҙән башҡа бер нәмә лә күрмәгән. Израиль ере улар өсөн тик ата-бабаларының иле булған. Бынан тыш, ҡайһы бер йәһүдтәр Вавилонда, күрәһең, байып киткән, шуға күрә уларға, уңайлы өйҙәрен, уңыш килтергән эштәрен ҡалдырып, таныш булмаған ергә күсенеү еңел булмағандыр. w23.05 14 б., 1, 2 абз.

Шәмбе, 5 июль

Әҙер булығыҙ (Матф. 24:44).

Алла Һүҙе беҙҙе сыҙамлыҡ, ҡыҙғаныу һәм яратыу үҫтерергә дәртләндерә. Лука 21:19-ҙа: «Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ», — тип әйтелә. Колосстарға 3:12-лә: «Шәфҡәтле... булығыҙ», — тигән өндәү бар. Ә 1 Тисалуникаларға 4:9, 10-да: «Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте... Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине», — тип яҙылған. Был һүҙҙәрҙе ишеткән мәсихселәр инде сыҙам, ҡыҙғаныусан булған һәм яратыу күрһәткән. Шулай ҙа уларға артабан да был сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк булған. Беҙгә лә шуны уҡ эшләргә кәрәк. Был яҡтан һеҙгә нимә ярҙам итер? Беренсе быуаттағы мәсихселәр был сифаттарҙың нисек сағылдырғанын ҡарай алаһығыҙ, ә шунан һуң уларҙан нисек өлгө алып булғанын белерһегеҙ. Һеҙ бөйөк афәткә әҙерһегеҙме-юҡмы икәнен тикшерә алырһығыҙ. Шул саҡта бөйөк афәт яҡынлашҡас, һынауҙарҙы йырып сығырға инде тәжрибәгеҙ булыр, һәм һеҙ артабан да сыҙам ҡалырға әҙер булырһығыҙ. w23.07 3 б., 4, 8 абз.

Йәкшәмбе, 6 июль

Унда ҙур юл булыр... «Изгелек юлы» (Ишағ. 35:8).

Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, беҙҙең бөтәбеҙгә лә «Изгелек юлында» ҡалырға кәрәк (Яхъя 10:16). Был юл, рухи ожмах аша үтеп, Батшалыҡ килтерәсәк фатихаларға алып бара. 1919 йылдан алып миллионлаған ирҙәр, ҡатындар һәм балалар, Бөйөк Вавилондан — ялған диндең бөтә донъя империяһынан сығып, был юлға баҫҡан. Йәһүә Вавилондан сыҡҡан йәһүдтәрҙең юлынан бөтә кәртәләрҙе алып ҡуйған (Ишағ. 57:14). Ә бөгөнгө «Изгелек юлы» тураһында нимә әйтеп була? 1919 йылға тиклем бер нисә быуаттар дауамында Йәһүә, Бөйөк Вавилондан сыҡҡан юлды таҙартыр өсөн, ҡайһы бер диндар ирҙәрҙе ҡулланған. (Ишағыя 40:3 менән сағыштырығыҙ.) Эскерһеҙ кешеләр Бөйөк Вавилондан сығып саф ғибәҙәт торғоҙолған рухи ожмахҡа керә алһын өсөн, улар ҙур эштәр башҡарған. w23.05 15—16 бб., 8, 9 абз.

Дүшәмбе, 7 июль

Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт ит. Һөйөнөп ауаз һалып, уның хозурына кил (Зәб. 100:2).

Йәһүә беҙҙең уға ысын күңелдән шатланып хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (2 Кәр. 9:7). Рухи маҡсаттарға ынтылырға теләгебеҙ булмаһа, был көс һалырға кәрәкмәй тигәнде аңлатамы? Әйҙәгеҙ, илсе Павелдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул: «Тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам», — тигән (1 Кәр. 9:25—27). Ул башҡаса эшләргә теләгәндә лә, дөрөҫ эш итергә тырышҡан. Йәһүә Павелдың хеҙмәте менән ҡәнәғәт булғанмы? Әлбиттә! Алла уны тырышлыҡтары өсөн фатихалаған (2 Тим. 4:7, 8). Илсе Павелдың миҫалынан күренеүенсә, хатта теләгебеҙ булмаһа ла маҡсаттарыбыҙға ынтылһаҡ, Йәһүә шатлана. Эйе, ул шатлана, сөнки быға беҙҙе нимәлер эшләргә яратыу түгел, ә уға ҡарата яратыу дәртләндергәнен белә. Илсе Павелды фатихалаған кеүек, ул беҙҙең дә тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ, һәм был фатихалар этәргес көс булып тора (Зәб. 126:5). w23.05 29 б., 9, 10 абз.

Шишәмбе, 8 июль

Раббы көнө... [етәсәк] (1 Тис. 5:2).

