Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp18 № 1 12—13 бб.
  • 3 Изге Яҙма көс бирә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 3 Изге Яҙма көс бирә
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ХРОНИК АУЫРЫУ
  • ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ
  • Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
wp18 № 1 12—13 бб.
Бер ҡатын зыяратта ҡайғырып илай; инвалид коляскаһында ултырған ҡатын Изге Яҙмалағы хәбәрҙе тыңлай

3 Изге Яҙма көс бирә

Ҡайһы бер проблемаларға бөгөн беҙ бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Мәҫәлән, ғәзиз кешебеҙҙе юғалтһаҡ йә хроник ауырыу менән ауырыһаҡ, быға түҙеп йәшәргә генә ҡала. Шундай саҡтарҙа Изге Яҙма ярҙам итә аламы?

ХРОНИК АУЫРЫУ

Роза исемле бер ҡыҙ былай ти: «Нәҫелдән килгән ауырыу арҡаһында, мин һәр ваҡыт көслө ауыртыу кисерәм. Сәләмәтлегем ҡапыл хөртәйҙе». Ҡайһы саҡтарҙа Роза Изге Яҙманы өйрәнгәндә һәм башҡа рухи эштә ҡатнашҡанда иғтибарын бөтөнләй туплай алмаған. Был уны айырыуса борсоған. Әммә уға Ғайса пәйғәмбәрҙең: «Аллаға барыһы ла мөмкин», — тигән һүҙҙәре ярҙам иткән (Матфей 19:26). Роза, Изге Яҙманы өйрәнер өсөн, уҡыуҙан башҡа ысулдар ҙа бар икәнен аңлаған. Ауыртыныуҙар арҡаһында уҡыу ауыр булғанға, ул Изге Яҙманың һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәттең аудиояҙмаларын тыңлай башлаған. «Уларҙан башҡа нишләр инем?» — ти Роза хисләнеп.

Роза элек эшләй алған эштәрҙе бөгөн инде эшләй алмағанына бик ҡайғыра. Әммә Инжилдәге бындай һүҙҙәр уға көс бирә: «Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана» (2 Коринфтарға 8:12). Был һүҙҙәр Розаның иҫенә шуны төшөрә: үҙ шарттарында ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгәне өсөн, Алла уның бар тырышлыҡтарын ҡәҙерләй.

ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ

Алдараҡ иҫкә алынған Суфия былай тип хәтерләй: «18 йәшлек ҡыҙым үлгәндә, миңә бик ауыр булды, артабан нисек йәшәргә икәнен күҙ алдыма ла килтерә алманым. Бүтән бер ҡасан да элеккесә булмаясағын аңлай инем». Мәҙхиә йырлаусының Зәбурҙа яҙылған доғаһы уны бик йыуатҡан: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (Зәбур 94:19). Суфия былай ти: «Йәһүәнән, ҡайғы-хәсрәтемде баҫырға ярҙам итсе, тип үтенә инем».

Был ҡатын башҡаларға ярҙам итергә булған. Суфия үҙен аҡбур менән сағыштырған: аҡбур һынһа ла, уның менән һүрәт төшөрөп була. Ул да, үҙен «һынған» кеүек тойһа ла, башҡаларға һаман да ярҙам итә алған. «Мин шуны аңланым, — тип иҫенә төшөрә ул, — башҡаларҙы Изге Яҙма ярҙамында йыуатҡанда, Йәһүә минең үҙемде лә йыуата». Яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙең миҫалдары Изге Яҙмала бик күп. Суфия ундай кешеләрҙең исемлеген төҙөгән. «Уларҙың барыһы ла Аллаға доға ҡылған. Мин шуны ла аңланым: Изге Яҙманы асып уҡымаһаң, Алла һиңә нисек яуап бирһен?» — ти ул.

Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында Суфия, шулай уҡ, үткәндәргә түгел, ә киләсәккә ҡарарға өйрәнгән. Инжилдәге: «Тәҡүә кешеләр... үленән тереләсәк», — тигән һүҙҙәр уны бик йыуата (Ғәмәлдәр 24:15). Ҡыҙы тереләсәгенә уның иманы етерлекме? Ул былай ти: «Мин ҡыҙымды күҙ алдыма килтерәм. Киләсәктә беҙ һис шикһеҙ осрашасаҡбыҙ. Был көн Алланың календарында билдәләп ҡуйылған инде. Баҡсала йөрөгәнебеҙҙе күрәм. Тыуғас, уны ҡулыма алып, тәүге күреүем ысын булған кеүек, осрашыу мәлен дә шулай ысын итеп күрәм».

Изге Яҙма ҡайғылы көндәрҙә лә йыуата ала

АЛЛА БЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?

Зәбурҙа асыҡ әйтелә: «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. Ул үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара» (Зәбур 145:18, 19). Быны белеү йөрәктәрҙе йылыта! Әммә Алла үҙенә ысын күңелдән доға ҡылғандарға нисек яуап бирә һуң?

КӨС БИРӘ

Ауырлыҡтар беҙҙе йыш ҡына физик, эмоциональ һәм рухи яҡтан хәлдән тайҙыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10). Әммә Аллаһы Тәғәлә «арыған кешегә — көс, хәлһеҙләнгән кешегә ҡеүәт бирә» (Ишағыя 40:29). Күп һынауҙар кисереп сыҡҡан илсе Павел: «Раббы иһә янымда булды һәм... миңә ҡеүәт бирҙе», — тигән (2 Тимофейға 4:17). Алла Павелды изге рух аша нығытҡан. Һеҙ ҙә Алланан изге рух һорай алаһығыҙ (Лука 11:13).

АҠЫЛЛЫЛЫҠ БИРӘ

Әйтәйек, һеҙ Изге Яҙмалағы берәй кәңәште аңлап бөтмәйһегеҙ йә уны тормошта нисек ҡулланырға икәнен белмәйһегеҙ, ти. Инжилдә: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә», — тиелә (Яҡуб 1:5). Изге Яҙманы уҡып һәм уның тәғлимәттәре буйынса йәшәп, һеҙ доғаларығыҙ буйынса эш итерһегеҙ (Яҡуб 1:23—25). Шул саҡта кәңәштәрҙең файҙаһын күрерһегеҙ.

ИМЕНЛЕК БИРӘ

Хатта ныҡ борсолған саҡта ла Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирә ала. Уның Һүҙендә былай тиелә: «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7). Йәһүәнән үҙегеҙгә шундай именлек биреүен һорағыҙ.

Ә ауырлыҡтар оҙаҡҡа һуҙылһа, ни эшләргә? Алла һеҙҙе ҡалдырған, тип уйламағыҙ. Шарттарығыҙ үҙгәрмәһә лә, Алла һеҙгә, барыһын да йырып сығыр өсөн, ҡыйыулыҡ һәм көс бирә ала (1 Коринфтарға 10:13). Изге Яҙма, проблемалар киләсәктә бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ, тип вәғәҙә итә!

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу