Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp18 № 3 4—5 бб.
  • Һеҙ Алла өсөн мөһимме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ Алла өсөн мөһимме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ ХАҠЫНДАҒЫ КИТАП НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?
  • ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛАНЫҢ НИ ТИКЛЕМ ҠАЙҒЫРТЫУСАН ИКӘНЕ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?
  • «ЙӘҺҮӘ МИНЕ ЯРАТМАЙ КЕҮЕК ТОЙОЛА ИНЕ»
  • Бала тыуыуы ғаиләгә нисек тәьҫир итә?
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
wp18 № 3 4—5 бб.
Ир менән ҡатын паркта эскәмйәлә ултыра, ҡоштарҙы күҙәтә

«Һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк» (МАТФЕЙ 10:31)

Һеҙ Алла өсөн мөһимме?

БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ ХАҠЫНДАҒЫ КИТАП НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

Бала тыуғандан һуң үткән тәүге сәғәт уның өсөн дә, әсәһе өсөн дә бик мөһим. Ни өсөн? Ошо ваҡыт эсендә улар араһында айырыуса үҙенсәлекле бер бәйләнеш урынлаша. Был бәйләнеш сабыйҙың үҫешенә һәм үҫеүенә йоғонто яһайa.

Әсәне яңы тыуған сабыйы тураһында ҡайғыртырға нимә этәрә? Бер журналда Жаннет Креншоу исемле профессор яҙыуынса, «әсә кеше үҙенең балаһын ҡулға алғанда, уға ҡарағанда һәм имеҙгәндә, [окситоцин гормонының миҡдары үҫкәнгә күрә] үҙ балаһына ҡарата уның хистәре көсәйә». Шул уҡ ваҡытта әсә организмында бүленеп сыға торған бер гормон «әсәне үҙ балаһы тураһында ҡайғыртырға этәрә» һәм уның менән бәйләнештәрен нығыта («The Journal of Perinatal Education»). Беҙ ни өсөн был турала һүҙ ҡуҙғаттыҡ?

Эйе, әсә менән бала араһында айырыуса үҙенсәлекле бер бәйләнеш була. Сөнки яратыусан Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, Йәһүәb Алла беҙҙе шулай итеп яратҡан. Үҙен әсә ҡарынынан «сығарғанға» һәм әсә ҡулдарында үҙен тулыһынса хәүефһеҙ итеп тоя алғанға Дауыт батша Аллаға рәхмәтле булған. Дауыт былай тип доға ҡылған: «Тыуғандан алып мин һинең ҡайғыртыуыңа тапшырылғанмын, әсәйем ҡарынынан уҡ һин минең Аллам инең» (Зәбур 22:9, 10).

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: Алла шундай ҡатмарлы система булдырған. Был система әсәнең үҙ балаһына эҫенеүен һәм уның ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу теләгенең көсәйә барыуын гарантиялай. Быларҙан сығып, Алла өсөн һәр кеше мөһим, тигән һығымта яһап булмаймы ни?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛАНЫҢ НИ ТИКЛЕМ ҠАЙҒЫРТЫУСАН ИКӘНЕ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?

Ғайса беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙе бик яҡшы белә һәм ул былай тигән: «Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ. Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк» (Матфей 10:29—31).

Бәләкәй генә ҡоштарҙың һәр береһенә, хатта уларҙың берәйһе «ергә ҡолап төшһә» лә, һирәк кеше иғтибар итә. Әммә күктәге Атабыҙ уларҙың һәр береһен күрә! Алла өсөн һәр кеше күп ҡоштарҙан да ҡәҙерлерәк. Һөҙөмтә ап-асыҡ: Алла беҙгә иғтибар ҙа итмәй, тигән фекерҙе башығыҙға ла килтермәгеҙ. Һеҙҙең хәлегеҙ уны бик ныҡ борсой!

Беҙҙең хәлебеҙ Алланы тәрән борсой, һәм ул беҙгә ярҙам итергә бик тә теләй

Изге яҙма беҙҙе нимәгә ышандыра?

  • «Йәһүәнең күҙе етмәҫлек ер юҡ, ул ямандарҙы ла, яҡшыларҙы ла күҙәтә» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 15:3).

  • «Йәһүәнең күҙе тәҡүәләргә йүнәлгән, ҡолағы уларҙың ярҙам һорап ялбарыуҙарын ишетә» (ЗӘБУР 34:15).

  • «Мин һинең тоғро мөхәббәтеңә сикһеҙ ҡыуанырмын, сөнки һин ҡайғы-хәсрәтемде күрҙең, һин әсе ғазабымды беләһең» (ЗӘБУР 31:7).

«ЙӘҺҮӘ МИНЕ ЯРАТМАЙ КЕҮЕК ТОЙОЛА ИНЕ»

Беҙҙең ни хәлдә булыуыбыҙ Алла өсөн барыбер түгел. Уның беҙҙең хаҡта яратып ҡайғыртыуын белеү тормошобоҙға нисек тә булһа тәьҫир итә аламы? Һис шикһеҙ. Англияла йәшәгән Ханнаc былай тип һөйләй:

«Йыш ҡына миңә Йәһүә мине яратмай һәм доғаларыма яуап бирмәй кеүек тойолдо. Иманым етмәгәнгә шулайҙыр, тип уйланым. Ниндәйҙер ғәйебем өсөн яза күрәм һәм Барлыҡҡа килтереүсенең иғтибарына лайыҡ түгелмен тигән фекер тыуа ине. Алланың миндә һис тә эше юҡ кеүек ине».

Хәҙер инде Ханна Йәһүәнең уны яратҡанына һәм ҡәҙерләгәненә шикләнмәй. Бындай үҙгәрештәрҙең сәбәбе ниҙә? Ханна былай тип аңлата: «Бының өсөн ваҡыт кәрәк булды. Күп йылдар элек мин Ғайсаның йолом ҡорбаны тураһында Изге Яҙмаға нигеҙләнгән бер телмәр ишеттем. Был телмәр минең Йәһүә тураһындағы ҡарашымды тулыһынса үҙгәртте һәм уның мине яратыуына ышандырҙы. Доғаларыма яуап күрергә өйрәндем һәм йыш ҡына күҙ йәштәремде тыя алмай инем, сөнки мин аңланым: Йәһүә мине барыбер ярата икән. Бынан тыш, Изге Яҙманы өйрәнеү һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү арҡаһында Йәһүәнең сифаттары һәм кешеләргә уның нисек ҡарауы хаҡында күберәк белдем. Хәҙер инде мин Йәһүәнең яратыуына, һәр беребеҙгә ярҙам итеүенә һәм һәр беребеҙ тураһында ҡайғыртырға теләүенә шикләнмәйем».

Ханнаның һүҙҙәре өмөт уята. Әммә Алланың хистәребеҙҙе аңлауын һәм бар борсолоуҙарыбыҙҙы хәтерендә тотоуын ҡайҙан беләбеҙ? Был һорауға яуапты киләһе мәҡәләнән табырһығыҙ.

a Ҡайһы бер әсәләр бала тапҡандан һуң, депрессиянан интегә һәм уларға үҙенең сабыйы менән шул бәйләнеште тойоу ауыр. Әммә улар үҙҙәрен ғәйепләргә тейеш түгел. Ҡушма Штаттарының Психик сәләмәтлек милли институтының тикшеренеүе буйынса, бала тапҡандан һуң була торған депрессия «әсә кешенең нимә эшләүе-эшләмәүе арҡаһында түгел, ә күрәһең, физик һәм эмоциональ факторҙар арҡаһында була». Был темаға ҡағылышлы мәғлүмәтте 2003 йылдың 8 июнендә сығарылған «Уянығыҙ!» (урыҫ) журналында баҫтырылған «Диагноз: бала тапҡандан һуңғы депрессия» тигән мәҡәләлә табырһығыҙ.

b Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — ул Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).

c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу