2 Проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә
Тормоштағы ниндәйҙер проблемалар оҙаҡҡа, ҡайһы саҡта хатта йылдар буйына, һуҙылырға мөмкин. Изге Яҙма беҙҙе йәшәү көсөнән мәхрүм итеүсе шундай проблемаларҙы сисергә ярҙам итәме? Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
АРТЫҠ БОРСОЛОУ
Рози исемле бер ҡыҙ былай тип һөйләй: «Мин йыш ҡына юҡты-барҙы уйлап, сүпте сүмәлә итә инем». Изге Яҙмалағы ниндәй кәңәштәр уға ярҙам иткән? Инжилдә: «Иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек», — тип яҙылған (Матфей 6:34). Рози әйтеүенсә, уға Ғайсаның ошо һүҙҙәре иртәгәһе көн өсөн борсолмаҫҡа булышҡан. Ул: «Мәшәҡәттәр былай ҙа етерлек. Ниңә әле булмаған, ә, бәлки, бөтөнләй булмаясаҡ хәл өсөн алдан ҡайғырырға?» — тип өҫтәй.
Йәсмин дә йыш борсолоп, үҙ-үҙен йонсота торған булған. Ул: «Һәр аҙна илай торғайным, төндәрен йоҡлай алмай инем. Тиҫкәре уйҙар мине эстән кимерә ине», — тип иҫләй. Уға ниндәй кәңәш ярҙам иткән? Инжилдәге: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта», — тигән һүҙҙәр (1 Петр 5:7). Йәсмин былай тип һөйләй: «Мин Йәһүәгә доға ҡылыуымды дауам иттем, һәм ул миңә яуап бирҙе. Өҫтөмдән тау төшкәндәй булды. Әлбиттә, тиҫкәре уйҙар ваҡыт-ваҡыт ҡайтҡылай, әммә хәҙер инде мин улар менән нисек көрәшергә икәнен беләм».
ЭШТЕ ИРТӘГӘГӘ ҠАЛДЫРЫУ ҒӘҘӘТЕ
Изабелла былай тип һөйләй: «Эште иртәгәгә ҡалдырыу ғәҙәте миңә нәҫелдән күскән. Атайым шулай. Мөһим эштәрҙе эшләү урынына юҡ-бар менән булышаһың — телевизор ҡарайһың, ял итәһең. Был — алама ғәҙәт, сөнки һуңынан ут ҡапҡандай сабаһың һәм барыһын да эләгә-тәгәрәй эшләргә тура килә». Уға ярҙам иткән кәңәш 2 Тимофейға 2:15-тә яҙылған, унда: «Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр... итеп күрһәтергә тырыш», — тиелә. Изабелла: «Йәһүәгә минең өсөн оят булыуын теләмәнем», — тип әйтә. Был уны үҙгәрергә дәртләндергән.
Ә Келси исемле бер ҡыҙ былай тип һөйләй: «Берәй йөкләмә бирһәләр, уны үтәүҙе аҙаҡҡы сиккә тиклем һуҙа инем. Ә һуңынан илайым, төндәрен йоҡламай борсолам. Был үҙемә лә һис тә оҡшамай ине». Уға Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16-лағы: «Алдын-артын уйлаусы кеше белемгә таянып эш итә, ә аҡылһыҙ кеше үҙ ахмаҡлығын күрһәтә», — тигән һүҙҙәр ярҙам иткән. Был шиғыр өҫтөндә уйланып, ул шуны аңлаған: «Барыһын да алдан уйлап, планлаштырыу мөһим. Хәҙер минең көндәлегем бар. Унда бөтә эштәрҙе билдәләп барам. Ул миңә ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға ярҙам итә».
ЯҢҒЫҘЛЫҠ
«Ирем, бәләкәй генә дүрт балам менән бер үҙемде ҡалдырып, ташлап китте», — тип һөйләй Кирстен. Уға ниндәй кәңәш ярҙам иткән? «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Кирстен Йәһүәгә хеҙмәт иткән имандаштарына өндәшкән. Улар ярҙам иткәнме? «Дуҫтарым мине иғтибар менән солғаны! Ҡайһы берҙәре хатта ишек төбөндә йәшелсә-емеш, сәскәләр ҡалдыра ине. Улар, дәррәү йыйылып, беҙгә өс тапҡыр күсенергә ярҙам итте, хатта эш табырға ла булышты. Дуҫтарым һәр саҡ янымда булды».
Элегерәк иҫкә алынған Суфия ла яңғыҙлыҡ хисе менән көрәшкән. Ул барыһын юғалтҡан. Үҙ хистәрен ул былай тип һүрәтләй: «Башҡалар үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итте. Ә мин үҙемде тормош арбаһынан төшөп ҡалғандай хис иттем. Мин бөтөнләй яңғыҙ инем». Уға Зәбурҙағы бындай һүҙҙәр ярҙам иткән: «Алла яңғыҙҙарға йәшәү өсөн йорт бирә» (Зәбур 68:6). «Һүҙ тура мәғәнәләге йорт тураһында бармағанын аңлай инем. Алла рухи ышыҡ бирә — беҙ бында ысын дуҫтар табабыҙ, Алланы беҙҙең кеүек үк яратҡан кешеләр менән танышабыҙ. Әммә Йәһүә менән яҡыныраҡ танышмаһам, башҡаларға яҡынлаша алмаҫымды белә инем. Шул саҡта Зәбур 37:4-тәге: „Йәһүәлә сикһеҙ шатлыҡ тап, һәм ул күңелеңдең теләктәрен үтәр“, — тигән һүҙҙәр миңә бик ярҙам итте».
Ул бындай һығымта яһаған: «Мин Йәһүә менән тағы ла яҡыныраҡ танышырға кәрәк икәнен аңланым. Ул — иң яҡшы Дуҫ. Имандаштарым менән яҡыныраҡ танышыр өсөн, мин бергәләп башҡара алырҙай эштәр исемлеге төҙөнөм. Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен түгел, ә яҡшы яҡтарын ғына күрергә өйрәндем».
Аллаға хеҙмәт иткән дуҫтар, әлбиттә, камил түгел. Һәр кемдеке кеүек, Йәһүә шаһиттарының да үҙ ауырлыҡтары бар. Әммә Изге Яҙманы өйрәнеү уларҙы башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға дәртләндерә. Ундай дуҫтар — ысын фатиха. Ләкин бөгөн хәл итә алмаған проблемалар ҙа бар, мәҫәлән, хроник ауырыуҙар йә яҡындарыбыҙҙың үлеме килтергән ҡайғылар. Изге Яҙмалағы кәңәштәр ундай саҡта ярҙам итә аламы?
Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотоп, һеҙ ысын дуҫтар табырһығыҙ