Илсе Павел Йәһүә көнөндә иҫән ҡалмаясаҡ кешеләрҙе йоҡлаусылар менән сағыштырған. Улар тирә-яҡта нимә булғанын һәм ваҡыттың нисек үткәнен белмәй. Шуға улар мөһим ваҡиғаларҙы күрмәй һәм бер нәмә лә эшләй алмай. Бөгөн кешеләрҙең күбеһе рухи мәғәнәлә йоҡлай (Рим. 11:8). Улар тиҙҙән бөйөк афәт киләсәген һәм һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе иҫбатлаған дәлилдәргә иғтибар итмәй (2 Пет. 3:3, 4). Әммә беҙҙең өсөн уяу ҡалыу көндән-көн мөһимерәк булып тора (1 Тис. 5:6). Беҙгә тыныс булып ҡалырға һәм аҡыл менән эш итергә кәрәк. Ни өсөн? Был донъяның эштәрендә ҡатнашмаҫ өсөн. Был донъя, сәйәси һәм йәмғиәт һорауҙарҙа беҙҙең теге йә был яҡҡа баҫыуыбыҙҙы теләп, баҫым яһарға мөмкин. Йәһүәнең көнө яҡынайған һайын, ундай баҫым көслөрәк була барыр. Шулай ҙа беҙгә нисек яуап биреү тураһында борсолорға кәрәкмәй. Алланың рухы беҙгә тыныс ҡалырға, аҡыл менән эш итергә һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Лука 12:11, 12). w23.06 9—10 бб., 6, 7 абз.

Шаршамбы, 9 июль

Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, мине иҫеңә төшөрсө һәм... мине нығытсы (Хөк. 16:28).

Самсон тигән исемде ишеткәндә һеҙ нимә тураһында уйлайһығыҙ? Моғайын, һеҙ Алланың ғәйәт ҙур көслө хеҙмәтсеһен иҫкә төшөрәһегеҙҙер. Эйе, ул тап шундай булған да. Әммә бер ваҡыт Самсон аяныс эҙемтәләргә килтергән аҡылһыҙ ҡарар ҡабул иткән. Шулай ҙа Йәһүә уны үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе тип һанаған һәм уның тураһындағы хикәйәне Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан. Йәһүә үҙенең халҡы Израилгә ярҙам итер өсөн, Самсон аша ғәжәйеп эштәр башҡарған. Самсондың үлеменән һуң күп быуаттар үткәс, Йәһүә илсе Павелды уның исемен имандары көслө булған кешеләрҙең исемлегенә индерергә рухландырған (Евр. 11:32—34). Самсон хатта ауыр шарттарҙа ла Йәһүәгә таянған. Беҙ Самсондан өйрәнә алабыҙ һәм уның миҫалы беҙҙе нығыта ала. w23.09 2 б., 1, 2 абз.

Кесаҙна, 10 июль

Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ (Флп. 4:6).

Борсолоуҙарыбыҙҙы Йәһүәгә ихлас һәм йыш һөйләп, беҙ сыҙамлыҡ сифатын үҫтерәбеҙ (1 Тис. 5:17). Бәлки, һеҙҙең хәҙер ҡаты һынауҙарығыҙ юҡтыр. Әммә үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Төшөнкөлөккә бирелгәндә йәки нимә эшләргә белмәгәндә, мин Йәһүәнән ярҙам һорайыммы?» Бәләкәй һынауҙар менән осрашҡанда Аллаға доға ҡылып өйрәнһәгеҙ, ҙур һынауҙар менән осрашҡанда был һеҙҙең өсөн ғәҙәти булыр. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә ҡасан һәм нисек ярҙам итергә кәрәклеген яҡшы белә (Зәб. 27:1, 3). Бөгөн үк һынауҙарҙа сыҙамлыҡ сағылдырһаҡ, киләсәк бөйөк афәт ваҡытында ныҡ ҡала алырбыҙ (Рим. 5:3). Ни өсөн шундай һығымта яһап була? Ҡәрҙәштәрҙең күбеһе шуға иғтибар иткән: улар бер һынауҙа сыҙам ҡалғанда, башҡалары уларға еңелерәк бирелгән. Был Йәһүәнең уларҙың янында булыуына һәм ярҙам итергә әҙер тороуына иманын нығытҡан. Ә иман, үҙ сиратында, уларға киләһе һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән (Яҡ. 1:2—4). w23.07 3 б., 7, 8 абз.

Йома, 11 июль

Ярар... һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен (Баш. 19:21).

Йәһүә — баҫалҡы һәм ҡыҙғаныусан Алла. Бына ни өсөн ул еңел яраҡлаша. Мәҫәлән, Йәһүәнең үҙен баҫалҡы тотоуы Содомдың яуыз халҡын юҡ итергә йыйынғанда асыҡ күренгән. Фәрештәләре аша Йәһүә тәҡүә Лутҡа тауҙарға ҡасырға ҡушҡан. Әммә Лут унда барырға ҡурҡҡан. Шуға күрә ул Йәһүәнән үҙенә һәм ғаиләһенә Соар тигән бәләкәй ҡалаға ҡасырға рөхсәт итеүен үтенгән. Йәһүә Луттан бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итеүен талап итә алыр ине. Бының урынына Йәһүә Луттың үтенесен үтәгән һәм тәүҙә Соар ҡалаһын юҡ итергә ниәтләһә лә, уны һаҡлаған (Баш. 19:18—22). Быуаттар үткәс, Йәһүә Ниневия халҡына шәфҡәтлек сағылдырған. Ул Юныс пәйғәмбәрҙе Ниневияға ҡаланың һәм ундағы бөтә халыҡтың юҡ ителәсәге тураһында хәбәр итергә ебәргән. Әммә Ниневия халҡы тәүбә иткән. Шуға күрә Йәһүә кешеләрҙе лә, ҡаланы ла юҡ итмәгән (Юныс 3:1, 10; 4:10, 11). w23.07 21 б., 5 абз.

Шәмбе, 12 июль

Улар [Йәһүәште]... үлтерҙеләр... батшалар ҡәберлегендә ерләмәнеләр (2 Йыл. 24:25).

Беҙ Йәһүәштең миҫалынан ниндәй һабаҡ алабыҙ? Ул тамырҙары тәрән булмаған һәм терәкһеҙ тора алмаған ағасҡа оҡшаш булған. Уға терәк булған Йодай үлеп киткәс һәм мөртәтлек елдәре иҫкәс, Йәһүәш ҡолаған, тип әйтеп була. Был миҫал шуны күрһәтә: беҙҙең Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәтебеҙ ҡәрҙәштәрҙең һәм туғандарыбыҙҙың яҡшы йоғонтоһона ғына бәйле булырға тейеш түгел. Рухи яҡтан көслө ҡалыр өсөн беҙҙең үҙебеҙгә Аллаға ҡарата тоғролоҡ һәм ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә кәрәк. Ә бының өсөн Изге Яҙманы даими өйрәнеү, уның өҫтөндә уйланыу һәм доға ҡылыу мөһим (Йәр. 17:7, 8; Кол. 2:6, 7). Йәһүә беҙҙән күпте талап итмәй. Уның талаптары ҡыҫҡаса Вәғәзсе 12:13-тә яҙылған: «Алланан ҡурҡ, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит». Әгәр беҙ Алланан ҡурҡһаҡ, һынауҙарҙа сыҙам булырбыҙ һәм уға тоғро ҡалырбыҙ. Шул саҡта беҙҙең Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы бер нәмә лә емерә алмаҫ. w23.06 18—19 бб., 17—19 абз.

Йәкшәмбе, 13 июль

Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым (Асыл. 21:5).

Бишенсе аят: «Тәхеттә Ултырыусы былай тине», — тип башлана (Асыл. 21:5а). Асылыш китабында Йәһүәнең күктән үҙе өндәшкәненә өс кенә осраҡ килтерелә. Был — уларҙың береһе. Тимәк, гарантияны фәрештә йә хатта терелтелгән Ғайса ла түгел, ә Йәһүә үҙе бирә. Был артабан килтерелгән һүҙҙәргә көс өҫтәй. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Йәһүә «бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Тит. 1:2). Шулай итеп 5-се аяттың беренсе өлөшө Асылыш 21:5, 6-ла яҙылғандарға тулыһынса ышанып булғанына инандыра. Ә хәҙер «Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым» тигән һүҙбәйләнеште ҡарап сығайыҡ. Был һүҙбәйләнеш төп нөсхәһендә «ҡара» йә «тыңла» тип тәржемә итеп булған һүҙҙән башлана. Был һүҙ Асылыш китабында күп тапҡыр осрай. Шунан һуң беҙ нимә күрәбеҙ? Иғтибар итегеҙ, Йәһүә «Мин яһармын» тип түгел, ә «Мин яһайым» тип әйткән. Алла киләсәктәге үҙгәрештәр тураһында улар инде үтәлә кеүек һөйләй. Тимәк, үҙенең вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ул бер ҙә шикләнмәй (Ишағ. 46:10). w23.11 3—4 бб., 7, 8 абз.

Дүшәмбе, 14 июль

Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы (Матф. 26:75).

Илсе Петр үҙенең көсһөҙ яҡтарынан арына алмаған. Бына бер нисә миҫал. Ғайса Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе үтәр өсөн үҙенә ғазап сигергә һәм үлергә тура килгәне тураһында әйткәс, Петр уны шелтәләгән (Марк 8:31—33). Петр һәм башҡа илселәр араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында күп тапҡыр бәхәсләшкән (Марк 9:33, 34). Ғайсаны ҡулға алған ваҡытта Петр уйлап та тормайынса, ҡылысын сығарып, бер хеҙмәтсенең ҡолағын сабып өҙгән (Яхъя 18:10). Шул уҡ төндө ул ҡурҡышынан, Ғайса уның яҡын дуҫы булһа ла, уны белмәйем, тип өс тапҡыр әйткән (Марк 14:66—72). Шунан һуң ул әрнеп илаған. Ғайса үҙ илсеһенә ышанысын юғалтмаған. Ул Петрҙың һаман да уны яратҡанын белгән һәм уға быны күрһәтергә мөмкинлек биргән. Терелгәндән һуң Ғайса Петр менән осрашҡан һәм уға: «Минең һарыҡтарымды көт», — тигән. Ә тегеһе уның үтенесен үтәргә әҙер булған (Яхъя 21:15—17). Иерусалимда Илленсе көн байрамында Ғайсаның шәкерттәре беренсе тапҡыр изге рух менән һуғарылған саҡта Петр уларҙың араһында булған. w23.09 22 б., 6, 7 абз.

Шишәмбе, 15 июль

Минең һарыҡтарымды көт (Яхъя 21:16).

Илсе Петр аҡһаҡалдарҙы: «Алла көтөүен... хәстәрлек менән көтөгөҙ», — тип саҡырған (1 Пет. 5:1—4). Ҡәҙерле аҡһаҡал, беҙ һинең ҡәрҙәштәрҙе яратҡаныңды һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә теләгәнеңде беләбеҙ. Ләкин ваҡыт-ваҡыт эшең күп булғанлыҡтан йә арығанлыҡтан был йөкләмәләрҙе үтәү ауырҙыр. Шул саҡта нимә эшләргә? Бөтә борсолоуҙарың тураһында Йәһүәгә һөйлә. Петр: «Кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен», — тип яҙған (1 Пет. 4:11). Ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы бер проблемалары, бәлки, яңы донъяла ғына хәл ителер. Онотма, «Баш Көтөүсе» Ғайса Мәсих улар өсөн һин эшләй алмағанды эшләй ала. Нимәнелер ул бөгөн эшләй, ә нимәнелер киләсәктә эшләйәсәк. Ҡәрҙәштәрҙе яратһаң, улар хаҡында ҡайғыртһаң һәм улар өсөн өлгө булһаң, Йәһүәнең һине хуплағанына шикләнмә. w23.09 29—30 бб., 13, 14 абз.

Шаршамбы, 16 июль

Раббыға аҡыл эйәләренең уйҙары мәғлүм, Ул уларҙың файҙаһыҙ икәнлеген белә (1 Кәр. 3:20).

Был донъя кешеләренең ҡараштары беҙгә тәьҫир итергә тейеш түгел. Әгәр беҙ был донъялағы кешеләр кеүек уйлай башлаһаҡ, ваҡыт уҙыу менән Йәһүәне лә, уның нормаларын да онотоуыбыҙ бар (1 Кәр. 3:19). «Был донъяның аҡыллылығы» кешеләрҙе йыш ҡына Йәһүәне тыңламаҫҡа ҡоторта. Пергамда һәм Фиатирала йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәргә әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм боттарға табынған кешеләр йоғонто яһаған. Ғайса был ике йыйылышҡа тура кәңәш биргән, сөнки улар әхлаҡһыҙлыҡҡа күҙ йомған (Асыл. 2:14, 20). Бөгөн дә дөрөҫ булмаған төрлө идеялар беҙгә йоғонто яһарға мөмкин. Туғандарыбыҙ һәм таныштарыбыҙ, хистәребеҙгә баҫым яһап, беҙҙе намыҫыбыҙға ҡаршы барырға өндәй. Мәҫәлән, улар, Изге Яҙмалағы нормалар инде иҫкергән һәм теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереүҙең бер насарлығы ла юҡ, тип беҙҙе ышандырырға маташа. Ҡайһы ваҡыт, Йәһүәнең беҙгә биргән күрһәтмәләре етерлек түгел, тип уйлауыбыҙ бар. Беҙҙең хатта «яҙылғандан тыш аҡыл һатырға» теләгебеҙ тыуырға мөмкин (1 Кәр. 4:6). w23.07 16 б., 10, 11 абз.

Кесаҙна, 17 июль

Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була (Ғиб. һүҙ. 17:17).

Ғайсаның әсәһе Мәрйәмгә Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн унан көс кәрәк булған. Ул Ябраил фәрештәнән кейәүҙә булмайынса ауырға ҡаласағы тураһында белгән. Мәрйәмдең балалар тәрбиәләүҙә тәжрибәһе булмаған, ә уға бит Мәсих булып китәсәк бала хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк булған. Бынан тыш, уға буласаҡ ире менән һөйләшергә тура килгән. Ул Йософҡа енси мөнәсәбәткә инмәйенсә ауырға ҡалғанын нисек аңлатыр? (Лука 1:26—33). Мәрйәм ҡайҙан көс алған? Ул башҡаларҙан ярҙам эҙләгән. Мәҫәлән, ул Ябраил фәрештәнән үҙенең йөкләмәһе тураһында күберәк һөйләргә һораған (Лука 1:34). Тиҙҙән ул «таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалала» йәшәгән туғаны Елизаветаға барған. Елизавета Мәрйәмде маҡтаған һәм, изге рух менән һуғарылып, уның буласаҡ улы тураһында пәйғәмбәрлек әйткән (Лука 1:39—45). Мәрйәм, Йәһүә «Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы», тигән (Лука 1:46—51). Йәһүә Мәрйәмде Ябраил һәм Елизавета аша нығытҡан. w23.10 14—15 бб., 10—12 абз.

Йома, 18 июль

Беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға — Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуй[ҙы] (Асыл. 1:6).

Мәсихтең 144 000 майланған шәкерте уның менән күктә руханиҙар булып хеҙмәт итәсәк (Асыл. 14:1). Ерҙә йәшәгәндә үк Алла уларҙы изге рухы менән майлай һәм уллыҡҡа ала. Изге урын ошо үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрҙе символлаштыра (Рим. 8:15—17). Иң изге урын Йәһүә йәшәгән күкте символлаштыра. Изге урынды Иң изге урындан айырып торған «Шаршау» — Ғайсаның тәне. Ул кеше тәнендә күккә инә алмаған. Үҙ тәнен кешеләр өсөн ҡорбанға биреп, Ғайса күккә күтәрелгән һәм бөтә майланған мәсихселәр өсөн күктәге тормошҡа юл асҡан. Күктәге бүләкте алыр өсөн, улар ҙа физик тәнен ҡалдырырға тейеш (Евр. 10:19, 20; 1 Кәр. 15:50). w23.10 28 б., 13 абз.

Шәмбе, 19 июль

Гедеон... тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ (Евр. 11:32).

Гедеон, ифраимдар уны тәнҡитләй башлағас, йомшаҡ ҡына яуап ҡайтарған (Хөк. 8:1—3). Ул асыуланмаған. Ул үҙен кесе итеп тотҡан: уларҙың зарланыуын тыңлаған һәм уларҙы тынысландырған. Зирәклек менән эш иткән аҡһаҡалдар Гедеондан өлгө ала. Улар тәнҡитләү һүҙҙәрен иғтибар менән тыңлай һәм ипле генә яуап ҡайтара (Яҡ. 3:13). Шулай эшләп улар йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөн индерә. Израилдәр Гедеонды мәдйәндәр өҫтөнән еңеү алғаны өсөн данларға теләгәс, ул бөтә данды Йәһүәгә биргән (Хөк. 8:22, 23). Аҡһаҡалдар Гедеондың өлгөһөнә нисек эйәрә ала? Әгәр улар нимәнелер яҡшы эшләй ала икән, бының өсөн бөтә данды Йәһүәгә бирергә кәрәк (1 Кәр. 4:6, 7). Мәҫәлән, кемдер аҡһаҡалды яҡшы уҡытыу һәләте өсөн маҡтай. Шул саҡта аҡһаҡал был кешенең иғтибарын бөтәбеҙҙең дә Изге Яҙманан өйрәнгәнебеҙгә һәм Йәһүәнең ойошмаһынан белемдәр алғаныбыҙға йүнәлтә ала. Ҡайһы саҡта аҡһаҡалға, мин үҙемә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәйемме икән, тип уйланыу файҙалы булыр. w23.06 4 б., 7, 8 абз.

Йәкшәмбе, 20 июль

Минең уйҙарым һеҙҙең уйҙарығыҙ менән бер түгел (Ишағ. 55:8).

Әгәр доғаларыбыҙға яуап алмайбыҙ икән, үҙебеҙгә ошондай һорау биреп була: «Мин дөрөҫ нәмә тураһында һорайыммы?» Йыш ҡына беҙ, үҙемә нимә кәрәк икәнен мин яҡшыраҡ беләм, тип уйлайбыҙ. Ләкин Йәһүә күберәкте күрә. Моғайын, беҙҙең өсөн яҡшыраҡ ҡарар барҙыр. Ә ҡайһы саҡта үтенестәребеҙ Алланың ихтыярына бөтөнләй тура килмәй (1 Яхъя 5:14). Мәҫәлән, атай-әсәй Йәһүәнән, балаларыбыҙ хәҡиҡәттә ҡалһын, тип һорай. Әлбиттә, был үтенес урынлы. Ләкин Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Ул бөтә кешеләрҙең дә, шул иҫәптән балаларҙың да, уға үҙ теләге менән табыныуҙарын теләй (Ҡан. 10:12, 13; 30:19, 20). Шуға күрә ата-әсәләргә Йәһүәнән, балабыҙҙың йөрәгенә тәьҫир итергә ярҙам итсе, тип һорарға кәрәк. Шулай итеп улар улдарына йә ҡыҙҙарына Йәһүәгә яратыу үҫтерергә һәм уға дуҫ булырға ярҙам итә алыр (Ғиб. һүҙ. 22:6; Эфес. 6:4). w23.11 21 б., 5 абз.; 23 б., 12 абз.

Дүшәмбе, 21 июль

Бер-берегеҙҙе... тынысландырығыҙ (1 Тис. 4:18).

Ни өсөн башҡаларҙы йыуатып, беҙ уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ? Бер белешмә буйынса, «йыуатыу» тип тәржемә ителгән һүҙ шулай уҡ ауыр һынау кисергән кешенең янында булыуҙы аңлата. Тимәк, беҙ имандашыбыҙҙы йыуатҡанда уға ҡанатланып китергә һәм Аллаға артабан да хеҙмәт итергә ярҙам итәбеҙ. Ҡәрҙәшебеҙ илағанда уны иғтибар менән тыңлаһаҡ, уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (2 Кәр. 7:6, 7, 13). Йыуатыу ҡыҙғаныу менән тығыҙ бәйле. Шәфҡәтле кеше башҡаларҙың күңел әрнеүен еңеләйтер өсөн уларҙы йыуатырға тырыша. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ тәүҙә кешене ҡыҙғанабыҙ, ә шунан һуң йыуатабыҙ. Илсе Павел Йәһүә тураһында һәр яҡлап йыуатыусы Алла һәм шәфҡәтлек күрһәтеүсе Атай тип әйтә (2 Кәр. 1:3). w23.11 9—10 бб., 8—10 абз.

Шишәмбе, 22 июль

Кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ (Рим. 5:3).

Бөтә мәсихселәр ҙә ғазаптарға дусар. Илсе Павелдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул Фессалоникала йәшәгән имандаштарына былай тип яҙған: «Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла» (1 Тис. 3:4). Ә Коринфтағы мәсихселәргә ул былай тип яҙған: «Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ» (2 Кәр. 1:8; 11:23—27). Алланың һәр хеҙмәтсеһе үҙ тормошонда төрлө ауырлыҡтар менән осраша (2 Тим. 3:12). Ғайса артынан эйәрергә ҡарар иткәс, дуҫтарығыҙ йә туғандарығыҙ яғынан ҡурҡыныс янағандыр. Йә эштә үҙегеҙҙе намыҫлы тотоуығыҙ проблемалар тыуҙырғандыр (Евр. 13:18). Бәлки, башҡаларға өмөтөгөҙ тураһында һөйләгәнгә, хөкүмәт яғынан ҡаршылыҡтар менән осрашаһығыҙҙыр. Ниндәй генә бәләгә осраһаҡ та, Павел әйтеүенсә, шатланырға кәрәк. w23.12 10—11 бб., 9, 10 абз.

Шаршамбы, 23 июль

Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! (Баш. 34:30).

Яҡуб күп ауырлыҡтар менән осрашҡан. Яҡубтың ике улы Симеон менән Леви ғаиләләренең һәм Йәһүәнең исеменә тап төшөргән. Өҫтәүенә, Яҡубтың яратҡан ҡатыны Рәхилә икенсе балаһын тапҡан ваҡытта үлеп киткән. Ҡартайған көнөндә Яҡубҡа аслыҡ арҡаһында Мысырға күсенергә тура килгән (Баш. 35:16—19; 37:28; 45:9—11, 28). Бының барыһына ҡарамаҫтан, Яҡуб бер ҡасан да Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә ышанысын юғалтмаған. Ә Йәһүә уны үҙ хуплауына ышандырып торған. Мәҫәлән, Йәһүә Яҡубты матди яҡтан фатихалап торған. Шулай уҡ Яҡуб, улы Йософ менән осрашҡас, Йәһүәгә бик рәхмәтле булғандыр, ул бит улын үле тип һанаған! Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ Яҡубҡа һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән (Баш. 30:43; 32:9, 10; 46:28—30). Әгәр беҙ ҙә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ҡәҙерләһәк, тормоштағы көтөлмәгән һынауҙарҙы уңышлы еңеп сыға алырбыҙ. w23.04 15 б., 6, 7 абз.

Кесаҙна, 24 июль

Йәһүә — Көтөүсем минең. Мин бер нәмәгә мохтаж булмам (Зәб. 23:1).

23-сө мәҙхиәлә Дауыт Йәһүәнең яратыуына һәм наҙлы ҡайғыртыуына ышанысын белдергән. Был мәҙхиәлә Йәһүәне Көтөүсем тип атап, ул улар араһында булған көслө дуҫлыҡ тураһында әйтә. Дауыт Йәһүәгә ышанғанға уның юлынан бара. Был юлдан барып, ул үҙен хәүефһеҙлектә тоя. Дауыт Йәһүәнең тоғро мөхәббәте уны «ғүмеренең бар көндәрендә оҙатып» йөрөйәсәген белгән. Ни өсөн ул быға шул тиклем ышанған? Дауыт Йәһүәнең уның хаҡында яҡшы ҡайғыртҡанын һәм көн һайын уға кәрәклеһен биреп торғанын күргән. Ул Йәһүәнең дуҫы булған һәм үҙ тормошо менән уны шатландырған. Бына ни өсөн ул Йәһүәнең һәр хәлдә лә уның хаҡында ҡайғыртып торасағына бер ҙә шикләнмәгән. Дауыттың Йәһүәнең наҙлы яратыуына инанған булыуы бөтә ҡурҡыуҙарынан да көслөрәк булған. Шуға күрә ул үҙен бәхетле тойған һәм ҡәнәғәтлек кисергән (Зәб. 16:11). w24.01 28—29 бб., 12, 13 абз.

Йома, 25 июль

Был замандың ахырына тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам (Матф. 28:20).

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Йәһүәнең хеҙмәтселәре төрлө илдәрҙә иркен вәғәзләй алған һәм күптәр Йәһүә тураһында ишеткән. Һөҙөмтәлә бөгөн Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бөтә донъяла яңғырай. Бөгөн Етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр Мәсихкә буйһоноуын дауам итә. Улар ир ҡәрҙәштәргә биргән инструкцияларҙа Йәһүәнең һәм Ғайсаның ҡарашы сағылыуын теләй. Район күҙәтеүселәре һәм урындағы аҡһаҡалдар үҙ сиратында йыйылыштарға күрһәтмәләр бирә. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, майланған аҡһаҡалдар Мәсихтең «уң ҡулында» (Асыл. 2:1). Әлбиттә, улар камил түгел һәм ҡайһы саҡта хаталана. Муса ла, Ешуа ла, илселәр кеүек, ҡайһы саҡта хаталар яһаған (Һан. 20:12; Еш 9:14, 15; Рим. 3:23). Шулай ҙа Мәсих, аҡыллы хеҙмәтсе һәм бөтә аҡһаҡалдар хаҡында ҡайғыртып, уларға йүнәлеш бирә. Шуға күрә уның яуаплы ҡәрҙәштәр аша биргән күрһәтмәләренә тулыһынса ышана алабыҙ. w24.02 23—24 бб., 13, 14 абз.

Шәмбе, 26 июль

Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ (Эфес. 5:1).

Бөгөн беҙ Йәһүә хаҡында һөйләгәндә, һүҙҙәребеҙҙә йылы хистәр, рәхмәтле булыуыбыҙ һәм яратыуыбыҙ сағылһа, уны һөйөндөрәбеҙ. Вәғәзләгәндә, иң төп маҡсатыбыҙ — кешеләрҙе Йәһүәгә йәлеп итеү икәнен иҫтә тотабыҙ. Беҙ уларҙың яратҡан Атайыбыҙға беҙҙең кеүек ҡарауҙарын теләйбеҙ (Яҡ. 4:8). Алла тураһында, уның исеме, мөхәббәт, ғәҙеллек, зирәклек, көс кеүек сифаттары тураһында һөйләү беҙгә шатлыҡ килтерә. Өҫтәүенә, беҙ, көндәлек тормошобоҙҙа Йәһүәнән үрнәк алып, уны маҡтайбыҙ һәм уны шатландырабыҙ. Шулай итеп, башҡалар беҙҙең был донъя кешеләренән айырылып торғаныбыҙҙы күрә. Бәлки, уларҙың ни өсөн шулай йәшәгәнебеҙҙе белгеһе килер (Матф. 5:14—16). Һөҙөмтәлә эскерһеҙ кешеләр Алланың дуҫтары булырға теләр. Хеҙмәтебеҙ һәм тәртибебеҙ менән Йәһүәне маҡтағанда, беҙ уның йөрәген шатландырабыҙ (1 Тим. 2:3, 4). w24.02 10 б., 7 абз.

Йәкшәмбе, 27 июль

Нәсихәт бирә һәм... фаш итә алһын (Тит. 1:9).

Етлеккән мәсихсе булып китер өсөн, һиңә файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк. Был һиңә йыйылыштағы вазифаларҙы үтәргә, үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итерлек эш табырға һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға ярҙам итер. Мәҫәлән, яҡшы итеп уҡырға һәм яҙырға өйрән. Зәбурҙа, Алла Һүҙен көн һайын уҡыған, уның өҫтөндә уйланған кеше бәхетле һәм уңышлы булыр, тип әйтелә (Зәб. 1:1—3). Изге Яҙманы көн һайын уҡыһаң, Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнерһең. Шул саҡта, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, үҙ белдегең буйынса түгел, ә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итерһең (Ғиб. һүҙ. 1:3, 4). Ҡәрҙәштәр Изге Яҙмалағы өйрәтеүгә һәм нәсихәткә мохтаж. Һин яҡшы уҡый һәм яҙа белһәң, йыйылыш осрашыуҙарында төплө комментарийҙарың һәм телмәрҙәрең менән башҡаларҙың иманын нығыта алырһың. Шулай уҡ яҙыуҙар алып бара алырһың. Был яҙыуҙар үҙеңдең иманыңды нығытырға һәм башҡаларҙы рухландырырға ярҙам итер. w23.12 26—27 бб., 9—11 абз.

Дүшәмбе, 28 июль

Һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ (1 Яхъя 4:4).

Ҡурҡыу биләп алғанда Йәһүәнең киләсәктә, Шайтанды юҡ иткәс, нимә эшләйәсәге тураһында уйлағыҙ. 2014 йылдың региональ конгресында сәхнәләштереү булған ине. Унда атай кеше үҙ ғаиләһе менән 2 Тимәтигә 3:1—5-тәге аяттар ожмахта нисек яңғыраясағы тураһында уйланды. Ул аяттар бына ошолайыраҡ яңғырар ине: «Яңы донъяла бәхетле ваҡыт етер. Киләсәктә башҡаларҙы яратҡан, рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләгән, тыйнаҡ, баҫалҡы, Алланы данлаған, ата-әсәһенә буйһонған, рәхмәтле, тоғро, туған йәнле, килешеүсән, башҡаларҙы яманламаған, тотанаҡлы, йомшаҡ, яҡшылыҡты яратҡан, хыянат итмәгән, юл ҡуйыусан, йыуаш, кәйеф-сафаға ҡарағанда Алланы нығыраҡ яратҡан һәм уға йән-тән менән бирелгән кешеләр йәшәр. Шундай кешеләр менән дуҫлаш». Ә һеҙ яҡындарығыҙ йә дуҫтарығыҙ менән яңы донъяның ниндәй буласағы тураһында уйланаһығыҙмы? w24.01 6 б., 13, 14 абз.

Шишәмбе, 29 июль

Һин Минең ҡыуанысым! (Лука 3:22).

Йәһүәнең беҙҙе халыҡ булараҡ хуплауына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Изге Яҙмала: «Йәһүә үҙ халҡына ҡарап шатлана», — тип әйтелә (Зәб. 149:4). Әммә кемдер: «Йәһүә мине хуплаймы икән?» — тип уйлап бойоғорға мөмкин. Боронғо ваҡытта Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә ҡайһы саҡта шундай уҡ хистәр менән көрәшкән (1 Сам. 1:6—10; Әйүп 29:2, 4; Зәб. 51:11). Изге Яҙманан күренеүенсә, кешеләр камил булмаһа ла, Йәһүәнең хуплауына эйә була ала. Бының өсөн Ғайса Мәсихкә иман итергә һәм һыуға сумдырылырға кәрәк (Яхъя 3:16). Был гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итеүебеҙҙе һәм Алла ихтыярын үтәргә вәғәҙә биреүебеҙҙе күрһәтер (Илс. 2:38; 3:19). Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн был аҙымдарҙы яһағанда ул ҡыуана. Бағышланыу антыбыҙ буйынса йәшәгәндә, Алла беҙҙе хуплай һәм үҙенең яҡын дуҫы тип һанай (Зәб. 25:14). w24.03 26 б., 1, 2 абз.

Шаршамбы, 30 июль

Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ (Илс. 4:20).

Хөкүмәттәр вәғәз эшен тыйһа ла, беҙ Ғайсаның шәкерттәренән өлгө ала алабыҙ. Беҙ Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйенсә, вәғәз эшен дауам итергә ҡыйыулыҡ һәм зирәклек һорап доға ҡыла алабыҙ. Йәһүәнән ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам һорағыҙ. Беҙҙең күптәребеҙ физик йә эмоциональ ауырыуҙары арҡаһында ғазап сигә. Кемдер үлгән яҡыны хаҡында ҡайғыра, ә ҡайһы берәүҙәрҙең ғаиләһендә шарттар бик ауыр. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡәрҙәштәр эҙәрләүҙәр һәм башҡа ауырлыҡтар менән осраша. Тәбиғәт афәттәре, киҙеүҙәр, һуғыштар арҡаһында был ауырлыҡтарҙы йырып сығыу тағы ла ауырыраҡ. Йәһүәгә күңелегеҙҙе бушатығыҙ. Уға хәлегеҙҙе яҡын дуҫығыҙға һөйләгәндәй һөйләгеҙ. Йәһүәнең һеҙгә ярҙам итер өсөн һеҙҙең хаҡҡа эш итеренә бер ҙә шикләнмәгеҙ! (Зәб. 37:3, 5). Йыш доға ҡылыу беҙгә ҡайғыларҙа ныҡ булырға ярҙам итер (Рим. 12:12). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен белә. Изге Яҙмала ул уларҙың «ярҙам һорап үтенеүҙәрен [ишетә]» тип әйтелә (Зәб. 145:18, 19). w23.05 5—6 бб., 12—15 абз.

Кесаҙна, 31 июль

Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ (Эфес. 5:10).

Мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан беҙгә «Раббы ихтыярын аңларға» һәм артабан уның буйынса эш итергә кәрәк (Эфес. 5:17). Алланың ҡарашын нисек белеп була? Беҙ Изге Яҙманан шарттарыбыҙға ҡағылышлы принциптар тапһаҡ, шунан уларҙы ҡулланһаҡ, уңышҡа өлгәшербеҙ. Иблис беҙҙе был донъяның мәшәҡәттәренә батырырға теләй, шул саҡта Аллабыҙ өсөн ваҡытыбыҙ ҡалмаҫ ине (1 Яхъя 5:19). Алла хеҙмәтсеһе аҡса, донъяуи белем йә карьера Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән мөһимерәк тип уйлай башларға мөмкин. Әгәр ул шулай тип уйлаһа, тимәк, уға был донъяның ҡарашы йоҡҡан. Әлбиттә, беҙ әйтеп киткән нәмәләр үҙенән-үҙе насар түгел, ләкин уларҙы тормошта беренсе урынға ҡуйырға ярамай. w24.03 24 б., 16, 17 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу